Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
1 Декабрь 2017, 16:05

2018 йылға йондоҙнамә

2018 йылға йондоҙнамә

Яңы йыл менән!

Шаулап-гөрләп Һары эт йылы килеп етте. Йыл хужаһы Ер стихияһына ҡарағанға күрә, тыныс холоҡло. Шуға күрә барыбыҙға ла аҡыллы булыу, эште төптән уйлап башҡарыу ҡамасауламаҫ. Һары эт йылы егәрле, ғәҙел кешеләргә илтифатлы. Ә инде намыҫһыҙ, кеше баштары аша йөрөгән әҙәмдәрҙең бәкәленә һуғыр. Тик үҙе хаҡында ғына хәстәрлек күреп, башҡаларҙы күҙенә лә элмәгән етәкселәрҙең арт һабағын уҡытыр. Битараф, ғәфләт баҫҡандарҙы ла яратмай ул. Ҡыҫҡаһы, ҡанун һәм тәртиптәрҙән тайпылғандар, ҡырын эш ҡылғандар, үҙ тамағын ғына ҡайғыртҡандарға эт йылы уҫал итеп ырылдар, кәрәкһә тешләп тә алыр. Әммә кем әле төҙәлергә уйлай, тура юлға баҫырға һуң түгел. Һары эт хатаһын танығандарҙы хөрмәт итә.

Уңыш, карьера артынан ҡыуғандар өсөн быйылғы йыл иң отошлоһо булмаҡсы. Әммә ялағайланыу, “майлап ебәреү”, берәй нәмә “төртөү” арҡаһында ғына юлдары асылып киткәндәрҙең хәле хөрт. Уларҙың ошоғаса яулаған үрҙәренән дә тәгәрәп төшөүе ихтимал. Бына шундай ул Һары эт. Тырыш, егәрле бул, әммә алдама, хәйләләшмә һәм башҡаларҙың да хәленә инә бел.

Һары эт йылының айырым йондоҙлоҡтарға тәьҫире



Ҡуҙы. Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандарға Эт йылы шатлыҡлы мәлдәрҙе күп әҙерләмәксе. Уларға һис ҡурҡмайынса тормошон ҡырҡа үҙгәртеп ебәрергә лә мөмкин. Был айырыуса һөнәр һайлау, эш табыу, ижад өлкәләренә ҡағыла. Әммә ҙур аҡса менән эш итеүҙән туҡталып тороғоҙ. Ни өсөн тигәндә, эргәгеҙҙә ялағай, бармағы үҙенә кәкре, ике йөҙлө әҙәмдәр күп булмаҡсы.

Ғөмүмән, йыл тыныс үтер. Бары тик һаҡ булырға һәм ҡапыл уйланылған аҙымдарҙан ғына тыйылырға кәрәк.


Буға. Һеҙ тормошоғоҙҙо ҡайтанан күҙҙән үткәреп, ниндәй ҙә булһа һығымтаға килерһегеҙ. Артабан нисек йәшәргә, нисек үҫешергә хәл итерһегеҙ. Ғаилә ҡиммәттәре һәм карьера араһында ниндәйҙер урталыҡ табырһығыҙ, әммә ике өлкәлә лә берҙәй өлгөрә алмайһығыҙ әле.

Икенсе ярты йыллыҡта аҡса яғынан ауырлыҡтар көтөлә. Был хәл йыл аҙағына табан яйға һалыныр.


Игеҙәктәр. Ошоға тиклем үҙ елкәһендәге ауырлыҡты кемдер арҡаһында ғына еңеләйтеп өйрәнгәндәргә ауырға тура киләсәк. Эт йылы һеҙҙе үҙ аллы булырға өйрәтмәксе. Кем үҙенә генә таяна – шул юғарыға үрләр, ә инде һаман ҡайҙандыр көткәндәрҙең тормошо үҙгәрешһеҙ ҡалыр. Мәсьәләһен тик үҙе хәл итеп өйрәнгәндәрҙең килеме лә артыр.

Мөхәббәт өлкәһендә тулы бәхет сорнап алыр үҙегеҙҙе. Хатта аралары һыуынып барғандарҙың да бер-береһенә ҡарата йылы хистәре уяныр. Әммә яңылыш кеше йәренә ымһынып ҡуймағыҙ!


Ҡыҫала. Быйыл һеҙҙең тормош ҡайнай ғына. Ошоға тиклем әллә ни әүҙемлек күрһәтмәгән Ҡыҫалалар янында түҙеп торғоһоҙ булыр. Ул эргәһендәгеләрҙе үҙенең яңы идеялары, асыштары, дәрт-дарманы менән албырғатыр. Ышаныслы фекерҙәштәре табылһа, ҙур, ҡыҙыҡлы проекттар башлар.

Эт йылында кеше араһында абруйығыҙ, баһағыҙ артып китер. Тик һауаланып, әллә кем булып китмәгеҙ.

Бер генә етешһеҙлек көтөлә – һеҙҙең иммунитет әллә ни маҡтанырлыҡ түгел. Көҙ етмәҫ элек ошо хаҡта хәстәрлек күрегеҙ. Спорт һәм дөрөҫ туҡланыу хаҡында онотмаҫҡа кәңәш ителә.


Арыҫлан. Быйыл һеҙҙең үткән йыл башлаған эшегеҙ дауам итер. Бер генә үҙгәреш көтөлә – ул да булһа – күңел торошоғоҙ. Үҙегеҙҙе башҡалар менән сағыштырыуҙан туҡтайһығыҙ. Шулай уҡ әлегә тиклем нәркәс кеүек йәшәһәгеҙ, быйыл иһә һеҙгә һоҡланыусылар ҙа кәмер. Үҙегеҙҙе ғәҙәти кеше итеп тойоп, етешһеҙлектәрегеҙгә үтә әһәмиәт бирмәй тыныс ҡына көн итерһегеҙ.

Арыҫлан быйыл үҙ көсөнә нығыраҡ ышаныр, белеме артыр. Яратҡан ғына эштәрен башҡарып, әллә ни арыу ҙа тоймаҫ. Йылдың икенсе яртыһында хеҙмәтенең емештәрен күрер. Тап ошо мәлдән ул тулыһынса тынысланыр һәм ял итер. Уның яңы тормош этабы башланыр.


Ҡыҙ. Йондоҙҙар һеҙгә тыныслыҡ һаҡларға ҡуша. Быйыл күп кенә сетерекле ваҡиғалар көтөлөр. Уларҙан һалҡын ҡанлылыҡ һаҡлап, бары тик аҡылға ғына таянып сығырға кәңәш ителә. Шулай ҙа уңышлы мәлдәр ҙә аҙ булмаҫ. Аҡса йәһәтенән дә, шәхси тормошта ла ыңғай үҙгәрештәр оҙаҡ көттөрмәҫ. Был йыл һеҙгә ғаилә ҡороу, бала табыу өсөн яйлы кеүек. Күптән көткән өмөтөгөҙ аҡланыр. Әммә эргәләге кешеләргә аҙмы-күпме иғтибарлыраҡ булһағыҙ, кеше фекеренә лә ҡолаҡ һалырға өйрәнһәгеҙ, абруйығыҙ ҙа артып китер ине. Һеҙ үҙегеҙҙән түбәнерәк күренгәндәргә илке-һалҡы ҡарайһығыҙ, ә юғарылағыларға буйығыҙ етмәй. Ошо етешһеҙлек өҫтөндә эшләү ҡамасауламаҫ.


Үлсәү. Әтәс йылы был йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандарҙың башынан һыйпап ҡына торҙо. Үҙенең суҡыштарына элеп кенә тары ташып ашатты. Һары эт тә Үлсәүҙәрҙе ҡыйырһытырға уйламай. Яҙ айҙарында матди яҡтан уңыштар асыла. Йәй иһә мөхәббәт мәсьәләһендә ҡыуаныслы мәлдәр кисерерһегеҙ. Әммә бында һаҡ булығыҙ, бер-береңде көнләшеү кеүегерәк күңелһеҙлектәр көтөлә.

Үлсәү үҙ-үҙенә талапсан булғанға күрә, йыш ҡына ризаһыҙланып алыр, ҡаҙаныштарынан ҡәнәғәт булмаҫ. Ошо ғәҙәте арҡаһында туғандарына, хеҙмәттәштәренә ҡаты бәрелеүе лә ихтимал. Һөҙөмтәлә ҡатмарлы мөнәсәбәттәр килеп сығыу хәүефе лә бар.


Саян. Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандарға, ниһайәт, бәхет күге асылмаҡсы. Күптән үҙ яртыһын эҙләгәндәр ғаилә ҡорор, тәғәйенләнешен табыусылар ҙа булыр. Ниндәйҙер бер оҙайлы ваҡытҡа һуҙылған билдәһеҙлектән ҡотолорһоғоҙ.

Әммә һеҙгә хафаланып йәшәүҙән арынырға ваҡыт. Тормошҡа ышанып, яратып бағырға кәрәк. Эйе, кешеләр ышаныслы түгел. Уларҙың ысын йөҙөн асыуы ауыр. Шулай булһа ла, ҡурҡмаҫҡа кәңәш ителә.

Һеҙгә ниндәй ҙә булһа насар ғәҙәттәрегеҙҙән арыныу өсөн уңайлы йыл килә. Күберәк белемгә ынтылырһығыҙ, рухи яҡтан үҫешергә тырышырһығыҙ.


Уҡсы. Саҡ ҡына ҡыйыуыраҡ булһағыҙ, күптән карьера баҫҡысынан күтәрелер инегеҙ. Эште еренә еткереп үтәйһегеҙ, кешеләр менән дә уртаҡ тел таба беләһегеҙ, үҙегеҙгә ылығып баралар, тик… Ана шул баҙнатһыҙлыҡ, үҙеңде кәм тойоу ҡамасаулай ҙа ҡуя.

Ғаиләлә хәлдәрегеҙ үҙ яйынса, әммә аралар һыуынып китеүенә юл ҡуймағыҙ. Бер көйгә генә һалынған тормошоғоҙға әҙерәк сағыулыҡ та индерә белегеҙ.

Аҡса яғы әллә ни ҡыуанырлыҡ та түгел, хәүефләнерлек тә урын юҡ. Арба артынан эйәреп кенә барған күндәм эт кеүек булыр һеҙгә быйылғы йыл.

Ылаҡ. Һары эт һеҙгә бер ырылдап алмаһа, ҡыбырламаҫһығыҙ, моғайын. Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандар иртәгәһе көндө артыҡ ҡайғыртмай йәшәүсән. Холоҡтарындағы сәм кеүек сифат кем менәндер ярышыр өсөн генә кәрәк кеүек.

Шулай ҙа быйыл уңыштар күп көтөлә. Машина, фатир яңыртыу, алыҫ юлға сәйхәткә сығыу һымағыраҡ яңылыҡтар булмаҡсы. Иң яҡшыһы – көндәлек мәшәҡәттәрҙән дә йәм табып йәшәрһегеҙ. Үҙегеҙ өсөн ниндәйҙер яңылыҡтар табырһығыҙ, асыштарға юлығырһығыҙ. Йыл рухи эҙләнеү, үҙ-үҙеңде табыу, үҫеш өсөн бик тә уңай.

Һыуғояр. Һеҙгә Әтәс йылында уҡ киң мөмкинлектәр асылғайны. Ситкә тайпылмай ғына ана шул юлдан барырға кәрәк. Икеләнеүҙәр, шикләнеүҙәр, кире боролорға теләүҙәр булыр – ныҡ тороғоҙ. Быйыл үҙегеҙ теләгәнсә, ирекле йәшәй башларһығыҙ, моғайын. Ниһайәт, үҙ-үҙегеҙҙән ҡәнәғәт булырһығыҙ. Бик оҙайлы ваҡытҡа һуҙылған билдәһеҙлек асыҡланыр.

Иң мөһиме – һаулыҡ мәсьәләһенә һалҡын ҡарамағыҙ.

Балыҡ. Быйыл ижади шәхестәр өсөн барлыҡ мөмкинлектәр ҙә асылыр. Әммә аҡса яғы бәкәлгә һуғыуын дауам итә әле. Түҙегеҙ, бурыстарығыҙҙан ҡотолаһы көндәрегеҙ күп ҡалмаған. Ни тиклем генә ҡыйын булһа ла, башҡаса кредитҡа инмәүегеҙ хәйерле. Кемдәндер алып тороу отошлораҡ.

Күңел төшөнкөлөгө лә, ҡыуаныслы мәлдәрегеҙ ҙә бергә үрелеп барыр. Ҡайһы берәүҙәргә хәтерегеҙ ҡалыр, тик араларығыҙҙы һыуытмағыҙ.


Ғөмүмән алғанда, йыл төрлө хәл-ваҡиғаларға бай булыр. Кешеләр йышыраҡ матди байлыҡ тураһында ғына уйлауҙан арынып, бер аҙ рухи йәһәттән үҫешергә ынтылыр. Һәр кем ошо юҫыҡта белем эстәр.

Донъя кимәлендәге ҡатмарлы хәлдәр тағы ла сәйерерәк төҫкә инеп ҡуйырыр ғына. Кемдең кем икәнлеге асыҡланыр, һарыҡ тиреһе ябынған йыртҡыстар фашланыр.

Әммә кеше яҙмышы йылдың нисек килеүенән генә тормай. Һәр кем үҙенең тормошон яйға һала һәм матурлай ала. Барыһын да Һары эткә япһармайыҡ.
Читайте нас: