Шоңҡар
+16 °С
Ямғыр

Сәйәхәткә әйҙәй Зөлхизә

– Әлбиттә, эш булғас, төрлө ваҡыттар була. Һирәк булһа ла ризаһыҙлыҡ белдереүселәр табыла. Шуға күрә мин тур тәҡдим иткәндә лә, юлға сығыр алдынан да барлыҡ шарттарҙы һәм нескәлектәрҙе ентекле аңлатам.

Сәйәхәткә әйҙәй  ЗөлхизәСәйәхәткә әйҙәй  Зөлхизә
Сәйәхәткә әйҙәй Зөлхизә

Ер ҡарҙан әрселеп, йәшел үләндәр морон төртә башлау менән күңел ҡайҙалыр ашҡына, елкенә башлай. Тәбиғәт ҡосағына йәки диңгеҙ буйына, Рәсәй йәки сит илдәр буйлап сәйәхәткә йөрөүсе кешеләрҙең бигерәк тә. Ә туристар өсөн хәҙер мөмкинлектәр күп – республикабыҙҙа эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү буйынса байтаҡ эштәр башҡарыла. Уңайлыҡтар менән, “кеҫә мөмкинлеген” иҫәпкә алып, йәнең теләгән ергә йөрөп ҡайтырға була. Башҡортостанда автобус турҙары ойоштороу буйынса ғына ла 30–ҙан ашыу ойошма эшләй. Шуларҙың иң популяры – “Вэлком РБ”. Ә уның етәксеһе Зөлхизә ҠОТЛОСУРИНА – йәш булыуға ҡарамаҫтан, үҙ эшен белгән, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаған, маҡсаттарына табан ҡыйыу барған замандашыбыҙ.

Матурлыҡҡа ғашиҡ ҡыҙ

Сәйәхәт итергә яратыусыларҙың барыһы ла киң ҡарашлы, камиллыҡҡа, матурлыҡҡа ынтылалыр, тип уйлайым. Тәбиғәт хозурлығына, архитектура ҡомартҡыларының серенә, кеше ҡулдары тыуҙырған үҙенсәлекле күренештәргә һоҡланыу өсөн кешеләргә тап ошондай сифаттар кәрәк.
Зөлхизәнең үҙен туризм өлкәһендә табыуы юҡҡа ғына түгел. Уның күңеленә матурлыҡҡа, донъяға һөйөү орлоҡтары кескәй сағынан һалынған. Эльмира менән Заһир Ҡотлосуриндар балаларын тап ошо йүнәлештә тәрбиәләгән.
– Ата-әсәйем Мәләүез һәм Стәрлебаш райондарынан. Өфөлә йәшәһәк тә бала саҡ ошо ике төбәктә үтте, тиергә була. Бигерәк тә йәй көндәре Нөгөш буйында ял итергә ярата инем. Класташтарым менән дә походҡа йыш йөрөнөк. Алты йыл рәттән “Йәйләү” лагерында ял иттем. Улар төрлө райондарҙа үтә ине, мин барған һайын Башҡортостан тураһында күберәк белдем. Тағы ла йылына бер нисә тапҡыр ғаиләбеҙ менән республикабыҙҙың иҫтәлекле урындарына сәйәхәт итә инек. Шул саҡтан уҡ оҙон юлдарҙа йөрөү, быға тиклем таныш булмаған урындарҙы күреү оҡшай. Аҙағыраҡ, атай-әсәйҙең мөмкинлектәренә ҡарап, сит илдәргә йөрөй башланыҡ. Нимәһе ҡыҙыҡ, шул мәлдә диңгеҙ буйында тик кенә ятып ял итеү минең өсөн түгеллеген аңланым. Өсөнсө көндө үк эшһеҙлектән ялҡып, экскурсияларға йөрөйөк, ҡала күрәйек, тип атайҙарҙы аптырата башлай инем. Урындағы халыҡтың мәҙәниәте, йәшәйеше менән танышыу күпкә ҡыҙыҡлы, – ти Зөлхизә, тәүге сәйәхәттәрен хәтерләп.
Уның бала сағы шулай уҡ йыр-моң, сәнғәт даирәһендә үтә. Бала саҡтан “Тамыр” телеканалының йондоҙо була ул. Тәүҙә “Сәңгелдәк” тапшырыуында төшә, артабан концерттарҙа ҡатнаша башлай, телефильмдарҙа төшә. Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында һәм Республика инженер лицей-интернатында уҡыған саҡта ла “Тау-тау хәбәр” тапшырыуында ҡатнаша, уҡыу йорттарының КВН командаһы составында сығыш яһай. Бер генә мәҙәни сара ла уның ҡатнашлыҡһыҙ үтмәй.
Бына шундай әүҙем һәм тырыш булғанға ла Зөлхизә 20 йәшендә үк үҙ эшен асып ҡарарға батырсылыҡ итә: үҙен туризм йүнәлешендә һынап ҡарарға була.

Тәүге аҙымдар һәм уңыштар

Тәүге турҙы ул Белорет районының йөҙөк ҡашы булған, сәйәхәтселәрҙең яратҡан урыны Айғыр тауына ойоштора. Бәләкәй генә төркөмдө тупларға ла, алып йөрөргә лә, ойоштороу эштәрендә лә атаһы ярҙам итә. Дөрөҫөн әйткәндә, сәйәхәт итеү күңелле, матур булһа ла, уны тормошҡа ашырыу – бик ҡатмарлы процесс. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен өйрәнеү һәм туристарға еткереү, транспорт һәм туҡланыу мәшәҡәттәрен хәл итеү, төрлө ерҙән йыйылған кешеләрҙе ваҡыт һәм территория сиктәрен тотоу, уларҙы ҡыҙыҡтырыу етдилек тә, яуаплылыҡ та, етеҙлек тә талап итә.
– Тәүге тәжрибә миңә ныҡ оҡшаны. Ата-әсәйемә ошо йүнәлештә эшләргә теләгемде әйткәс, улар ҡаршы килмәне. Атайымдың был эштә тәжрибәһе бар ине, тәүге осорҙа ул кәңәштәре менән дә, матди яҡтан да ярҙам итте. Шул саҡта “Вэлком РБ” проектына нигеҙ һалынды ла инде. Башлаған саҡта тик республика буйынса маршруттар булды: Шүлгәнташ мәмерйәһе, Мораҙым тарлауығы, Айғыр, Торатау, шарлауыҡтар, музейҙар һәм башҡалар – беҙҙә бит матур урындар күп. Артабан илебеҙҙең башҡа төбәктәренә лә ойоштороп ҡарарға булдым. Тәүҙә 45 кеше менән Ҡазан ҡалаһына барып ҡайттыҡ. Яйлап Чебоксар, Йошкар-Ола, Ижевск, Екатеринбург, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларын да яуланыҡ. Һәр төркөмдө үҙем оҙатып йөрөргә тырышам. Юлда сәйәхәтселәр менән аралашҡан саҡта тағы ла ҡайҙа барырға теләүҙәрен һорашам һәм улар әйткән төбәктәрҙе өйрәнә башлайым. Оло йәштәге апай-ағайҙар йыш ҡына: “Өфөгә эш буйынса киләбеҙ ҙә тиҙ генә кире ҡайтып китәбеҙ. Үҙебеҙҙең баш ҡаланы ла матурлап күргән юҡ”, – тиҙәр ине. Ҡыҙығып китеп, ситтә йәшәүселәр өсөн Өфөнөң матур урындары буйлап бер көнлөк тур булдырҙым. Мотлаҡ театрға һәм музейға алып барам, йәй көнө Ағиҙел йылғаһы буйлап теплоходта йөрөйбөҙ. Миңә башлыса урта һәм оло йәштәгеләр менән эшләргә тура килә. “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” программаһы сиктәрендә танышып киткәйнек, хәҙер күбеһе минең даими сәйәхәтселәремә әүерелде. Яңауыл, Баҡалы, Балтас, Шишмә, Стәрлебаш, Баймаҡ һәм башҡа райондарынан йыш мөрәжәғәт итәләр. Ә инде Ейәнсура, Көйөргәҙе районы апайҙары менән туғанлашып бөттөк, тиһәм дә була. 2023 йылда “Мәктәп туризмы” дәүләт программаһы буйынса балалар менән эшләп, ҙур тәжрибә тупланым. Юридик ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк, туҡланыу буйынса ла уларға талаптар икенсе – һәр эштең үҙ нескәлектәре, мәшәҡәттәре бар. Мин инде уларҙы өйрәнеп, үҙләштереп бөттөм. Хәҙер яңы сыҡҡан закондарҙы, ҡағиҙәләрҙе генә күҙәтеп барырға кәрәк. Эшемде яратам, ул миңә ҙур ҡәнәғәтлек бирә. Тағы ла шуныһы бар: йәштәштәрем, дуҫтарым әле оҙон-оҙаҡ сәйәхәт итә алмай: эш мәшәҡәттәренә сумғандар – аҡса табырға кәрәк. Ә мин эшем буйынса донъя күрәм: яратҡан шөғөлөмдө килем килтереү юлы итеп һайланым, – ти йәш белгес үҙ эше тураһында.
“Вэлком РБ” турҙарының үҙенсәлеге шунда – улар туристар араһында популяр булған “все включено” программаһы буйынса эшләй. Йәғни юлға сығыусылар ҡайҙа йәшәрмен, ашармын, ниндәй урындарға барырмын, тип уйланмай. Уңайлы автобуста юлдың үткәне лә һиҙелмәй, өс тапҡыр туҡланыу, йәшәү урыны хәстәрләнгән, барған урындарҙа гидтар ҡаршы ала, экскурсия маршруты төҙөлгән. Турҙарҙа фотоға төшөү, сувенирҙар, урындағы тәмлекәстәр һатып алыу өсөн дә ваҡыт ҡаралған. Икенсенән, Ҡотлосуриндар ғаиләһе ике йыл элек үҙҙәре ҙур автобус һатып алған. Транспорт арендалау өсөн түләмәгәс, юллама хаҡы башҡаларҙыҡы менән сағыштырғанда арзанғараҡ төшә. Тәжрибәле ике водитель алыҫ юлда алмаш-тилмәш руль артына ултыра. Улар арып, йоҡлап китер тип ҡурҡырға кәрәкмәй. Туристарҙың хәүефһеҙлеге лә иғтибар үҙәгендә: тур хаҡына страховка менән тәьмин итеү индерелгән.
Зөлхизә ҡайҙалыр тур ойошторор алдынан мотлаҡ рәүештә үҙе барып, ундағы матурлыҡты үҙ күҙҙәре менән күреп ҡайта. Урындағы ҡунаҡханаларҙы, туҡланыу урындарын, тәҡдим ителгән хеҙмәттәрҙе, хаҡтарҙы өйрәнә, гидтар менән таныша. Үҙенә оҡшағандарҙан, күңеленә хуш килгәндәрҙән сығып программа төҙөй, уңышлы миҙгелде билдәләй. Шуға ла сәйәхәтселәр ул ойошторған турҙарҙан ҡәнәғәт булып ҡайта. Улай ғына түгел, Зөлхизә уларға яҡшы кәйеф, матур тәьҫораттар, яңы мөмкинлектәр бүләк итә. Әйткәндәй, “Вэлком РБ” проекты, үҙ эшен киңәйтеп, Ҡаҙағстандың Астана ҡалаһына ла турҙар асты. Унда барыу бик уңайлы: сит ил паспорты кәрәкмәй, юл сағыштырмаса оҙон түгел, хаҡтар ҙа артыҡ “тешләшмәй”.
Илдәге хәл-торошто иҫәпкә алһаҡ, бөгөнгө көндә автобуста сәйәхәт итеү иң уңайлыһы һәм хәүефһеҙе. БПЛА һөжүме хәүефе арҡаһында самолеттар рейсы йыш ҡына тотҡарлана. Ә поезд менән йөрөү өсөн оҙағыраҡ ваҡыт китә. Мәҫәлән, Санкт-Петербургка поезд Өфөнән ике тәүлек барһа, туристар автобус менән 26 сәғәттә барып етә. Шуға күрә туристар башлыса автобус турҙарын һайлай.

Киләсәккә хыялдар һәм маҡсаттар

Зөлхизә бер урында тапана торған кеше түгел. Ул киләсәккә тағы ла юғарыраҡ маҡсаттар ҡуйып йәшәй. Әлеге ваҡытта ул яңы йүнәлештәргә – Үзбәкстан менән Белоруссияға тур ойоштора. Август һәм сентябрь айҙарында буласаҡ сәйәхәттәргә ни бары унар ғына урын ҡалған. Әгәр һайланған маршрут туристар күңеленә хуш килһә, был йүнәлеш артабан да дауам итәсәк. Шулай уҡ ҡыҙға, әүҙем сәйәхәтте диңгеҙ буйында ял итеү менән аралаштырып, Абхазияға маршрут асырға тәҡдим иткәндәр.
Ә инде 2027 – 2028 йылдарға ҡыҙҙың хыялдары тағы ла ҙурыраҡ: Грузия, Әрмәнстанға сәйәхәт ойошторорға ниәтләй. Быйыл йәй үҙе Алтай тауҙарын барып күрергә теләй. Оҡшатһа, туристарға ла тәҡдим итәсәк. Былтыр Кавказ тауҙарына сәйәхәт иткән – Дағстан, Осетия, Ҡабарҙа-Балҡар республикаларын өйрәнгән. “Быйылға ул яҡтарға сәйәхәт ойоштормай торорға булдым. Беренсенән, йәшәү, туҡланыу хаҡы ҡиммәткә төшә. Икенсенән, таулы юлдарҙа ҙур автобус менән йөрөүе хәүефле. 15 – 18 кешелек төркөм менән бәләкәй автобустарҙа йөрөргә кәрәк. Ошо мәшәҡәттәрҙе хәл итһәк, республика халҡына ул региондарҙы ла күрһәтербеҙ”, – ти Зөлхизә. Тағы ла Калининград өлкәһе ҡыҙыҡтыра уны.
Уңыш ҡыйыуҙарҙы ярата. Ҡасандыр Айғыр тауына бәләкәй генә төркөм менән туризмда тәүге аҙымын яһаған Зөлхизә – бөгөн аяғында ныҡлы баҫып торған белгес. 45 – 48 кешелек ҙур төркөмдәр менән Башҡортостан һәм Рәсәй буйлап айына тиҫтәгә яҡын тур ойоштора, сит илдәрҙе яуларға хыяллана. Үҙ-үҙенә ышаныс, яңы идеяларға ҡыйыу тотоноу, кешеләр менән аралашыу һәм һөнәренең бар нескәлектәрен белеү – уның төп сифаттары.
– Әлбиттә, эш булғас, төрлө ваҡыттар була. Һирәк булһа ла ризаһыҙлыҡ белдереүселәр табыла. Шуға күрә мин тур тәҡдим иткәндә лә, юлға сығыр алдынан да барлыҡ шарттарҙы һәм нескәлектәрҙе ентекле аңлатам. Төрлө кешеләр осрай. Мин бөтәһенә лә бер үк йәшәү шарттары, ризыҡтар, экскурсиялар әҙерләйем. Тик уларҙы һәр кем, кәйефенә һәм күңел торошона ҡарап, үҙенсә ҡабул итә. Шуға күрә сәфәргә сығыр алдынан үҙегеҙҙе яҡшы тулҡынға көйләргә, позитив тәьҫораттарға әҙерләргә тырышығыҙ. Аллаға шөкөр, эшләү осоронда юлымда изге күңелле, ярҙамсыл, аралашыуға асыҡ кешеләр йыш осрай. Эшлекле һөйләшеүҙәрҙе йыш ҡына телефон аша алып барабыҙ ҙа, осрашҡанда минең йәп-йәш ҡыҙ икәнемде күреп, аптырап ҡалғандары була. Әммә был беҙгә артабан хеҙмәттәшлек итергә ҡамасауламай, сөнки “Вэлком РБ” үҙ эшенә яуаплы ҡарауы тураһында һәйбәт дан ҡалдыра. Ә туристарҙың ниндәй күңелле, алсаҡ кешеләр икәнен белһәгеҙ! Сәйәхәт барышында күмәкләшеп йырлашып та алалар, кисен ял иткәндә бергә ултырып сәй эсәләр, тәьҫораттары менән бүлешәләр. Ныҡлап танышып, аралашып, яҡын дуҫтарға әүерелеп бөтәләр. Икенсе юлы тағы ла бергә сәйәхәт итергә һөйләшеп ҡуялар. Мин инде уларҙың ғаилә ағзалары менән таныш кеүекмен – һәр береһе ваҡыт табып, миңә балалары, ейән-ейәнсәрҙәре тураһында һөйләп китә. Күптән түгел иң әүҙем сәйәхәтселәр өсөн “юғары награда” булдырҙыҡ. Беҙҙең менән биш тапҡыр турға сыҡҡандарға “Вэлком РБ проектының атҡаҙанған турисы” тигән исем биреләсәк, – ти Зөлхизә йылмайып. Уның һәр бер сәйәхәтсегә ҡарата йылы мөнәсәбәте йөҙөндә үк сағыла.
Башҡорт йәштәре араһында шундай уңышлы эшҡыуарҙар булыуы һоҡланыу уята. Ундайҙар тиҫтерҙәренә һәм йәш быуынға өлгө булып тора!
Ҡайҙалыр ял итергә барырға теләһәгеҙ, Зөлхизә Ҡотлосуринаны социаль селтәрҙән табып, уның тәҡдимдәре менән таныша алаһығыҙ. “Бәйләнештә” селтәрендә “Вэлком. Автобусные туры по России и РБ из Уфы” төркөмөндә турҙар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт һәм бәйләнеш өсөн телефон һандары бирелгән. Шулай уҡ башҡа мессенджер­ҙарҙа ла проекттың үҙ каналдары бар. Әйҙәгеҙ, бергәләп сәйәхәт итәйек!

“Вэлком РБ” ойошмаһының сайтындағы фекерҙәр.

Әлфиҙә. Тәтешле районы:
– Зөлхизә Заһир ҡыҙын һәм уның командаһына оло рәхмәттәремде еткергем килә. Еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйем. Санкт-Петербург ҡалаһына сәйәхәт шул тиклем оҡшаны, барыһы ла матур итеп ойошторолған, автобус та, ҡунаҡхана ла уңайлы булды. Экскурсиялар ҡыҙыҡлы үтте. Хыялымды тормошҡа ашырҙым, Аллаһ бирһә, тағы ла һеҙҙең менән сәйәхәт итәсәкмен. Ҡыҙыма барыһын да һөйләгәс, ул да “Вэлком РБ” аша Санкт-Петербургка тур алырға хәл итте.

Гөлгөнә. Иҫәнғол ауылы:
– Бына ул – бик йәш, әммә бар мәсьәләләрҙә лә тәжрибәле, белемле һәм аҡыллы Зөлхизә Ҡотлосурина, беҙҙең турҙы ойоштороусы. Һин беҙҙе бәхетле итәһең! Рәхмәтле туристар тағы ла күберәк булһын киләсәктә!

Зөлфиә Ахмедова:
– Яуаплылығың һәм ҡыйыулығың өсөн ҙур рәхмәт, Зөлхизә. Бындай турҙы ойоштороу һәм оҙатып йөрөү өсөн сабырлыҡ та, тәжрибә лә кәрәк. Беҙҙең автобусҡа тик әүҙем һәм позитив ҡына кешеләр йыйылған ине, сәйәхәт бик оҡшаны. Барыһы менән дә танышыуыма шатмын!

Мәзит, Шишмә районы:
– Беҙ өйҙә. Сәйәхәттең башынан алып ахырына тиклем ҡарап, ҡурсып, кәңәштәре менән ярҙам итеп торған Зөлхизә Заһир ҡыҙына рәхмәт! Барыһы ла юғары кимәлдә ойошторолған: йәшәү, ашау, экскурсиялар. Береһенә лә һүҙ тигеҙерлек түгел. Һеҙ афарин! Шулай уҡ оҙон юлды имен-аман үткән водителдәргә лә рәхмәтемде еткерәм!

Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Автор:
Читайте нас