Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Хирург булып тыуалар!”

— Әлбиттә, табип һөнәре ауыр икәнен белеп үҫтем. Ул ваҡытта ашығыс машиналар бар ине, тик юлдар булмаһа, ат менән дә, йәйәү ҙә йөрөгән саҡтары иҫтә. Әммә үҙемде башҡа бер һөнәрҙә лә күҙ алдына килтерә алманым.

“Хирург булып тыуалар!”
“Хирург булып тыуалар!”

“Кабинетыма әсәле-ҡыҙлы икәү килеп инде. Ҡыҙҙың яурынындағы миңе кейемгә ышҡылып боҙолған икән. Әсәһе дауаларға теләй. Миңде алып ташларға кәңәш иттем, сөнки гел дә йәрәхәтләнеп торһа, аҙаҡ ҡаты ауырыуға килтереүе ихтимал. “Юҡ-юҡ! — тине әсәһе. — Минең дә яурынымда шундай уҡ миң бар. Ул беҙҙе башҡаларҙан айырып тора, яҡыныраҡ та итә!..”
Ҡатын менән оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Әсә менән ҡыҙҙы яҡынайтҡан башҡа төрлө шөғөлдәр табырға, йола булдырырға тәҡдим иттем. Ваҡыт үтте, икеһенең дә миңен алдыҡ. Хәҙер улар декабрь һайын тау шыуырға бара, ә йома һайын яратҡан кафеларында сәй эсә... Беҙҙе миңдәр түгел, ә уртаҡ шөғөл, ғаилә йолалары яҡынайтырға тейеш...”
Был хәл хирург, онколог, лазер белгесе Ринат ЗАҺИҘУЛЛИН менән булған. Ун биш йыллыҡ эш тәжрибәһендә бындай тарихтар байтаҡ ҡына йыйылған. Ҡасандыр санитар булып хеҙмәт юлын башлаған Ринат Әмир улы бөгөн Өфөлә үҙенең “Эстет табибы” исемле клиникаһын асыуға ирешкән.

 

— Бәләкәйҙән табип булырымды белдем, — ти Ринат Әмир улы. Былай тип әйтеүгә үҙ сәбәптәре лә бар: ул — атаһының юлын дауам итеүсе.
Ринат Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тыуып үҫкән. Ғаиләһендә улар икәү — апаһы Рүзилә БДПУ-ның сәнғәт-графика факультетын тамамлаған, әлеге көндә ғаиләһе менән Мәскәү ҡалаһында йәшәй. Аталары Әмир Ноғәмән улы 45 йылдан ашыу Сәйетбаба участка дауаханаһында терапевт булып эшләгән, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы, хеҙмәт ветераны исемдәренә лайыҡ булған. Шуға ла ул атаһының кешеләрҙе дауалағанын, уларға һаулыҡ килтергәнен күреп үҫә, уға эйәреп дауаханаға йөрөгән саҡтары ла була.
— Балалар баҡсаһынан баш тартып, бер йыл буйы атайым менән эшенә йөрөнөм. Хатта юлда бәпәй тапҡан осраҡтарҙы күрергә тура килде, — ти Ринат Әмир улы. — Әлбиттә, табип һөнәре ауыр икәнен белеп үҫтем. Ул ваҡытта ашығыс машиналар бар ине, тик юлдар булмаһа, ат менән дә, йәйәү ҙә йөрөгән саҡтары иҫтә. Әммә үҙемде башҡа бер һөнәрҙә лә күҙ алдына килтерә алманым. Хирург булып тыуалар, тигәндәре шулдыр. Хәтерҙә, бала саҡта иптәш малайҙарҙың шешкән бармаҡтарын дауалай торғайным.
Әсәләре Фәнүзә Хөрмәт ҡыҙы — районда ихтирамлы, уҡыусыларҙың һөйөүен яулаған педагог. 42 йыл эшләп, фиҙакәр хеҙмәте өсөн “Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы”, “Башҡортос­тандың атҡаҙанған уҡытыусыһы”, хеҙмәт ветераны исемдәренә лайыҡ булған. Балалары­на ул, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ, бәләкәйҙән туған телгә, әҙәбиәткә һөйөү уята. Быны һөйләшкәндән дә төҫмөрләп була: Ринат Әмир улы хатта медицина терминдарын саф башҡортса әйтә.
— Телде белеү, иң беренсе — атайым менән әсәйем тәрбиәһе. Икенсенән, мин уҡыған гимназия был йәһәттән бик көслө булды. Студент йылдарында хатта телевидениела кастинг үттем. Йәнәһе, алып барыусы булам. Әммә миңә, ҡустым, медицина өлкәһендә генә ҡал, тип әйтеп сығарҙылар, — тип көлә ул.
Ринат алтынсы класҡа тиклем тыуған ауылында уҡый, әммә малайға ауыл мәктәбенең стеналары тарыраҡ булып күренәме, ул ҙурыраҡ ергә барып уҡыу хыялы менән яна башлай. Ата-әсәһе улдарының теләгенә ҡаршы килмәй. Етенсе класҡа Ринат Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатҡа урынлаша. Уның лидерлыҡ, ойоштороу сифаттары тап ошонда асыла, тиһәк тә яңылыш булмаҫ. Ринат мәктәп президенты булып һайланып, уҡыусылар өсөн төрлө саралар, кисәләр үткәреүҙе ихлас башҡара. Район кимәлендәге олимпиадаларҙан, ярыштарҙан ситтә тороп ҡалмай, үҙен алып барыусы кеүек тә күрһәтә, милли көрәш менән дә шөғөлләнә. Шул уҡ ваҡытта уҡыуҙа ла һынатмай: ун беренсе класты көмөш миҙалға тамамлай.
Егет, табип булам тигән хыялына тоғро ҡалып, гимназияла саҡта уҡ медицина буйынса уҡырға инергә етди әҙерләнә башлай. Махсус квота (маҡсатлы йүнәлеш) алып, имтихандарҙы уңышлы тапшырып, Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау эше факультетына инә. Ошо йүнәлеште һайлаған кешеләргә һоҡланмай булмай. Был һөнәрҙә һәр пациенттың һаулығы һәм ғүмере өсөн яуаплылыҡ алаһың бит! Ә нисә йыл уҡырға кәрәк! Университеттан тыш, интернатура, ординатура көтә... Шул арала эшләп, тәжрибә туплай торорға кәрәк.
Ринат Әмир улының, медицина өлкәһенә ҙур ынтылыш менән килгәнгәме, уҡыуы ла яҡшы бара. Йүгереү, футбол менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Ә өсөнсө курстан һуң ашығыс ярҙамға санитар булып урынлаша, шунан медбрат булып китә. Аҙаҡтаныраҡ инде махсус бригадаларҙа саҡырыуҙарға сыға башлай.
— Ашығыс ярҙамда эш бик оҡшай ине. Төрлө шарттарҙа, төрлө кимәлдә йәрәхәтләнгән кешеләргә тәүге ярҙам күрһәтеү — ҙур тәжрибә. Әммә уҡыуҙы тамамлағас, унан китергә тура килде, — ти Ринат Әмир улы.
Интернатураны ул көслө хирургияһы менән дан алған баш ҡаланың 8-се дауаханаһында үтә. Бында ул арҙаҡлы хирургтарҙан дәрестәр алып, тәжрибә туплай. Былары, әлбиттә, ҡыуандыра. Әммә Ринат Әмир улының күңелен ҡайтарылмаған “бурыс” өйкәй. Райондан квота менән уҡырға ингәс, тыуған яғында эшләргә ҡарар итә.
— Районда бик мауыҡтырғыс эш көткән. Унан мин унверсал-хирург булып сыҡтым. Нейрохирург та, уролог та, гинеколог-акушер ҙа, травматолог ролдәрен дә башҡарҙым. Көн аша дежурство булды. Бер тапҡыр хатта, башҡа белгестәр ауырып китеү сәбәпле, үҙем генә тороп ҡалдым, — тип йылмайып иҫләй ул йылдарҙы Ринат Әмир улы.
Бында ул, ысынлап та, сыныға. Кисәге студентҡа ауыр хәлдә юғалып ҡалмаҫҡа, елкәгә яуаплылыҡ алырға, күҙ төбәп килгән кешеләрҙе кире бороп сығармаҫҡа өйрәнергә тура килә.
— Тормошта төрлө хәлдәр була. Барыһы ла китапта яҙылғанса ғына, университетта өйрәткәнсә генә бармай шул. Ауырыуҙарҙың да, кешеләрҙең дә төрлөһө осрай. Бер тапҡыр йөрәге тирәһенә бысаҡ ҡаҙалған егетте килтерҙеләр. Минең өсөн, яңы ғына интернатураны бөткән кешегә, был осраҡ ҙур һынау булды. Шул саҡ эргәмдә шәфҡәт туташы: “Ринат Әмир улы, барыһы ла килеп сығасаҡ, белемегеҙ бар, көсөгөҙ бар”, — тип дәртләндереп, ҡеүәт өҫтәне, тулҡынланыуым бер аҙ баҫылды. Бысаҡ йөрәккә бер-ике сантиметр етмәгән булған, егетте ҡотҡарҙыҡ. Шәфҡәт туташтары — үҙҙәре лә операция эшләрлек кешеләр, минең төп ярҙамсыларым булып торҙо. Ҙур рәхмәт уларға! — ти табип.
Ринат Әмир улына, пациенттарға ярҙам итеүҙән тыш, ойоштороу эштәре менән дә шөғөлләнергә тура килә. Мәҫәлән, кабинетында компьютер булмай. Тығыҙ графикта бөтә ҡағыҙ-документтарҙы ҡулдан тултырып ултырыу күп ваҡыт сарыф итә. Йәш хирург ҡайҙандыр иҫке генә булһа ла компьютер, принтер табып, кабинетына ултырып, эште яйға һала.
Егеттең өлгөрлөгөн, ҡыйыулығын күреп, өлкән коллегаһы артабан уҡыуҙы дауам итергә өгөтләй башлай. Ринат Әмир улы башта уның һүҙҙәренә артыҡ иғтибар итмәһә лә, тора-бара белемен камиллаштырыу теләге уянып китә. Тиҙҙән ул кире Өфөгә килеп, ординатураға керә, 22-се дауаханалағы эндоскопия курсы менән хирургия кафедраһына уҡырға инә.
Бер йыллыҡ ординатурала егет хирургияны үҙе өсөн бөтөнләй икенсе яҡтан аса. Яңы технологиялар ярҙамында ҡатмарлы операциялар эшләү уны бик мауыҡтыра. Уның сәмсел икәнен, тиҙ отоп өйрәнеп алғанын, күҙҙәре янғанын күреп, уҡыуын тамамлауға ошо уҡ дауаханала ҡалырға тәҡдим итәләр. Шулай Ринат хирургия бүлегендә эш башлай.
— Тәүге йыл әрмеләге хеҙмәт һымаҡ үтте. Бер йыл буйына тик көндөҙ генә эшләйһең. Бынан тыш, тағы ла дежурлыҡтарың бар. Үҙеңде тотошлай хирургияға ғына бағышлайһың, — тип иҫләй Ринат Әмир улы.
— Табип булыу — ул һөнәр генә түгел, йәшәү рәүеше лә. Клиниканың стеналарынан тыш та кешеләргә ярҙам итергә тура килгәне булдымы? — тип һорайым табиптан.
— Ундай осраҡтарҙы иҫәпләргә ҡулдарым­дың бармаҡтары ла етмәҫ. Юлда ла, самолетта ла ярҙам итергә тура килгәне бар. Бына әле яңыраҡ ҡына юл-транспорт фажиғәһе шаһиты булдым. Туҡтап, йүгереп барып еткәнемдә бер ағай тын ала алмай, үлем менән көрәшә ине. Уға тәүге ярҙам күрһәтеп, ашығыс ярҙам килгәнен көтөп, дауаханаға оҙатып ебәрҙем.
Ундай хәлдәрҙе бер нисек тә күрмәмеш булып уҙып китә алмайым. Кеше булараҡ та, табип булараҡ та ярҙам итергә тейешмен. Карьера үҫтереү, наградалар алыу — бер, ә башҡаларға ярҙам итә алыу — бөтөнләй икенсе төрлө кинәнес, оло шатлыҡ, — тип бүлешә Ринат Әмир улы.
...Уҡыу йылдары артта ҡалды, эш үҙ яйы менән бара. Инде ғаилә тураһында ла уйланырға була. Бер кис Ринат Әмир улы таныш димсе апаһына: “Миңә кәләш алырға ине”, — тип шаяртып, мөрәжәғәт итә. Димсе апаһы, “һайт” тигәнгә “тайт” тип, компьютерын тоҡандырып, анкеталар күрһәтергә тотона. Ул оҡшамай, был бармай, тип ултырғанында егет буласаҡ ҡатынының фотоһын күреп ҡала: “Ошо ҡыҙҙы кәләш итеп алам”, — тип әйтеп һала. Ҡыҙҙың номерын алып, уға яҙа башлай. Һылыу тәүҙә теләр-теләмәҫ кенә яуап бирһә лә, аҙаҡ ихлас аралаша башлай. Тәүге күрешеүҙәре лә хәтерендә уйылып ҡалған.
— Иң беренсе мин ҡәйнәм менән таныштым. Улар дауаханаға ниндәйҙер эш менән килгәндәр ине. Шунан инде буласаҡ ҡатынымды күрҙем, — тип йылмая Ринат Әмир улы.
Егеттең күҙе төшкән һылыу Ырымбур өлкәһенән Светлана Шафиҡ ҡыҙы булып сыға. Шулай уҡ медицина өлкәһендә эшләй, һөнәре буйынса — фтизиатр. Улар бер-береһенә тәү күреүҙән тиерлек ғашиҡ булып, бер йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң өйләнешеп ҡуя. Артабан инде ҡәҙимгесә ғаилә тормошо башлана: өй һалыу, киләсәкте ҡайғыртыу, балалар тураһында уйланыу...
2014 йылда йәштәрҙең улдары донъяға килә. Малайға Арыҫлан тип исем бирәләр. 2015 йылда ҡыуаныстарын арттырып, ҡыҙҙары ла тыуа. Уға Сабрина тип исем ҡушалар.
— Тормош юлында һәр кемдең яҡшы тылы булырға тейеш, — ти Ринат Әмир улы. — Хәләл ефетем кәңәштәр биреп, маҡсаттарға ирешергә юлдар күрһәтеп тормаһа, минең бер нимә лә килеп сыҡмаҫ ине. Ғаилә, ғөмүмән, ул ҙур этәргес.
Ғаилә ишәйә барған һайын, йәш табип эшкә лә дәртлерәк тотона. Ни тиһәң дә, кескәйҙәргә лайыҡлы белем, тәрбиә, бәхетле бала саҡ бирергә кәрәк. Шулай ул лазер хирургияһы өлкәһенә килә. Дүрт йыл төп эшенән тыш шәхси клиникала лазер хирургияһы менән шөғөлләнгәс, Мәскәүҙәге медицина форумына барыу бәхете тейә. Унда яңы технологиялар күреп, башҡа белгестәр менән аралашҡас, ифрат ҡанатланып ҡайта. О. К Скобелкин исемендәге Дәүләт лазер медицинаһының фәнни үҙәгендә арҙаҡлы онкологтарҙан белем алып, тәжрибә туплап, онкология буйынса сертификат та ала.
— Яман шештән һаҡланырлыҡ ысул бармы? — тип һорайым унан.
— Онкологияға килгәндә, нәҫелдән күскән ауырыуҙы киҫәтеп булмай. Әммә күпселек осраҡта кешеләр был ауырыу миңә ҡағылыр тип уйлап та бирмәй, үкенескә күрә. Шунлыҡтан яман шеште алдан уҡ иҫкәртеп өлгөрмәйҙәр. Үҙемдең статистикамдан алып әйтәм, ҡайһы бер райондарҙа күпләп кеше тиренең онкологик сирҙәренә дусар була. Шуның өсөн иң тәүҙә ашаған ризыҡтың, эскән һыуҙың сифатына иғтибар итергә тейешбеҙ. Шулай уҡ стресты кәметеү мотлаҡ. Был ауыр, әлбиттә, әммә тырышырға кәрәк! Иң мөһиме, белгескә күренеп тороғоҙ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! — тип кәңәш бирә Ринат Әмир улы.
Туҡтауһыҙ алға барған медицина өлкәһендә хеҙмәт итеүселәргә белемдәрен камиллаштырып тороу мотлаҡ. Һәр ваҡыт ҡабат-ҡабат уҡыу — уңыштың, үҫештең төп сере. Заһиҙуллиндарҙың “Эстет табибы” клиникаһын асыуҙарын үҫештең ғәҙәти юлы тип ҡабул итергә булалыр. Ринат Әмир улы байтаҡ тәжрибә туплаған, дәүләт дауаханаһында ла, шәхси үҙәктәрҙә эшләп ҡараған. Был өлкәне үҙе лә, ҡатыны ла эстән һәйбәт белә. Улар үҙҙәренең клиникаһын булдырыу ҡулдан килмәҫлек эш түгеллеген бик яҡшы аңлай. Әлбиттә, бизнес булдырыуҙың үҙ ауырлыҡтары бихисап. Шулай ҙа, бер-береһе менән кәңәшләшеп эшләп, бәләкәй-бәләкәй аҙымдар менән Заһиҙуллиндар маҡсаттарына ирешә. Шөкөр, аҡыллы кәңәштәр биреп торған, ярҙам ҡулы һуҙған кешеләр ҙә юлдарында осрап тора.
— Остаздар кешенең тормошона ныҡ йоғонто яһай. Медицинала беренсе остазым — атайым. Икенсе остазым — донъя кимәлендәге ғалим-хирург Вил Тимербулатов. Вил Мамил улы менән операцияларҙа ҡатнашыу — үҙе бер ғорурлыҡ! Үҙемде уның уҡыусыһымын тип әйтеү — дәрәжә! Ошо кешеләргә, шулай уҡ һүҙе, кәңәше, эше менән ярҙам итеп торған профессор Марсель Тойғоновҡа һәр саҡ рәхмәтлемен, — ти Ринат Әмир улы
Шулай Заһиҙуллиндар, дуҫ-иштәренең, остаздарының ҡеүәтен тойоп, Өфө уртаһында “Эстет табибы” тип аталған матурлыҡ һәм сәләмәтлек клиникаһы булдыра.
Ринат Әмир улы хирург, онколог булып ҡабул итһә, ҡатыны Светлана Шафиҡ ҡыҙы — косметолог та, баш табип та. Клиникала тәндәге миңдәрҙе, башҡа төрлө биҙҙәрҙе диагностикалау, алып ташлау, косметология процедуралары, татуажды юйыу, гистологияға анализ алыу һәм башҡа күп төрлө хеҙмәттәр тәҡдим ителә.
— Төп маҡсатыбыҙ аҡса эшләп ултырыу түгел. Иң мөһиме — кешеләргә ярҙам итеү, уларға дөрөҫ һәм көнүҙәк мәғлүмәт биреү, шуға ла социаль селтәрҙәрҙә әүҙем эш алып барабыҙ. Сит илдәрҙә тәнде ҡояштан һаҡлау киң таралған. Ә беҙҙә бик һирәктәр генә һаҡлана. Шулай уҡ йәрәхәтләнгән, ҡамасаулған миңдәргә иғтибар итмәйбеҙ, муйынсаҡтар, ышҡып торған кейемдәр кейеүҙе дауам итәбеҙ. Сөйәлдәрҙе, папилломаларҙы ниңәлер халыҡ ысулдары менән алып ташларға яратыусылар күп. Йә еп менән бәйләп өҙәләр, йә йод, йә сөйәл үләнен (чистотел) ҡулланалар. Шулай итеп, үҙҙәрен үҙҙәре онкологияға килтерәләр, бер миллиметрлыҡ сөйәлде алам тип, тәндәрен яндыралар. Ошо йәһәттән кешеләргә дөрөҫ мәғлүмәт, кәңәштәр, дауаланыу тәҡдим итәбеҙ. Ҡабул иткәндә барыһын аңлатабыҙ, кәрәкһә, косметолог­тар менән дә эшләйбеҙ. Беҙҙең клиниканың атамаһында “эстет” һүҙе юҡҡа ғына түгел: һаулыҡҡа ла, тышҡы матурлыҡҡа ла ҙур иғтибар бүләбеҙ, — ти табип.
— Пациенттарҙың да төрлөһө осрайҙыр. Һәр кемеһе менән уртаҡ тел табып буламы?
— Мин иң беренсе матур итеп һөйләшеү яҡлы. Кәрәк булһа, башҡортсалап, ябайлаштырып аңлатам. Сөнки кешегә, айырыуса өлкәнерәк быуын вәкилдәрендә, оялыу тигән нәмә бар. Табип менән пациент араһында барьер булһа, дауалау алға бармаясаҡ. Аңлашылмаусанлыҡ тыуһа, яңы технологиялар ҡулланаһыңмы, иң яҡшы дарыу­ҙар яҙаһыңмы, яҡшыға үҙгәреш күренмәйәсәк. Пациенттар менән нисек һөйлә­шергә икәнен атайымдан күреп үҫтем. Ул кешеләр менән ихлас әңгәмәләшә, иғтибар менән тыңлай, кәрәкһә, арҡаларынан һөйөп тә ала ине.
Әлеге көндә Ринат Әмир улы Өфөлә генә түгел, райондарға ла сығып пациенттарҙы ҡабул итә. Төп йүнәлеше — тирелә үҫкән биҙҙәр, төйөрҙәрҙе диагностикалау, лазер ярҙамында алып ташлау.
Үҙ эшеңдә эшләү һиңә икенсе төрлө көс бирә. Шунлыҡтан да әлеге кимәл менән генә риза булырға теләмәй, Ринат Әмир улы, киләсәккә ҙур ғына пландар ҡора. “Эстет табибы” клиникаһын киңәйтеп, гинекология, урология һәм УЗИ кабинеттарын асырға теләйҙәр. Технологиялар үҫешен күҙ уңында тотоп, клиникала лазер хирургияһын камиллаштырыу өҫтөндә эшләйҙәр.
Ринат Әмир улы кеүек кешеләрҙең тәүлегендә егерме биш сәғәттер, тип уйлап ҡуям. Ҡайһы арала ғаиләгә, эшкә, ялға, уҡыуға ваҡыт табаларҙыр? Шул уҡ арала йәмғиәткә лә файҙа килтереп өлгөрәләр. Заһиҙуллиндар, мәҫәлән, экология тураһында ҡайғырта. Үткән йылда дуҫ-иштәре менән йәмғиәт проекты төҙөп, Белорет, Иглин, Дәүләкән райондарында 55 мең төп ағас ултыртҡандар. Быйыл инде бер төркөм ҡыҙҙар-егеттәрҙе йыйып, ул ағастар ни хәлдә ултырғанын ҡарап, тәрбиәләп китергә уйлай. Артабан да ошо эште дауам итергә хыяллана.
— Иң ҙур байлыҡ – ваҡыт, — ти Ринат Әмир улы. — Уны файҙа менән сарыф итеү мотлаҡ. Ваҡытты саҡ ҡына дөрөҫ итеп бүлмәһәң, эштәрең алға бармай, өлгөрмәй башлайһың. Шуға ла көнөмә лә, аҙнаға ла пландарҙы алдан төҙөп ҡуям. Атайым әйтмешләй, иртә торғандарҙы Аллаһ Тәғәлә тыңлап тора!
— Ә йәштәргә нимә теләр инегеҙ?
— Йәштәр ғүмерҙәрен үҙгәртер өсөн етди аҙымдар эшләргә ҡурҡмаһындар. Шул осраҡта ғына аңың йәмғиәт ҡуйған сиктәрҙән азат буласаҡ. Ғүмер буйы бер урында ғына эшләү мөһим түгел, аҡса күп түләнә тип яратмаған һөнәр эйәһе лә булырға тейеш түгелһең... Үҙ теләктәрегеҙ менән алдығыҙға ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәгеҙ! Ә инде эргәгеҙҙә тәжрибәле, үрҙәр яулаған кешеләр булһа, уларҙан өйрәнергә, кәңәштәренә ҡолаҡ һалырға онотмағыҙ!


Заһиҙә МУСИНА.

Автор:
Читайте нас: