Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Археология аша еремдең тарихын өйрәнәм

Хәйер, ул – музей эшендә генә түгел, ә, ғөмүмән, археология өлкәһендә танылыу яулаған белгес. Байтаҡ эҙләнеү эштәрендә ҡатнашып, әллә күпме асыштарға, табыштарға юлығып, ҡыҙыҡлы хеҙмәт юлы үткән кеше лә ул.

Археология аша  еремдең тарихын  өйрәнәм
Археология аша еремдең тарихын өйрәнәм

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров туризмды үҫтереү буйынса айырым программа ҡабул иткәс, республикала был йәһәттән эштәр алға китте. Данир Ғәйнуллин етәкселегендәге Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге иһә туризмды үҫтереүгә генә түгел, ә иҫтәлекле урындарҙы фәнни күҙлектән өйрәнеү, һаҡлау һәм халыҡты ҡыҙыҡһындырыу өсөн көс һала. “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексын, “Ирәндек” тарихи-археологик һәм ландшафт музей-ҡурсаулығын иҫкә алыу ҙа етә.
Үҙәк хәҙерге ваҡытта Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейы проектын тормошҡа ашырыу йүнәлешендә эшләй. Көслө, ғилемле һәм тәжрибәле белгестәрҙән торған команда Рәсәйҙә үҙенә тиңе булмаған тарихты, мәҙәниәтте, рухи мираҫты өйрәнә, археологик экспедицияларҙа табылған ҡомартҡыларҙан экспозиция әҙерләй. Был йәһәттән Археология мираҫы бүлегенең баш белгесе Дим Замир улы ҒИЗЗӘТОВТЫҢ хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Хәйер, ул – музей эшендә генә түгел, ә, ғөмүмән, археология өлкәһендә танылыу яулаған белгес. Байтаҡ эҙләнеү эштәрендә ҡатнашып, әллә күпме асыштарға, табыштарға юлығып, ҡыҙыҡлы хеҙмәт юлы үткән кеше лә ул.

– Дим Замир улы, әйҙәгеҙ әңгәмәне Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейы тураһында һөйләшеүҙән башлайыҡ. Был музей һеҙҙең төп эшегеҙме?
– Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге хеҙмәткәре булараҡ, мин ундағы барлыҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашырға бурыслымын. “Шүлгәнташ” музейы комплексын булдырғанда ла ике йыл унда эшләнем. Ә күсмә цивилизациялар музейы проекты өҫтөндә эшләү айырыуса ҡыҙыҡлы һәм мәртәбәле, сөнки, тарихсы булараҡ, мине һәр ваҡыт Урта быуат осоро ҡыҙыҡһындырҙы. Шуға ла был эштең башынан аҙағына тиклем ҡатнашырға тырышасаҡмын.
– Ә был музейҙың әһәмиәте нимәлә?
– Бындай музейҙың кәрәклеге күптән өлгөргән мәсьәлә ине. Ниһайәт, республика етәкселеге уны аңлап, фатиха бирҙе. Дөйөм алғанда, халыҡта Урта быуат, Алтын Урҙа дәүеренә кире ҡараш, тойғо тип әйтәйемме, һалына килде. Быға татар-монгол иҙеүе, яу килгәндә ауылдарҙы яндырыу, емереү, халыҡты ҡыҫыу кеүек күренештәр ҙә үҙ йоғонтоһон яһағандыр. Ә ысынбарлыҡта иһә хәлдәр бер аҙ икенсерәк. Күсмә халыҡтарҙың, ҡыпсаҡтарҙың мәҙәниәтен һеңдергән, Евразия далаларының яңы тенденцияһын барлыҡҡа килтергән осор ул Урта быуат. Бынан тыш, Алтын Урҙа емерелгәс, ул сәйәси яҡтан эшен туҡтатһа ла, территориаль һәм дәүләт булараҡ Мәскәү байрағы аҫтына күсә. Уның күп өлөшө әлеге мәлдә – Рәсәй биләмәһендә. Шул осорҙа аҫаба башҡорттар төбәгендә халыҡтарҙың ҡеүәтле хәрәкәте башланған, Көньяҡ Урал тиҫтәләгән мәҙәниәт һәм телдәр киҫешкән үҙәккә әүерелгән. Бында күп быуаттар дауамында бергә йәшәргә өйрәнгән төрлө ҡәбиләләрҙең тормошо ҡайнап торған. Төньяҡ менән көньяҡ, көнбайыш менән көнсығыштың әүҙем ҡушылыуы, күсмә халыҡтарҙың һәм ултыраҡ ҡәбиләләрҙең үҙ-ара бәйләнеше күҙәтелә. Беҙҙең ерҙәр аша каруан сауҙа юлдары үткән, биләмәлә йәйләү үҙәктәре урынлашҡан. Хөсәйенбәк, Турахан кәшәнәләре, Кесе кәшәнә ингән биләмә бына шундай үҙәктәрҙең береһе булған. Нәҡ бында вәғәзселәр һәм Алтын Урҙаның юғары дәрәжәле кешеләре килгән. Волга буйы Болғарынан һәм Каманың үрге ағымынан Урта Азияға, Себергә илткән каруан юлдарының сауҙа туҡталҡалары урынлашҡан.
Бынан тыш, Евразия музейы Алтын Урҙаны ғына түгел, бронза дәүеренән башлап Тимер, Урта быуаттарҙы өйрәнәсәк. Фәнни йәһәттән был ҙур әһәмиәткә эйә.
– Ә ябай халыҡҡа ул ҡыҙыҡ булырмы һуң? Ни генә тиһәң дә, “Шүлгәнташ” музейы янындағы мәмерйә тәбиғәт ҡомартҡыһы булараҡ туристарҙы үҙенә йәлеп итә.
– Әлбиттә, был музей ҙа киләсәктә туристарҙың да, Башҡортостан һәм төрки халыҡтарҙың да яратҡан урынына әүереләсәк. Хөсәйенбәк, Турахан кәшәнәләре элек-электән кешеләрҙә ҡыҙыҡһыныу уята килде, әгәр улар ошо музей ярҙамында тағы ла популярлашһа, туристар һаны тағы ла артасаҡ. Беренсенән, Шишмә районы Өфөгә яҡын урынлашҡан, көнөнә барып ҡайтырға мөмкин. Тимәк, баш ҡала ҡунаҡтарына ла килеү мөмкинлеге бар. Ә инде оҙаҡҡараҡ барырға теләүселәр өсөн матур тәбиғәт ҡосағында ял итер уңайлыҡтар ҡаралған. Был яҡтарҙың да үҙенә күрә гүзәллеге, үҙенсәлеге бар. Икенсенән, музей фондында бик күп археология ҡомартҡылары, ҡыҙыҡлы экспонаттар буласаҡ. Башҡаларҙы кәмһетке килмәй, зинһар, дөрөҫ аңлағыҙ, әммә күп осраҡта экспозицияларҙың бер төрлө булыуы күҙгә ташлана. Ә Евразия музейында халҡыбыҙҙың фажиғәле, әммә бай һәм матур тарихы яңыса тәҡдим ителәсәк. Тағы ла шуны билдәләргә кәрәк: был музей ғына түгел, ә тотош комплекс буласаҡ. Унда студенттар өсөн лабораториялар, уҡыу һәм лекция аудиториялары, осрашыуҙар үҙәге, “оҫталар ҡаласығы”, ипподром менән һыбайлы спорт үҙәге, ҡымыҙ йорто, ашханалар һәм сәйәхәт-ял урындары булдырыу күҙаллана.
– Бала саҡтан археолог тигән һөнәр барлығын белеп, хыялланып үҫтегеҙме?
– Археология, хатта институттың тарих факультетына уҡырға инеүем дә осраҡлы ғына килеп сыҡты. Әсәйем ғүмер буйы дауахананың “Тиҙ ярҙам” бүлегендә фельдшер булды. Атайым – хәрби кеше, беҙ үҫкәндә райондың хәрби комиссариатында эшләне. Беҙ сәләмәт тормош алып барған, спорт һөйгән ғаилә, хатта Яңы йыл байрамы табынында ла шампан шарабы ҡуйылғанын хәтерләмәйем. Бала сағым илдең тарҡалыуы, үҙгәртеп ҡороуҙар осорона тура килде. Ғәмһеҙлек менән ауырлыҡтарҙы үҙебеҙ аңлап етмәһәк тә, беҙҙе – өс баланы аяҡҡа баҫтырыу ата-әсәйемә ауырға тура килгәндер, тип уйлайым. Сөнки ике бүлмәле фатирҙан шәхси йортҡа күсеп, баҡса сәсеп, һыйыр аҫрап йәшәй башланыҡ.
– Тимәк, һеҙгә лә хеҙмәт тәрбиәһе тәтегән?
– Әлбиттә. Башҡа малайҙар футбол уйнағанда, һыу буйында ятҡанда, мин ете тир сығарып эшләй инем (көлә – авт.). Бала саҡтан ҡул менән бесән сабырға өйрәндем. Ҡырҡтытау менән танышыу шул ваҡытта булды. Атай хәрби кеше – талапсан һәм ҡаты, өлөш бүлеп бирә лә, өс көн ятһаң да, шуны үҙең эшләргә тейешһең. Оло ғына баҡсаға картуф сәсә инек, ҡул менән ер ҡаҙҙыҡ. Ул мәлдә ауыр булһа ла, эштән ҡурҡмаған, ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәнгән, хеҙмәттең емеше булғанын аңлаған ир-егет булып үҫеүем өсөн ата-әсәйемә рәхмәтлемен. Иркә балалар археолог булып эшләй алмайҙыр ул, сөнки ул документтар тултырып, ғилем туплап ҡына ултыра торған фән түгел. Ә ысын мәғәнәһендә физик көс талап иткән эш.
Ә бала саҡ хыялдарына килгәндә, аныҡ ҡына йүнәлеш юҡ ине. Төҙөүсе, аҙаҡ табип булырға теләнем. Тик теүәл фәндәргә һәләтем самалы икәнлеген аңлағас, гуманитар йүнәлеште өйрәнә башланым. 7-се класта уҡығанда әҙәбиәт уҡытыусыһы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олатайҙар тураһында инша яҙырға ҡушты. Әсәйем үҙенең атаһының күргән-кисергәндәре тураһында һөйләгәс, шаҡ ҡатып ҡалғанымды һаман да хәтерләйем. Тормоштағы тәүге тетрәнеү, уйланыу шул ваҡытта булғандыр ул. Был тема менән ныҡлап ҡыҙыҡһынып киттем. Тәүҙә һуғыш темаһына арналған әҙәби әҫәрҙәр генә уҡый инем. Артабан публицистика, очерктар жанрына күстем, яйлап фәнни китаптар ҙа ҡулыма килеп эләкте. Шулай уҡый-уҡый Бөйөк Ватан һуғышы ғына түгел, ә тарих фәненә ҡыҙыҡһыныу, ылығыу барлыҡҡа килде. Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына барҙым. Юридик факультетта конкурс ҙур ине, ә түләп уҡыу ҡиммәт. Етмәһә, имтихан биреп йөрөгәндәр үҙҙәрен бик текә тота, әйтерһең, ҙур урында түрә булып эшләп йөрөйҙәр. Тарих факультетына, үҙем кеүек ябай, ихлас аралашҡан егет һәм ҡыҙҙар янына барырға булдым. Ә буласаҡ һөнәремә юл шунда һалынды ла инде – тәүге курсты тамамлағас, Өфөнән тарих фәндәре кандидаты Илшат Бахшиев килеп, тарихсыларҙы үҙе менән Йылайыр районына археологик экспедицияға саҡырҙы. Беҙҙең курс уға эйәреп сығып киттек.
– Ғәҙәттә, йәйҙе студенттар ял итеп, ауыл эштәре менән булып үткәрә. Бик булмаһа, кафеға, офисҡа урынлашып, әҙерәк аҡса туплай. Ә һеҙ ғәҙәти булмаған эште һайлағанһығыҙ...
– Күңелде, моғайын, ниндәйҙер романтик хистәр алға әйҙәгәндер ул. Бөгөнгө экспедициялар менән ул мәлде сағыштырам да, көлкө килеп китә. Шарттар юҡ, барып төшөү менән ҡулыбыҙға балта-бысҡылар тотоп, тәүҙә ултырып ашарға өҫтәл-эскәмйәләр әҙерләп алдыҡ, лагерь ҡорҙоҡ. Ауыл малайҙары эшкә шәп була бит, шуғалыр беҙ уны ниндәйҙер ҡаршылыҡ тип ҡабул итмәнек. Кәрәк икән, тимәк, эшләйбеҙ. Икенсенән, Илшат Интизам улы шул тиклем белемле, үҙ фәнен өйрәнеүсе генә түгел, ә уны матур итеп башҡаларға ла аңлата, ҡыҙыҡһындырыу уята белгән ғалим булып сыҡты. Уны тыңлай-тыңлай беҙ, дүрт егет, археология тигән серле, мауыҡтырғыс донъяға инеп киттек.
– Тәбиғәт ҡосағында эшләү ул романтика ғына түгел бит әле. Уның көйһөҙ саҡтары ла була.
– Тәүге экспедицияла уҡ уны татыныҡ. Байтаҡ ҡына ҡаҙылма-эҙләнеү эштәре атҡарылғас, ҡойма ямғырҙар башланды. Беҙ тәүҙә шатландыҡ – йоҡо туйҙырып алдыҡ, ял иттек. Ә көн асылып, эш урынына барыуға, ҡыуаныстың эҙе лә ҡалманы: соҡорҙарға һыу тулған, тупраҡ йыуылған. Беҙ булған һауыт-һабалар менән һыуҙы ситкә һирпеп, эш урындарын таҙарта башланыҡ. Нимәһе ҡыҙыҡ – ул ниндәйҙер мистик урын ине. Асыҡ урындағы боронғо ҡәберлектә эш башлаһаҡ, ямғыр яуа башлай ҙа, китеүебеҙ була – туҡтай. Урман араһындағы ҡәберлеккә барһаҡ, дауыл күтәрелә, ағастар һынырҙай булып бәүелә башлай. Әллә нисә көн буйына шулай дауам итте. Һыуыҡ урында еүеш кейем менән йоҡлап, ебегән ризыҡ ашап арыныҡ. Үҙ-ара, ҡәһәрле урын, үлгәндәрҙең йәне беҙгә тынғылыҡ бирмәй, тип көлөшөп тә ала инек. Шулай ҙа, тәүге генә экспедиция булыуға һәм ҡаршылыҡтарға осрауға ҡарамаҫтан, эште аҙағына тиклем алып барып еткереп, байтаҡ асыштар, табыштар менән ҡайттыҡ.
Шул ҡайтыуҙан уҡ беҙҙең күңелдә археологияға ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килде һәм Бахшиевҡа тағылып йыл һайын йәйге ял мәлендә археологик экспедицияларға, разведкаларға йөрөнөк. Урал аръяғынан тыш, республиканың үҙәк райондарында ла эшләнек. Өйрәндек, уҡыныҡ, тәжрибә тупланыҡ, топографик план төҙөнөк. Экспедиция-разведкаларҙың мәшәҡәттәре күп ул, ер ҡаҙып ҡына йөрөмәйһең.
– Институтты тамамлағас та Өфөгә килдегеҙме?
– Эйе. Өфөгә килеп, Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов етәкселегендә аспирантураға ситтән тороп уҡырға индем. Мин – Нияз Мәжитовтың һуңғы аспиранты. Илшат Бахшиев үҙе эшләгән Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәгенә эшкә килергә тәҡдим итте. Ул бер йылдан икенсе эшкә китте, ә беҙ, уның студенттары, һаман да үҙәктә эшләүҙе дауам итәбеҙ. 2014 йылда аспирантураны тамамланым, әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай алманым. Әлбиттә, аҡланырлыҡ сәбәптәр табырға була, әммә ғәйептең күп өлөшө үҙемдә икәнен яҡшы беләм. Әлеге ваҡытта эҙләнеү эштәрен дауам итәм, киләсәктә диссертацияны яҡларға иҫәп тотам.
– Хәҙер ҙә экспедицияларға йөрөйһөгөҙмө?
– Эйе, һәр йәйем тәбиғәттә үтә. Республиканан тыш, Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә, Татарстанда эшләргә тура килде.
– Йөрөүҙе туҡтатып, фән менән генә шөғөлләнергә теләк юҡмы? Диссертацияғыҙҙы ла тиҙерәк яҡлар инегеҙ, моғайын...
– Беләһегеҙме, йыл һайын көҙ өйгә шул уйҙар менән ҡайтып инәм. Беҙ көн һайын еүешләнгән кейемдә, ҡара болот араһынан үтмәгән ҡояш нурын һағына-һағына эшләйбеҙ, бүктергән консерва ашайбыҙ. Машинала тар – шунда уҡ ашарыңа – ризыҡ, кейереңә – кейем, тотонороңа эш ҡоралдары тейәлгән. Серәкәй, себен, башҡа бөжәктәр... Бөтә нәмәне күрә алмаҫлыҡ дәрәжәгә етәһең. Экспедиция аҙағына хеҙмәттәштәрең менән һөйләшке лә килмәй – йәй буйы аралаша-аралаша һөйләр һүҙ ҙә ҡалмаған кеүек. Ауыл өйҙәре мөрйәһенән сыҡҡан төтөнгә ҡарап: “Бәхетле кешеләр йылыла йоҡлай, рәхәтләнеп мунса инә, ҡайнар сәй эсә. Ә мин...” – тип уйлайһың. Етмәһә, йылдан-йыл олоғаяһың, һаулыҡ та яйлап кәмеүгә бара, тән дә ҡалыная. “Булды, башҡаса экспедицияға сыҡмайым. Фән менән генә шөғөлләнер мәл етте”, – тип уйлап, ныҡлы ҡарарға килеп ҡайтаһың. Бигерәк тә 2020 йылда Ҡалтасы, Яңауыл райондарында экспедицияла эшебеҙҙе ваҡытында теүәлләй алмай, 20 ноябргә тиклем йөрөргә тура килде. Ҡар яуа, ел, ер туң. “Етте!” – тип ҡайтып ингәйнем.
Яңы йыл үтеүгә быларҙың барыһы ла онотола. Тәҙрәнән тышҡа ҡарайһың да: “Эх, бына бөгөн ҡырға сығып китһәң ине ул! Ситлектә, ҡағыҙ ҡорто булып ултырғансы, рәхәтләнеп саф һауала эшләйһең. Мин шунда ғына үҙемде ысын ир-егет итеп тоям бит!” – тип уйлана башлайһың. Ә яҙ етеп, ер асыла башлауға шатлана-шатлана тағы юлға сығып китәһең. Был үҙенә күрә бер ауырыу, ғәҙәткә ингән. Йыл һайын шулай ҡабатлана. Һөнәреңде ни өсөн яратаһың, тип һораһалар, мин һәр ваҡыт: “Археология – ул романтика менән һуғарылған тормош”, – тип яуап бирәм.
– Ә ҡатынығыҙ йәй буйы өйҙә булмауығыҙға нисек ҡарай? Ул үҙе ниндәй һөнәр эйәһе.
– Гүзәл – сит телдәр уҡытыусыһы, әлеге ваҡытта ҡыҙыбыҙ менән декрет ялында. Эшемде аңлай, сөнки танышҡандан алып ун йыл дауамында башҡа тормошто күрмәне, өйрәнеп тә бөткәндер инде.
– Ә археологтың ҡыштары нисек үтә?
– Ҡыш беҙ йәй башҡарған эштәргә отчет яҙабыҙ, табылған ҡомартҡыларҙы фәнни-ғәмәли яҡтан өйрәнәбеҙ. Йыш ҡына ваҡыт етмәй ҡала. Бынан тыш, һуңғы йылдарҙа үрҙә әйтеп үтелгән музейҙар буйынса ла күп эшләйбеҙ. Әле бына экспедицияға юлланырға айҙан аҙыраҡ ваҡыт ҡалды, ә минең эштең сиге күренмәй ҙә. Шулай ҙа өлгөрмәгән саҡтар булғаны юҡ. Яңғыҙ саҡта ял көндәре лә эшләй инем. Хәҙер инде ғаиләмә лә иғтибар бүлергә тырышам.
– Айырыуса иҫтә ҡалған экспедиция булдымы?
– Аллаға шөкөр, уҡыу һәм эшләү дәүеремдә күп эшләргә, йөрөргә тура килде. Был үҙенә күрә белем арттырыу ҙа, тәжрибә туплау ҙа. Айырып әйтә алмайым, һәр экспедиция берәй яғы менән иҫтә ҡала. Эш башлағанда беҙҙе романтикаға ынтылыш ниндәйҙер кимәлдә һөнәргә алып килһә, хәҙер инде аңлайым – эшкә иң тәүҙә эш, тип етди ҡарарға кәрәк. Археология аша беҙ халҡыбыҙҙың, милләтебеҙҙең, еребеҙҙең тарихын өйрәнәбеҙ.
– Өмөт менән барған урындарҙа артыҡ әһәмиәткә эйә булмаған табылдыҡтарға юлыҡһағыҙ йәки бөтөнләй бер нәмә лә тапмаһағыҙ, күңел төшәме?
– Эш булғас, төрлө хәлдәр була. Гел генә уңыш йылмайып тормай бит. Ваҡыт әрәм булыуы ғына күңелде бер аҙ ҡыра. Минең тарихта ике тапҡыр шундай осраҡ булды. 2014 йылда Хәлил ҡурғандарында эҙләнеү эштәре алып барғайныҡ. Баҫыу уртаһында улар, йылдар буйы һөрөлгән, сәселгән. Эш барышында элек уның силос ямы булыуын аңланыҡ. Ҡыҫҡаһы, ҡурғандар кеше тарафынан юҡҡа сығарылған, эҙләнеү эштәре алып барырлығы ҡалмаған. Икенсе осраҡта иһә сүп-сар өйөмөнә юлыҡтыҡ. Йәғни ҡасандыр ул урындарҙа техника ҡалдыҡтарын күмгән булғандар. Эш барышында тәбиғәткә, ергә шундай алама ҡарашҡа ла тап булып ҡуябыҙ.
– Һеҙҙе шулай уҡ археолог-реконструктор тип беләбеҙ. Шул турала ла һөйләп үтһәгеҙ ине.
– Һүрәт төшөрөргә әүәҫлегем реконструктор булараҡ та үҙемде һынап ҡарарға ярҙам итте. Евразия музейы өҫтөндә эшләгән команда менән бергә Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназияһы-интернатында Нияз Мәжитовтың мемориаль кабинетын булдырҙыҡ. Нияз Абдулхаҡ улы өйрәнгән ҡурғандарҙың береһендә табылған ҡайыш, биҙәүестәр һәм башҡа табылдыҡтар буйынса Бахмут мәҙәниәтенә ҡараған ир-егет кейеменең, IХ – Х быуатта йәшәгән ҡатын-ҡыҙ кейеменең һәм Х быуат башҡорт һыбайлыһының реконструкцияһын эшләнем.
Евразия күсмә цивилизациялар музейының быйыл визит үҙәге асыла. Унда Усман Ҡөрьәне менән бергә Алтын Урҙа дәүере яугиры манекены ла үҙәктә урын аласаҡ. Яугирҙың, йәғни турахандың реконструкцияһын эшләүҙе лә миңә ышанып тапшырҙы етәкселек. Башҡорт иле менән идара иткән турахандың яугир кейемен һәм ҡоралдарын дөрөҫлөккә тап килтереп эшләү өсөн бихисап археологик документтарҙы, музейҙа һаҡланған артефакттарҙы, боронғо яҙмаларҙы, миниатюра һәм картиналарҙы өйрәнергә тура килде. Һәр деталгә, һәр нескәлегенә айырым иғтибар биреп, турахан кейемдәрен һәм ҡоралдарын һүрәтләп, уларға аңлатма биреп, йөҙ биттән торған документ тултырҙым. Уның нигеҙендә Мәскәү оҫталары яугир костюмын әҙерләне. Манекенын иһә Новосибирскиҙағы оҫтахана эшләне.
– Хәҙерге йәштәр араһында һеҙҙең кеүек йәйҙәрен экспедициялар үткәрергә теләүселәр бармы? Ғөмүмән, археологияның киләсәге нисек?
– Йәштәр йөрөй, ҡыҙыҡһына. Былтыр Турахан кәшәнәһен тикшереүгә, Өфө янындағы Подымалово экспедицияһына Өфө фән һәм технологиялар университеты студенттары күпләп килде. Беҙҙең үҙәккә быйыл әле уҡып йөрөгән йәш белгес тә эшкә урынлашты. Йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырыу өсөн үрнәк булырлыҡ, үҙ артынан әйҙәрлек остаз һәм ҡыҙыҡлы эш кәрәк. Ә беҙҙең үҙәктә улар бар. Республикала музейҙар асыла, яңы эш урындары булдырыла икән, тимәк, археологияның да киләсәге бар тигән һүҙ.

Гөлнур ҠЫУАТОВА әңгәмәләште.

Автор:
Читайте нас: