Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
8 Ғинуар 2017, 00:54

Лайка

Лайка исемле этебеҙ хаҡында яҙырмын тип уйламағайным да. Уның шаулар тарихы ла юҡ, бер кемде лә янғындан да, һыуҙан да ҡотҡарманы. Ҡәҙимге ауыл эте булды. Башҡалар кеүек, ул да тоғро, ағайыма йә миңә, йә атай артынан ҡалмай эйәреп йөрөр ине...


Лайка исемле этебеҙ хаҡында яҙырмын тип уйламағайным да. Уның шаулар тарихы ла юҡ, бер кемде лә янғындан да, һыуҙан да ҡотҡарманы. Ҡәҙимге ауыл эте булды. Башҡалар кеүек, ул да тоғро, ағайыма йә миңә, йә атай артынан ҡалмай эйәреп йөрөр ине. Ашауға әрһеҙ, нимә һалһаң, шуны йотоп торҙо. Тағы нимә, эйе, үҙебеҙҙең малды таный торғайны, ихатаға сит-ят кәзә- һарыҡ ҡына түгел, күршеләрҙең тауыҡ-әтәсен дә индермәне, үтһәләр, өрөп ҡыуа һалып сығара. Кеше-фәләнгә теймәне, шулай уҡ бөтөнләй иғтибарһыҙ ҙа ҡалдырманы, тик оятһыҙ рәүештә ташланманы, тешләмәне.
Ә нишләп яҙырға булдым? Интернетты байҡағанда, күҙемә бер тарих килеп эләкте лә шунан хәтирәләргә төшөп кителде…
Тәүҙә уҡылған тарих
Вирджиния штатында (АҠШ) ғаилә йәшәгән: әсәй, атай һәм өс йәшлек улдары. Бер көн ун өс йәшлек Мо исемле эттәре ҡартайып үлеп китә. Бәләкәй малай беренсе тапҡыр үлем менән осраша. Ул һәр ваҡыт әсәһенән, Мо ҡайҙа, уның менән нимә булды, нишләп ул беҙҙең менән йәшәмәй, тип һорап бер була. Әсә кеше ни тип яуап бирергә белмәй ҙә, ул күктә йәшәй хәҙер, ти. Ләкин малай һаман тынысланмай, киреһенсә, һорауҙары арта ғына: нишләп күктә, унда нишләй? Шул саҡ әсәһенә шәп уй килә:

– Әйҙә, беҙ уға хат яҙабыҙ, – ти улына. Адресын да тиҙ генә таба әсә: “Моға, күктәге эттәр донъяһы, уларҙың тоғро эттәре йәшәүсе ап-аҡ болотҡа”.

Ғаилә малай биргән бар һорауҙарҙы ла теҙеп хат яҙа ла, баяғы адресты теркәп, уны почта йәшнигенә төшөрә. Әсә, сабый йоҡлағас, хатты сығып алырмын әле, ти, ләкин онота.

Иртәгәһенә ғаилә почта йәшнигендә сәйер хат таба. Шуныһы ғәжәп: оҙатыусы адресы графаһында “Монан” тигән яҙыу була. Хатты асалар. “Мин күктәге эттәр донъяһында йәшәп ятам. Көнө буйы рәхәтләнеп уйнайым. Башҡаса һеҙгә ҡайтмайым, бында ла мин бик бәхетле. Люк, мин һине бик яратам. Минең менән дуҫ булғаның өсөн рәхмәт!” – шулай тип яҙылған була унда. Был юлдарҙы уҡығас, малай ҙа, атай-әсәй ҙә бик аптырай. Люк йылмайып ебәрә.

Һуңынан асыҡланыуынса, был хатты почта хеҙмәткәре Зина Оуэнс яҙған була. “Люктың хаты мине бик тетрәндерҙе. Яратҡан яҡын дуҫты юғалтыу, нисә йәштә булыуға ҡарамаҫтан, бик ауыр. Сабыйҙың шундай керһеҙ хаты донъяның ни тиклем саф икәнен аңлатты һәм минең дә уға, ғаиләһенә изгелек эшләгем килде. Был ысын мәғәнәһендә мөхәббәт, эткә лә, дуҫҡа ла, тормошҡа ла”, – ти ул.

Ә хәҙер үҙем менән булған тарих
Ул саҡта миңә туғыҙ йәш ине. Йәй. Атай колхоз эшендә, таң менән китә лә ҡараңғыла ҡайта. Минән ике йәшкә оло ағайым менән икебеҙгә ҡай саҡ әсәй аша эш тә ҡушып китә. Әбезшик теге холоҡһоҙ тананы кардоға бикләгән, Тупаҡҡа барып, шуны алып ҡайтһындар, тигән был юлы. Баҫыу ҡараусыны беҙҙә әбезшик тиҙәр, ә Тупаҡ тигәне дүрт саҡрымда ятҡан күрше ауыл инде.

Велосипедтарға атланып киттек. Артыбыҙҙан, һәр ваҡыттағыса, телен һәлберәтеп Лайка эйәрҙе.

Кардоға барҙыҡ, малдарҙы ҡарайбыҙ, беҙҙең тана юҡ. Кире ҡайтырға сыҡтыҡ. Шул саҡ кардо янындағы иҫке вагонсыҡ аҫтынан ҙур бер эт килеп сыҡты ла өрә-өрә беҙәг табан килә башланы. Лайка тегегә тешен ыржайтты. Уңарса булмай, күләгә ятҡан тағы ике берәҙәк ҡалҡынды.

Был кәүҙәле өс эт беҙгә түгел, өрә-өрә Лайкаға ябырылды. Беҙ ҡурҡып ҡалдыҡ. Нишләргә белмәйбеҙ. Ҡысҡырабыҙ. Ситкә китеп таш бәреп тә ҡарайбыҙ, ләкин эттәрҙе айырып алырлыҡ түгел. Китте тауыш, сыйлау, саң-туҙан бураны ҡалҡты. Араларына барып инергә ҡурҡыта. Һыбай килгән бер ағай сыбыртҡыһы менән берәм-берәм һыҙырғас ҡына яуыз эттәр сыйылдап-сыйылдап тирә-яҡҡа һибелде. Ҡанһырап бөткән Лайка, ҡойроғон ҡыҫып, көс-хәл менән әҙерәк һыбайлынан ситкә китте. Теге эттәр һаман өрөп-өрөп уға ынтылып маташтылар, тик, һыбайлы тағы һелтәнгәс, сигенергә булдылар. Беҙ таш бәреп ҡалдыҡ.

- Нимә ҡарап тораһығыҙ, маңҡалар, этегеҙҙе үлтерәләр ҙәһә, - тип беҙгә екерҙе лә ары китте ҡотҡарыусы.

Лайка ауыл осона беҙгә эйәреп көскә һөйрәлеп сыҡты ла ятты. Ағайым, бар, ҡайтып арба алып кил, тине. Тиҙәк түгә торған яртылаш емерек арба бар ине, шуны әйтә. Китеп барам, ә күҙ алдымдан арт яғынан аҡтарылған ҡанлы тиреһе, уны эттең ыңғырашып ялауы китмәй. Мин китһәм, Лайка үлер кеүек тойолдо ла, ҡайтып етмәнем, яртылаш юлдан кире боролдом. Үҙем илайым. Кире килдем, эт һаман ята. Ағай эргәһендә ултыра.

- Ҡайҙа арбаң? – ти үҙе.

- Үҙең алып кил, мин бында ҡарайым, үҙем ҡарайым, - тим.

Ағай ҡайтып китте. Сәғәт эсендә арбаны һөйрәп килтерҙе. Лайка эргәһендә аяғымды бөкләп, шым ғына ултырҙым. Һуңынан баҫҡас ҡына аяғымдың ныҡ итеп ойоғанын тойҙом. Сәғәт буйы эттең бер нөктәгә генә төбәлеп ятыуы аптыратты, ҡуҙғалһам, уның бер ере ауыртыр кеүек ине миңә.

Этте арбаға һалырға маташабыҙ. Тик, тейә башлаһаҡ, ул ырылдай, сыйнап та ебәрә, һыҙланалыр инде мәхлүгең. Үҙен нисек тоторға ла белмәйбеҙ. Тешләп алыуынан да ҡурҡмайбыҙ, тик берәй ере өҙөлөп китмәһен, тип хәүефләнәбеҙ. Тәки һала алманыҡ. Аптырағас, юлға сығып бер аҙ барҙыҡ та “Лайка!” тип саҡырҙыҡ. Теге ҡалҡынды ла яйлап ҡына артыбыҙҙан төштө. Атлап килә лә, уң яҡҡа ҡыйшайып, йығыла яҙып китә, шулай ҙа артыбыҙҙан һөйрәлә. Беҙ, ул яңынан ятып ҡуймаһын тип, нисек тә туҡтамаҫҡа тырышабыҙ. Ағай – велосипедта, буш арбаны мин һөйрәйем. Хәлем бөттө, лыс тир булдым, һыуһаным. Шулай ҙа түҙеп киләм. Эттәр ысынлап та һере була икән, башҡаса ятманы, артҡы аяҡтарын һөйрәп тигәндәй ҡайтып етте Лайкабыҙ. Ҡайтты ла лапаҫ аҫтына барып ятты. Аҫтына ике тун һалырға маташҡайныҡ, тегене ҡуҙғалтып та булмай. Башын алға һондо ла алғы тәпәйҙәренә һалып ятты. Алдына һыу, ҡатыҡ сығарып ҡуйҙыҡ. Үрелмәй ҙә, күҙҙәрен алға төбәгән дә тик ята. Ҡанһыраған яраһын себендәр талай. Уға ла иғтибар итмәй. Себендәрҙе ҡыуып торам. Улары бигерәк әшәке, тәүҙә, ҡыуғас, бер сама юҡ булып торалар ине әле, аҙаҡ, бепегән фуражкам еленән “һикерәләр” ҙә шунда уҡ яңынан шул урынға барып ҡуналар. Эңерҙә атайым ҡайтҡас, этте ҡараны ла, дә-ә, мал булмаҫ ахырыһы, тине. Шулай ҙа яраларына ипләп кенә ниндәйҙер май һөрттө, эргәләренә кәргәлин һыланы. Яраларына тейгәндә Лайка әҙерәк ҡалҡына биреп ҡуйҙы ул, тик тауыш-тын сығарманы. Атайым яраһы менән булашҡанда, мин уның башын тотоп ултырҙым. Уның шул тиклем моңһоу күҙҙәренә ҡарап, аҡһыл, бысранған, ҡан уҡмашып ҡатҡан йөндәрен һыйпап ултырғанда, Лайканың көтөй сағы, таяҡ бәреп яңынан килтереүен теләп күпме мәшәҡәтләнеүем, сананы һөйрәп йөрөгәндәре – барыһы ла иҫкә төштө. Әле бәләкәйләнеп бөршәйеп кенә ятҡан кәүҙәһенә ҡарап, артҡы ике тәпәйенә баҫһа, уның нисек минең һымаҡ оҙон булыуын күҙ алдыма килтерәм. Шул саҡта майланған күҙҙәрен тағы ла уйнатып, осҡон сәсеп, шайыҡлы теле менән битте ялап ала ине. Тегенең шулай шаярғыһы килә. Йүгерһәм, ҡасмай тор әле, тип ипләп кенә быймамды тешләй, йығылһам, алғы тәпәйҙәре менән ҡарымды ҡағып, тор, ятма, ти. Шул нур бөркөп, уйнап, шаярып туймаҫ күҙҙәр бөгөн, тәрән һыу ятҡылығы кеүек, шомло, төпһөҙ, ҡараңғы. Быяла күҙ тигәндәре ошомо, хатта ул нисектер хәрәкәтһеҙ. Уға ҡарауы миңә шул тиклем ауыр, үҙемдең дә күҙем һыҙлай, кемдер уға бармағы менән баҫҡан кеүек, башым ауырта башлай. Бөгөн иртән ихатабыҙҙа һин дә мин йөрөгән Лайка миңә ни тиклем ҡәҙерле булғанын аңлап алдым. Ул шулай мәңге мал ҡыуып, ҡыҙыл телен арҡырыға һалып һаман беҙҙең арттан эйәреп, “Лайка!” тиһәң, әллә ҡайҙан йүгереп килеп ҡойроғон болғап, миңә һырығыр һы- маҡ та, тик баҡһаң, үҙенсә йәшәгән, үҙенсә көн күргән бер йән эйәһенең дә бер ваҡыт юлы өҙөлөргә мөмкин икән. Был туралағы уй һис ҡасан да башыма инмәгән. Шуға ул уғата йәл булып китте миңә. Унан бигерәк үҙемде лә йәлләйем,

хәҙер беҙҙең урам, ихата Лайкаһыҙ, этһеҙ нисек торор? Балыҡҡа, еләккә, бесәнгә, урманға нисек Лайкаһыҙ бармаҡ кәрәк? Уны мин күҙ алдыма ла килтерә алмайым.

Төнөн минең температурам күтәрелде, һаташып бер булдым. Ҡайҙалыр осоп төшөп киттем, киреһенсә, ҡайҙалыр өҫкә остом. Тик Лайканы төштә күрмәнем. Әсәйемдең: “Эт зәхмәте ҡағылғандыр”, – тип, дарыуҙар эсергәнен дә йоҡо аралаш ҡына ишетәм. Юҡтыр, тип уйлайым үҙем, эт бит мине һаташтырмай, тирләп ҡайтып, һыуыҡ һыу эскәйнем, шулдыр, тип әйткем килә лә, тик йыбанам.

Иртәгәһен тора алманым, ятырға ҡуштылар. Таһир ағайым- дан Лайканың хәлен һорашам. Уныһы:

– Нишләһен, ята себенләп, – тип кенә яуаплай.

– Ҡатыҡ та эсмәйме? – тим.

– Юҡ, үлер ул, – тигәс, илағым килде лә стена яғына боролоп яттым.

Иртәгәһен тыныс йоҡланым. Иртән йыраҡта мылтыҡ атҡан тауыш ишетелгәндәй булды. Әллә төшөмдә ишетелде. Уянғанда атайым лесник ағай менән өҫтәл артында ултыралар ине. Күҙҙе асҡас та, атайҙан, Лайка нисек, тип һораным. Ул башымдан һыйпаны ла, ҡалай эткә эҫенеп киттең, яңыһын алырбыҙ, йәме, тине. Мин һикереп торҙом да лапаҫ аҫтына йүгерҙем. Тун өҫтө буш ине, бары Лайканың бер нисә төк аҡ йөнө генә ҡалған. Шул йөндө усыма йыйҙым да еҫкәп оҙаҡ ҡына ултырҙым. Иламаным. Илап оҙатҡым килмәне.

Был көндө ныҡ хәтерләйем, 12 июль ине ул. Шул көндө мин балалыҡтан сығып, егет ҡорона индем, тормошҡа аңлыраҡ ҡарай башланым. Ана шунда бар батырлығы Лайканың, ул миңә тормоштоң уйын түгел икәнен аңғартып китте.

Үҫкәс, әрменән ҡайтҡас әле, атайҙан һорай ҡуйҙым:

– Лайка үлгән көн төшөмдә мылтыҡ тауышы ишеткәндәй булғайным.

– Лайка миңә лә бик ҡәҙерле ине. Ҡазаланғас, бик йәлләнем үҙен. Барыбер аяҡҡа баҫа алмаҫ ине. Баҡса артына күтәреп алып сыҡтым да лесник ағайыңдан аттырҙым. Язаһынан ҡотолдо- райыҡ, тинем. Һин дә һәләкәтен күңелеңә артыҡ яҡын алғас… Шунда күмдек тә.

Унан һуң тағы ике этебеҙ булды. Тик ошо Лайка ғүмерҙә иҫтә ҡалды. Бала саҡтың тоғро дуҫы ла, йәнемдең бер өлөшө булып та.



Читайте нас: