Тәүге кеҫә телефондарын бөтәгеҙ ҙә хәтерләйҙер? Ҙур төймәле, кескәй экранлы, ҡыҫҡа ғына антенналы, берсә рацияны хәтерләткән дә кеүек ине. Аҙаҡ әлеге ябай телефондар смартфондар менә алышынды. Тышҡы биҙәлеше күпкә матурланды, ҡулланыш йәһәтенән дә үҙгәреш кисерҙе. Ә бөгөнгө көндә иһә нәҙек корпуслы, сенсор экранлы сматфондар, айфондар попурляр. Улар хатта тотош компьютерҙы алыштыра.
Яңыраҡ етештереүселәр йәштәрҙе тағы ла бер асыш менән ҡыуандырҙы. Күптәрҙе таң ҡалдырып, «аҡыллы» сәғәттәр сығара башланы. Икенсе төрлө уларҙы часофон йәки смарт-сәғәттәр тип тә йөрөтәләр.
Смарт-сәғәттәр ябай ҡул сәғәте кеүек күренһә лә, ысынында иһә улар бөтә мөһим бурыстарҙы башҡара. Тәүгеләре калькулятор, тәржемәсе булараҡ ҡулланылһа, заманса сәғәттәре тотош комьютерҙы алыштыра ала. “Бәләкәй, еңел һәм уңайлы” принцибы буйынса етештерелгән был яңы технология бөгөнгө көн тренды.
Беренсе тапҡыр ябай ҡул сәғәте үткән быуаттың 70-се йылдарында “аҡыллана” башлай. “Hamilton Watch” компанияһы етештергән тәүге цифрлы сәғәт 1972 йылда “Pulsar” исеме аҫтында донъя күрә. Шул ваҡытта уҡ ул популярлыҡ яулап өлгөрә, хатта кино таҫмаһында ла күренә. “Pulsar” сәғәттәрен сығарыу хоҡуғын 70-се йылдар аҙағында “Seiko” япон компанияһы һатып ала һәм “Pulsar Memowatch” беренсе смарт-сәғәтен халыҡҡа тәҡдим итә. Мөмкинлеге сикле була уның: йәмғеһе 24 символдан торған яҙмаларҙы ғына “хәтерендә” ҡалдыра алған. Арбатан “Casio” һәм ”Citizen” конкурент компаниялары ҡул сәғәттәренә махсус клавиатура ҡулайлаштырылып, 2 мең символлы текст баҫыуға өлгәшә.
Йылдар үтеү менән электрон сәғәттәрҙең функциялары байый бара. Бөгөнгөләренең тәғәйенләнеше ваҡыт күрһәтеүгә генә ҡайтып ҡалмай. Бихисап функция башҡара, хатта смартфон, компьютер урынына ла файҙаланыла. Ғәҙәттә, электрон сәғәт йөрөткән кеше телефондарын һирәк ҡуллана. Сөнки уның экранында бөтә яңылыҡтар, смс-тар, электрон хаттар, социаль селтәрҙәге әңгәмә кеүек байтаҡ файҙалы мәғлүмәт күрһәтелә.
Функциялары нимәнән ғибәрәт?
• Смс-хәбәрләшеү, электрон хаттар ҡабул итеү һәм яуап биреү;
• Шылтыратыу, шылтыратыуҙы ҡабул итеү;
• Социаль селтәрҙәге төркөмдәрҙәге әүҙемлек тураһында хәбәр итеү;
• Пульс, калория һәм аҙымдарҙы үлсәү;
• Кешенең йоҡо фазаһына көйләнеп, вибро тауыш менән йоҡонан уятыу;
• Смартфондағы аудиоплеер менән идара итеү;
• Автонавигатор булараҡ ҡулланыу;
• Телефондың урынын билдәләү;
• һәм, әлбиттә, сәғәттең төп функцияһы – ваҡыт күрһәтеү.
Бынан тыш, улар үҙҙәре кеше тауышын тексҡа әйләндереп, хат рәүешендә тейешле адресатҡа ебәрә ала. Элеккесә хәрефләп смс йыйып ултырыуҙың да кәрәге ҡалманы.
“Аҡыллы” сәғәттәр йәштәр араһында тиҙ популярлыҡ яулай. Шул сәбәпле етештереүселәрҙә яңынан-яңы идеялар тыуа. Әлеге сәғәттәрҙең ҡулланышта уңайлы булыуын иҫәпкә алып, яңы электрон ҡулланмалар уйлап табыла. Фитнес-трекерҙар, әүҙемлек браслеттары, пульс үлсәгестәре (үлсәүҙәре), хатта спорт хронометрҙары ла сәғәт формаһында етештерелә.
“Аҡыллы” сәғәттәрҙе нисек һайларға?
Смарт-сәғәттәрҙе ике төркөмгә бүлергә мөмкин. Тәүгеләре – үҙ-аллы, ә икенселәре смартфонға бәйләнеп, уның менән берлектә эшләй. Ғәҙәттә, кешенең бөтә кәрәкле мәғлүмәте телефонда һаҡлана. Ошо йәһәттән уны Bluetooth йәки Wi-Fi ярҙамында сәғәт менән берләштереү һуңғыларға ихтыяжын арттыра.
Ә бына телефондар менән берләштермәгән сәғәттәргә SIM-карта ҡуйыу мөмкинлеге ҡаралһа, шылтыратыуҙар ҡабул итергә, интернет селтәренә лә сығырға мөмкин. Ундайҙар смартфонды алыштырмай, ә телефонда булмаған функцияларҙы ғына үтәй. Мәҫәлән, пульсометр, аҙымдар, килоколорийҙар счетчигы кеүек өҫтәмә мөмкинлектәр бөтә смартфондарҙа ла ҡаралмаған.
“Аҡыллы” сәғәттәрҙе телефон менән синхронизациялау өсөн уның ниндәй операцион система ҡулланыуын асыҡларға кәрәк. Әгәр һеҙҙең смартфон Android нигеҙендә эшләй икән, тимәк, сәғәттең дә шул уҡ платформала эшләгәнен алырға кәрәк. Ә Pebble сәғәттәрен андроид менән генә түгел, ә Apple һәм Windows Phone ҡулланылған смартфондарға ла бәйләргә була.
Әлбиттә, иң популяр “аҡыллы” сәғәттәр Android операцион системаһында эшләй. Шуға ла уларҙы төрлө брендтар менән ҡулланырға мөмкин. Ә iPhone хужаларына тик Apple Watch һәм Pebble сәғәттәре генә тап килә.
Смарт-сәғәттәрҙең ыҡсым ғына булыуын иҫәпкә алып, уның көсө тиҙ бөтәлер, тип уйлаусылар ҙа табылыр. Ысынында иһә “аҡыллы” сәғәттәр смартфонға ҡарағанда энергияны әҙерәк “ашай”, шуға ла ул өҫтәмә зарядһыҙ бер аҙнаға тиклем хеҙмәт итеүе мөмкин.
Сәғәттәрҙең функция байлығына ҡарап, хаҡтары ла үҙгәрә. Иң осһоҙ сәғәттәрҙе интернет-магазиндарынан 1300 һумға заказға алырға мөмкин. Ә билдәле брендлылары иһә, мәҫәлән, 9 000 - 26 000 һумдан башлана.
Балаларға “аҡыллы” сәғәттәр кәрәкме?
Һуңғы йылдарҙа етештереүселәр йәштәрҙе генә түгел, хатта балаларҙы ла асыштары менән ҡыуандырҙы. Ошо уҡ “аҡыллы” төркөмөнә ҡараған балалар сәғәттәре ҙур ихтирамға лайыҡ. Үрҙә әйтелгән ололарҙың модалы гаджетынан улар сағыу дизайны, ябайлаштырылған функциялы булыуы менән айырылып тора. Улар, тәү сиратта, тиҫтерҙәре алдында трендлы булыуын иҫбат итер өсөн түгел, ә баланың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн уйлап табылған. Байтаҡ атай-әсәйҙәр өсөн был ҙур табыш. Хаҡтары ла артыҡ ҡиммәт түгел, 1000-1500 һумдан башлана.
Балалар сәғәттәрендә махсус GPS-трекер ҡулайламаһы урынлаштырылған. Уның ярҙамында атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр теләгән ваҡытта ул-ҡыҙҙарының ҡайҙа йөрөүе тураһында хәбәрҙар була ала. Ҡайһы берҙәре иһә хатта баланың билдәле ваҡыт арауығында үткән маршрутын да күрһәтә ала. Ул мәғлүмәт ололарҙың электрон йәшнигенә ебәрелә.
Заман GPS-трекерлы сәғәттәренең функциялары бының менән генә бөтмәй. Телефон бурыстарын да үтәй ала улар. Кескәйҙәр өсөн уңайлы булһын өсөн, улар смартфондағы кеүек ҡатмарлы интерфейстан азат, ҡулланышта ябай ғына. 2-3 кенә төймәгә барлыҡ кәрәкле бурыстар һыйған. SOS төймәһенә баҫыу менән сәғәт хәтеренә индерелгән номерҙар буйынса шылтыратыу башҡарыла. Башта бер кешегә, әгәр ҙә теге оста яуап биреүсе булмай икән, автомат рәүешендә ашығыс хәбәр баланың икенсе яҡынына йүнәлтелә. Телефон номерҙарын яттан белмәгән осраҡта ла, бала бер кнопкаға баҫыу менән атаһы, әсәһе йәки олатай-өләсәһе менән тиҙ арала бәйләнешкә инә ала. Бынан тыш “аҡыллы” сәғәттәр шылтыратыуҙарҙы фильтрлай, йәғни ата-әсәһе ризалыҡ бирмәгән ят номерҙарҙан балаға бер ниндәй ҙә сигнал килмәй.
Атай-әсәйҙе ҡыуандырған тағы ла бер шәп функция – ул йәшерен “тыңлау”. Уның ярҙамында балаға һиҙҙермәй генә уның нимә менән шөғөлләнеүен тыңлай ала. Мәҫәлән, бала мәктәпкә китә, ти. Ололар барып еткәнме, дәрескә ингәнме тип борсола. Шылтыратып, ҡамасаулармын тип ҡурҡҡан саҡта ошо махсус төймә ярҙамында уның әлеге ваҡыттағы урынын асыҡлап була.
Бынан тыш “тауышһыҙ шылтыратыу” режимын да ҡулланырға мөмкин. Был осраҡта атай-әсәйҙәр тирә-йүндәгеләргә ҡамасауламай, теләгән ваҡыттарында шылтыратып, сабыйының хәлен белә ала.
Бындай сәғәттәр балалары мәктәпкә йәки балалар баҡсаһына үҙ аллы йөрөгән атай-әсәйҙәр өсөн уңайлы. Ололарһыҙ тышҡа уйнарға сыҡҡан йәки ял лагерҙарына киткәндәргә лә кәрәк был үҙенсәлекле ҡоролма.
Һаҡланғанды һаҡлар Хоҙай Тәғәлә. Һис шикһеҙ, заман технологиялары эштән, донъя мәшәҡәттәренән бушамаған атай-әсәйҙәр өсөн оло ярҙам. Әммә балаларыбыҙҙың ғүмеренән дә ҡиммәтерәк нәмә юҡ икәнен онотмайыҡ. Ғәзиздәребеҙ өсөн яуаплылыҡты “аҡыллы” сәғәттәр, видеокамера кеүек бихисап ҡоролмаларға ғына тапшырып ҡуймаһаҡ ине. Үҙебеҙ ҙә уларҙы тәрбиәләүҙә ҡатнашһаҡ, йәмғиәт принциптары, әҙәп-әхлаҡ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә бәләкәйҙән үк өйрәтә килһәк ине.