Айҙар Байтимеровты студент сағынан беләм. Өфө сәнғәт училищеһында, унан һуң институтында уҡыған егеттең етеҙлегенә һоҡланмау мөмкин түгел ине. Уҡыу алдынғыһы, бер үк ваҡытта эшләп тә йөрөй, төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша... Тиҙҙән уның үҙ көсө менән еңел машина алып ебәреүенә лә шаһит булдым. Ике уҡыу йортон да ҡыҙыл дипломға тамамланы. Был егеттән кеше сығасаҡ, тинем үҙ алдыма. бер мәл гәзиттә Айҙар хаҡында мәҡәлә сыҡты. хеҙмәттәшем шағирә Таңсулпан Рәсүлгә, бына шәп егет, тип уны маҡтап алғас, ул серле генә йылмайып ҡуйҙы. Һуңынан белеүемсә, улар күптән түгел генә танышып, дуҫлашып йөрөгән. Күпмелер ваҡыттан ике йәш йөрәктең гөрләп туйҙары үтте.
– Айҙар, буласаҡ кәләшең менән нисек танышыуығыҙ ҡыҙыҡһындыра. Ниндәй сифаты менән әсир итте ул һине?
– 2016 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан Ҡазан ҡалаһына Төрки йәштәре фестиваленә ебәргәйнеләр. Автобус менән таңғы биштә барып төшкәс, “Иҙел” республика йәштәр ойошмаһына юлландым. Унда беҙҙе ике шағирә көтөп тора ине, уларҙы ла Башҡортостан исеменән Ҡоролтай ебәргән. Тәүге тапҡыр буласаҡ кәләшемде шунда күрҙем. Балкондан оҙаҡ ҡына Волга йылғаһының матурлығына һоҡланып торҙоҡ. Шул ваҡытта беҙҙең яҙмышымбыҙҙа мөһим бер ваҡиға барғаны аңлашыла ине. Өфөгә ҡайтҡас, уны думбырала уйнарға өйрәтә башланым. Ә бер ваҡыт матурымды “Юлдаш” радиоһына тура эфирға саҡырғандар, үҙең менән тағы берәйһен алып кил, тип әйткәндәр. Ул, оҙаҡ уйлап тормаған, миңә әйтергә булған. Унда беҙҙең фекерҙәребеҙ, донъяға ҡарашыбыҙ, уйҙарыбыҙ, һүҙҙәребеҙ бер икәне аңлашылды. Эфирҙан сыҡҡас, беҙ мөхәббәттә аңлаштыҡ, шунан алып бергәбеҙ. Ошо йылдар эсендә һөйгәнемдең тик яҡшы яҡтарын ғына күрҙем. Ғаиләбеҙҙең матурлығы ла, ныҡлығы ла – тик уның тырышлығынан.
– Һин ҡайһы төбәктән булаһың?
– Мине Өфөнөң Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се башҡорт балалар йортонан уллыҡҡа алғандар. Атай-әсәйем тыуыу тураһында таныҡлығымды яңыға алмаштырған. Унда атайымдың йәшәү урыны буйынса Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылы яҙылған. Ете йәшкә тиклем шунда йәшәнек, унан Сибайға күсендек, шунда уҡырға төштөм. Мине тәрбиәләп үҫтергән өсөн атай-әсәйемә рәхмәтем ҙур.
Әлбиттә, төрлө саҡтар булды. Ауылдағы йортто һатып, ҡалала өй алабыҙ тигән аҡсалары банкта янғас, атай-әсәйгә күп ауырлыҡтар күрергә тура килде. Әммә ни генә булмаһын, мине яраттылар. Һәр ваҡыт “улым” тип өндәштеләр, һин беҙҙең шәжәрәбеҙҙе дауам итеүсе, тип кенә торҙолар. Сөнки атай менән әсәйҙең балалары булмаған, мин берҙән-бер улдары һаналдым. Бынан ете йыл элек атай мәрхүм булды, биш йыл элек әсәйҙе лә мәңгелек йортона оҙаттыҡ. Уларҙың әруахтарына аят уҡытып торабыҙ. Улар миңә аманат итеп үҙҙәренең фамилияһын ҡалдырҙы. Беҙҙең заттың шәжәрәһе лә шундай үҙенсәлекле. Иң оло олатайыбыҙ Мәләүшаны ла Килмөхәмәт тигән ҡарт урмандан табып ала. Ул ваҡыт, башҡорт болалары заманында, Килмөхәмәт ҡарт менән әбейе урманда ҡасып йөрөгән була, шунда улар бер балаға юлыға. Аслыҡтан күгәренеп, үлем сигенә еткән сабыйҙы йәш ҡатындарға биреп, имеҙеп терелтәләр. Үҙҙәренең улдары булмағанлыҡтан, уны тәрбиәләп үҫтереп, өйләндереп, башҡа сығаралар. Бүреләр араһына шулай һыйынған Мәләүшаның үҙенең балалары тыуып, ишәйеп, үҙҙәре бер ара булып китә. Шуға ла бүреләр араһына килеп һыйынған был араны айырып, эйәрсән бүреләр тип йөрөтәләр. Мәләүша олатайҙан һуң ете быуын үткәс, тарих тағы ҡабатланды. Мине эйәрсән бүреләр үҙ араларына һыйындырҙы, шуға улдарыбыҙға ла, һеҙ Байтимеровтар затынан, эйәрсән бүреләр араһынан, Бөрйән ырыуы башҡорттары, тип өйрәтәбеҙ.
– Ниндәй малай булдың?
– Бала саҡтан тәртип яраттым. Атай-әсәйемде көйҙөрөүҙән ҡурҡтым, уларға яҡшы ул булырға теләнем. Шулай бер ҡыҙыҡ хәл булған. Бер ваҡыт атай менән әсәй эштән ҡайтыуына уларға ярҙам итеп ҡыуандырырға булғанмын да, биҙрәлә ултырған һыу менән бөтә өйҙөң иҙәнен йыуғанмын. Әсәй ҡайтып күргәс, илай ғына яҙған, ул биҙрә, баҡтиһәң, бысраҡ һыу биҙрәһе булған. Мәктәптә лә яҡшы уҡыным, бөтә төр тигәндәй сараларҙа, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашырға тырыштым, яҡшы урындар, маҡтау грамоталары алып ҡыуандырҙым уларҙы. Үҫмер саҡта ла насар ғәҙәттәрҙән ары торҙом. Шулай ҙа һәр ваҡыт өлгөлө булып та булмағандыр, әммә бала саҡтан уҡыуға, яҡшылыҡҡа тырышып үҫеүемдең һөҙөмтәләрен күрәм. Яҡшы уҡыуым, ҡыҙыл дипломдарым хәҙер йәшәргә ярҙам итә. Мәҫәлән, училищела дирижерлыҡҡа дәрес итеп кенә уҡыттылар, ә айырым профессия булараҡ түгел. Шуға ҡарамаҫтан, миңә бөгөнгө көндә институттың оркестры дирижеры булыуға ошо дәрестәр яҡшы нигеҙ булып тора. Был осраҡта дирижерлыҡ дәресенән уҡытҡан Ринат Халиҡовҡа ҙур рәхмәт әйтке килә.
– Әйткәндәй, һинең бик йәштән хеҙмәт юлына баҫҡаныңды беләбеҙ...
– Башта бала саҡ дуҫым менән урамда гәзит һатып йөрөнөк. Унан һуң кешеләр өсөн подъездарын йыуып, таҙалап аҡсаһын алдыҡ. Ә инде училищеға ингәс, уҡыуҙан тыш, промоутер булып эшләнем, төрлө ойошмаларҙа йөк ташыным, ялдарҙа ҡала ситендә баҡсаларҙа әбей-бабайҙарға ярҙам иттем, ялланып эшләнем кешеләргә, урам һеперҙем, “Башавтотранс”та кондуктор, төрлө ойошмаларҙа ҡарауылсы ла булдым. Әлбиттә, яҡшы уҡыған өсөн яҡшы стипендия ла килә ине. Шулай йөрөп, ун һигеҙ йәшем тулғас ҡына, рәсми рәүештә эшкә урынлаша алдым. Иң беренсе, бер мәктәпкә төнгө ҡарауылсы булып, аҙаҡ бөгөнгө көндә лә эшләгән 13-сө коррекция мәктәп-интернатҡа төнгө тәрбиәсе итеп алдылар. Сәнғәт институтына ингәс, ябай стипендиянан тыш, яҡшы уҡығандар өсөн махсус стипендиялар һәйбәт түләнде. Ул ваҡытта төнгө эштән тыш, әлеге балалар музыка мәктәбенә, уҡып бөткәс, институттың үҙенә урынлаштым. Аллаға шөкөр, эшләйем тиһәң, мөмкинлектәр сығып тора.
– Бик үҙенсәлекле икән һинең яҙмыш. Ә ҡурайсы булыу бала саҡ хыялы инеме?
– Сибайҙағы балалар музыка мәктәбенең ҡурай класына уҡырға барғанда миңә 9 йәш ине. Унан алда бер концертта ҡурайҙа уйнағандарын ишетеп хыялланып йөрөгәйнем. Аҙаҡ мәктәпкә килеп саҡырғас, һис икеләнеп тормай ҡурай түңәрәгенә яҙылдым. Ул ваҡытта кластағы бөтә малайҙар ҙа теләк белдергәйне. Шунан өйгә ҡайтып түңәрәккә яҙылыуымды әйттем. Ярай, тип артыҡ әһәмиәт бирмәнеләр. Бер аҙҙан, ҡайтып, аҡса түләргә кәрәклекте әйткәс кенә атай-әсәй аңлап ҡалды минең ябай түңәрәккә йөрөмәгәнемде, ә Сибай балалар музыка мәктәбендә белем алыуымды. Башта хатта һыҙғыртыуым да килеп сыҡмай ине, башҡа иптәштәрем миңә ҡарағанда тиҙерәк өйрәнде. Әммә тора-бара уларҙың барыһы ла ташлап бөттө, яңғыҙым тороп ҡалдым. Ҡурайҙа беренсе уҡытыусым Илдар Хәсәнов булды.
– Шулай итеп, яҙмышыңды сәнғәт менән бәйләргә булдың инде...
– Эйе, шунан алып ҡурайҙан айырылғаным да булманы. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатына уҡырға килгәс, артабан оркестрға билдәләр өсөн, йөҙ-ҡиәфәтемә, иренемдең ҡалынлығына ҡарап, мине туба уйын ҡоралына уҡырға яҙҙылар. Әммә ҡурайҙы ташлап ҡуйманым, өҫтәмә рәүештә Нурғәле Байрамғоловҡа дәрес алырға йөрөнөм. Өфө сәнғәт училищеһында иһә Таһир Хәмитов мине профессиональ ҡурайсы итеп әҙерләне. Бер конкурстағы еңеүемдән һуң, Айрат Ҡобағошов артабан институтҡа инергә тәҡдим иткәйне. Училищенан һуң, армияға киттем. Хәрби хеҙмәтте тултырғас, өйгә лә ҡайтып етмәй, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына документтар тапшырҙым, һынау тоттом. Бында уҡытыусым Венер Йылҡыбаев булды. 2019 йылда институтты тамамлағас, шунда уҡ эшкә ҡалдым, ассистентура-стажировкаға уҡырға индем. Унда Азат Айытҡоловтың ҡулы аҫтында белем алдым. Оло рәхмәт уҡытыусыларыма!
– Бөгөн һин ҡасандыр остаздарыңдан алған белемде үҙең бөгөн йәш быуынға өйрәтәһең...
– Балаларға белем биреүем бынан һигеҙ йыл элек Өфөнөң 13-сө коррекция интернат- мәктәбендә башланды, төнгө тәрбиәсе булып эшкә урынлаштым. Унда физик мөмкинлектәре сикләнгән, ауырыған балалар тәрбиәләнә. Шулай булһа ла, кис көнө малайҙарға ҡурай уйнарға өйрәтергә тотондом. Раян Исхаҡов тигән малай шул тиклем һәләтле, тиҙ отоп ҡала. Бер аҙҙан уның менән республика конкурстарына сыға башланыҡ. Беҙҙең уңыштарҙы етәкселек күреп, түңәрәк асырға тәҡдим итте. Шулай итеп, “Осҡон” тип аталған вокал-инструменталь ансамбль төҙөнөм. Балаларҙы ҡурайҙа, һуҡма уйын ҡоралында, электрон фортепианола уйнарға һәм йырларға өйрәтәм. Күп тә үтмәй Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге “Мираҫ” III республика конкурсында Гран-при яуланыҡ.
Шулай уҡ Өфөләге 7-се балалар музыка мәктәбендә лә эшем уңышлы ғына бара. Республика кимәлендәге төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша уҡыусыларым. Мәҫәлән, Эрнест Мөхәмәтйәнов халыҡ уйын ҡоралдарында уйнаусыларҙың “Пикколино” конкурсында I урын алһа, уҡыусыларҙың ҡурайсылар ансамбле менән Бөтә Рәсәй ансамблдәр асыҡ конкурсында ла I урын яуланыҡ. Бынан тыш, сәнғәт институтында Башҡорт музыкаһы факультетының оркестры етәксеһе-дирижерымын. Бында дүртенсе йыл студенттар уҡытам. Уңыштар ҙа юҡ түгел. 2021 йылда “Урал ауазы” IV Халыҡ-ара конкурста III урын яуланыҡ, “Урал иле” Халыҡ-ара конкурсында II урынды алдыҡ. Быйыл инде “Sound59” Халыҡ-ара фестиваль сиктәрендә Пермгә барып, оркестр менән концерт бирҙек.
– Һинең эш көндәрең үтә тығыҙ. Ә ғаиләңә ваҡытың ҡаламы?
– Эйе, буш ваҡыт юҡ тиерлек. Шулай ҙа йәйҙәрен ғаилә менән Башҡортостан буйлап сәйәхәттә йөрөргә яратабыҙ. Өлкән улым өс айлыҡ ҡына сағында беҙҙең менән палаткала йоҡлап, Ҡандракүлдә һыу инһә, кесеһе ике айлыҡ мәлендә Асылыкүлде күрҙе. Ғаиләбеҙҙең йолаһы: йәйен ете ҙур һыуға төшөү. Был боронғоларҙан ҡалған аҡыл, тәнгә генә түгел – йәнгә сихәт, дауа алабыҙ шулай. Ҡышын ауырымайбыҙ. Тағы ла яҙғы, көҙгө айҙарҙа эргәбеҙҙәге Дим йылғаһы буйынан сүп-сар йыйып түгәбеҙ. Аҙ булһа ла тәбиғәтте таҙалап, балаларыбыҙҙы ла шундай әҙәпкә өйрәтәбеҙ. Малайҙарымдың боҙоп ҡуйған уйынсыҡ машиналарын йүнәтеп тә ял итеп алам.
– Бер ярҙамсың булмаһа ла, уҡырға ла, йәшләй ғаилә ҡорорға ла өлгөргәнһең. Бөгөн арабыҙҙа фатиры, бына тигән эше булып та, буйҙаҡ йөрөгәндәр бихисап. Уларға ниндәй кәңәш бирер инең?
– Төрлө кешенең яҙмышы төрлөсә яҙылғандыр. Кемдеңдер тормошҡа йөрәге асыҡ, кемдекелер ябыҡ тигән һымаҡ. Кем нимәгә өҫтөнлөк бирә инде, бәлки, кемдер ғаиләһендә нимә күргән, шунан сығып һығымта яһайҙыр. Мин үҙемде миҫалға килтерһәм, өсөнсө курста уҡығанда өйләндем. Буласаҡ кәләшемә бер ҡарауҙа ғашиҡ булдым. Яратҡаныңды аңлаһаң, ни өсөн ваҡыт һуҙып йөрөргә һуң? Барыһы ла ваҡытында булды беҙҙең, өйләнештек, ятаҡта йәшәй башланыҡ, ике улыбыҙ ҙа шунда тыуҙы. Бер аҙҙан фатир һатып алдыҡ. Ғаиләм һәр ваҡыт бәхетле булды. Фатирым, ҡиммәтлерәк машинам булғанды көтөп йөрөмәнем, уның ҡарауы, хәҙер ике улым үҫә, яйлап барыһы ла килеп тора ғаиләгә. Ә ғүмер бер генә бирелә. Үҙ мәлендә барыһына ла өлгөрөргә кәрәк. Һуңынан үкенмәҫ өсөн.
– Бөгөн ҡайһы бер кешеләр, нисек йәшәмәк булаһың, тип, балаларының сәнғәт юлынан китеүенә ҡаршы төшә. Быға һин нисек ҡарайһың?
– Мәҫәлән, миңә лә бер ағай, артистар кем инде улар, ике йомортҡа хаҡына эшләп йөрөйәсәкһең, тип көлгәйне. Элгәре ауылдарға концерттар килһә, аҡса булмағас, йомортҡа тапшырып ҡараған халыҡ. Әммә тормошта барыһы ла аҡса менән билдәләнмәй, бар нәмә матди байлыҡҡа ғына ҡайтып ҡалмай тип әйтке килә. Башҡортта бит ҡан хәтере тигән нәмә көслө. Әгәр баланы ҡурай буйынса уҡытырға бирмәһәң дә, башҡа һөнәрҙе һайлаһа ла, өлкәнәйгәс тә киләләр, йә үҙ аллы дәрестәр менән барыбер өйрәнеп ҡуялар. Бындай миҫалдар бар, эйе, һәм ул берәү генә лә түгел.
Икенсенән, ҡайһы берәүҙәр балаларының сәнғәт юлынан китеүенә ҡаршы төшөп, бәлки, яҡшы ла эшләйҙер. Әммә һәләте булған баланың дәртен төшөрөргә ярамай. Был осраҡта матди яҡты, йә уның ауырлығын уйлап ҡына, талантлы сабыйҙы көсләп икенсе юлға борорға ярамайҙыр тим. Изге урын буш тормай, тигән кеүек, сәнғәткә килмәгән һәләтлеләрҙең урынын һәләтһеҙҙәр тултырасаҡ. Ир-егет, әлбиттә, ғаиләһен ҡарарлыҡ аҡса эшләргә тейеш, әммә бының өсөн башҡа юлдар күп.
– Ә теге ағайың әйткәнсә, артистар ике йомортҡа хаҡына эшләй тигәне менән килешәһеңме?
– Хәҙер, әлбиттә, ҡурай менән сәхнәлә шоуҙар яһап, аҡса эшләүселәр бар. Әммә шәхсән мин ҡурайҙы тәрбиәүи йәһәттән ҡулланыуҙы хуп күрәм. Етмәһә, балалар уҡытҡан өсөн, тәғәйен эш хаҡы ла килеп тора. Бөгөн исемдәре халыҡ алдында билдәле булмаған, әммә шул хәтлем һәләтле, моңло, көслө ҡурайсылар бар. Улар төрлө музыка мәктәптәрендә балаларҙы уҡыта, ҡурай сәнғәтенә төшөндөрөп, шуның менән тотош милләтте тәрбиәләй. Бына ошо мөһим бөгөн. Музыка мәктәптәрендә ҡурай класын бөткәндәр киләсәктә үҙҙәре ҡурай уҡытыусылары булмаған хәлдә лә, уның моңо, милли мәҙәниәте күңеленә һеңә. Башҡорт халҡының милли мәҙәнилеге шунан килә ул. Шуға ла ҡурай – ул рух күрһәткесе.
– Айҙар, һинеңсә, ысын ҡурайсы ул ниндәй булырға тейеш?
– Бер-ике генә көй белеү, йә һыҙғыртып ҡына уйнау ул ҡурайсы булдың тигән һүҙ түгел. Ҡурайсы булыу өсөн халыҡ ижадын күңелеңдә йөрөтөп, уны ҡурайың аша халыҡҡа еткерә белеүең бик мөһим. Бөгөн еңел-елпе генә уйнап та сәхнәләрҙе яуларға маташыусылар бар. Ҡурай – ул башҡорт халыҡ көйҙәре менән бер бөтөн. Ҡурайсы булырға теләйһең икән, ошо халыҡ йырҙарын, милләтеңдең асылын, мәҙәниәтен, философияһын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, ата-бабаларҙан ҡалған рухи мираҫын бар етдилегендә аңларға, уны күңелеңдә йөрөтөргә һәм көйҙө кисереп башҡарырға тейешһең. Әгәр һин ҡурайҙы күңел асыу йә аҡса эшләү өсөн генә өйрәнәһең, уйнайһың икән, был ата-бабаларыбыҙҙы, тарихыбыҙҙы рәнйетеү, һанға һуҡмау була. Мәҫәлән, ҡурай ул бер ҡасан да бар халыҡ өсөн киң ҡулланышта булмаған, ул бик етди уйын ҡоралы, ата-бабаларыбыҙҙан килгән аманат, тәғәйенләнеше шулай. Ҡурай һәм ҡурайсы ул бер бөтөн, әгәр ҡурайсыға, йәки уның ырыуына, халҡына берәй ҡайғы килһә, ул шул ҡайғыһын, һағышын ҡурайҙа уйнап таратҡан. Эргә-тирәһендәге кешеләргә шул һағышты, ҡайғыны ҡурайы аша еткергән. Ҡурай, ул, ғөмүмән, беҙҙең халыҡтың әсе яҙмышын, ысынбарлығын сағылдырған, милли йәһәттән халҡыбыҙҙың рухи юғарылығының күрһәткесе ул. Тарихҡа күҙ һалығыҙ, ҡурай һәм башҡорт халыҡ йырҙары бер бөтөн. Унда бер ниндәй күңел асыу, дәртле көйҙәр булмаған. Ә инде әлеге көндә уйналған бейеү көйҙәре улар һуңғы бер нисә тиҫтә йылдар эсендә уйлап сығарылған. Башлыса, ҡурайҙа тик йырҙар уйналған, хатта бөгөнгө көндә бейеү көйө булған көйҙәрҙең дә һүҙҙәре бар, йәғни улар йыр-таҡмаҡ булараҡ сығарылған. Ҡурайҙа һүҙҙәре булмаған көйҙәр, башлыса улар марш көйҙәре. Беҙҙең милләт элек-электән ситтә, яуҙа, хәрби хеҙмәттә булған бит, шул ваҡыт яугирҙарҙың күңелен үҫтерер, ҡеүәтләр өсөн ҡурайсылар тарафынан марш көйҙәре ижад ителгән. Ә инде һүҙҙәре булмаған көйҙәр, шаян, күңел асыу көйҙәре булмаған. Мәҫәлән, “Күбәташ” көйөн генә алайыҡ. Һүҙһеҙ көй. Һал ағыҙыу ваҡытында бригада һәләкәткә осрай, бер генә кеше иҫән ҡала. Ул ауылына әйләнеп ҡайтҡас, батып үлгән иптәштәренең әсәләренә, ҡатындарына әйтергә һүҙ тапмай һәм бөтә фажиғәне ҡурайы аша һүрәтләп бирә. Был осраҡта йырҙарҙың көйө генә түгел, тарихы ла мөһим урын ала.
Үҙемә килгәндә, егерме бер йыл ғүмеремде ҡурай сәнғәтенә биргәнмен, уларҙың ун ике йылын профессиональ белем алыуға йүнәлткәнмен. Әммә миңә һаман өлкән быуын, уҡыу күрмәгән беҙҙең олатайҙарыбыҙ кимәленә етергә бик алыҫ әле. Ғүмер буйы уҡырға кәрәк. Бер көйҙө нисә тапҡыр уйнаһаң да, төрлө итеп уйнап тулыландырырға, үҙең өсөн асыш яһарға мөмкин. Мәҫәлән, йәшерәк саҡта шул уҡ көйҙө бер төрлө аңлап уйнайһың, профессиональ ҡурайсы булғас, икенсе яҡтан асаһың, ә инде быуының ултырғас, бөтөнләй бүтән юҫыҡтан уйнарға мөмкин. Ғүмер буйы шулай. Беҙҙең ата-бабалар бик көслө ҡурайсылар булғандар, уларҙың ҡан хәтеренә һеңгән ҡурайсылыҡ.
– Киләсәккә ниндәй уй-хыялдар менән йәшәйһең?
– Улдарым да минең юлымды һайлаһын ине... Кәләшем, һәр башҡорт намаҙ уҡый белергә тейеш, тигән кеүек, һәр башҡорт егете ҡурай уйнай белергә тейеш, тип иҫәпләйем. Шуға ла балаларыма, ниндәй генә һөнәр һайларға теләһәләр ҙә, тәү сиратта, ҡурай уйнарға өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуям. Сөнки уларҙың рухи сәләмәтлеге, милли йәһәттән тәрбиәле, мәҙәниәтле булыуҙары беҙҙең өсөн иң мөһиме!
Уңыштары:
2012 йылда Ғата Сөләймәновҡа 100 йыл тулыуға арналған республика ҡурайсылар конкурсында – I урын;
2017 йылда Ғата Сөләймәновтың 105 йыллығына арналған республика конкурсында – Гран-при;
2019 йылда “Урал иле” халыҡ уйын ҡоралдарында башҡарыусыларҙың I Халыҡ-ара конкурсында – Гран-при.
Илгиз ХАҠОВ әңгәмәләште.