Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Үҙ зауығыма ышанам.."

‒ Аныҡ ҡына яуап бирә алмайым. Йылдар үтеү менән кешенең донъяға ҡарашы, ҡыҙыҡһыныуҙары үҙгәреүе ихтимал.

Үҙ зауығыма ышанам.."
Үҙ зауығыма ышанам.."

Был егетте күптәр театрҙарға, мәҙәни сараларға йөрөргә әүәҫ әүҙем замандаш һәм сәйәхәтсе булараҡ белә. Хәйер, икенсеһен ул аралаша башлағас та инҡар итте. “Күп илдәрҙә булғаным бар. Әммә шуны аңланым, баҡтиһәң, мин булмышым менән сәйәхәтсе түгел икән. Сығып китеп тә өлгөрмәйем, тыуған яғымды һағына ла башлайым. Донъяның төрлө төбәктәрен урап ҡайтҡас, шундай һығымтаға килдем: күңелеңә ятҡан компания менән үҙебеҙҙең Башҡортостан буйлап сәйәхәт итеү, республикалағы һәр ауылға туҡталып, халыҡтың көнитмеше менән танышып, Интернетта үҙ блогыңды алып барыу күпкә ҡыҙыҡлыраҡ та, фәһемлерәк тә булыр ине”, ‒ тине ул.
Хәтеремдә, ике йыл самаһы элек Дамир Ғәббәсов атлы егет, көтмәгәндә пәйҙә булып, социаль селтәрҙәрҙә баш ҡала халҡын мәҙәни сараларға, башлыса театрҙар тәҡдим иткән премьераларға саҡыра ине. Һуңынан Интернет киңлектәрендә теге йәки был спектаклгә ҡарата фекерҙәре лә тарала башланы. Был әүҙем егет быға тиклем ҡайҙа йөрөгән, ниңә һис тә күренгәне булмаған тигән уй күптәрҙә яралып ҡуйғандыр ул саҡта. Әңгәмәне тап шул һорауҙан башланыҡ та…

 

‒ Минең быға тиклем күренмәүем һис тә ғәжәп түгел. Тыумышым менән Федоровка райо­ны­нан­мын. Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, беҙҙең төбәктән сыҡҡан йәштәр әүҙемлеге менән әллә ни алдыр­май. Өфөлә райондаштар үҙ-ара аралашып та йәшәмәй. Баш­ҡортос­тандың тәүге һылыуҡайы беҙҙең райондан сыҡты-сығыуын. Был ҙур ғо­рурлыҡ, мәртәбә ине. Әммә һуңынан федоровкалар ҡапыл тынып ҡалды, рес­публиканың мәҙәни тор­мошонда әллә ни ҡайнап йәшәмәне. Мин үҙем Стәрлетамаҡ баш­ҡорт-тө­рөк лицейын тама­м­ланым. Һуңынан Баш­ҡорт дәүләт уни­верситетының физика факультетында геофизика йүнәлеше бу­йынса уҡып, диплом алғас, Ижевск ҡалаһына эшкә юлландым. Өс йылдан ашыу ситтә йөрөп ҡайтҡандан һуң башҡорт мөхитенә, баш­ҡорт мәҙәниәтенә ни тиклем һыуһағанымды той­ҙом. Әле Өфөлә Рәсәйҙең эре нефть компанияларының бере­һендә үҙ һөнәрем буйынса хеҙмәт юлымды дауам итәм. Тыуған яғыма ҡайтҡас та әүҙем рәүештә театрҙарға йөрөргә әүәҫләндем. Ул саҡта яңы ижад миҙгеле асылып ҡына тора ине. Дөрөҫөн генә әйткәндә, бер-ике осраҡты иҫәпкә алмағанда, быға тиклем театрҙарҙа булғаным да юҡ ине. Башҡорт дәүләт академия драма театрына, ундағы мөхиткә ысын мәғәнәһендә ғашиҡ булдым. Мин үҙенән-үҙе ошо даирәгә тартылдым. Актерҙар, театрҙың ижади төркөмө менән аралаша башланым.
‒ Бәлки, осраҡлы рәүештә генә килеп сыҡмағандыр был? Моғайын, бала саҡта үҙең дә актер булыу хаҡында хыялланғанһыңдыр…
‒ Ысынлап та, ундай теләгем булды. Бала саҡтағы бер иншала, актер булырға хыялланам, тип яҙыуым хәтерҙә. Һуңынан, күп малайҙар кеүек, футбол менән ҡыҙыҡһынып киттем. Студент саҡта ла ошо өлкәлә ҡайнаным. Футбол – тормошомдоң айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде. Уйҙарым тик шул хаҡта ғына ине. Шулай ҙа сәнғәткә булған ынтылыш әленән-әле үҙен һиҙҙереп торҙо. Ул саҡта театрға бөтөнләй тиерлек йөрөмәһәм дә, кино актерҙары әҙерләү йәһәтенән Булат Йосопов ойошторған өс айлыҡ махсус курсты тамамланым. Хатта бер нисә фильмда эпизодик ролдәрҙә ҡатнашҡаным да булды. Шуға ла был мөхит минең өсөн бөтөнләй үк ят түгел ине.
‒ Ә хәҙер, әүҙем тамашасы булараҡ, театр һине үҙенең дуҫы булараҡ ҡабул итте тиергә лә мөмкин?
‒ Эйе, тәүге йылдарҙа мин мотлаҡ рәүештә аҙнаһына бер тапҡыр спектаклгә бара инем. Һуңынан актерҙар менән дә аралаша башланым. Улар минең фекерҙәремде ишетергә теләне. Мин, үҙ сиратымда, спектаклдән һуң тыуған уйҙарымды, тәьҫораттарымды еткерҙем. Ә актерҙарға тамашасы фекере бик тә мөһим икән. Һуңынан улар үҙҙәре үк фекерҙәремде Интернет киңлектәренә яҙып һалыуымды һораны. Был эшкә мине улар дәртләндерҙе.
‒ Тимәк, актерҙар һинең дуҫыңа әйләнде?
‒ Мин үҙем аралашыусан кеше. Яңы танышлыҡтар булдырырға яратам. Элек, Фидан ағай Ғафаровтар йәш саҡта, театр тамашасы өсөн мөғжизәле бер донъя булған. Актер менән тамашасы араһында ҙур кәртә ятҡан. Халыҡ спектакль тамамланғандан һуң актерҙың артҡы ишектән сығып ҡайтып китеүен күреүҙе лә бәхет һанаған. Бөгөн иһә бөтөнләй башҡа заман, бүтән мөмкинлектәр, аралашыу өсөн саралар ҙа күп. Йондоҙ менән тамашасы, тимәк, театр менән тамашасы араһы яҡынайҙы. Һәм был, минеңсә, яҡшы күренеш.
‒ Ә бына һинең һымаҡ театр ене ҡағылған кешеләр күпме беҙҙә?
‒ Ундайҙар, әлбиттә, бар. Мин театрҙарға төркөм-төркөм булып йөрөгән кешеләрҙе лә беләм.
Шулай ҙа, дөйөм алғанда, беҙҙең халыҡты урынынан ҡуҙғатыуы әллә ни еңел түгел. Һуңғы арала театрға яңғыҙ ғына йөрөү күпкә уңайлыраҡ икәнлеген аңланым. Элегерәк күпләп кешеләр саҡыра, һәйбәт урындар эләкһен тип, улар өсөн алдан билеттар ҙа алып ҡуя инем. Тик күптәр һүҙендә тормай йә һуңлап килә. Һөҙөмтәлә, борсола башлайым, кәйефем ҡырыла. Билеттар һатып алынғас, аҡсаны ла юғалтам. Шуға ла бөгөн, кистәрем буш булһа, театрға яңғыҙ ғына килеүҙе хуп күрәм.
‒ Һәм рәхәтләнеп ял итәһең, күңел ләззәте кисерәһең инде?
‒ Эйе, был ‒ минең хобби. Беренсенән, ысынлап та, ҡәнәғәтлек кисерәм. Икенсенән, мейемде эшкә егәм. Спектаклде анализлап, уйлау, фекерләү ҡеүәмде үҫтерәм. Ә инде яҙмаларым башҡаларға оҡшай икән, ҡыуанам. Оҡшамаһа ла әллә ни зыян юҡ. Был донъяла ни тиклем кеше йәшәй, шунса фекер бу­лыуы ихтимал. Иң мөһиме, мин үҙ зауығыма ышанам.
Әйткәндәй, халыҡты театрға ылыҡтырыу теләге һаман да ҙур миндә. Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр: үҙем яратып ҡараған ниндәй ҙә булһа спектаклгә мөмкин тиклем күберәк кешеләр йәлеп итергә тырышам. “Оҡшамаһа, билет хаҡын ҡайтарам”, ‒ тип хәбәр итәм. Ике-өс тапҡыр шул алым менән эшләп ҡараным. Әммә берәүгә лә билет хаҡын ҡайтарырға тура килмәне әле.
Әлбиттә, мин быны эшһеҙлектән йонсоғандан башҡармайым. Эргә-тирәләге кешеләрҙең, дуҫ­тарымдың һәйбәт премьералар менән таны­шыуын, улар­ҙың театр тыуҙырған мөғжизәнән мәхрүм ҡалмауын теләйем.
‒ Башҡорт академия драма театры һинең берҙән-бер мөхәббәтең түгелдер бит?..
‒ Ул – минең беренсе мөхәббәтем. Шуға ла был театрға битараф ҡала алмайым. Баш ҡалалағы барлыҡ театрҙарға ла йөрөйөм, әлбиттә. Йәнә бер “текә” шәхси профессиональ театр бар Өфөлә. Ул да булһа "The ТЕАТР" проекты. Улар үҙенсәлекле, ғәҙәти булмаған әйберҙәр сәхнәләштерә. Был коллектив тәҡдим иткән спектаклдәр анализлауға ла бирелмәй. Ысын сәнғәт шулай булырға тейеш тә, минеңсә.
‒ Тимәк, һине, һис тә икеләнмәйенсә, мәҙәни саралар буйынса гид йәки мәҙәни саралар буйынса белгес тип атарға мөмкин?..
‒ Бәлки, мине белмәгән кешеләр был Дамир әле бер, әле икенсе сараға йөрөй, башҡа эше юҡтыр, тип уйлайҙыр. Дөрөҫөн генә әйткәндә, үҙемдә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырмаған, үҙ зауығыма тап килмәгән сараларға бөтөнләй йөрөмәйем. Әйтәйек, дискотекалар, клубтар минең өсөн түгел. Мине хатта концерттарҙа ла осратмаҫһығыҙ.
‒ Әйткәндәй, ниндәй улар, һинеңсә, бөгөнгө башҡорт йәштәре?
‒ Шуныһы ҡыуаныслы, арабыҙҙа әүҙем йәштәр күп. Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙең эре ҡалаларында белем алып, йәшәп, ниндәйҙер кимәлдә тәжрибә туплаған йәш ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең Өфөгә ҡайтыуы ҡыуаныслы күренеш. Уларҙың һәр ҡайһыһының үҙенсәлекле проекты бар. Фатима Янбаева, Әлиә Айсина, Эльвина Ғүмәрова, Гүзәлиә Бай, Миләүшә Лоҡманова кеүек һылыуҙарға һоҡланырға ғына ҡала. Әйтәйек, Әлиә Айсина һәм Эльвина Ғүмәрова ойошторған “Дизайн Маркет” проекты баш ҡалалағы ижади йәштәрҙе берләштереүгә ҡоролған. Мин был ҡыҙҙарҙың республикабыҙҙы, халҡыбыҙҙы, ҡалабыҙҙы ни тиклем яратыуын күрәм. Улар үҙ артынан башҡаларҙы ла әйҙәй алыу көсөнә эйә һәм ҡалабыҙҙы ыңғай яҡҡа үҙгәртә. Шундай йәштәрҙән үрнәк алам. Уларға ҡарап һоҡланам. Башҡорт йәштәре тағы ла әүҙемерәк булһын, Интернет киңлектәрендә башҡортса ара­лашыу майҙандары артһын, Фейсбук, Инстаграмда ла башҡорт мәҙәниәте про­пагандаланһын, саф башҡортса аралашыуҙар алып барылһын һәм был ғәҙәти күренешкә әйләнһен ине, тигән теләктәмен. Ә иң үҙенсәлекле, иң шәп, иң матур, иң алдынғы йәштәр ҡайҙа, беләһегеҙме? Улар башҡорт КВН-ында. Был, ысынлап та, шулай. Башҡорт КВН-ы бик кәрәкле проект. Унда һәр саҡ үҙенсәлекле публика йыйыла.

КВН-да балалар лигаһы булыуы бигерәк тә яҡшы. Уҡыусыларҙың бөгөн бала саҡтан уҡ ҡыҙыҡлы проектҡа эләгеү мөмкинлеге бар. Икенсенән, улар башҡорт телендә шаяртырға тейеш. Уның башҡорт телен популярлаштырыуҙағы әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
‒ Ысынлап та, һоҡланғыс йәштәр тураһында телгә алдың. Улар хаҡында “Шоңҡар” журналында ла мәҡәләләр донъя күргәне булды. Ҡайһы берҙәре беҙҙең менән хеҙмәттәшлектә. Үҙеңә йәнә бер һорау: театр менән дуҫлығың киләсәктә лә дауам итер тип уйлайһыңмы?
‒ Аныҡ ҡына яуап бирә алмайым. Йылдар үтеү менән кешенең донъяға ҡарашы, ҡыҙыҡһыныуҙары үҙгәреүе ихтимал. Әлегә миңә ошо мөхиттә ҡайнау оҡшай. Мәҙәни сараларға йөрөүем, бәлки, өйләнмәгән булыуым менән дә бәйлелер. Өйләнгәс, бөтөнләй башҡа төрлө “һайрай” башлауым да ихтимал бит. Кем белә инде (йылмая)…

 

Әңгәмәбеҙ бөтә фекерен уйлап, дәлилләп еткерә белгән Дамирҙың ошондай күңелле шаяртыуы менән тамамланды. Арабыҙҙа үҙенсәлекле ҡарашлы, үҙ һөнәре буйынса уңышлы эшләп йөрөгән, тыуған рес­публикаһында нимәләр барыуы менән ҡыҙыҡһынған, битарафлыҡтан азат әүҙем замандаштарыбыҙ бихисап. Yҙегеҙ шаһит, беҙҙең журнал тышындағы Дамир Ғәббәсов та тап шундайҙарҙан. Уның кеүектәргә “афарин” тиергә генә ҡала. Киләсәгебеҙ тап ошондай егет-ҡыҙҙар ҡулында бит.

 

Г. БАТЫРШИНА әңгәмәләште.

Архив, 2017 йыл.

Автор:
Читайте нас: