“Дүрт-биш йыл элек ятаҡта йәшәп, хатта иң ябай кер йыуыу машинаһын кредитҡа һатып алған инек”, — тип көлөп хәтерләй Йәзилә Вәхит ҡыҙы ФӘЙЕЗОВА. Хәҙер ул өс бүлмәле фатирҙа йәшәй, затлы машинала елдерә, үҙенең компанияһын етәкләй. Шул уҡ ваҡытта һөйөклө ҡатын, ике балаға әсәй. Ябай ғаиләнән, төпкөл ауылдан сыҡҡан ҡыҙҙың алдына быларҙы бер кем дә алып килеп һалмай, ҡулына аҡса килтереп тоттормай. Барыһына ла ныҡышмалығы, тырышлығы, эшһөйәрлеге менән үҙе ирешә.
Бала саҡтан килгән ныҡышмалыҡ
Йәзилә Әбйәлил районы Дәүләт ауылында Зөһрә менән Вәхит Мәхмүтовтар ғаиләһендә тыуып үҫә. Уның ике апаһы, бер ҡустыһы бар. Ауыл балаһының бәләкәй сағы, билдәле, уйын менән генә үтмәй. Яҙлы-йәйле эш тә эш. Йәзилә лә тик ултырмаҫ була. Баҡсала — йәшелсә, урманда емеш-еләк уңһа, ул шунда йөрөй. Етмәһә, шул арала эргәләге Магнитогорск ҡалаһында, оло юлда һатыу итеп өлгөрә. Йомортҡа булһынмы, картуф булһынмы, үҙ теләге менән сауҙа итергә сығып китә. Янында торған күрше-тирәләге апайҙары ла: “Уй, ошо, Йәзилә һатып бөтмәйенсә, беҙҙән алыусы булмаҫ инде”, — тип ҡыҙҙың етеҙлегенән шаяртып көлә. Йәзиләгә аҡса эшләүҙән нығыраҡ һатыу итеү, кешеләр менән аралашыу оҡшай. Шуға ла эшләгән аҡсаларын сарыфламай, йыйып бара. Аҙаҡ уларҙың кәрәге лә тейә.
Һигеҙенсе класты тамамлағас, Йәзилә ата-әсәһенә шарт ҡуя: “Мин инде ҙур, ҡалаға уҡырға ебәрегеҙ!” Юҡ-барға ҡарамай теләген ысынбарлыҡ итә һәм туғыҙынсы класҡа Сибай гимназия-интернатына бара. Тик бер аҙнанан һуң, документтарын алып, кире ауылға ҡайта. Баҡтиһәң, инде бәләкәстән шунда уҡып йөрөгән ҡыҙҙар Йәзиләне үҙ итмәй икән. Үҫмерҙәр “был — беҙҙеке, ул — ят” тип айырып ҡарауға ла аптырап тормай. Йәзилә менән бөтөнләй һөйләшмәйҙәр ҙә ҡуялар. Әммә атаһы: “Ҙурмын ти инең бит, әйҙә, хәҙер дәлиллә”, — тип ҡыҙын кире ҡалаға алып килә. Йәзиләгә был үҙенә күрә һабаҡ була: бер нәмәгә ҡарамаҫтан юлыңдан тайпылмаҫҡа, бирешмәҫкә, аҙаҡҡа тиклем барырға, һүҙең өсөн яуап тоторға.
Үҙ теләге менән уҡыйым да уҡыйым тип сығып киткәс, хәҙер кире артҡа сигенеү юлдары ҡалмай. Йәзилә башкөллө мәктәп тормошона сума. Бында ла ауырлыҡтар тыуа: ауылында рус мәктәбендә уҡый, ә Сибайҙа бөтә фәндәр ҙә башҡортса. “Йә танауымды төшөрөп, артабан “өслө”ләр алып йөрөйөм, йә хәҙер үк башҡорт әҙәбиәтен уҡый башлайым”, тип эстән уйлап ҡуя. Шулай тырышлыҡ үҙенекен итә. Уҡыуы яҡшырғас, гимназия тормошонда әүҙем ҡатнашҡас, уҡыусылар Йәзиләгә үҙҙәре тартыла башлай. Өйгә эш менән ярҙам ит, ошоно күсерт инде, ошонда ҡатнаш, тип ярҙам һорап киләләр, ихтирам итә башлайҙар.
Шундай уҡыу көндәренең береһендә гимназияға сауҙа-иҡтисад колледжынан уҡытыусылар килә. Улар ваҡытына күрә өр-яңыса яңғыраған менеджер һөнәре тураһында һөйләй. Йәзиләгә бик оҡшай. Шунда уҡ колледжда үтәсәк өҫтәлмә дәрестәргә яҙыла. Әммә улар түләүле булып сыға. Йәйгеһен һатыулыҡ менән эшләгән аҡсаһы бына ошонда кәрәк була ла инде. Курстар үткән ваҡыт эсендә колледжды шул тиклем оҡшата, хатта йәйгеһен, ата-әсәһенә әйтмәй, уҡырға инер өсөн экзамендар тапшырғас ҡына ауылға ҡайта.
Көҙ еткәс, ата-әсәһе Йәзиләне кире Сибайға, гимназияға, алып килә. Шунда ғына ҡыҙ: “Мин колледжға имтихандар тапшырып ҡарағайным, әйҙәгеҙ, инеп исемлекте ҡарайыҡ”, — ти. Ата-әсәһе ҡаршылашһа ла, документтар шунда булғас, уҡыу йортона инеп сығырға тура килә. Исемлекте ҡараһалар, Йәзилә уҡырға ингән! Үҙе теләгәнсә — бюджетҡа. Әммә ата-әсәһе: “Колледжда уҡымайһың, юғары уҡыу йортона инергә кәрәк”, — ти. Йәзилә йәнә шарт ҡуя: йә ошонда уҡый, йә бөтөнләй уҡымай. Бәхәсте колледждың бер уҡытыусыһы туҡтата: “Бер урынға ун кеше, ә ҡыҙығыҙ бюджетҡа инде. Уның күҙҙәре янып тора, дәртен һүндермәгеҙ”, — тип аңлата. Ата-әсә балаһының хыялына ҡаршы төшмәй. Тик бының менән генә ҡаршылыҡтар бөтмәй. Бер ялға ҡайтҡанында өләсәһе лә әрләй: “Һин гел бишкә уҡып йөрөгән ҡыҙ институтҡа инергә тейеш инең! Хәҙер кем булаһың? Һатыусыға уҡып йөрөйһөңмө? Берәй бурысты һинең елкәгә яҙып, ата-әсәң түләйме?” “Миңә оҡшай! Улай булмаясаҡ!” — тип Йәзилә һүҙендә, һайлаған юлында ныҡ тора.
Уҡыуҙы тамамлағас, Йәзилә ауылда ваҡытлыса магазинға урынлаша. Әммә әсәһе уны Магнитогорскиҙың төп урамына алып килә лә һәр бер ойошмаға инеп эш белешергә ҡуша. Шулай ул почтампта хеҙмәт юлын башлай. Ялдарында ауылға ҡайтһа, ҡустыһы: “Апай! Телевизорҙа иғлан күрҙем, һинең һөнәрең буйынса эш бар!” — тип ҡаршы ала һәм яҙып алған номерҙы һуҙа. Шулай, хәстәрлекле ҡустыһы ярҙамында Йәзилә, тәжрибәһе булмаһа ла, 18 йәшендә ҙур компанияға клиенттар менән эшләү буйынса менеджер булып урынлаша. Аҙаҡтан ғына колледжына шылтыратып, ҡыҙ тураһында белешеп, яҡшы фекерҙәр ишеткәс кенә алырға ҡарар иткәндәре асыҡлана.
Көндәрҙең береһенә эштәренә төбәк супервайзеры килә. Уның һөйләгәндәрен иҫе китеп тыңлап, Йәзиләлә шундай вазифаны биләү теләге уяна. Билдәле, тура ундай эшкә һине бер кем алмай. Йәзиләгә хыялына ирешер өсөн эштең бөтә баҫҡыстарын үтергә тура килә.
Супервайзер вазифаһына әкренләп үрләгәндә ваҡытты тиккә сарыф итмәҫкә тип, Йәзилә Сибайҙың БДУ филиалына уҡырға инә. Уңайлыраҡ булһын өсөн, ошо ҡалалағы филиалға эшкә күсергә була. Бында ла тиҙ уңыштарға өлгәшеп, етәксеһенә артабан үҫергә теләген белдерә. Әммә: “Һин ҡыҙһың, ә супервайзерҙар бөтәһе лә ир-егет”, — тип ризалашмайҙар. Был урында берәү булһа эшенә ҡул һелтәп сығып китер ине. Йәзилә, киреһенсә, берәй ваҡыт барыбер булам, әлегә ваҡыты етмәгәндер, тип был теләгенән баш тартмай. Дөрөҫ эшләй ҙә: 22 йәшендә, дүрт йылдан, хыялы тормошҡа аша. Ниһайәт, ул супервайзер вазифаһын биләй. Ҡыҙ һынатмай: һатыуҙарҙы ике йылда өс тапҡыр арттыра. Хатта үҙенең киоскыларын да аса. Әммә башына артабан нимә булыр тигән уйҙар инә башлай. Сибайҙа был өлкәлә башҡаса үҫеп булмай. Хыялһыҙ йәшәү йәшәүме инде? Йәзилә, яңы теләктәр менән янып, мөмкинлектәр ҡалаһына Мәскәүгә күсергә була. Был ҙур ҡалала ла ул һөнәре буйынса — Мәскәүҙең төньяғы һәм өлкә буйынса супервайзер булып урынлаша. Эш һөҙөмтәләре үҙе өсөн һөйләй: Йәзилә һатыуҙарҙы алты тапҡырға арттыра. Артабан уны яҙмышы Сочи ҡалаһына ла, башҡа илдәргә лә илтә. Кем генә булып эшләмәй: һатыусы-кассир, магазин директоры, косметика ла һата... Эйе, кемдер ҡапыл да һөнәрен алмаштырырға, икенсе эшкә урынлашырға, мауығыуҙарын үҙгәртергә, яңы маҡсаттар ҡуйырға ҡурҡа. Йәзилә юғалып ҡалғандарҙан түгел: “Тап ҡурҡҡан нәмәгә тотонорға кәрәк. Шул осраҡта ғына шәхес булараҡ үҫә алаһың”, — ти ул.
Ғаиләһе — төп таянысы
Йәзилә — бөгөн һөйөклө ҡатын, әсәй. Тормош иптәше менән уны әхирәте таныштыра. Ул мәлдә косметика һатып, сит илдәрҙә йәшәгән мәле була. Бер Өфөгә килгәнендә әхирәтенең тыуған көнөнә бара. Хужабикә бер аҙҙан башҡа дуҫтары килеүе тураһында ла хәбәр итә. “Унда бер егет бар, ниңәлер икегеҙҙе пар тип күҙ алдына килтерәм”, — ти әхирәте. Йәзилә быны оҡшатып етмәй, ҡайтыу яғын ҡарай. Әммә дуҫ ҡыҙы кейәүгә сыҡмай ҡалаһың тип, әрләп тигәндәй уны ҡалдыра. “Таныш егеттәре килде. Мин әхирәтемдең һүҙҙәренә үсегеп, аш бүлмәһендә яңғыҙым ултырам. Бер егет инеп сыҡты, ниңә күңелһеҙ ултырыуым тураһында ҡыҙыҡһынды. Ҡаты итеп яуап бирәм дә артабан яңғыҙым ҡалам. Икенсеһе инде. Шул уҡ һөйләшеү ҡабатланды. Шунан өсөнсөһө инде. Уны күреү менән йөрәгем дөп-дөп тибә башланы ла ҡуйҙы. Ул уртаҡ табынға саҡырғайны, юҡ тип торманым”, — тип көлөп иҫләй Йәзилә. Шулай ҡыҙ әхирәте осраштырырға теләгән егет — буласаҡ тормош иптәше Таһир Шамил улы менән таныша. “Бергәләп маҡсаттарға ирешеүе, яңы үрҙәр яулауы күпкә еңелерәк. Осрашҡандан һуң икебеҙҙең дә тормошобоҙ тик яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе. Бер-беребеҙҙе көслөрәк тә, бәхетлерәк тә итәбеҙ“, — ти Йәзилә. Ысынлап та, тормоштары өлгө алырлыҡ. Бөгөнгө көндә улар ике бала ата-әсәһе. Тиҙҙән, Алла бирһә, өсөнсөләре лә була. Эштәрендә лә уңыштары ҙур: Таһир Шамил улы – МЧС подполковнигы, Йәзилә үҙенең “Прогресс” күсемһеҙ милек агентлығын етәкләй.
“Ҡыҙҙарға шуны әйтергә теләйем: кейәүгә сығам тип ҡабаланмағыҙ, йәшем үтеп бара тип борсолмағыҙ. Үҙ кешең, үҙ яртың барыбер табыла”, — тип кәңәш тә бирә Йәзилә.
Маҡсаты — кешеләргә ярҙам итеү
Тормош иптәше менән танышҡан мәлдә Йәзилә косметика һатыу менән шөғөлләнгән. Әммә структурала эшләгән ире янында был шөғөл етди һымаҡ күренмәй. Шуға ла ул танышынан һорашып белешкәс, риэлторға уҡырға була.
“Был өлкәгә килеүемдең төп сәбәбе – кешеләргә ярҙам итеү теләге. Беҙ бит уларҙың хыялдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәбеҙ, ғүмерҙәрен яҡшыртабыҙ.
Бөгөнгөләй хәтерләйем: эшкә урынлаштым да ипләп кенә коллегаларымдан күпме эшләгәндәрен һорашам. Кемеһелер 300 мең ти, кемеһелер тағы ла күберәк сумманы атай. Шул ваҡытта үҙемә маҡсат итеп 500 мең эшләүҙе ҡуйҙым. Бер нисә айҙан быға ла ирештем”, — ти Йәзилә.
Федераль компанияла ике йылдай риэлтор булып йөрөгәс, унан китеп, үҙе генә эшләй башлай. Ауыр килешеүҙәргә лә тотонған, бурыстарын теүәл үтәгән Йәзиләнең тиҙ арала клиенттары артып китә. Тәүҙә бер, шунан икенсе ярҙамсы ала. Ә 2021 йылда үҙенең “Прогресс” күсемһеҙ милек компанияһын аса.
Йәзиләнең агентлығының төп маҡсаты – кешеләргә ярҙам итеү. Командаһының һәр бер агентын: “Әгәр һатһағыҙ, үҙегеҙҙең йортто һатҡан һымаҡ, әгәр һатып алыуҙа ярҙам итһәгеҙ, үҙегеҙгә алған кеүек эшләгеҙ”, — тип өйрәтә. Килешеү, уның фекеренсә, ике яҡлап та хәүефһеҙ булырға тейеш: фатирын һатыусы ла, алыусы ла алданмай. Бөтә документтар өс-дүрт тапҡыр тикшерелә, шул иҫәптән юристар ҡулы аша ла үтә.
“Күптәр риэлторҙарҙан ҡурҡа. Йә алдар, йә аҡсаны ғәләмәт итеп алыр тип уйлайҙар. Бына, мәҫәлән, теш ауыртһа бер кем дә терапевҡа яҙылмай бит, тура теш табибына бара. Ни өсөн һуң улай булғас, күсемһеҙ милеккә ҡағылған һорауҙарҙы күршеһенә, таныштарына бирәләр? Белгестәргә мөрәжәғәт итегеҙ! Беҙ, мәҫәлән, консультация өсөн аҡса алмайбыҙ. Көн һайын ошо өлкәлә эш иткәс, бөтә яңылыҡтарҙы ла, ҡанундарҙы ла яҡшы беләбеҙ. Беҙҙең төп маҡсат аҡса эшләү өсөн генә һатыу түгел. Сөнки эшең оҡшаһа, ул былай ҙа аҡса килтерәсәк. Тәү сиратта кешенең ғүмер шарттарын яҡшыртҡыбыҙ килә. Күберәк биргән һайын, артып ҡайта”, — ти Йәзилә. Ул, ысынлап та, клиенттарына төн уртаһында ла яуап бирергә әҙер. Уның һүҙҙәренсә, ул эшләмәй, ә ҡыуаныс ала.
Ике йыл эшләп килгән "Прогресс"та әлегә тиҫтәләп агент хеҙмәт итә. Командаһына етәксе тик эшһөйәр, кешеләргә файҙа килтерергә, үҫешергә теләгән хеҙмәткәрҙәр йыя. Киләсәктә агентлыҡ ябыҡ буласаҡ, ти Йәзилә. Сөнки беренсе урында уның өсөн һан түгел, ә сифат.
Ҡасандыр колледж уҡытыусыһы Йәзиләнең күҙҙәре янып тора тигән. Ул осҡон һаман да бар. Осҡон ғына түгел — башҡаларҙы үҫешкә, маҡсаттарға этәрерлек ут дөрләй уның күңелендә. Тиккә генә Йәзилә мөмкин булмаған, булдыра алмаҫлыҡ нәмәләр юҡ, тип иҫәпләмәйҙер.
Айгөл СӘЛӘХОВА.