Ҡайҙа ғына йәшәһәң дә, үҙеңде кәрәкле кеше итеп тояһың һәм эшләгәнең башҡаларға файҙа, үҙеңә күңел кинәнесе килтерә икән – һин бәхетле. Ғүмер буйына мөһим нәмә ошо бит ул. Йәшәүең дә бушҡа түгел, һүнер-һүнмәҫ ҡуҙ кеүек быҫҡып та ятмайһың.
Бөгөн арабыҙҙа сағыу, ялҡынлы усаҡтай баҙлап, янып йәшәгән, үҙҙәренең кәрәкле эштәре менән һоҡландырған да, ҡайһы саҡта ғәжәпләндергән дә йәштәребеҙ күбәйҙе. Улар көн һайын күңеленә ятҡан шөғөлө менән була, шул йәһәттән туҡтауһыҙ камиллаша, үҙ артынан башҡаларҙы ла эйәртә белә, үҫеп килгән быуынға өлгө лә.
Хәйбулла районынан табип-онколог, “Урал мираҫы”, “Аҫылташ”, “UfaForum” республика форумдарының төп ойоштороусыларының береһе Даян Солтанғужин хаҡында аҙ һөйләмәйҙәр. Төплө фекерле, һәр нәмәгә яуаплы ҡараған егет яҡташтары тарафынан ғына түгел, бөтә республика буйынса ихтирам яулауын дауам итә.
“Ботаник”тан – йәмәғәт эшмәкәренә
Даян сығышы менән Йылайыр районынан. Бала сағында атайһыҙ ҡалғас, әсәһе менән Хәйбулла районына күсеп киләләр. Әсәһе менән үгәй атаһы уға лайыҡлы белем бирергә тырыша, һәләттәрен үҫтереүгә көс һала. Алтынсы класҡа тиклем ауыл мәктәбендә уҡығандан һуң үҫмерҙе Сибайҙағы башҡорт-төрөк лицейына урынлаштыралар. Ун беренсе класты Өфөлә тамамлап ҡуя егет. Бик яҡшы өлгәшә ул, үҙен тырыш, егәрле уҡыусы итеп күрһәтә. Урмансы булып эшләгән һәм балаларында тәбиғәткә, һунар һәм балыҡ тотоу кеүек шөғөлдәргә һөйөү уятҡан атаһына оҡшарға тырышып шәп эколог булырға хыяллана. Экология, биология фәндәренән төрлө олимпиадаларҙа ҡатнаша. Әммә юғары уҡыу йорто һайлар мәл килеп еткәс, медицина университетында туҡтала. Быға әсәһенең теш табибы булыуы ла йоғонто яһағандыр, бәлки.
Даян педиатрия нескәлектәренә мөмкин тиклем нығыраҡ төшөнөү өсөн өсөнсө курсҡа тиклем үҙен көнө-төнө уҡыуға арнай. Бөтә предметтарҙы ла төбөнә төшөп, ентекле итеп өйрәнгәне өсөн уны “ботаник” тип йөрөтһәләр ҙә, был тырышлығы юғары курстарҙа йәмәғәт эштәре менән шөғөлләнеүгә буш ваҡыт ҡалдыра. Тап ошо осорҙа егет тормоштоң ҡап уртаһында ҡайнап йәшәй башлай.
Барыһы ла Хәйбулла йәштәренең яҡташтар ойошмаһы булдырырға теләүенән башлана. Баш ҡалаға район бик алыҫ ятҡанлыҡтан, яңы ғына атай-әсәй ҡанаты аҫтынан сыҡҡан йәштәргә бер-береһе менән күрешеп, туйғансы аралашыу ҙур әһәмиәткә эйә.
Даян бында үткән сараларҙың барыһында ла тиерлек ҡатнаша. Спорт ярыштары, КВН, мәҙәниәт, экологик, мәғариф саралары унһыҙ үтмәй. Бындай ваҡиғалар тормошон тулыраҡ, сағыуыраҡ итә, күңел ҡәнәғәтлеге килтерә.
Тап ошо саҡта егет күмәкләп эшләгән эш бәрәкәтле икәнлеген аңлай. Бергәләп тауҙай күренгән, ҡыйып сыҡҡыһыҙ мәсьәләләрҙе лә атҡарып сығып булғанлығына төшөнә. Иң мөһиме – үҙең менән бер үк хыялдар, маҡсаттар менән янғандарҙы туплау.
Педиатрия факультеты студенттары йыш ҡына балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәрҙе барып күрә, ярҙам ҡулы һуҙа. Әммә Даянды гел бер уй борсой. Ниңә етемдәргә һирәк-һаяҡ ҡына иғтибар бүленә, ниңә беҙ был ярҙамды даими рәүештә эшләй алмайбыҙ, тип уйлана ул. Көндәрҙән бер көндө иң әүҙем, кешегә ҡарата битараф була белмәгән, изге эше өсөн аҡса һорамаған студенттарҙы йыйып етемдәр менән даими эшләргә тотона.
Яҡташтар ойошмаһы ике йыл эшләгәндән һуң иң шәп йәштәр ойошмаһы булараҡ Гран-при яулай. Тиҙҙән Даянды Башҡортостан Республикаһының яҡташтар ассоциацияһы рәйесе итеп тә тәғәйенләп ҡуялар. Бында республиканың 25 районы вәкилдәре инә. Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта уҡыған йәштәрҙең яҡташтар ассоциацияһын да булдыра улар. Күберәк башҡорт йәштәренә һөнәр һайлау, юғары уҡыу йорттарына ингәндә йүнәлеш күрһәтеү кеүек эштәр менән шөғөлләнеү һөҙөмтәле генә булып сыға.
Балалар хирургы булырға әҙерләнгән Даян өлкән курстарҙа фекерен үҙгәртә һәм онкология йүнәлешен һайлай. Был өлкә әле эшкәртелмәгән ялан, күп нәмәне атҡарып сығаһы бар әле. Ә икенсе яҡтан онкология хирургия кеүек кисекмәҫтән ярҙамға ташлана торған йүнәлеш түгел. Бында профилактика, сирҙе мөмкин тиклем иртәрәк асыҡлау, диагноз ҡуйыу төп урынды алып тора. Төп эшенән тыш, киләсәктә үҙен йәмәғәт тормошо, эшҡыуарлыҡҡа ла арнарға теләй. Барыһы ла ул теләгәнсә килеп сыға ла инде. Уҡыу йортон тамамлағас программа буйынса Аҡьярға ҡайта. Дәүләттән алған миллион һум йәшәү шарттарын яҡшыртыуға булышлыҡ итә.
Маҡсаты – яман шеште кәметеү
Районда ошоға тиклем бөтөнләй табип-онколог булмаған икән. Шуға күрә лә был сир күрһәткестәре бик юғарыларҙан һаналған. Табиптың төп эше – яман шеште асыҡлау, диагноз ҡуйыу. Яңыраҡ ул ошо маҡсатын тағы ла һөҙөмтәлерәк башҡарыу өсөн федераль грант алған. Яман шеште профилактикалау, иртәрәк асыҡлау маҡсатында Үҙәк асырға теләй. Урал аръяғы райондары халҡын тикшереп, һығымта яһарға һәм артабанғы эш йүнәлешен билдәләргә әҙерләнә. Шулай уҡ башҡа медицина белгестәренең дә ауырыуҙы тикшергәндә яман шеш булыу ихтималлығын күҙ уңында тотоуына өлгәшергә теләй. Элегерәк йылына башлыса 30-40 кешенең үлемесле ауырыу менән яфаланғанын асыҡларға тура килһә, районға табип-онколог килеү менән, мәҫәлән, 2015 йылда 88 кешенең сирле булыуы беленгән. Уның эшләү дәүерендә район поликлиникаһында онкология буйынса күп күрһәткестәр яҡшырған. Ауырыуҙы мөмкин тиклем иртәрәк асыҡлау күренештәре йышайған, һауығыусылар күбәйгән, үлем осраҡтары ҡырҡа кәмегән. Сирҙе иртәрәк асыҡлау күптәрҙе ҡотҡарып ҡала ала, ти Даян. Грант алған проекты ла ошо хәҡиҡәтте һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Егет шулай уҡ халыҡҡа һәм коллегаларына был йәһәттән лекциялар уҡый, урындағы гәзиттә медицина темаһына арналған мәҡәләләр баҫтыра.
Төп эшенән тыш, атаһының төҙөлөш, реставрация, тирә-яҡты йәшелләндереү кеүек эшҡыуарлыҡ мәсьәләләрендә ярҙам итеп тә өлгөрә. Шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай эргәһендәге Йәштәр Йәмәғәт палатаһында рәйес урынбаҫары вазифаһын башҡара. Ике йыл элек үҙ кандидатураһын район советы депутатлығына тәҡдим итеп ҡарай. Үтмәгәненә бер ҙә борсолмай, ә бындай тәжрибәнең алтынға тиң булыуын билдәләй. Иң мөһиме – үҙ көсөнә ышана, халыҡ өсөн файҙалы эштәр башҡара алырына инана. Үҙен киләсәктә сәйәсмән булараҡ та күрә. Һуңғы йылдарҙа уның эшмәкәрлеге республиканың кадрҙар потенциалын үҫтереү, йәштәрҙе төрлө форумдар һәм мәғариф проекттарына йәлеп итеү, төрлө курстар үткәреү һәм грант конкурстарында ҡатнашыуҙан ғибәрәт. Яңыраҡ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың ярҙамсыһы итеп тә тәғәйенләнде ул.
Әлеге ваҡытта егерме туғыҙын артмаҡлай. Йәше үтмәҫ элек йәштәр форумдарында күберәк ҡатнашыуҙы ла маҡсат итеп ҡуйған. Студент сағында, ғүмерен ниндәй эштәргә арнауы хаҡында уйланған мәлдәрендә үк, иң мөһиме һине аңлаған, терәк булырҙай кешеләрҙе табыу, йәғни үҙ командаңды төҙөү мөһимлеген белә. Эшмәкәрлегеңде системаға һалғанда, бар нәмәгә лә өлгөрөргә мөмкин тип һанай. Ул шулай уҡ күңелгә ятҡан эште башҡарыуҙан туҡтамаҫҡа кәрәк, ти.
Даяндың матур ғаиләһе бар. Ҡатыны Нурия менән туптай ул үҫтерәләр. Нурсолтанға биш кенә йәш әле. Яңыраҡ ҡыҙҙары Мәликә тыуған. Студент саҡта уҡ осратҡан кәләше юрист, район полицияһында эшләй. Күптәр үҙен карьера һәм бизнесҡа арнағандар ғаилә ҡороуҙы аҙаҡҡа ҡалдыра, тип һанай. Был йәһәттән дә Даяндың үҙ ҡарашы. Ярай әле, ваҡытында шәп кәңәш биргән аҡыллы кеше осраған. Ғаилә ҡороуҙы оҙаҡҡа һуҙырға ярамай, тигән ул. Йәш, дәрт-дарман ташып торған саҡта яратҡан ҡыҙға өйләнергә кәрәк. Ошо осорҙа уҡ балалар табыу мөһим. Ныҡлап аяҡҡа баҫыуға улар ҙа үҙ аллы булһын ул. Йәш ғаилә бөтә ауырлыҡтарҙы ла бергәләп еңә, киләсәген матур итеп ҡороу өсөн бар көсөн һала.
Ошондай йәштәр булғанда еңел һулап ҡуяһың. Алдағы көндәр яҡты булыр һымаҡ, балаларыбыҙ өсөн ғорурланып һөйләрҙәй, нәмәгәлер өйрәнерҙәй, өлгө булырҙай шәхестәр бар, тип һөйөнәһең. Даяндың үтә таралып киткән ҡот осҡос сир – яман шеш һағында тороуын да иҫәпләгәндә халыҡтың һаулығы өсөн дә күңел тыныслана биргән кеүек. Аҡ юл теләйек ошондай йәштәребеҙгә!
Гөлсинә БАЙҒУЖИНА.
2018 йыл, архив.