Студент саҡта тарих факультетында уҡып йөрөгән бик тырыш, аҡыллы, һылыу Ленаны белә инем, аҙаҡҡа табан математик һөнәрен алып йөрөүсе һеңлеһе Лилиә менән таныштым. Ул да маҡсатына ынтылыусан, бөхтә, ипле сибәркәй булып хәтеремдә ҡалған. Шул ваҡытта уҡ ошондай ҙа шәп ҡыҙҙар ниндәй тәрбиә алды, ата-әсәһе кемдәр икән тип уйлап ҡуя инем. Яңыраҡ үҙем өсөн матур ғына бер асышҡа юлыҡтым: был ҡыҙҙар өсәү икән! Кинйәкәйҙәре Светлана ла апайҙарына оҡшап егәрле, бөтмөр, һөйкөмлө, яғымлы… Тап беҙҙең журнал тышына лайыҡ һылыуҡай! Һөнәре лә үҙенсәлекле – стюардесса! Мәскәүҙә “Себер” авиакомпанияһында эшләй ул.
Светлана үҫмер сағында журналыбыҙ тышында сыҡҡан Айгөл Исмәғилева исемле стюардессаның фотоһын күреп ҡала, уның хаҡында интервьюны йотлоғоп уҡый һәм бер нәмәне аңлай: ул да ошо һөнәр эйәһе буласаҡ! Әммә маҡсатына нисегерәк өлгәшерен аныҡ ҡына белмәй әле. Был буй етмәҫ хыял кеүек тойола. БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының сит телдәр бүлегендә уҡып йөрөгәндә үҙенән өлкәнерәк курстағы бер ҡыҙҙың стюардесса булып киткәнлеген ишеткәс, ысынбарлыҡҡа тап килгән ниәттәр менән яныуын төшөнә. Зәңгәр күк киңлектәрендә гиҙер өсөн ике башлы булыу кәрәкмәйҙер бит?! Әммә күңеле теләгән йүнәлеш буйынса юл ярырға инглиз телен белмәүе ҡамасаулай. Светлана немец теле бүлегендә уҡыған шул… Был хыялға ҡул һелтәп ҡуйыу өсөн һәйбәт кенә аргумент. Ни эшләргә? Кәрәк тирәкте йыға, тиҙәр. Кәрәк булғас, ике йыл буйы инглиз теле курстарында ентекләп тел өйрәнә ҡыҙ. Немец телен тәрәндән төшөнгәс, икенсе сит тел бик ауыр бирелмәй. Ул арала тик кенә ятмай һылыу, балалар баҡсаһында ла эшләп өлгөрә (иҫе китеп бала ярата ул! Апайҙарының сабыйҙарын уйнатып, һөйөп туймай). Мәскәүгә барырға мөмкинлек тыуғас та шунда юллана. Тел камиллаштырыуын дауам итә, төрлө урындарҙа эшләп тә ала. Һәм... ниһайәт! Ҡыҙ авиакомпанияларға резюме ебәрә башлай. Тәүҙә телефон аша һөйләшеп баһалайҙар, шунан һуң ғына әңгәмәгә саҡыралар икән. Йылы май кеүек йомшаҡ, яғымлы тауышлы, йылмая һәм матур итеп һөйләшә белгән тыйнаҡ ҡыҙҙы оҡшатып, эшкә алалар.
Беренсенән, рухлы булыу...
– Мин милләтсе түгел, әммә рухлымын. Үҙ телендә һөйләшмәгәндәрҙе, унан оялғандарҙы аңламайым. Мәктәптәрҙә телебеҙҙең аҙ өйрәнелеүе борсой. Әсәйемдәр һәр ваҡыт гәзит-журналдарға яҙылды, үҙ телебеҙҙә уҡып үҫтек. Алла бирһә, буласаҡ тормош иптәшемдең нәҡ мосолман булыуы мөһим. Шулай уҡ, әлбиттә, уның менән беҙ тап килеп торорға тейеш. Ниңәлер үҙем дә һиҙмәҫтән атайыма оҡшағанды һайлармын кеүек. Уның һымаҡ юғары мәҙәниәтле, аҡыллы, ышаныслы...
Әммә Светлананың төҫ-ҡиәфәтенә, үҙен тотошона ҡарап, ауылдан сыҡҡан башҡорт ҡыҙы тип уйламайҙар ҙа икән. Гел бүтән стюардессаларҙың ҡайҙан икәнлеген һорашалар, ә унан белешеүсе юҡ. Ҡыҙ күпмелер ваҡыт аптырап йөрөгән дә: “Ә минең тыуған яғым ҡыҙыҡһындырмаймы ни?” – тип әйткән. Бөтәһе лә: “Ҡайҙандыр килдеңме ни, беҙ һине Мәскәү өлкәһенең берәй ҡалаһынан да алыҫтан түгелдер, тип уйланыҡ”, – тип ғәжәпләнгән. Һылыу ғорурланып үҙ - Башҡортостаны хаҡында һөйләгән. Ғөмүмән, ул бер ерҙә лә илен дә, милләтен дә йәшермәй.
Икенсенән, йыр-моңға һөйөү, күңел
нескәлеге...
– Мәскәүҙә рус ҡыҙҙары менән йәшәһәм дә, рәхәтләнеп йырлап ебәрәм. Башҡортса көй ҡуям да моңланып алам. Ҡыҙҙар өйрәнеп бөттө инде. Мәктәптә уҡығанда ла барлыҡ сараларҙа ҡатнашып йөрөнөм, сәхнәнән төшмәнем, тиергә лә мөмкин. Шулай уҡ Испания булһынмы, Италия, Германиямы, үҙ тыуған илемдә лә ҡулымда һәр саҡ фотоаппарат: пейзаж күренештәрен, тәбиғәтте мәңгеләштереп ҡалырға ашҡынам. Әхирәттәрем, “һинең фотоларыңды өйрәнеп кенә лә ниндәй кеше икәнлегеңде белеп була”, тиҙәр. Йәнлектәр яратам. Бәләкәйҙән бесән эшләп, һыбай йөрөп үҫкәнгәме, аттар күрһәм, тыныс ҡала алмайым.
Өсөнсөнән, асыҡ күңеллелек…
– Эшем аралашыусанлыҡ, кешенең хәленә инә белеү, аңлау кеүек сифаттарҙы талап итә. Төрлө сетерекле хәл-ваҡиғаларҙан оҫта ғына сығыу кәрәк. Күҙ теймәһен, был йәһәттән барыһы ла Аллаға шөкөр, эшем уң бара, уҫал пассажирҙар эләкһә лә, ауыр һүҙ әйткәндәре булманы.
Ә тормошта миңә асыҡ күңелле кешеләр оҡшай. Аҫтыртындарҙы яратмайым. Әсәйем бәләкәйҙән ошолай өйрәтте: нимә менәндер ҡәнәғәт түгелһегеҙ, йә берәй күңелегеҙгә ятмаған хәл килеп тыуҙы икән, үҙегеҙҙә тотоп, йәшерен асыу һаҡлап йөрөмәгеҙ, барыһын да уртаға һалып, күҙгә ҡарап һөйләшә белегеҙ. Ошо аҡыл мәңгегә хәтергә һеңгән шикелле. Хәҙер бөтә ерҙә лә асыҡтан-асыҡ килешеп, аңлашып ҡуйыу яҡлымын, ниҙелер эстә тотоп, үпкәләп йөрөй алмайым һәм эргәмдәгеләр ҙә шундай булһа, икеләтә еңел.
Дүртенсенән, тәрбиәлелек…
– Һауала саҡта пассажирҙар араһынан бер сит ил кешеһе кейәүгә сығырға тәҡдим яһағайны. Бөтә кеше алдында тубыҡланып, ҡулымды һораны. Барыһы ла ҡул сапты, һеҙ ризамы, тип ҡыҙыҡһындылар. Мин шул тиклем оялдым. Әммә үҙемде тиҙ генә ҡулға алдым. Матур итеп йылмайып, риза йәки түгел, тип әйтеү килешмәҫ, әммә йәш кешенең шансы бар, тип ҡотолдом. Аҙаҡ өлкән бортпроводник был хәлде рәткә һалды. Ғөмүмән, эштә төрлө мәлдәр булыусан. Ниндәй генә осраҡта ла иң тәүҙә йылмаям. Ярһып киткән кешене лә, борсолғанды ла яғымлы мөнәсәбәт тынысландыра. Шуға күрә, минең ҡоралым – йылмайыу, тип ихлас әйтә алам.
Бишенсенән, саялыҡ…
– Атайым тыныс, мәҙәниәтле кеше булһа, әсәйем һылыу ҙа, телгә лә оҫта, бер ваҡытта ла юғалып ҡалмай. Апайымдар ҙа шундай минең, ә Азамат ҡустым атайыма оҡшаған. Әсәйем менән беҙ бер-беребеҙҙе нығыраҡ аңлайбыҙ. Бәләкәй саҡта, бөтәһе лә Дамировна бит, ә мин, Шәүрә ҡыҙы булам, тип көлдөргәнмен. Әсәйемә оҡшап, үткерлегем дә бар, аралашыусанмын.
Бөтәһе лә, көн дә самолетта осорға ҡурҡмайһыңмы, тип ҡыҙыҡһына. Мин башымда насар уйҙар йөрөтмәйем, сөнки уларҙы уйлаған һайын ысынға әйләнеүе ихтимал. Шулай уҡ бер ҡасан да “бисмилла”мды онотмайым.
Әбйәлил районы Буранғол ауылында тыуып-үҫеп, Мәскәүҙә эшләгән, айына йөҙләгән ил гиҙгән, көн һайын планетаның әллә күпме милләт вәкилдәре менән аралашҡан йәш кенә, ябай ғына башҡорт ҡыҙының бихисап матур сифаттарын белеү оло ғорурлыҡ һәм шатлыҡ тойғолары уята. Уның кеүек хыялын йүгәнләй белгән, сая һәм итәғәтле һылыуҙарыбыҙ күберәк булһын ине.
Гөлсинә БАЙҒУЖИНА.