Тәү ҡарашҡа етди, бер аҙ ҡырыҫыраҡ егеттең формаһыҙ ҙа һалдат икәнен төҫмөрләп була. Төҙ буй һыны, үҙен тотошо, үлсәп кенә әйтелгән һүҙҙәре — барыһы ла алдыңда хәрби кеше баҫып торғаны хаҡында һөйләй. Әммә уның менән бер аҙ аралашҡас, ҡарашың шунда уҡ үҙгәрә. Йөҙәнән йылмайыу китмәгән, шаяра-көлә әңгәмәләшкән ихлас егеттең махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк алғы һыҙыҡта булғанына ышанып та етмәҫһең...
Һүҙебеҙ десантсы, Батырлыҡ ордены кавалеры Дамир Сәғитулла улы ЛОҠМАНОВ тураһында. МХО ветераны уй-фекерҙәре, тормошҡа ҡарашы, һаулығы буйынса хеҙмәтте ҡалдырғандан һуң кисерештәре тураһында һөйләне.
“Бәләкәй сағым бәхетле үтте”
Дамирҙың бала сағы ил өсөн һынылышлы 90-сы йылдарға тура килә. “Был осорҙа барлыҡ халыҡҡа ауыр булһа ла, бәләкәй сағым бәхетле үтте”, — ти ул. Атаһы менән тәбиғәт ҡосағында ял итеүҙәре, өләсәһенең йәм, йылылыҡ бөркөлөп торған өйө, ауылдаш малайҙар-ҡыҙҙар менән бер булып уйнауы, апаһы, ҡустыһы менән шаяра-көлә үҫеүе күңеле түрендә матур хәтирә булып уйылып ҡалған.
Дамир Белорет районының Тирлән ауылында тыуып үҫә. Атаһы заводта эшләһә, әсәһе тегенсе була. Егет ошо уҡ ауылдың мәктәбен тамамлай. Алтынсы класта уның хәрби булыу тураһында хыялы барлыҡҡа килә. Хыял тора-бара маҡсатҡа әүерелә. Аныҡ теләк булғас, Дамир тырышып уҡый, гел “бишле”гә өлгәшә. Тик хәрби уҡыу йортона инер өсөн спорт яғынан да етеҙлек кәрәк. Әммә ауыл мәктәбендә секциялар юҡ, ә физкультура дәрестәре менән гәнә ары китеп булмай. Шуға ла Дамир үҙаллы шөғөлләнә. Көн дә йүгерә, күнекмәләр эшләй, турникта күтәрелә... Ҡыҫҡаһы, физик яҡтан да үҫешә, белемен дә арттыра.
Ун беренсе класты көмөш миҙал менән тамамлаған егет осоусы булыу теләген тормошҡа ашырырға тип ҡалаға юл тота. Әммә ,бер күҙе насарыраҡ күреү сәбәпле, уны бындай йүнәлеш буйынса уҡырға алмайҙар.
Нисә йылдар буйы йөрәген йылытҡан, дәртләндергән, көн дә тырышырға көс биргән хыялы тормошҡа ашмаясағын аңлау, әлбиттә, яңы аттестат алған егеттең күңелен ҡыра. Шулай ҙа Дамир ҡапыл да был маҡсатынан баш тартырға ашыҡмай. Алыҫтан булһа ла осоусы һөнәрен хәтерләткәнгәме икән, ул хәрби кафедраһы эшләгән Өфө дәүләт авиация техник университетына уҡырға инә.
Үҙеңде алдап булмай тигәндәй, Дамир ҙа үҙләштереп йөрөгән һөнәре бөтөнләй күңеленә ятмауына тиҙ төшөнә. Икеләнеүҙәрен, шиктәрен йырып, өсөнсө курста уҡығанында академик ял алып, армияға барырға ҡарар итә. Шул мәлдән ул уҡыу йортона кире әйләнеп ҡайтмай, сөнки ил алдында бурысын үтәгәндә уның тормошо ҡырҡа үҙгәрә.
— Яҙмышымда армия үҙ ролен уйнаны, — ти Дамир, ун биш йыл элек булған ваҡиғаларҙы хәтерләп. — Унда миңә тәү сиратта хәрби коллективтағы кеше араһындағы мөнәсәбәт оҡшаны. Бер яҡтан, армияла барыһы ла яп-ябай, аңлайышлы, икенсе яҡтан, ҡырыҫлыҡ менән аныҡлыҡ та бар. Әммә ғәҙәти тормош менән сағыштырғанда хәрби мөнәсәбәттәрҙә һыу аҫты таштары юҡ тиерлек.
“Яу яланында Хоҙайға һыйынаһың”
Армияла Дамир хәрби донъяла осоусынан тыш та ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс һөнәрҙәр, йүнәлештәр барлығына төшөнә. Хеҙмәттән ҡайтҡас та, 2012 йылда, ул Новосибирск юғары хәрби команда училищеһының баш разведка идаралығы спецназы факультетына уҡырға инә. Бер йылдан Рязань хәрби училищеһына күсә. 2017 йылда был уҡыу йортонан ике һөнәр алып сыға: уртаса хәрби белем һәм ҡытай, инглиз телдәре тәржемәсеһенең дипломдары эйәһе ул. Артабан егет Һауа десант ғәскәренең 45-се айырым махсус тәғәйенләнешле гвардия бригадаһына алына.
— Был бригада – элитаның элитаһы, — ти Дамир. — Хәрби әҙерлек унда иманға тиң. Беҙҙең девиздарҙың береһе — “Киҫкен мәлдә һин үҙең көткән кимәлгә күтәрелмәйһең, ә әҙерлек кимәлеңә тиклем төшәһең”. Шуның өсөн тулы хәрби әҙерлектә булыу — иң мөһиме.
Дамир 2010 йылдан алып хәрби хеҙмәттә. МХО-ла ул тәүге көндән тиерлек ҡатнаша. Үҙе һайлап алған юлдан ул ышаныслы атлай, бер ҙә үкенгәне йә шикләнгәне булмай.
— Армияла бойороҡтарҙы тикшермәйҙәр: хәрби ант биргәсһең — артҡа сигенергә хаҡың юҡ. Хәрби ант — емерелмәҫлек, боҙолмаҫлыҡ ҡанун, — ти яугир.
Махсус хәрби операция барышында Дамир Сәғитулла улы төрлө алыштарҙа ҡатнаша.
Ентекләп һөйләй алмайым, үкенескә күрә. Әммә шуны ышаныслы әйтә алам: яу яланында дәһрилар юҡ. Баш осонда пулялар осһа, тирә-яҡта туҡтауһыҙ шартлауҙар яңғыраһа, йәшәү теләге ифрат ныҡ арта. Шул мәлдәрҙә күккә ҡарайһың да: “Был ҡояшты иртәгә күрә алырмынмы икән?”— тип уйлайһың. Ә кистәрен, яңы таң атҡанын күрһәм ине, тип үтенәһең. Үҙеңдән-үҙең Аллаһ Тәғәләгә мөрәжәғәт итәһең, һәм ул һине ишетә.
Бер тапҡыр шартлау урынынан алыҫтағы иптәшем һәләк булды, ә мин бер йәрәхәтһеҙ ҡотолдом. Бындай осраҡтарҙа Аллаһ Тәғәләнең ҡыҫылышы барҙыр тигән фекерҙәмен. Күрәһең, ул мине яраталыр, уның миңә ҡарата берәй планы барҙыр. Яу яланында рух төшөнкөлөгөнә бирелмәҫкә тәү сиратта хәрби әҙерлек ярҙам итә. Күңел күтәреңкелеге биргән тағы бер мөһим нәмә — ул юмор. Ғөмүмән, көлә белеү тормошта һәр ваҡыт ярҙам итә, — ти Дамир.
Бынан тыш, хәрби туғанлыҡ та ҙур роль уйнай. Иптәштәреңә ышаныу, кәрәк саҡта улар — һине, ә һин уларҙы һаҡлаясағың яңғыҙыңды ҡалдырмауҙарын белеү үҙеңде ҙур ғаиләнең өлөшө итеп тойҙорта.
Алыштарҙың береһендә Дамир үҙен аямай яралы иптәштәрен ҡотҡара. Бының өсөн ул юғары наградаларҙың береһе — Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә. Тағы ла яугир “Батырлыҡ өсөн” миҙалына лайыҡ булған. Башҡаларға ярҙам итергә ташланған егет үҙе лә ҡаты яралана, хатта инвалидлыҡ ала.
— Эйе, йәрәхәтләндем. Бер ҡулымда беләк мускулы юҡ. Әммә мин тырышам, спорт менән шөғөлләнәм. Тәүҙә ҡулым бөтөнләй ҡыбырламай ине, хәҙер яйлап булһа ла хәрәкәт итә башланы, — ти Дамир.
Йәрәхәт алғандан һуң уны Иванов ҡалаһындағы 98-се девизияға ебәрәләр. Үткән йылдың июнендә ул медицина күрһәткестәре буйынса өлкән лейтенант званиеһында хеҙмәтте ҡалдыра.
— Армияла штабта ҡалырға ла тәҡдим иттеләр. Әммә мин үҙемде яу яланындағы хеҙмәткә ғүмер буйы әҙерләнем. Үкенескә күрә, штаб хеҙмәте — бөтөнләй минең өсөн түгел. Файҙам күберәк тейгән башҡа өлкәлә эшләп ҡарарға булдым, — тип аңлатты Дамир.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыу һәр кемдең дә ҡарашын үҙгәртә. Яу яланына бер кеше булып инһәң, бөтөнләй икенсе әҙәм булып сығаһың.
— Эйе, унда тормошҡа мөнәсәбәтең үҙгәрә. Ғүмеренә хәүеф янаған киҫкен хәлдә һәр кеше менән шулай була. Элек юҡ-бар сәбәп табып, уйға сумып, депрессияға китә инем. Хәҙер күп күренешкә еңел ҡарайым. Бер нәмәне лә ҡатмарлаштырмайым, дөрөҫтө әйтергә өйрәндем, һәр мәлгә ихлас ҡыуанам. Йәшәү — үҙе бер бәхет, үҙе бер ләззәт, — тип кисергән үҙгәрештәре менән уртаҡлашты Дамир.
“Икенсе йәшлегемде йәшәйем”
Ғүмеренең ун өс йылын хәрби хеҙмәттә үткәргән Дамирға армияны ҡалдырып китеү ауыр булманымы тигән һорау бирмәйенсә мөмкин түгел.
— Ун йылдан ашыу бер үк шарттарҙа йәшәүгә кеше организмы күнегеп бөтә, — ти МХО ветераны. — Күпселек хәрбиҙәр: “Гражданлыҡ тормошонда кемгә кәрәкмен? Унда нимә эшләйәсәкмен? Аҡсаны ҡайҙан табырмын?” — тип уйлай. Әммә был проблема тик башта, уйҙарҙа ғына бар. Бынан тыш, ҡанға һеңгән йәшәү рәүеше, хәтирәләр, дуҫтар, киләсәккә маҡсаттар — барыһы хәрби тормош менән бәйле ине. Шуға ла, бер яҡтан, эйе, ауыр булды.
Икенсе яҡтан, яңы тормош башлауы Дамирға еңел бирелә. Ул алдан уҡ бер аҙ яланда хеҙмәт иткәндән һуң, хәрби карьераһын башҡа юлдан алып барырға хыялланған. Күп кенә дуҫтары һәләк булғас, үҙе яраланғас, гражданлыҡ тормошта нығыраҡ файҙа килтереүенә инана. Һәр хәлдә, армиянан китеү — уның өсөн бар яҡлап үлсәнелгән аҙым.
Хәрби хеҙмәтте ҡалдырғас, Дамир Өфөлә төпләнә. Уның кеүек махсус хәрби операция ветерандарына илдәге федераль программалар ныҡ ярҙам итә. Егеттең һүҙҙәренсә, кисәге һалдаттарға адаптация үтеү, яңы һөнәр алыу өсөн күп мөмкинлектәр бар, дәүләт ярҙамы ныҡ тойола.
Дамир үҙе лә ил Президенты Владимир Путин инициативаһы менән булдырылған “Геройҙар ваҡыты” программаһы буйынса уҡырға ингән. Бөгөн ул — Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы студенты.
— Икенсе йәшлегемде йәшәйем, — тип йылмая Дамир. — Төркөмдәштәрем — икенсе, өсөнсө юғары белем алған, өлгөрөп еткән шәхестәр. Улар менән аралашыу, фекер алышыу — үҙе бер тормош, — ти Дамир. — МХО ветерандарына, инвалидтарына ҡарата хөкүмәт хәстәрлек күрһәтә, бының өсөн ил етәкселегенә ҙур рәхмәт!
Дамир Сәғитулла улы әле Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығында әйҙәүсе кәңәшсе булып эшләй. Барыһы ла оҡшай, үҫешергә лә, алға барырға ла урын бар, юлдар асыҡ, тип билдәләй ул.
Яугир йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша. Ул “Ватанды һаҡлаусылар” фонды менән, “Ватан яугирҙары ғаиләләре комитеты” менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Студенттар, уҡыусылар менән осрашып, хәрби-патриотик дәрестәр уҙғара. Яу яланында булған ир-егеттәр менән бәйләнеште өҙмәй һаҡлай.
Дамирҙың ҡыҙыҡһыныуҙары ла күп. Үҙе әйтмешләй, авто-мото-вело-фото, былыҡсылыҡ, һунар — барыһы ла уның тураһында. Ағас һырларға, китап уҡырға ла ярата.
— Бәләкәй саҡта энциклопедияларҙы үҙ иттем. Мәктәп программаһынан Михаил Булгаковтың “Мастер и Маргарита” әҫәре өҫтәл китабына әйләнде. Антиутопия жанры ныҡ оҡшай. Шулай ҙа өҫтөнлөктө философия, психология йүнәлешенә бирәм, әле Михаил Литвакты йотлоғоп уҡыйым, — тип бүлеште ул.
Тағы бер шөғөлө — дайвинг. Бының менән ул хәрби училищела уҡ ҡыҙыҡһына башлай, хатта халыҡ-ара класлы инструктор сертификатын да алған. Диңгеҙ булһынмы, йылғамы, күлме — һыу аҫты донъяһына сумыр өсөн һәр мөмкинлекте ҡуллана.
Дамир ике балаға атай. Улы Русланһыҙ, ҡыҙы Йәсминәһеҙ ул тормошон күҙ алдына ла килтермәй. Ғәзиздәре өсөн ваҡытын да, көсөн дә, дәртен дә йәлләмәй.
— Элегерәк дөрөҫ тәрбиә биреү тураһында күп уйлана торғайным. Ә нимә ул “дөрөҫ тәрбиә”? Быны бит бер кем белмәй. Әлбиттә, психологияға бәйле китаптар уҡып, шулар буйынса ла үҫтерергә булыр ине. Әйтеп киткәнемсә, хәҙер ғүмерҙе ҡатмарлаштырмаҫҡа тырышам. Балаларымды эске тойомлау буйынса тәрбиәләйем. Һөйөү, хәстәрлек менән уратырға тырышам. Улыма ла, ҡыҙыма ла атай ғына түгел, дуҫ та булырға ынтылам, — ти ул атай роле тураһында.
Киләсәктә балаларҙың һөнәре, ниндәй кеше булыуҙары уларҙың характерынан тора. Ә холоҡ тыумыштан бирелә. Атай-әсәйгә сабыйын нисек бар шулай ҡабул итергә, яратырға, ҡыуанырға ғына ҡала. Дамир шулай фекер йөрөтә.
Утыҙ биш йәшлек Дамир Сәғитулла улына бөгөнгө көнгә тиклем яу яланында булырға ла, яҡын дуҫтарын юғалтырға ла, ғүмерҙә еңеү-еңелеүҙең нимә икәнен белергә лә тура килә, атай булыу бәхетен, ауыр йәрәхәт алып, ҡабаттан яңы тормошто башлауҙы ла татып өлгөргән. Шуға ла ул, бәлки, үҙе өсөн кешелектең быуаттар буйы борсоған һорауына яуап тапҡандыр.
— Әйтегеҙ әле, Дамир, һеҙҙең өсөн тормошта иң мөһиме нимә? — тип ҡыҙыҡһындыҡ.
— Фәлсәфәүи һорауҙарға яуап эҙләргә яратам. Был мәсьәләгә ҡағылышлы күп китаптар уҡыным, тормош тәжрибәм дә етерлек, — тип йылмая ул. — Шундай һығымтаға килдем — ғүмерҙә әллә ниндәй ҙур мәғәнә эҙләргә кәрәкмәй. Йәшәү мәғәнәһе — йәшәүҙә!
Заһиҙә МУСИНА.