Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Мин бәхетле

Кейәүгә сыҡ­ҡас, бөтөнләй үҙ­гәр­ҙем, хатта үҙем дә бер аҙ аптырап ҡалдым. Тор­мошом ике өлөш­кә бүленде лә ҡуй­ҙы: кейәүгә сыҡ­ҡан­ға тиклем һәм хәҙер.

Мин бәхетле
Мин бәхетле

Журналыбыҙҙың тышын биҙәгән һылыу­ҡай – Алһыу Мәҡсүт ҡыҙы Суфиянова. Ул «Рәсәй» телеканалы мил­ли тапшы­рыу­ҙары алып барыу­сы­һы. Ғафури районы Усман ауы­лын­да тыуып-үҫкән сибәркәй һәр ши­шәм­бе һәм йома иртәнге сәғәт­тәр­ҙә «Ауаз»да сәләмләһә,
кесе йома уны «Ихлас
кү­ңелдән» тапшырыуында күрергә мөм­кин.

– Идеаль ҡатын-ҡыҙ образы ниндәй ул, һинең ҡа­ра­маҡҡа? Тормош юлында өлгө булырҙай кешеләрҙе осраттыңмы? Әллә үҙеңдең юлыңды, ҡабатланмаҫ образыңды тыуҙырып йәшәүселәр­ҙәнме һин?
– Сибәр ҡатын-ҡыҙҙарға һоҡланам. Улар­ҙың ма­турлыҡ серҙәренә төшөнөргә тырышам, әммә кем­делер ҡабатлап, уға оҡшар­ға ынтылмайым. Матур ҡа­тын-ҡыҙ – ыҫпай, бөх­­тә, зауыҡлы гүзәл зат, таҙа тән һәм ипле при­­ческа, маникюр. Бил­дә­ле дизайнер Ко­ко Ша­нелдең һүҙҙәре һәр ва­ҡыт хәтерҙә: «Әгәр ҡатын-ҡыҙҙың нимә кейгәнен хә­тер­лә­мәйһегеҙ икән, тимәк, ул дөрөҫ ке­йен­гән». Үҙемә килгәндә, ябай, клас­сик стилдәге күл­дәк­тәр­ҙе тектереп алам. Таш мәрйендәр, балдаҡтар яратам, тик артыҡ булма­һын­.
Ҡатын-ҡыҙҙың һәр береһенә йылмайыу ки­ле­шә. Тирә-яҡтағыларға бәхет өләшә, үҙе­нең кә­йе­фен дә кү­тәрә. Тормош мә­шә­ҡәттәрен йылмайып үт­кәр­гәндә генә үҙ ма­тур­лығыңды ла, һаулы­ғың­ды ла һаҡлай ала­һың. Күңелле кәйеф менән баш­ҡар­ған эш тә ырам­лы.
Һәр кемдең үҙ матурлығы бар. Тәбиғәт биргән ма­турлыҡты йылдар дауамында һаҡлай белергә ге­нә кәрәк, тип иҫәпләйем. Күңел торошо кешенең йө­ҙөн­дә сағыла, тиҙәр. На­сар­ уйҙарҙан ары­ныр­ға ты­­ры­шам, үҙемде һәр ваҡыт ыңғай тулҡынға көйләйем. Яҡын­да­рымды ла ошондай уҡ рухта йә­шәргә әй­ҙәйем.
Матурлыҡ – ул тышҡы ҡиәфәт кенә түгел бит. Тыш­тан ялтырай, эстән ҡалтырай, тип юҡҡа әй­тел­мәй ха­лыҡ әйтемендә. Матур­лыҡ­ҡа, гүзәллеккә, тәртипкә, ка­миллыҡҡа ынтылыр­ға кәрәк һәм шу­ға һәр тапшырыуыбыҙҙа тамашасыларҙы тик яҡ­шы күңел, ыңғай хис-тойғолар менән йә­шәр­гә са­ҡырабыҙ. Тура эфир­ҙа эшләү ҙә был яҡ­тан бик әһә­миәтле. Та­ма­ша­сы­лар­ҙың уй-фекер­ҙә­рен ише­теп, эфир ҡунаҡтарының кә­ңәш­тәрен әйтеү мөм­кинлеге бар. Төрлө район­дар­ҙан шыл­тыра­та­лар. Программабыҙ аша тамаша­сы­ла­ры­быҙ­ҙы әһә­миәтле, мөһим тема­лар менән таныш­ты­ра­быҙ һәм дөйөм кеше­леккә хас камиллыҡ өлгөләрен телеэкран аша еткерә алабыҙ тип ышанабыҙ.
– Холҡоңдоң ниндәй һыҙаты өсөн ғорур­лана ала­һың? Тормошта һине “ҡотҡарғаны” булдымы уның?
– Бәләкәй саҡтан әсәйем – тырышҡан ташҡа ҡа­ҙаҡ ҡаҡ­ҡан, тип үҫтерҙе, ошо әйтем минең тор­мош деви­зы­ма әүерелде. Үҙемә талапсанмын. Һәр яҡлап та ка­мил­лыҡҡа ынтылырға тырышам. Үҙ алдыма маҡ­сат ҡу­йып йәшәйем. Эш көнөмдө план­лаш­тырам, һуңынан үтәл­гән эштәр­ҙе барлап сығам. Ғауға ҡуптарырға ярат­майым, оҡ­­ша­маһа, бер әйтәм дә туҡтайым, күп­ме­лер ваҡыттан һуң йыл­майып барыһын да онотоп ара­лаша башлайым. Тормош дауам итә бит.
– Ә ниндәй һыҙатыңдан ҡотолорға теләр инең?
– Тура һүҙле булыуым, ҡамасаулап ҡуя. Баш­ҡа­лар­ҙы тыңлап, үҙемдең дөрөҫ­лөгөмә инанһам да, ике­­ләнеүем бар. Һәр ваҡыт үҙ өҫтөмдә эшләйем, үҙе­мә нимә­лер оҡшамаһа, шул сифаттарымды мот­­лаҡ үҙ­гәртергә тырышам.
– Үҙеңде рухи яҡтан камиллаштырыу өсөн ни эш­ләйһең?
– Башҡорт әҙәбиәтен яратам. Иң күп ҙур кү­ләм­ле әҫәр­ҙәрҙе уҡыған ваҡытым, моғайын, кол­ле­джда бе­лем алған дәүергә тура килгәндер. Һәҙиә Дәү­ләт­­ши­на, Зәйнәб Бии­ше­ва­ның романдары кү­ңелгә яҡын. Ми­ңә иң ҡыҙығы – ул­ар­ҙың ҡатын-ҡыҙ образын төрлө яҡ­­лап асыуы. Ноғман Мусиндың әҫәрҙәрендә тәби­ғәт­­те та­суирлауы ғына ни тора! Мостай Кәрим­дең ба­ла­лар өсөн әҫәрҙәре әһәмиәтле тип иҫәп­лә­йем. Мә­жит Ғафуриҙың мәҫәлдәре әле лә хәтерҙә. Шиғ­риәткә лә битараф түгелмен. Лариса Аб­дул­лина, Зөл­фиә Хан­на­но­ва, Салауат Әбүзәр ши­ғыр­ҙарында көн­үҙәк мәсьә­лә­ләр күтәрелә. Гөл­нур Яҡупованың әҫәр­ҙәре күңел­гә яҡын.
– Һин карьеристмы?
– Бик әһәмиәтле, ҡыҙыҡлы һорау. Үҙем­де карье­рист тип иҫәпләй инем. Кейәүгә сыҡ­ҡас, бөтөнләй үҙ­гәр­ҙем, хатта үҙем дә бер аҙ аптырап ҡалдым. Тор­мошом ике өлөш­кә бүленде лә ҡуй­ҙы: кейәүгә сыҡ­ҡан­ға тиклем һәм хәҙер. Ни ти­һәң дә, ҡатын-ҡыҙ­ҙың төп бурысы – ғаилә, нә­ҫел­де дауам итеү ул. Тәбиғәт та­рафынан шулай яра­тыл­ған­быҙ. Әммә эшем дә кү­ңе­лемә яҡын. Ми­­нең уйымса, ғаилә аңлашылмаусан­лыҡ­тары өй­­ҙә ҡалырға тейеш, ә эште тик эштә генә баш­ҡа­рып өлгөрөргә кәрәк.
Беҙҙең ижади төркөмдә күбеһе ғаиләле ҡыҙ­ҙар эшләй. Бик һәләтле журналистар һәм үҙ ба­ла­ларына та­лапсан, хәстәрлекле, һөйөк­лө, наҙ­лы әсәйҙәр. Эш­тә лә, ғаиләлә лә өлгөрәләр. Нә­фи­сә Кинйәбаева, Гү­зәл Иш­ки­нина өс бала үҫ­те­рә, Альбина Зәйнет­ди­но­ва­ны ла тамаша­сы­ла­ры­­быҙ бер аҙ юғалтҡандыр, уның сабыйы бар. Беҙ ҡыҙҙар менән бәйләнеште өҙ­мәй­беҙ. Бер ғаилә кеүек дуҫлашып бөттөк, йыш ара­ла­шып торабыҙ. Әле “Ауаз” да Сәлимә Исламова үҙе­­нең етди, төплө фекерле репортаждарын әҙер­­­ләй. Яңы килгән ҡыҙҙар – Ләйсән Тимер­бу­ла­то­ва менән Рә­лиә Сәхиб­гәрәева­ға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Ә баш мөхәрриребеҙ Гәүһәр Бат­талова һәр ваҡыт үҙен­сәлекле идеялары менән программабыҙҙы байы­тып, эшкә дәртләндереп кенә тора. Беҙ­ҙе ысын журналист булырға өйрәтеүсе ке­ше ул. Төрлө телевизион алым­дарҙы ҡулланабыҙ, төрлө жанрҙарҙа эш­ләп ҡа­раныҡ. Очерк материалдарын әҙерләгәндә һәр ваҡыт “ге­ройҙарығыҙҙы яратығыҙ”, тип һы­ҙыҡ өҫтөнә ала Гәү­һәр апай. Кадр артында ҡа­лыусы хеҙмәткәр­ҙә­ре­беҙ – ул беҙҙең ре­жис­серҙар, монтажер­ҙар, яҡтыр­тыу­сылар. Тура эфирға режиссер Лидия Әфләтүнова сы­ғара, видеомонтажлаусы режиссер Заре­ма Хис­мә­тул­ли­на менән видео­ма­тери­ал­­­дарҙы әҙерләй. Ул­ар­­­ҙы алтын ҡуллы кешеләр тип иҫәпләйбеҙ. Опе­ра­тор төшөргән видеоматериалдан эфир­ға ше­девр әҙерләп сығаралар. Ба­ры­быҙ ҙа бер ниәт өсөн, бер тулҡында янып йә­шәйбеҙ. Эшем ха­ҡын­да бик күп һөйләй алам, сөнки ул ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле.
Тормошта иң мөһиме – ваҡыт. Һәр нәмәне үҙ ваҡытында башҡарып өлгөрөргә кә­рәк, тип иҫәпләйем. Карьера баҫҡысынан үр­ләр өсөн үҙ өҫтөңдә туҡ­тау­һыҙ эшләү за­рур. Замананан артта ҡалырға түгел, ә бер аҙ­ым алдан күҙаллап, үҫеш юлынан атларға кәрәк.
– Һинең өсөн бәхет нимә ул? Ә бәхетһеҙлек?
– Бәхет беҙҙең үҙебеҙҙең ҡулыбыҙҙа. Күптән тү­гел бер инәй әйткәйне: “Ваҡыты­ғыҙ­ҙы юҡҡа сарыф итмәгеҙ, һәр минут, һәр се­кунд ҡәҙерле, уҙ­ған ваҡытты туҡтатып бул­май”. Бәхетте ҡай­ҙан­дыр көтөп ятырға яра­май. Ғаиләм, туғандарым, яратҡан эшем – ул ми­нең бәхетем. Ә саҡ ҡы­на бирешә баш­лаһаң, бәхет­һеҙ­лек тойғолары бар­лыҡ­ҡа килеүе бар. Үҙеңде бә­хет­һеҙ тип иҫәп­ләй­­һең икән, һин ысынлап та бәхет­һеҙ. Мин бә­хет­ле!
Донъялағы хәлдәрҙе ишетәһең дә йөрәк тет­рәй. Имен тормошта йәшәүебеҙгә шат­ла­найыҡ. Йы­раҡ ки­тергә лә түгел. Күңелде иң борсоғаны – ту­ған тел мәсьәләһе. Теле­беҙ өйрәнеүгә еңел тү­гел, уҡытыу ме­то­ди­ка­һына үҙгәрештәр инде­реү­­ҙе хуп күрәм, бәл­ки, сит телдәр кеүек өйрәнергә лә кә­рәк­­тер, бала күңе­ле­нә нимә һалаһың, шу­ны алаһың бит. Ә иң мөһиме ба­ла ту­ған тел­де ғаиләлә өйрәнергә тейеш – был хаҡ­та беҙ­ҙең билдәле шәхестәребеҙ иҫбатлай. Ба­ла­ла ту­ған телгә һөйөү тәрбиәләгәндә ге­нә илһө­йәр­лек ру­хын, халҡы өсөн янып-кө­йөп йәшәргә, ки­ләсәкте хәс­тәрләргә өйрә­тер­гә мөмкин, тип иҫәп­ләйем.
– Ниндәй ҡылыҡты ғәфү итә алмаҫ инең?
– Нахаҡҡа рәнйетеү. Кеше менән ирешеп-та­ла­­шып йөрөргә яратмайым. Мине рәнйеткәндәр хә­ҙер үҙҙәре аңлағандыр ин­де, уларҙан бары алыҫ торор­ға тырышам, насар күңелле ке­ше­ләр­ҙе үҙемдең тор­­мо­шома индермәйем. Асыу – кү­­ңелде ҡы­ра, барыһын да ғәфү итергә ты­ры­шам, тик үҙҙәрен үҙҙәре ғәфү итә ал­һындар.
– Тележурналисттар көн дә тиерлек күҙ алдында булһа ла, уларҙың ысын тормошо беҙгә кү­рен­мәй. Көндәлек тормошоң нисек үтә?
– Яратҡан шөғөлдәрем күп. Бәләкәй саҡтан тегенергә, бәйләргә ярата инем. Ауыл сәхнәһен йәш­тәш­тә­рем менән дер һел­кетеп та­ма­шалар ҡуя инек. Әсә­йем бе­йергә өй­рәтте, бейеүҙе ташламаным. Крас­ноу­сол баш­ҡорт гимназияһында уҡы­ғанда ла ан­самб­лдә солист инем, Са­ла­уат пе­дагогия колледжын та­мамлағас, хо­реограф бу­лып эшләй ала тигән та­ныҡ­лыҡ бирҙеләр. Ярат­ҡан шөғөлөм минең һөнәрем бу­лып китте. Крас­но­у­сол башҡорт гимназияһында баш­лан­ғыс клас­­тарҙан алып өлкән кластарға тиклем милли бе­йеү­ҙәр ҡуя торғайным. Һәр синыф­та бер ан­самбль, кү­ңелле ине, сәхнәне дер һелкетеп, ҡыҙ-ма­лайҙар парлашып 20-шәр бала бейей ине. Өс төркөм­дән торған ”Наҙгөл” ансамбле шулай эшләп алып китте. Бәй­геләрҙә ҡатнашып, район кимәлендә бе­рен­се урындарҙы бер кемгә лә бирмәй инеләр. Оҫта бейеү ҡуйыусы Алик Шәм­ситовтың коллективын уҙҙырып ебәреү булғайны теләге менән янғайным.
Бик ныҡ һүрәт төшөрөргә ярата инем. Гим­на­зия­ла ла, колледжда ла оҫта уҡытыусы-рәс­сам­дар минең үҫеш­кә ҙур өлөш ин­дер­ҙе. Тағы ла ҡул­ға ҡәләм, буяу­ҙар алып тыуған яғым тәбиғәтен һүрәтләргә тигән ине ва­ҡытым ғына етмәй. Йә­һәт кенә бассейнға ба­рырға ты­рышам. Һыу ары­ғанлығымды йы­уып төшөрә кеүек. Рә­хәт­лә­неп йөҙөп, ял ит­еп ҡайтам.
Әгәр эшеңдән ләззәт алаһың икән, тимәк, ул һинең хоб­биға, күңел ялына ла әүерелеп ки­тә. Кемдәр ме­нән генә аралашмайбыҙ, ҡай­ҙа ғына бармайбыҙ. Күп та­машасыларыбыҙ менән телефон аша һөйләшеп то­ра­быҙ. Беҙ­ҙең халыҡ әү­ҙем, киң күңелле… Әллә күп­ме кешеләрҙең тормош тарихын өйрәнеп, уларҙың ҡа­ҙаныштары менән һоҡланып, үҙеңә лә фәһем алаһың.
– Әңгәмәң өсөн рәхмәт! Уңыштар һиңә!

Миңзәлә Асҡарова әңгәмәләште.

2014 йыл.

Автор:
Читайте нас: