Өфө дәүләт нефть техник университеты республикала ғына түгел, бөтә ил буйынса абруй яулаған юғары уҡыу йорто һанала. Сәнәғәт өлкәһендә байтаҡ белгестәр әҙерләп сығарып, кадрҙар ҡытлығын хәл итеп кенә ҡалмай ул. Университетта яңы эш алымдары өйрәнелә, тәжрибәләр үткәрелә, асыштар яһала. Һәм, әлбиттә, унда уҡырға ынтылған йәштәргә лайыҡлы белем биргән, үҙҙәре үк өлгө булып торған, заман менән бергә атлаған йәш уҡытыусылар, белгестәр эшләй. Шуларҙың береһе – Рөстәм Рафиҡ улы ХӘСӘНОВ. Ул 14 йыл ғүмерен уҡытыусы тигән абруйлы һөнәргә арнап, уңышлы эшләй. Улай ғына ла түгел, йәш ғалим яңы асылған кафедраны етәкләй, доцент булараҡ фән эшен дауам итә, матур ғаилә башлығы ла.
Бала саҡ һәм уҡытыусы һөнәренең асылын аңлау
Рөстәм Күгәрсен районының Сапыҡ ауылында тыуып үҫә. Уҡытыусы һөнәре менән иҫ белгәндән таныш: ул уҡытыусылар династияһын дауам итеүсе. Ҡәрсәһе Зөһрә Фәтҡулла ҡыҙы башланғыс кластар уҡытыусыһы була. Ата-әсәһе лә – ауылдың абруйлы кешеләре. Рафиҡ Фәтих улы ғүмере буйы математика фәненән уҡыта, мәктәп директоры вазифаһын да башҡарырға тура килә. Ә Фәниә Ғариф ҡыҙы – башҡорт һәм рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Шуға ла бала саҡтан был һөнәрҙең барлыҡ ауырлыҡтарын, нескәлектәрен белеп үҫә. Көндөң тәүге яртыһы – дәрестә, икенсе яртыһы башлыса йәмәғәт һәм өҫтәлмә эштәрҙә үтә. Киске ваҡыт дәрес әҙерләүгә бүленгән. Шулай ҙа тынғыһыҙ эштән, бөтмәҫ мәшәҡәттәрҙән арыуға ҡарамаҫтан, Хәсәновтар үҙ балаларына ла матур тәрбиә бирергә, оло тормошҡа әҙерләргә тырыша.
Барлыҡ ауыл балалары ихтирам итеп торған ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырыша Рөстәм менән һеңлеһе Розалия. Розалия ла тормошта үҙ урынын тапҡан. Ике юғары белем алып, бөгөнгө көндә хоҡуҡ белгесе булып эшләй. Ә Рөстәм үҙ ауылындағы мәктәптән һуң, ата-әсәһенең кәңәше менән уҡыуын Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернатында дауам итә.
– Мәктәптә “бишле” билдәләре генә алып йөрөһәм дә, гимназияла уҡып китеүе еңелдән булманы. Имтихандар һөҙөмтәһе буйынса физика-математика класына эләктем, – ти Рөстәм Рафиҡ улы. – Информатика дәрестәре башланды, ә ул мәлдә ауыл мәктәптәрендә компьютер юҡ ине. Уҡыу программаһынан тыш миңә уны үҙләштерергә тура килде. Республиканың һәләтле балалары йыйылған, уҡыу кимәле юғары. Өлгөрә алмай киткән ваҡыттар була ине. Уңышһыҙлыҡтарға күңелем төшкән мәлдә оло йөрәкле уҡытыусыларым ышаныс өҫтәне. Улар ауылдан килгән балаларҙың хәлен аңлай ине, шул уҡ ваҡытта талаптарҙы кәметмәнеләр. “Булдыра алаһың, бирешмә! Әле ауыр, ә аҙаҡ еңелерәк булыр. Беҙ һиңә ышанабыҙ!” – тип өгөтләүҙәре һаман да иҫемдә. Һөҙөмтәлә гимназияны алтын миҙалға тамамланым һәм нефть техник университетына уҡырға индем. Бөгөнгө уңыштарым өсөн атай-әсәйемә һәм барлыҡ уҡытыусыларыма рәхмәтлемен. Улар биргән тәрбиә, белем менән тормошта маҡсаттарыма ирештем, үҙ урынымды таптым.
Эйе, ул тәүҙә уҡытыусы булыу хаҡында уйламай, шулай ҙа аҙаҡҡы курстарға еткәс, егет ныҡлап фән менән ҡыҙыҡһына башлай. Яңы эш алымдарын өйрәнеү, мөмкинлектәрҙе барлау, эш процесы барған урындарҙа булыу уға киләсәктә тағы ла уҡырға, өйрәнергә кәрәк тигән фекер уята. Етмәһә, уҡыуын ҡыҙыл дипломға тамамлаған Президент стипендиатын уҡытыусылары үҙҙәре үк фәнгә ҡоҙалай. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, 2009 йылда Рөстәм аспирантураға ҡабул ителә. Шулай итеп, кисәге студент үҙе тамамлаған уҡыу йортонда йәш уҡытыусы булып эш башлай. Ауыр булмай уға: үҙеңде нисек тоторға, нисек кейенергә, нисек һөйләргә кәрәклеген ата-әсәһенә һәм остаздарына ҡарап, күптән күңеленә һеңдергән инде.
Кандидатлыҡ диссертацияһын ер аҫты торба үткәргестәрен диагностикалау темаһына бағышлай.
– “Торбаның нимәһен өйрәнмәк кәрәк?” тип аптырай күптәр. Асылда был теманы өйрәнеп бөтөрлөк түгел. Торбалар ҙа, кешеләр кеүек, тын ала, хәрәкәт итә, ҡартая һәм сирләй. Ер һәм һыу аҫтындағы торбаларҙы махсус ҡоролма ярҙамында тикшереү, уларҙың “ауыртҡан” ерен асыҡлау, төҙәтеү һәм ғүмерҙәрен оҙайтыу – минең өсөн ҡыҙыҡлы шөғөл, – тип мауығып һөйләй йәш ғалим.
Һөнәр оҫталығы һәм яуаплы вазифа
Уҡытыусы һөнәренә еңел булған урын юҡ ул. Һөнәр биреүсе вуздарҙа эшләүҙең дә үҙ ҡатмарлыҡтары бар. Бер яҡтан ҡарағанда, мәктәпте тамамлап, киләсәккә аныҡ маҡсаттар ҡуйып, ҙур конкурсты үтеп килгән үҙаллы йәштәрҙе хәреф танырға йәки ҡыҙыҡһыныуы булмаған дөйөм фәндәргә өйрәнергә килгән мәктәп балаһы менән сағыштырып булмай. Уларҙы белем алыу өсөн өгөтләргә лә, яҡшы уҡыуҙың әһәмиәтен аңлатырға ла кәрәкмәй – үҙҙәре белә. Шул уҡ ваҡытта үҙ йүнәлешендә ярайһы белем туплаған, тағы ла күберәк белергә теләгән буласаҡ белгестәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап табыу өсөн “аяҡлы энциклопедия” булырға кәрәктер.
Уҡытыусының монологы булған дәрестәр бөгөнгө студенттарға ҡыҙыҡ түгел. Быны белгән Рөстәм Рафиҡ улы эшендә яңы алымдар ҡуллана. Уның дәрестәре йыш ҡына эшлекле диалог, тәжрибә уртаҡлашыу, уйын формаһында бара. Шуғалыр, йәш булһа ла, тиҙ арала абруй яулай. Был йәһәттән уның үҙ фекере лә бар:
– Беҙҙең университетта, ғөмүмән, белгестәрҙе йәш айырмаһына бүлеп ҡарау юҡ. Бөгөн байтаҡ ҡына етәксе вазифаһын йәштәр биләй. Уларҙың идеялары, ташып торған энергияһы, көс-ҡеүәте, яңылыҡтарға ынтылышы көслө. Тик улар оло хеҙмәттәштәрҙең тәжрибәһе һәм аҡылына таянып, матур һөҙөмтәләргә ирешә ала. 23 йәштә уҡыта башлағанда миңә бер ваҡытта ла ҡырын ҡараш ташлаусы, насар мөнәсәбәт күрһәтеүсе булманы. Киреһенсә, кәрәк урында дөрөҫ йүнәлеш табырға ярҙам итәләр. Студенттарға килгәндә, беҙ, йәш уҡытыусылар, уларға ниндәйҙер кимәлдә күрһәткес, өлгө булып торабыҙҙыр тим: тырышып уҡығанда, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкәндә, улар ҙа университетты тамамлағас, беҙҙең рәттә була ала.
Һәләтле йәштәрҙе үҫтереү – матур күренеш. Аспирантурала фәнни етәксеһе булған уҡытыусыһы, Торба үткәреү транспорты факультеты деканы Солтанмагомед Магомедтаһир улы Солтанмагомедов Рөстәм Хәсәновҡа 2019 йылда яуаплы вазифа тәҡдим итә. (Студент, аспирант ваҡытынан уҡ уның ниндәй кеше икәнлеген яҡшы белгән уҡытыусыһы бит!) Яңы асыласаҡ “Сәнәғәттә ҡулланылған торба үткәреү системалары” кафедраһы йәш уҡытыусы иңенә ышанып тапшырыла. Башҡалар бындай вазифаны “мираҫҡа”, йәғни кемдәндер ҡабул итеп алып, эште артабан дауам итһә, Рөстәмгә уҡыу программаларын раҫларға, документтар юлларға, коллектив тупларға – эште нигеҙенән башлап төҙөргә тура килә. Килешеү буйынса был кафедра йыл һайын “Роснефть” һәм “РН-БашНИПИнефть” ойошмаларына ун белгес әҙерләп сығара.
Бер йылдан кафедрала университет тарихында тәүгеләрҙән булып тулыһынса инглиз телендә белем биргән бакалавриат программаһы асыла. Коммерция нигеҙендә белем алыу өсөн сит ил студенттары ҡабул ителә унда. Тәүге уҡыу йылында план буйынса 20 кеше алынһа, конкурстың ҙур булыуын иҫәпкә алып, һуңғы ике йылда уларҙың һаны 60-ҡа артҡан. Бөгөн был программа буйынса Мысыр, Пакистан, Синегал, Камерун, Һиндостан, Сәғүд Ғәрәбстаны, Иран, Нигерия, Иордания һәм башҡа илдәрҙән йөҙәрләгән студент һөнәр үҙләштерә. Дөйөм алғанда, юғары уҡыу йортонда 2 меңгә яҡын сит ил студенты уҡый. Был Өфө дәүләт нефть техник университетының донъя кимәленә күтәрелеүенә асыҡ дәлил булып тора түгелме?
Тик һәр яңылыҡ үҙенә күрә һынауҙар ҡуя. Белем биреү өсөн уҡытыусыларҙың үҙҙәренә йыл һайын инглиз теленән имтихан тапшырырға, раҫлаусы сертификаттар алырға тура килә. Беҙ өйрәнгәнсә, ябай аралашыу өсөн түгел, ә техник белем бирерлек кимәлдә. Шуныһын да билдәләргә кәрәк: мәктәп һәм студент йылдарында немец телен өйрәнгән Рөстәм 2019 йылда тәүге тапҡыр инглиз алфавитын асып, алдына һала. Дүрт йыл арауығында телде ныҡлы өйрәнә алыуы уның ныҡышмаллығын, маҡсатына ынтылышын күрһәтә лә инде. Кафедра етәксеһе булараҡ, уға студенттар менән булған проблемаларҙы хәл итергә тура килә. Төрлө ил халҡында – төрлө менталитет. Ябай ғына хәлдәрҙең аңлашылмаусанлыҡ тыуҙырыуы бар. Закондарҙы, йәмәғәт урындары ҡағиҙәләрен белмәү ҙә үҙен һиҙҙертә. Рөстәм Рафиҡ улы башҡа педагогтар менән бер рәттән йәштәргә Башҡортостан һәм Рәсәй тураһында һөйләп, тәртип буйынса аңлатыу эштәре лә алып бара.
Университет уҡытыусыларының эш процесы ябай түгел. Бер көн улар студенттарға белем бирә, иртәгә нефть-газ өлкәһендә эшләп йөрөгән белгестәрҙең квалификацияһын үҫтерә. Бер ни тиклем ваҡыттан үҙҙәре лә парта артына ултыра – уҡытыусы эше бөтмәҫ эҙләнеүҙәрҙән, уҡыуҙарҙан тора. Шул уҡ ваҡытта илдең төрлө төбәгендәге сәнәғәт майҙандарына сығырға тура килә. Рөстәм Рафиҡ улы торба үткәргестәрҙе өйрәнеү маҡсатында тотош илде иңләгән: Ҡара һәм Балтик диңгеҙҙәрҙән алып Хабаровск крайына тиклем барып еткән, Себер һәм Волга буйы төбәктәрен урап сыҡҡан. Аңларға була: ҡатмарлы өлкәлә теория менән генә белем алып та, биреп тә булмай. Шулай уҡ тиҙ, йылдам үҫешкән тармаҡ булараҡ, сәнәғәттәге һәр яңылыҡты уҡытыусылар үҙҙәре белеп-күреп, шунан ғына студенттарға аңлата ала.
– Үҙемде ҡаты холоҡло кеше тип әйтмәҫ инем. Ә бына уҡытыусы булараҡ студенттарға талапсанмын. Сөнки нефть-газ өлкәһе юғары эш хаҡы ғына түгел, ҙур яуаплылыҡ талап иткән ҡатмарлы системаларға бәйле хәүефле эш. Бәләкәй генә яңылышлыҡтарҙан авариялар булыуы, кеше ғүмерҙәре өҙөлөүе бар. Талапсанлығым менән һәр уҡыусыма шуны аңлатырға тырышам. Ғөмүмән, уҡытыусы ниндәйҙер кимәлдә илдең киләсәген билдәләй. Бөгөн нисек итеп белем бирелеүенә, уҡыусы менән уҡытыусы араһында үҙ-ара ниндәй мөнәсәбәт ҡоролоуына ҡарап киләсәгебеҙ төҙөлә. Шуның өсөн дә педагог тейешле кимәлдә уҡытырға, йәштәр тормошта лайыҡлы урынын тапһын өсөн йүнәлеш күрһәтергә бурыслы. Шул иҫәптән мин дә, – ти ғалим.
Рөстәм Рафиҡ улының хеҙмәте лайыҡлы баһаланып килә. Быйыл ул Башҡортостан Республикаһы Дәүәләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесенең Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән. Былтырғы йыл һөҙөмтәләре буйынса ул етәкләгән кафедра алдынғылар рәтенә сыҡҡан һәм университеттың дипломына эйә булған. “Башнефть”, “Газпром”, “Транснефть”, “Роснефть” кеүек абруйлы компаниялар уның эшен гранттар, маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләй. Бынан тыш, ғалим “Башҡортостандың йәш лидерҙары” конкурсының еңеүсеһе булырға өлгөргән.
Илһөйәрлек тойғоһо һәм ғаилә
Белемле һәм тәжрибәле белгестәргә һәр ваҡыт ихтыяж ҙур. Уларҙы юғары эш хаҡы, дәрәжә менән ҡыҙыҡтырып, һәр алдынғы ойошма үҙенә йәлеп итергә тырыша. Рөстәмгә лә ундай тәҡдимдәр килеп тора. Белем алған университеты алдындағы яуаплылыҡ һәм уҡытыусыларының ышанысы уның өсөн барыһынан да өҫтөн. Ә Мәскәү, Себер тарафтарына китеү тураһында уйлағыһы ла килмәй. Илһөйәрлек тойғоһо милли мөхиттән айырылырға бирмәй уға.
Кеше күңеле ятҡан ерҙә, яратҡан эше менән шөғөлләнеп, яратҡан кешеләре менән ғүмер иткәндә генә тулы бәхет тойғоһо кисерә. Рөстәм Хәсәновтың тормошо ла ошо өс һөйөүгә бәйләнеп, матур ағыш менән бара. Ҡатыны Нурзиә – Баймаҡ ҡыҙы, “Йәншишмә” гәзите редакцияһында эшләй. 12 йыл элек ғаилә ҡороп, тормош йөгөн уртаҡ итеп алып баралар. Балалары Сәлимә менән Нурсолтан үҫеп килә. Хәсәновтар бер нисә йыл элек Өфө ҡалаһында үткән “Йәш ғаилә” конкурсында ҡатнашып, еңеү яулағандар. Был еңеү уларға баш ҡаланы республика этабында күрһәтеү хоҡуғы биргән. Күләмле бәйгелә лә һынатмаған улар – 2-се урын яулағандар. Хеҙмәт һөйөп үҫкән ауыл егете ял көндәрендә лә эшһеҙ ултыра белмәй – ҡала ситендәге баҡсаһына ашыға. Йорт һалыу, ағас эше менән булышыу уға ҡайнап торған тормошта тыныслыҡ табырға, уйҙарын теүәлләргә ярҙам итә.
– Эшем күп ваҡытты алһа ла, ял сәғәттәрен яҡын кешеләрем менән үткәргем килә. Улым менән ҡыҙыма ваҡыт бүлергә, уҡыуҙарында ярҙам итергә тырышам. Ғаилә менән мәҙәни сараларға йөрөйбөҙ. Ә йәйге ялдарҙа республиканың матур урындарына сәйәхәт итәбеҙ, ауылға, атай-әсәйҙәр янына ҡайтабыҙ. Үҙем һәр ваҡыт ҡартайым Фәтих Абдулла улына эйәреп йөрөп үҫкәс, олатай-өләсәй тәрбиәһенең ҙур әһәмиәткә эйә булыуын беләм. Ҡартайым мәрхүм ат егеп алыр ҙа, мине эргәһенә ултыртып, күрше ауылдарҙағы туғандарына хәл белергә сығып китер ине. Юлда осраған тау-йылғаларҙың, ауылдарҙың тарихын һөйләп, ашыҡмайынса, тирә-яҡҡа һоҡланып бара торғайны. Туған телде, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәйбәт белһендәр өсөн балаларымдың да ауылда мөмкин тиклем оҙағыраҡ булыуын теләйем, – ти Рөстәм Рафиҡ улы.
Ҡасандыр үҙенең бар яҡтан да өлгө булған остаздарына һоҡланып, улар кеүек уңыштарға өлгәшергә, матур тормош юлын үтергә тигән маҡсаттар ҡуйған егет бөгөн үҙе үк студенттарына шундай өлгө күрһәтеп йәшәй. Диплом алып эш башлаған йәштәрҙең уҡытыусыһын онотмай рәхмәт һүҙҙәрен әйтеүе, хәл белешеүе, байрамдарҙа ҡотлауы, улай ғына ла түгел, һайлаған һөнәренән кинәнес табып эшләүе оло бәхет икәнен дә аңлай...
Гөлнур ҠЫУАТОВА.