Һәр эштә күҙгә күренмәгән хеҙмәт батырҙары була. Улар күп осраҡта иғтибарҙан ситтә ҡалһа ла, эштең һөҙөмтәһе булһын өсөн, хәл иткес мөһим яуаплылыҡты үҙ иңенә ала. Был бигерәк тә сәнғәт өлкәһендә ныҡ һиҙелә. Ябай ғына миҫал: театрҙа барған спектаклдәрҙе ҡарағандар башлыса актерҙар менән таныша. Иғланда – автор, режиссер, рәссам тураһында яҙыла. Ә бит театр – ҙур бер механизм: тәгәрмәс әйләнһен өсөн, бихисап бәләкәй генә сылбыр-винтиктарҙың теүәл булыуы, көйлө эшләүе зарур. Сәхнә арты тормошонда ябай тамашасы белеп тә етмәгән, күҙ алдына ла килтермәгән әллә күпме һөнәр эйәләре тир түгә, эшен намыҫлы башҡарып, театрҙың үҫешенә үҙ өлөшөн индерә.
Баймаҡ һылыуы Әлфирә Ҡәйепҡолованың Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында эш башлауына быйыл 16 йыл тула. Әҙәбиәт бүлегенә мөхәррир булып килгән ҡыҙ хәҙер реклама бүлеген етәкләй, музей эшен алып бара. Театрҙағы күп һанлы ҡағыҙ эше, документтар тултырыу уның ҡулы аша үтә. Шулай уҡ заман талабы булған интернет селтәре лә Әлфирә Рәүеф ҡыҙының иңендә: театр сайты, уның социаль селтәрҙәге төркөмө. Тамашасыларҙың театр репертуары менән таныш булыуы, премьералар тураһында мәғлүмәт алыуы ла туранан-тура уға бәйләнгән. Музей эше буйынса иһә тотош театр тарихын өйрәнергә лә тура килгән.
Әлфирә Рәүеф ҡыҙының театр донъяһына килеп эләгеүе осраҡлы килеп сыға. 2006 йылға тиклем яҙмышы Сибай ҡалаһы менән бәйле ҡыҙ (тәүҙә – ундағы гимназия-интернатта, аҙаҡ институтының филология факультетында белем ала) диплом алғас, Өфө ҡалаһына юл тота. Әммә мәктәпкә барырға батырсылығы етмәй: үҙе лә балалыҡтан сығып етмәгән, тәжрибә лә юҡ. Шул уҡ ваҡытта, филолог дипломы менән башҡаса ҡайҙа мөрәжәғәт итергә белмәй. Ахырҙа Өфө ҡалаһының Мәшғүллек үҙәгенә эш эҙләп бара һәм театрға хеҙмәткәр кәрәклеге тураһында иғланға юлыға. Быға тиклем Милли йәштәр театры барлығын гәзит-журналдарҙан ғына уҡып белгән йәш белгес ҡыйыуһыҙ ғына театр ишеген шаҡый. Текст яҙҙырып, хаталар төҙәттереп ҡарағандан һуң, Әлфирәне эшкә алалар.
– Уҡып белгән, телевизорҙа ғына күргән артистар менән аралашыу, улар менән бергә эшләү минең өсөн ғорурлыҡ ине. Тәүге осор бында эшләүемә ышаныр-ышанмаҫ ҡына йөрөнөм. Театр репертуары менән тынышыу өсөн көн һайын эштән һуң спектаклдәргә ҡала башланым. “Ғилмияза”, “Диләфрүзгә дүрт кейәү”, “Беҙҙең өйҙөң йәме” – иң яратҡан тамашаларыма әүерелде, унар тапҡыр ҡарағанмындыр, моғайын. Артистар менән гастролдәргә сығырға ла тура килгәне бар, йыш ҡына байрамдар ҙа бергә үтә. 16 йыл эсендә төрлөһө булды – һүҙгә лә килешеп китәбеҙ, аңлашылмаусанлыҡ та, кеше һүҙе лә була. Аңлап ҡабул итәм: эш мәлендә була торған хәл. Йәштәр театры оло бер ғаилә кеүек: ғәфү итәбеҙ ҙә, онотабыҙ ҙа, артабан бергә эшләйбеҙ. Хеҙмәттәштәрем дә ярҙам итергә әҙер генә торалар. Әлеге ваҡытта админстраторҙар менән тығыҙ бәйләнештә эшләйем – бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлап торабыҙ. Ә музейҙы әҙәбиәт бүлеге мөдире Рәзилә Ырыҫҡужина ярҙамы менән тергеҙҙек – был өлкәлә уның тәжрибәһе бар. Яйлап театрға эҫендем, эшемде ярата башланым. Ваҡытлыса ғына тип килгәйнем, хәҙер инде үҙемдең башҡа ерҙә эшләүемде күҙ алдына ла килтерә алмайым. Былтыр Башҡортостан театрҙарының әҙәбиәт, реклама, маркетинг бүлеге хеҙмәткәрҙәренә “Милли театр мәктәбе” мәғариф проекты буйынса “Заманса милли театрҙа менеджмент нигеҙе” йүнәлеше буйынса уҡыуҙар үтте. Миңә лә унда ҡатнашып, сертификат алыу бәхете эләкте. Уҡыу барышында лекция тыңлап ҡына ултырманыҡ, ә проекттар яҡланыҡ, тәжрибә тупланыҡ. Киләсәктә мөмкинлек булһа, ошондай уҡыуҙарҙа тағы ла ҡатнашыр инем, – ти үҙ эше тураһында Әлфирә Рәүеф ҡыҙы.
Милли йәштәр театры спектаклдәр генә ҡуйып ҡалмай, ә драматургияны, сәнғәтте үҫтереү буйынса төрлө саралар үткәреп тора. Һуңғы йылдарҙа унда “АРТылыш” фестивале, “Замандаш” театраль белем биреү сараһы ойошторолдо. Шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһының проекттары буйынса ҡуйылған спектаклдәр декадаһында ла йыл һайын ҡатнаша, республиканың башҡа театрҙарын ҡабул итә. Был эштәрҙе театр хеҙмәткәрҙәре, шул иҫәптән реклама бүлеге лә берҙәм көс һәм тырышлыҡ менән йырып сыға.
Яратҡан эш тормошто йәмләп, килем килтереп кенә ҡалмай, ә бәхет тә бүләк итә. Быға Әлфирә үҙе лә инанды – ул яҙмышын ошо театрҙа эшләүсе актер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмзил Сәлмәнов менән бәйләп, ғаилә ҡорҙолар. Үтеп киткән 2022 йыл йәштәр өсөн шуныһы менән дә иҫтә ҡалырлыҡ булды.
Быйыл театр үҙенең 33-сө ижад миҙгелен асты. Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғабдулла Ғиләжев нигеҙ һалған театр тарихына күҙ һалғанда, сәнғәт өлкәһендә тәрән эҙ ҡалдырған талантлы шәхестәр исемлегенә юлығаһың. Башланғыста тороусы Олег Ханов, Әхтәм Абушаһманов, Сәүиә Сираева, Ринат Басариев, Фирҙәт Ғәлиев, Илсур Хәбиров һәм башҡа мәшһүр сәнғәт әһелдәренә лайыҡлы алмаш килеүе шатландыра. Әйткәндәй, улар менән сағыштырып, инде 15 – 20 йыл эшләүсе актерҙарҙы һаман да “йәш” тип атайбыҙ беҙ. Ә бит үҙҙәре йәш булһа ла, тәжрибәһе һәм хеҙмәте менән күптән лайыҡлылар араһында булған артистар ҙа бар бында. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рәмзил Сәлмәнов – шундайҙарҙың береһе. Уның исеме театр һөйөүселәргә яҡшы таныш: театрҙың ике труппаһында ла күпселек спектаклдәр уның ҡатнашлығында үтә. Һуңғы йылдарҙа беҙ уны башлыса төп ролдәрҙә күрәбеҙ – Хужа Насретдин, Джордж Шнайдер, Мостафа, Табип, Хикәйәсе... Республикабыҙҙа ғына түгел, ә тотош ил театр сәнғәтендә шундай күренеш бар: актер үҙен уңышлы итеп бер амплуала күрһәтһә, артабан режиссерҙар уны тик ошо юҫыҡта ғына ҡуллана. Был актерҙарҙың үҙенә лә оҡшай башлай – эҙләнергә, үҙ өҫтөңдә эшләргә, бер сиктән икенсеһенә һикерергә кәрәкмәй. Хатта йылдар буйы бер интонация, ҡараш, мимика менән уйнағандар бар. Ә Рәмзилгә был ялҡытҡыс күренеш хас түгел. Уға тапшырылған ролдәр төрлө характерҙа, йәштә. Үҙе лә эҙләнеүсән: ябай ғына роленә лә яуаплы ҡарап, өйрәнә, мөмкинлек булғанда авторҙар менән аралаша.
Хужа Насретдинды беҙ мәрәкәсе, шаян һүҙ оҫтаһы тип кенә беләбеҙ. Ә Леонид Соловьев әҫәре буйынса ҡуйылған “Хужа Насретдин мажаралары” спектаклендә Рәмзил уйнаған төп образ тамашасы алдына тормош күренештәре тураһында уйланған, бер аҙ яңғыҙлыҡтан талсыҡҡан философ булараҡ баҫа. Шулай уҡ Бусыгин (Александр Вампиловтың “Өлкән улым”) образы ла тап Рәмзил Сәлмәнов уйнауында Өфө тамашасыларының күңелендә уйылып ҡалғандыр. Бер бәләкәй генә шаярыуҙың тотош ғүмерҙе, кеше яҙмышын үҙгәртер көскә эйә булыуын аңлатҡан спектаклдә иң ауыр һәм ҡатмарлы образды уйнай алырлыҡ өлгөргән актер булараҡ танытты ул үҙен.
– Бөгөнгө уңыштарым өсөн үҙемдең театрыма рәхмәтлемен. Кемдеңдер таланты ярылып ятһа, кемдәлер ул яйлап, эшләй-эшләй асыла. Мин иһә икенсе осраҡҡа ҡарайым. Диплом спектаклдәрен ҡарағас, ҡайһы бер студенттарҙы бер нисә театрға саҡырҙылар. Миңә ундай тәҡдим булманы. Әгәр беҙҙең курс Милли йәштәр театры өсөн махсус йыйылмаһа, бәлки, эшкә лә ҡабул ителмәҫ инем. Оялсан, бер аҙ ғәмһеҙ, ҡыйыуһыҙ егет инем. “Бынан да артист сығырмы икән?!” – тип аптыраусылар ҙа булды. Беҙҙең театрҙың яҙылмаған законы бар ине – “Кәлиф Аист” әкиәтендә сәхнә аша фил үтеп китә. Ғәҙәти ҙур йәнлекте яңы эшкә килеүсе ике артист һынландыра. Иң йәше – артта, бер аҙ эшләгәне – баш. Минең дә эш тәжрибәм ошо филдән башланып китте. “Амазонкалар” спектаклендә Зәбир роле тәүге етди, һүҙле ролем булды. Артист булараҡ, уңыш ҡаҙаныу, билдәлелек яулау өсөн тырышлыҡ һәм ныҡышмаллыҡ кәрәк икәнен аңлай инем. Был йәһәттән миңә күп уҡыуым ярҙам итте – бала саҡтан әҙәбиәт яраттым. Ғүмере буйы уҡытыусы булып эшләгән әсәйем беҙҙе һәр ваҡыт китапҡа ылыҡтырҙы. Икенсенән, хеҙмәттәштәрем – Нәғим Нурғәлин, Илсур Хәбиров, Венер Камалов һәм башҡа ағайҙар һәр ваҡыт йәштәргә терәк булып тора. Тормош ауырлыҡтарында ла, сәхнәлә лә кәңәштәре менән ярҙам итәләр. Бигерәк тә Нәғим ағай менән яҡынбыҙ, ни тиһәң дә, яҡташтар бит беҙ – Әбйәлилдәр! – ти йылмайып актер. – Сәхнә ҡыйыулыҡ, ихласлыҡ, ныҡышмаллыҡ тәрбиәләне. Хәҙер миндә бер генә ҡурҡыу бар: ролемде насар уйнап, тамашасылар ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо менән ҡайтып китмәһен. Йыш ҡына минән: “Һин гел төп ролдәрҙә уйнағас, бәләкәйҙәрен уйнағың да килмәйҙер?” – тип һорайҙар. Улай түгел. Биш минутлыҡ роль дә – эш, уны намыҫ менән башҡарырға тейешбеҙ. Ҙур-бәләкәйгә ҡарап, илке-һалҡы мөнәсәбәттә булһаҡ, спектакль килеп сыҡмаясаҡ.
Тәүге осорҙа саҡырыуҙар булмаһа ла, танылыу яулай башлағас, Рәмзил Сәлмәновҡа тәҡдимдәр күп. Бөгөн ул радиола йә диктор, йәки башҡа театрҙа актер булып эшләүе мөмкин ине. Хатта Тунджер Джюдженоглуҙың “Лавина” спектакленән һуң уны режиссер Линас Зайкаускас Омск ҡалаһындағы “Бишенсе театр”ына ла эшкә саҡыра. Әммә актер эш биргән, үҫтергән, ҡанат нығытҡан Милли йәштәр театрына тоғро ҡала.
Үҙенең әҙәбиәт яратыуы тураһында ул үрҙә әйтеп үткәйне инде. Театр уны тәржемәсе булараҡ та асты. Бөгөн йәштәр театрында Рәмзил Сәлмәнов тәржемәһе буйынса “Икенсе бүлек” (Нил Саймон), “Мөхәббәт хаҡында легенда” (Нәзим Хикмәт) һәм “Хужа Насретдин мажаралары” (Леонид Соловьев) спектаклдәре бара. Сит ерҙең менталитетын сағылдырған, сит телдә ижад ителгән әҫәрҙәр буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙе ҡабул итеүе ауырыраҡ. Әммә Рәмзилдең ябай, әҙәби телмәрҙәге тәржемәһе был спектаклдәргә яңы һулыш өҫтәгән кеүек. Әйткәндәй, ошо тәржемәләр актерҙың Әлфирә Ҡәйепҡолова менән дуҫлығына нигеҙ булып торған да инде. Ул “Икенсе бүлек” пьесаһанаң тәржемәһен элеккесә аҡ ҡағыҙға ҡәләм менән яҙып эшләй. Ә әҙер тексты комьютерҙа йыйыу өсөн егет ҡыҙҙан ярҙам һорай. Спектакль менән репетициялар араһында йәштәр ҡағыҙ эше менән булыша. Яҡындан аралашыу дуҫлыҡҡа илтә, артабан һөйөү уты ла тоҡана.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүге ғаиләм тарҡалды. Римма менән тауыш-тынһыҙ, ике яҡтан килешеү менән айырылһаҡ та, күңелдә борсолоу йәшәне. Артабан яҙмышым нисек булыр, балаларым менән һирәк аралашыу уларға ниндәй йоғонто яһар, тигән уйҙар тынғы бирмәне. Ҡабат өйләнеү тураһында уйламаным, сөнки ҡатын-ҡыҙҙар иренең тәүге никахтағы балалары менән аралашыуына йыш ҡына ҡаршы төшә. Ә мин яҡындарым менән араны өҙөргә теләмәйем. Әлфирә менән иһә бер осорҙараҡ эш башлаһаҡ та, бер-беребеҙҙе яҡындан белмәнек. Кешеләргә аралаша башлау өсөн сәбәп кәрәк бит. Ул, филолог булараҡ, тәржемә буйынса кәңәштәрен әйтә ине. Төҙәтеүҙәрҙе лә һаҡ ҡына итеп, тәҡдим булараҡ еткерә белеүе оҡшаны. Ижад кешеһенең күңеле нескә бит, ҡайһы саҡта кәйефте төшөрөргә уйламай әйтелгән бер һүҙ ҙә етә. Шулай итеп, Әлфирә менән ҡыҙыҡһына башланым, дуҫлыҡ тәҡдим иттем. Әммә ғаилә ҡорорға ашыҡманым. “Үткәндәргә көнләшмәйҙәр. Балаларың менән аралашырға тейешһең”, – тигән һүҙенән һуң, уның да мине ихлас яратыуын аңланым. Ғаилә ҡорғанда мөхәббәт ике яҡтан да булыуы мөһим. Берең яратып, икенсең яратмай икән – тормош барып сыҡмаясаҡ. 2022 йылды ҡаршы алғанда Баймаҡ районы Моҡас ауылына, буласаҡ ҡайны-ҡәйнәмдәр менән танышырға, өйләнергә рөхсәт һорарға барғайным, быйылғы йылды беҙ никахлы ир менән ҡатын булып ҡаршы алдыҡ, – тип шатлығы менән бүлешә Рәмзил.
Бала саҡтан фильмдар ҡарап, китаптар уҡып, романтик рухта тәрбиәләнгән күңелебеҙ менән беҙ йыш ҡына мөхәббәт хисен тәү ҡараштан уяна тип уйлайбыҙ. Ә белгестәр, психологтар әйтеүенсә, тәү ҡараштан ике кеше араһында бары тик оҡшатыу һәм ҡыҙыҡһыныу ғына барлыҡҡа килә. Ысын хистәр ваҡыт менән һыналып, нығынып барлыҡҡа килә. Ихтирам, хөрмәт, бер-береңә ярҙам итергә тырышыу, юл ҡуйыу, кешене нисек бар шулай ҡабул итеү һәм башҡалар – бәхеттең мөмкинлектәре лә, ҡапҡалары ла күп. Сәлмәновтарҙың һөйләүенән шуны аңланым – улар бер-береһенә ошо ҡапҡалар аша килгән.
– Оҙаҡ йылдар бергә эшләгәс, театрҙағы һәр кемдең характерын белеп бөтәһең. Мин һәр ваҡыт Рәмзилдең кешелекле булыуын, тырышлығын, алға ынтылышын хөрмәт иттем. Актер булараҡ та оҡшай ине. Ҡайһы бер кеше менән аралаша башлағас ҡына, уның барлыҡ булмышы асыла. Һәйбәт тип йөрөгәнең – насар, йәки киреһенсә булыуы бар. Сәхнә кешеһе бигерәк тә, сөнки улар һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә – матур һөйләшергә, йылмайырға, эмоцияларын күрһәтмәҫкә өйрәнә. Күптәр уларҙың сәхнәләге образына, кеше араһында үҙен тотошона ғашиҡ булып яңылыша. Һәр кемдең өйөндә йәки яҡын кешеләре араһында ғына ысын йөҙө асыла һәм ул күп осраҡта сәхнәләге “йондоҙ”ҙан айырмалы була. Шуға ла Рәмзил менән аралаша башлағанда, оҙаҡ ҡына “көтөү” режимы менән йәшәнем: ниндәй кире яғы бар икән уның? Аллаһҡа шөкөр, күңел ҡалдырырлыҡ холҡо юҡ. Кешеләргә ҡарата ихтирамлы, ярҙамсыл, эштә лә, өйҙә лә тырыш, тыныс, эш белә. Алдашыу, көнләшеү хистәре унда бөтөнләй юҡ. Мин дә артист ҡатыны булырға өйрәнеп бөттөм: премьера алдынан уны юҡ-бар мәсьәләләр менән борсомайым, иғтибар һорап теңкәһенә теймәйем. Сөнки роль сығарған ваҡытта уларҙың тәне лә, йәне лә шундағы ваҡиғалар янында була. Тамашасылар иғтибарынан да көнләшергә ярамай, билдәлелек булмаһа, артист һөнәренең мәғәнәһе лә булмаҫ ине. Ҡыҙҙар буласаҡ ирен атаһына оҡшатып һайлай, тигәнендәренә элек ышанмай инем. Хәҙер Рәмзил менән атайымды ҡарап ултырам да, аптырап ҡуям: көлөүҙәре, һөйләштәре, фекер йөрөтөүҙәре шул тиклем тап килә. Хатта йөҙгә лә оҡшаш яҡтары бар икән, – тип әңгәмәгә ҡушыла Әлфирә.
Йортта ла, эштә лә бергә булған Сәлмәновтарҙы ҡауыштырыусы – ул мөғжизәле театр донъяһы. Исеме үк әйтеп тороуынса, йәштәр театры. Бында эшләүселәр төрлө йәштә булыуға ҡарамаҫтан, күңелдәре, хистәре менән һәр ваҡыт йәшлек мәлендә ҡала. Һәр кем үҙенең барыр юлын үҙе һайлай. Кемдер ҡанат нығытҡан ояһынан ситтә йәшәүҙе хуп күрә, кемдер бейегерәккә осорға теләй. Ә Рәмзил менән Әлфирә башланғыстарына тоғро ҡалып, Милли йәштәр театрына оҙаҡ йылдар хеҙмәт итергә ниәтләй. Уларға бары тик ижади уңыштар, ғаилә именлеге, бәхетле ғүмер теләйек.
Гөлнур ҠЫУАТОВА.