Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
2 Декабрь 2017, 20:54

Киләсәккә күҙ ташлап

«Сколково» бизнес-мәктәбе менән стратегик инициативалар агентлығы «Яңы һөнәрҙәр атлас»ын булдырғайны. Уларға күҙ һалғандан һуң шундай һығымтаға килергә мөмкин: кешеләр «аҡыллы» юлдарҙан электрокарҙарҙа йөрөйәсәк, виртуаль донъяла ял итә, ҡыйығында йәшелсә-емеш үҫкән «аҡыллы» йорттарҙа йәшәйәсәк.

Прораб-вотчер, «аҡыллы юлдар» проектлаусы, IT-генетик – киләсәктә популяр буласаҡ һөнәрҙәрҙең бәләкәй генә өлөшө былар. 10–15 йылдан ниндәй һөнәрҙәр ихтыяж менән ҡулланыласаҡ? «Сколково» бизнес-мәктәбе менән стратегик инициативалар агентлығы «Яңы һөнәрҙәр атлас»ын булдырғайны. Уларға күҙ һалғандан һуң шундай һығымтаға килергә мөмкин: кешеләр «аҡыллы» юлдарҙан электрокарҙарҙа йөрөйәсәк, виртуаль донъяла ял итә, ҡыйығында йәшелсә-емеш үҫкән «аҡыллы» йорттарҙа йәшәйәсәк. Медицина белгестәре кешенең гендарын үҙгәртеп, молекуляр диета һайлай алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ һ.б. Шулар араһынан иң ҡыҙыҡлы тип билдәләнгәндәрен һеҙгә лә тәҡдим итмәксебеҙ.

IT-медик – IT белемле, пациенттарҙың физиологик мәғлүмәттәре базаһын булдырыусы һәм идара итеүсе белгес, шулай уҡ дауалау һәм диагностика ҡоролмалары өсөн программалар проектлай.

IТ-генетик – балаларҙың генетик ауырыуҙарын өйрәнеп, дауалаусы белгес.

Генетик консультант – генетик анализ буйынса белгес. Тикшереү ҡоролмалары биргән мәғлүмәтте анализлап, һығымта яһай һәм дауаланыу схемаһы төҙөй.

Сәләмәт ҡартлыҡ буйынса консультант. Оло йәштәгеләр өсөн оптималь булған физик йөкләмәләр, йәшәү рәүеше һәм туҡланыу системаһын булдырыусы белгес.

Молекуляр диетолог – ризыҡтың молекуляр составына һәм генетик анализдар һөҙөмтәһенә ҡарап шәхсән туҡланыу схемаһын булдырыусы.

Ҡайҙа белем алырға?

Н.И. Пирогов исемендәге Рәсәй ғилми-тикшеренеү медицина университеты; И. М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү дәүләт медицина университеты; И. П. Павлов исемендәге Санкт-Петербург дәүләт медицина университеты; Новосибирск, Смоленск, Кубан, Нижегород дәүләт медицина академиялары.


Космотуризм менеджеры – Йыһан киңлегенә барып-ҡайтыу программаһын, эҙемтәлә орбита комплекстарын һәм бүтән космос ҡоролмаларын булдырыусы белгес.

Космогеолог һәм Космобиолог.

Космогеолог – айҙа һәм астероидтарҙа файҙалы ҡаҙылмаларҙы тикшереү һәм сығарыу менән шөғөлләнгән белгес.

Космобиолог төрлө биологик системаларҙың (вирустарҙан алып хайуан һәм кешеләргә хәтлем) космос шарттарында (ҡоролмаларҙа, осоу аппараттарында, планета станцияларында) үҙ-үҙен тотошон тикшереүсе; организмдарҙың физиологияһын һәм генетик үҙгәрешен өйрәнеүсе; орбита станциялары, ай базалары һәм оҙайлы осоштар өсөн тотороҡло йыһан экосистемаһын булдырыусы белгес.

Ҡайҙа белем алырға?

Н. Э. Бауман ис. Мәскәү дәүләт техник университеты, Мәскәү авиация институты (милли-тикшеренеү университеты), Академик М. Ф. Решетнев ис. Себер дәүләт аэрокосмик университеты, Советтар Союзы Геройы А. К. Серов ис. Краснодар юғары хәрби авиация осоусылар училищеһы (хәрби институт), Санкт-Петербург дәүләт аэрокосмик приборҙар төҙөү университеты.


Урбанист-Эколог – экологик биотехнологиялар нигеҙендә яңы ҡалалар проектлаусы; төҙөлөш, энергетика һәм тирә-яҡтың бысраныуын күҙәтеү өлкәһендә махсуслаша.

Сити-Фермер – агро-сәнәғәт хужалыҡтарын (шул иҫәптән, аҙыҡ үҫтереү) ҙур ҡалаларҙың стена һәм ҡыйыҡтарында урынлаштырыу һәм хеҙмәтләндереү буйынса эш алып барыусы белгес.

Ҡайҙа белем алырға?

Һәр бер төбәктә тиерлек “Биотехнологиялар”, “Агротехнологиялар” йүнәлеше буйынса дәүләт университеттары бар. Шуларҙың киләсәк һөнәрҙәре өсөн иң тулы белем биргән уҡыу йорттары: Томск милли политехник тикшеренеү университеты (Фармацевтика, биология); Мәскәү дәүләт университеты (Биология, Тупраҡты тикшереү һәм өйрәнеү, Биоинженерия һәм биоинформатика факультеттары); Санкт-Петербург дәүләт университеты (Биология һәм тупраҡты өйрәнеү факультеты); Төньяҡ (Арктик) федераль университеты (Биотехнология факультеты); Удмурт дәүләт университеты (Медицина биотехнологияһы факультеты); Рәсәй дәүләт аграр университеты – К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһы (агроном-биотехнолог, селекционер, ген инженеры).


Цифр лингвисы. Контекст һәм мәғәнәһенән сығып, семантик тәржемә һәм текст мәғлүмәттәрен эшкәртеү өсөн лингвистик системалар уйлай, кеше һәм компьютер араһында тәбиғи телдә яңы интерфейстар булдыра.

Ҡайҙа уҡырға?

Мәскәү дәүләт университеты; Мәскәү физика-техник институты; Санкт-Петербург мәғлүмәт технологиялары, механика һәм оптика университеты; Йәҙрә милли-тикшеренеү университеты; Томск политехник университеты; Новосибирск дәүләт университеты; Алексеев ис. Нижегород дәүләт техник университеты; Мәскәү элемтә һәм информатика техник университеты; Мәскәү дәүләт радиотехника, электроника һәм автоматика техник университеты.


Композит материалдар инженеры (инженер-композитчик). Төҙөлөш, машина төҙөү һәм робототехника, медицина һ.б. өлкәлә традицион материалдарҙы композиттарға алмаштырыу өҫтөндә эшләүсе белгес.

Медицина роботтарын проектлаусы – медицина өсөн робот һәм киберҡоролмалар (диагностик роботтар, робот-хирургтар, киберпротездар) проектлаусы белгес.

Уҡыу йорттары: Мәскәү физика-техник институты; Томск дәүләт университеты; Томск политехник милли тикшеренеү университеты; «МИФИ» йәҙрә милли-тикшеренеү университеты ; Санкт-Петербург мәғлүмәт технологиялары, механика һәм оптика милли-тикшеренеү университеты; Мәскәү дәүләт радиотехника, электроника һәм автоматика техник университеты; Алыҫ Көнсығыш федераль университеты.


“Аҡыллы мөхит” проектлаусыһы. “Аҡыллы мөхит” (композит материалдар менән “интеллектуаль” компоненттарҙы (чиптар) берләштереүсе арауыҡ) булдырыу өсөн программа-техник эштәр менән шөғөлләнеүсе. Уның эше композит материал һайлау, мөхиттең йәшәү шарттарын билдәләү, хәүефһеҙлек параметрҙарын асыҡлау, “дуҫтарса” интерфейс булдырыу һ.б.

Уҡыу йорттары: Мәскәү физика-техник институты; “МИСиС” милли тикшеренеү технология университеты; Д. И. Менделеев ис. Рәсәй химик-технология университеты; Томск политехник милли тикшеренеү университеты; М.В. Ломоносов ис. Мәскәү дәүләт химик технология академияһы; Санкт-Петербург дәүләт политехник университеты, Рәсәйҙең беренсе президенты Б. Н. Ельцин ис. Урал федераль университеты һ.б.


Прораб-вотчер. Цифрлы проекттар, ҡоролмалар ҡулланыусы төҙөлөш буйынса белгес. Танып-белеү системаһын файҙаланып, төҙөлөш барышын баһалай, һөҙөмтәнән сығып төҙәтмәләр индерә ала.

Төҙөлөш өлкәһендә 3D-баҫма проектлаусы. Конструкция макеттарын проектлай, уларҙы етештереү өсөн ярашлы компоненттар һайлай, йорттарҙы «баҫыу» процесын күҙәтә.

Ҡайҙа белем алырға?

Мәскәү архитектура институты (МАРХИ); Мәскәү дәүләт төҙөлөш милли-тикшеренеү университеты; Көньяҡ федераль университет; В. В. Куйбышев ис. Алыҫ Көнсығыш дәүләт университеты; Санкт-Петербург дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты (СпбГАСУ); Рәсәйҙең беренсе Президенты Б. Н. Ельцин ис. Урал федераль университеты; Нижегород дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты; 3 D-принтинг технологияларына уҡытҡан курстар.


Экопроповедник – аңлы рәүештә экологик йәшәү рәүешенә өндәүсе; балаларға һәм өлкәндәргә белем биреү программалары әҙерләй.

Төп уҡыу нигеҙен биргән уҡыу йорттары: Мәскәү дәүләт университеты; Томск дәүләт милли-тикшеренеү университеты; Санкт-Петербург дәүләт университеты; Алыҫ Көнсығыш федераль университеты; Н. Э. Бауман ис. Мәскәү дәүләт техник университеты; Санкт-Петербург политехник университеты; Томск политехник милли-тикшеренеү университеты; Йәҙрә милли-тикшеренеү университеты (МИФИ); Новосибирск дәүләт милли-тикшеренеү университеты; Мәскәү дәүләт технология университеты.


Системалы экологик һәләкәткә юл ҡуймаусы белгес. Сәнәғәт үҙәктәре тирәләй бысраныу, радиация сүплектәре, иреүсе боҙлауыҡтар күренеше кеүек оҙайлы һәләкәттәрҙе булдырмау сараһын күрә.

Уҡыу йорттары: Мәскәү дәүләт университеты; Томск дәүләт университеты; Санкт-Петербург дәүләт университеты; Алыҫ Көнсығыш федераль университеты; Н. Э. Бауман ис. Мәскәү дәүләт техник университеты; Санкт-Петербург политехник университеты; Томск политехник университеты; Йәҙрә милли-тикшеренеү университеты (МИФИ); Новосибирск дәүләт университеты; Мәскәү дәүләт технология университеты.


«Аҡыллы» юлдар төҙөүсе. Юлдарҙың торошон контролдә тотоу датчиктары булған «аҡыллы» юл ҡапламдарын һайлай, шулай уҡ «аҡыллы» тамғалар, билдәләр, видеокүҙәтеү системаларын урынлаштыра.

Ҡайҙа уҡырға: Мәскәү дәүләт юлдар университеты; Мәскәү дәүләт технология университеты; Алыҫ Көнсығыш юлдар университеты; Мәскәү дәүләт автомобиль-юл институты; Мәскәү дәүләт электроника һәм математика институты; Себер федераль университеты; Калашников исемендәге Ижевск дәүләт техник университеты.


Интеллектуаль милекте баһалаусы. Матди булмаған активтарҙың (идея, уйлап табыу, бизнес-модель һ. б.) хаҡын билдәләй.

Уҡыу йорттары: Юғары иҡтисад мәктәбе; Плеханов ис. Рәсәй иҡтисад университеты; РФ хөкүмәте эргәһендәге финанс академияһы; РФ президенты эргәһендәге Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы; Санкт-Петербург дәүләт университеты; Мәскәү дәүләт иҡтисад, статистика һәм информатика университеты.


Краудфандинг һәм краудинвестинг платформаһы менеджеры. Краудфандинг платформалары эшен ойоштора, краудфандинг финанслау өсөн алдан проекттарҙы баһалай, вкладчик һәм проект авторҙары араһындағы конфликттарҙы хәл итә.

Мультивалюта тәржемәсеһе. Традицион һәм альтернатив (мәҫәлән, электрон валюталар) иҫәпләшеү, алмашыу системаһын ойоштора.

Уҡыу йорттары: «Юғары иҡтисад мәктәбе» милли-тикшеренеү университеты; Плеханов ис. Рәсәй иҡтисад университеты; РФ хөкүмәте эргәһендәге финанс академияһы; РФ президенты эргәһендәге Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы; Санкт-Петербург дәүләт университеты; Мәскәү дәүләт иҡтисад, статистика һәм информатика университеты.



Виртуаль донъя дизайнеры. Тәбиғәте, үҙ архитектураһы, ҡанундары булған виртуаль донъя барлыҡҡа килтерә.

Селтәр юрисы. Виртуаль донъя һәм селтәрҙәр өсөн ҡануниәт булдыра, виртуаль милек мәсьәләләрен хәл итә.

Уҡыу йорттары: Мәскәү дәүләт университеты (Иҫәпләү математикаһы һәм кибернетика факультеты); Мәскәү физика-техник институты; Санкт-Петербург мәғлүмәт технологиялары, механика һәм оптика университеты; Йәҙрә милли-тикшеренеү университеты (МИФИ); Томск политехник университеты; Новосибирск дәүләт университеты; Томск дәүләт университеты; Алексеев ис.Нижегород дәүләт техник университеты; Мәскәү элемтә һәм информатика техник университеты; Мәскәү дәүләт радиотехника, электроника һәм автоматика техник университеты.


Электр заправкалаусыһы (яғыулыҡ ҡойоусы) – электр транспорты заправкаларын хеҙмәтләндерә.

Уҡыу йорттары: Мәскәү энеркетика институты; Томск политехник университеты; Новосибирск дәүләт университеты; Санкт-Петербург политехник университеты.


Тау система инженеры. Эҙләнеү-тикшеренеүҙән алып ябылғанға тиклем тау ҡаҙылмалары сыҡҡан урынды контролдә тота.

Уҡыу йорттары: Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты; Алыҫ Көнсығыш федераль университеты; Плеханов ис. Санкт-Петербург дәүләт тау университеты; Себер федераль университеты; Орджоникидзе ис. Рәсәй дәүләт геология-разведка университеты; Б. Н. Ельцин ис. Урал федераль университеты; Аммосов ис. Себер-Көнсығыш федераль университеты.
Читайте нас: