Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

”Ғәҙәттәремдең үҫешемә булышлыҡ итеүен теләйем”

Тәү ҡарашҡа «уҡытыусы икәнең йөҙөңә яҙылған» тип әйтерлек тә түгел. Әммә уның менән һөйләшкәндән һуң уҡы­тыу­сының ниндәй булырға тейешлеге күҙ алдына баҫа кеүек.

”Ғәҙәттәремдең үҫешемә булышлыҡ итеүен теләйем”
”Ғәҙәттәремдең үҫешемә булышлыҡ итеүен теләйем”

Йәштәр араһында уҡытыусы һөнә­ренә эйә булып та, был йүнә­лештә эшләүҙән баш тартҡандарҙы йыш осратабыҙ. Журналыбыҙ тышлығын йәмләгән мөләйем ҡыҙ иһә үҙ һөнәренә тоғро. Башҡорт дәүләт педагогия университетының физика һәм математика факультетын тамам­лап, әле Ханты-Манси ҡалаһында эшләп йөрөгән Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы ҡыҙы Нәркәс ИРМӘ­КО­ВА­ны Башҡортостанға отпускыға ҡайт­ҡан мәлендә тап иттек. Тәү ҡарашҡа «уҡытыусы икәнең йөҙөңә яҙылған» тип әйтерлек тә түгел. Әммә уның менән һөйләшкәндән һуң уҡы­тыу­сының ниндәй булырға тейешлеге күҙ алдына баҫа кеүек.

Уҡытыусылыҡ – Хоҙайҙан, ти күптәр. Ул һөнәр ҙә түгел, ә тәғәйенләнеш. Ысынлап та, уҡытыусыла сикһеҙ сабырлыҡ та, талапсанлыҡ һәм йомшаҡлыҡ та, ышана белеү һәм үҙеңә ышандырыу һәләте лә булырға тейештер. Һәр яҡтан өлгө күрһәтеү зарур. Был еңелдән бирелмәй, әлбиттә. Сөнки уҡытыусы балаларға ғүмере дауамында ҡуллана алырлыҡ оҫталыҡҡа эйә булырға ярҙам итә. «Эйе, бының өсөн ҡайҙалыр уҡып сығыу ғына түгел, һәләт тә кәрәк. Бөтөн кеше лә уҡытыусы була алмай. Үҙемә килгәндә инде, уҡытыусылыҡ – минең ҡанымдалыр, сөнки атайым, атайымдың әсәһе – уҡытыусылар, – тип башланы һүҙен Нәркәс. – Был һөнәрҙе ысынлап та уның тәғәйенләнеше, ә үҙен остаз, кәңәшсе итеп тойғандар ғына һайлаһа яҡшы.
Әсәйем кеүек табип булырға ла теләк бар ине. Әммә яҙмыш ҡушыуылыр, педагог булырға яҙҙы. Балаларҙы яратам, шуға ла эшем бик оҡшай. Ғөмүмән, уҡытыусы өсөн иң мөһиме – тормошҡа һөйөү һәм балаларҙы яратыуҙыр, – тип ихлас йылмая әңгәмәсем. – Һөнәр һайлауыма шулай уҡ донъяны танып-белергә ярҙам иткән үҙемдең уҡытыусыларыма бурыслымын. Әммә ул ваҡытта һөнәремдең ниндәй яуаплы икәнен аңлап бөтмәгәнмен. Уҡыусыларға белем биреү менән бер рәттән үҙем дә күп нәмәгә өйрәндем.
Мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән, коррекцион йүнәлештәге мәктәптә эшләйем, ҡайһы берәүҙәренең өйҙәренә йөрөп уҡытырға тура килә. Тәүге айҙа ауырыраҡ булды, әлбиттә, һуңынан өйрәнеп китәһең, балалар ҙа һиңә ылыға. Зәғиф балаларҙы яҡындан күргәнем юҡ ине, йөҙгә-йөҙ осрашҡас, күҙ йәштәрен күрһәтеп ҡуймайым тип ҡурҡҡайным, аҙаҡ өйрәнеп киттем. Шул тиклем асыҡ, эскерһеҙ балалар! Кешеләрҙе ихлас яраталар. Уларға аралашыу, иғтибар, дуҫтарса мөнәсәбәт етмәй. Уҡытыусының килгәнен түҙемһеҙләнеп көтөп ала улар, – тип бүлешә тәьҫораттары менән йәш уҡытыусы.
Уҡытыусы белем биреп, танып-белеү һәләтен үҫтереп, мәғлүмәт еткереп кенә ҡалмай. Шәхес тәрбиәләүҙә лә йоғонтоһо ҙур уның. Баланы үҙ аллы эҙләнергә, мәғлүмәт үҙләштерергә, һығымта яһарға ла өйрәтә. Уҡыусылар, тәрбиәләнеүселәр ниндәй генә мөнәсәбәт күрһәтмәһен, уларға ҡарата дуҫтарса мөғәмәлә булып ҡалыу талап ителә торғандыр. Шулай уҡ төрлө хәлдәрҙән сыға белеү, уҡыусыларҙы баҫмай ғына конфликтты яйға һалыу һәләте булыуы яҡшы. Формаль һәм формаль булмаған аралашыу, уҡыусылары өсөн ысын дуҫ була белеү, ышаныс тыуҙырыу мөһим.
«Уҡыусыларымдың ҡай саҡ дәрескә әҙер килмәүҙәрен дә, яуап бирергә теләмәүҙәрен дә, шаяртыуҙарын да аңлап ҡабул итәм, баҫырға тырышмайым. Балаға ҡыйын икәнен күрһәм, икеле ҡуйырға ҡулым бармай. Күңелдәрен рәнйеткем килмәй. Аҙаҡ, дәрес һуңынан, айырым саҡырып һөйләшәм. Ғәҙәттә, ғаиләләрендә ниндәйҙер хәл булғаны асыҡлана. Икенсе дәрескә мотлаҡ әҙерләнеп киләләр. Бигерәк тә үҫмерҙәрҙе күп уҡытам, ә улар менән бигерәк һаҡ булырға кәрәк.
Белем биреүҙән тыш, балаларға яҡшы мөнәсәбәт күп нәмәне хәл итә. Дәрескә һөйөү, уҡытыусыға ихтирам уяналыр, минеңсә. Элек үҙебеҙ ҙә йәшереп кенә күсерә инек, уҡытыусы күрмәй тип уйлайһың. Хәҙер ҡарайым да, көлкө килә – барыһы ла күренә икән, – тип йылмая әңгәмәсем. – Өлкән уҡытыусылар, балалар уҡымай, уларға бер нәмә лә кәрәкмәй, тип зарланырға ярата. Ә мин иһә балалар яғындамын. Уҡыусыларҙы ылыҡтыра, уларҙың телендә һөйләшә белмәйҙәр, күрәһең. Хәҙерге балалар бит бөтөнләй башҡаса фекерләй, – тип дауам итә һүҙен Нәркәс. – Дәрестә ялҡауланып ултырһалар ҙа, иғтибарҙы уға йүнәлтмәйем, әммә киләһе дәресте ҡыҙыҡлыраҡ итеү хаҡында уйланам, эҙләнергә сәбәп була. Шулай уҡ балаларҙың бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалырға ярамай. Теге йәки был фәнгә бөтөнләй барымы, һәләте булмауы ихтимал. Үҙенә оҡшаған йүнәлештә үҫтереү отошлораҡ, миңә ҡалһа. Кемгәлер таҡтаға сығып бер мәсьәлә эшләү ҙә ҙур еңеүгә тиң. Һәләте булмаған хәлдә лә кешенең тырышҡанын күреп баһалайым, күңелдәрен күтәреү яғын ҡарайым. Беҙҙең эштә дәртләндереү иң мөһим ысулдарҙың береһелер. Тамырынан өҙөргә ярамай. Физик кәмселекле булғандар 4-кә, 5-кә уҡырға һәләтһеҙ, тип фекер йөрөткән уҡытыусылар ҙа бар. Ундайҙарҙы аңламайым», – тип борсолоуҙарын да белдерҙе йәш белгес.
Уҡытыусы өсөн заман менән бергә атлау мөмкинлеген күҙ уңында тотоу ҙа шарт. Был йәһәттән өҫтәлмә белем алыуға ынтылыш, камиллашыуға әҙер булыу кеүек сифаттар ҙа хас булырға тейештер.
«Үҙ өҫтөңдә эшләү – педагог эшенең айырылғыһыҙ өлөшө. Уҡытыусы үҙен тәрбиәләй алмай икән, балаларҙы ла тәрбиәләүе икеле, – тип нығыта фекеремде Нәркәс Рафаэль ҡыҙы. – Ғәҙәттәремдең минең үҫешемә, алға ынтылышыма булышлыҡ итеүен теләйем, әлбиттә. Оҫталығымды камиллаштырырға, алдыма ауыр ғына һынауҙар ҡуйып, шуларҙы атҡарып сығырға тырышам. Был миңә ышаныс өҫтәй. Тағы ла алға ынтылырға этәргес бирә. Үҙемә ышанысым кәмегәндә донъялағы иң яҡын кешеләрем – атай-әсәйем һәм дуҫтарым менән аралашам.
Буш ваҡытымды үҙем өсөн файҙалы үткәрергә тырышам. Үҙемде, донъяны танып-белеүгә арнайым. Ниндәйҙер яңы нәмәгә өйрәнәм, төрлө тренингтар, семинарҙарға йөрөйөм. Файҙалы фильмдар ҡарайым, китаптар уҡыйым. Әйткәндәй, иң яратҡан әҫәрем Булат Рафиҡовтың «Эйәрләнгән ат» исемле романы. Башҡорт әҙәбиәтенән тағы ла Талха Ғиниәтуллин, Рәшит Солтангәрәев, Рәми Ғариповтарҙы яратып уҡыйым. Әҙәби әҫәрҙәрҙән тыш психология һәм үҙүҫеш буйынса китаптарға өҫтөнлөк бирәм. Стивен Кови, Брайан Трейси, Робин Шарма, Роберт Кийосаки, Михаил Литвак, Даниел Койл китаптарын үҙ итәм. Улар кешене тәрәнерәк аңларға, ғөмүмән, кешенең үҫешенә, телмәрен байытыуға ныҡ ярҙам итә.
Йәнә үҙеңдең тәнеңә мөнәсәбәтең һинең хис-тойғоларыңа ла йоғонто яһай. Шуға ла йөҙөү, фитнес, гимнастика менән шөғөлләнәм. «Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух» тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит.
Уҡытыусы булараҡ, уҡыусыларҙа юғары мораль принциптар тәрбиәләй белергә, үҙҙәрен баһаларға, хөрмәт итергә, яуаплылыҡҡа, илһөйәрлеккә һәм эш һөйөргә өйрәтергә лә тейешһең. Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуға теләк уятыу һәм эргә-тирәләгеләренә ҡарата түҙемлелек тойғоһон үҫтереүгә айырым иғтибар йүнәлтеү зарур. Бының өсөн тәү сиратта үҙең үрнәк күрһәтергә бурыслыһың. Бүтәнсә юл юҡ».
Йәш уҡытыусы нимәгә әҙер булырға тейеш? Яңы сирҡаныс алған белгес булараҡ, Нәркәстең был йәһәттән дә фекерҙәрен ишетке килә. «Мәктәпкә йәштәр бик аҙ килә. Беҙҙең коллективта, мәҫәлән, нигеҙҙә, 40-50 йәшлек уҡытыусылар эшләй. Шул уҡ ваҡытта педагогик вуздар йылына әллә күпме уҡытыусы сығара. Бәлки, атай-әсәйҙәрен тыңлап барғандарҙыр уҡырға. Шуға ла, кемдеңдер әйтеүе буйынса ғына, күңелдәренә ятмаған һөнәр һайламаһындар ине, – ти Нәркәс Рафаэль ҡыҙы сығарылыш класс уҡыусыларына мөрәжәғәт итеп. – Алған белемеңде ҡулланып, тәжрибә туплап, ғүмер буйы оҫталығыңды арттырырға, камиллашырға бурыслыһың бит. Һәр кем ниндәйҙер файҙа килтереп йәшәргә тейеш. Ә уның өсөн яратҡан һөнәрең булыуы мотлаҡ. Сөнки күңел һалған эшең менән шөғөлләнгәндә генә ысын бәхет, ҡәнәғәтлек кисерәһең. Талантың һәм оҫталығың хәрәкәткә килә».
Уҡытыусы – бик яуаплы ла, ҡайһылыр осраҡта үҙеңде сикләргә лә мәжбүр иткән һөнәр. Уҡытыусылыҡ эше тормош рәүешенә, ҡараштарға йоғонто яһамай ҡалмайҙыр. Ошо хаҡта һүҙ ҡуҙғатам. «Яуаплы, әммә һығылмалылыҡ талап иткән һөнәр, – тип аныҡлай әңгәмәсем. – Талапсанлыҡ (тәү сиратта үҙеңә) та, ойоштороу һәләте лә кәрәк. Шулай ҙа, тәртип яғынан да, бүтәндәргә өлгө күрһәтә алыу йәһәтенән дә уҡытыусы булыу оҡшай. Йәнә киң белемле булырға, предметын яҡшы белергә тейеш. Кире осраҡта балалар алдында абруйың юғала.
Ҡараштарға килгәндә, ысынлап та, мәктәпкә килгәс донъяға ҡараш үҙгәрә, уйландыра. Физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән эшләү үҙе ҙур һабаҡ булды. Балаларға нимә етмәгәнен аңлай, тоя башлайһың».
Ҡайһы бер осраҡта балалар, һорауҙары, фекерҙәре, ҡылыҡтары менән, өлкәндәргә яҡшы ғына һабаҡ та биреп ҡуя. Был йәһәттән геройыбыҙға һабаҡ биреүсе булдымы икән? Һүҙҙе шул юҫыҡта дауам итәбеҙ. «Балалар шул тиклем эскерһеҙ, асыҡ күңеллеләр. Ваҡ ҡына әйбергә лә ҡыуана беләләр. Ғәфү үтенә белеүҙәре һоҡландыра. Энергиялары ташып тора. Шул яҡтан үрнәк алырға була».
Нәркәс Ирмәкованың шәхес булараҡ үҙен башҡаларҙан айырып торған сифаты, үҙ өҫтөндә эшләүе хаҡында ентекләберәк төпсөшәм. «Кешеләрҙе нисек бар, шулай ҡабул итәм. Юмор яратам. Ниндәй генә хәл килеп тыумаһын, унан сығыу юлдарын таба беләм. Маҡсатҡа ынтылыусанмын. Шулай ҙа ҡайһы саҡта хәлде үҙ ағышына ҡуйырға ла кәрәк. Хоҙай Тәғәлә йүнәлеш биреп ебәрә ул. Элек бушҡа ваҡыт үткәрә инем, хәҙер иһә һәр минуттың ҡәҙерен белеп эш итәм. Быларҙың һәммәһе лә тырышлыҡ, ныҡышмаллыҡ талап итә, әлбиттә. Шуға ла ихтыяр көсөн сыныҡтырыу зарур. Һәр яңы нәмәне башлап ебәреүе ауыр, ә аҙаҡ өйрәнеп китәһең һәм ғәҙәти итеп ҡабул итәһең. Файҙалы ғәҙәттәрҙе (мәҫәлән, көнөнә бер нисә минут спорт менән шөғөлләнеү йә булмаһа һыу эсеү һ.б.) үҫтерергә кәрәк».
Грек мифтарында Нәркәс (Наркис) үҙен яратҡан сибәркәй исеме. Ә беҙҙең һылыу үҙен яратамы икән һәм яратыу тигәндә нимәне күҙ уңында тота? Һүҙебеҙ шул йүнәлешкә боролош ала. «Аллаһ беҙҙе нисек итеп яралтҡан, үҙеңде шулай ҡабул итергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта үҙ өҫтөңдә эшләү: интеллектуаль йәһәттән, физик яҡтан үҫтереү мотлаҡ. Һүҙең – яҡшы, йөҙөң яҡты булһын, тигәндәй, үҙ-үҙең менән гармонияла йәшәү, камиллашыу, кеше менән аралаша белеү, рәхмәтле булыу – яратыу билдәһелер.
Кәйеф булмағанда, мәҫәлән, ул тойғонан тиҙерәк ҡотолоу зарур. Үҙем, мәҫәлән, бындай саҡта үҙүҫеш буйынса китаптар уҡыйым, көндәлек яҙам, йөҙәм. Сөнки кире кисерештәр аңыңа ла, тәнеңә лә насар йоғонто яһай. Ә үҙен яратҡан кеше быға юл ҡуймаясаҡ. Бөгөнгө көн менән йәшәргә, тап әлеге мәлдән ҡәнәғәтлек алырға кәрәк. Хаталарҙы ваҡытында танып, төҙәтергә һәм киләсәкте яҡшыраҡ итергә тырышыу зарур. Бер йырҙағыса: «үткән менән киләсәк араһы бер мәл генә, тап ул тормош тип атала!»
Ошондай һылыу менән матурлыҡ тураһында һөйләшмәһәк яҙыҡ булыр ине, моғайын. «Матурлыҡ – тәү сиратта күркәм холоҡ: яҡшы күңеллелек, ярҙамсыллыҡ, кешелеклелек, матур уйҙа булыу. Тәбиғәттән, хозурлыҡтан көс, энергия алып йәшәү».

Үҙен бәхеткә лайыҡлы тип иҫәпләй Нәркәс. Ә бәхетле булыр өсөн кемделер бәхетле итеү зарур, тигән инаныс менән йәшәй. Киләсәктә Башҡортостанға ҡайтырға тигән уйы ла юҡ түгел. «Минең балаларым башҡорт телен белергә тейеш!» – булды уның һүҙе әңгәмә һуңында.

Ләйсән ШӘРИПОВА.

Автор:
Читайте нас: