Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
8 Июнь 2018, 12:27

Ҡасандыр нәскиҙән туп яһап уйнаһа... бөгөн донъяның иң данлыҡлы футболсыларының береһе!

Әлеге мәлдә бар мосолмандар изге Рамаҙан айын билдәләй. Баҡһаң, данлыҡлы футболсылар араһында ла Ислам дине ҡушҡанса йәшәгәндәр юҡ түгел...


Рәсәйҙә футбол буйынса донъя чемпионаты башланырға күп тә ҡалманы. Тиҙҙән көйәрмәндәребеҙ был спорт төрөндә иң ҙур уңышҡа өлгәшкән футболсыларҙы яҡындан күрәсәк. Араларында бөтә донъяға билдәле Леонель Месси, Криштиану Роналду, Луис Суарес, Гонсало Игуаин, Поль Погба, Серхио Рамос, Жерар Пике, Давид де Хеа кеүектәр ҙә буласаҡ. Әммә бөгөн һүҙебеҙ улар тураһында түгел. Әлеге мәлдә бар мосолмандар изге Рамаҙан айын билдәләй. Баҡһаң, данлыҡлы футболсылар араһында ла Ислам дине ҡушҡанса йәшәгәндәр юҡ түгел. Әйҙәгеҙ шуларҙың иң-иңдәре менән танышып үтәйек әле.

Месут Озил

29 йәшлек был ярымһаҡсыны бөгөн футбол донъяһында белмәгән кеше юҡтыр. Ни тиһәң дә, Англияның “Арсенал” командаһы өсөн байтаҡ йылдар уңышлы сығыш яһай бит. Германияның йыйылма командаһында ла алмаштырғыһыҙ уйынсыға әүерелде. Милләте буйынса – төрөк. 1988 йылда Гельзенкирхен ҡалаһында донъяға килә һәм алты йәшенән футбол менән шөғөлләнә башлай. Һөҙөмтәлә уңыш көттөрмәй – өмөтлө үҫмер менән “Шальке-04” клубы килешеү төҙөй. Һуңынан “Вердер” клубы өсөн уңышлы сығыш яһай. 2010 йылда бөтә донъяға билдәле “Реал” (Мадрид ҡалаһы) клубына күсә. Тәүге йылда уҡ Чемпиондар лигаһында иң яҡшы ассистент тип табыла, ә 2012 йылда Испания чемпионатының (Примераның) чемпионы исемен яулай. Шул уҡ йылда Германияның иң яҡшы футболсыһы исеменә лә лайыҡ була. Бер йылдан иһә Лондондың “Арсенал” клубы менән килешеү төҙөй. Шулай уҡ Германияның йыйылма командаһының да алмаштырғыһыҙ уйынсыһы – 87 уйында 22 гол индереүгә өлгәшкән. 2014 йылда Бразилияла үткән донъя чемпионатында Германия командаһы составында алтын миҙал яуланы.

Месут Озил бик динле кеше – Ҡөрьән уҡый, көнөнә биш ҡабат намаҙ ҡыла. 2016 йылда мосолмандар өсөн изге Мәккә ҡалаһында булған.


Илкай Гюндоган

“Манчестер сити” клубының 27 йәшлек ярымһаҡсыһы Илкай Гюндоган Месут Озил менән бер ҡаланан. Ул да сығышы буйынса төрөк. Әммә, Месуттан айырмалы рәүештә, үҫмер саҡта уға бер нисә клубты алмаштырырға тура килә – Илкайҙан уңышлы футболсы сығырына ышанып етмәйҙәр. Мәҫәлән, “Шальке-04” клубында бер йыл шөғөлләнгәндән һуң, унан баш тартырға ҡарар итәләр. Профессиональ кимәлдә ул “Бохум-2” командаһы өсөн сығыш яһай башлай. 2009 йылда уны “Нюрнберг” клубы 850 мең евроға һатып ала. Уның менән Илкай Бундеслигаға (юғары дивизионға) сығыуға өлгәшә. Егеттең уңыштарын Дортмунд ҡалаһының “Боруссия” клубы ла шәйләмәй ҡалмай. Уйынсыны һатып алыу өсөн был клуб дүрт миллион евро сығарып һала. Илкай “Боруссия” өсөн 2016 йылға тиклем уңышлы сығыш яһай – Бундеслигала чемпион исемен һәм Германия кубогын яулауға өлгәшә. Һуңынан 27 миллион евроға “Манчестер сити” клубына күсә. Үкенескә күрә, бында уға уңышлы сығыш яһау өсөн йыш йәрәхәтләнеүе ҡамасаулай. Шулай ҙа уның менән быйыл Англия чемпионы исемен яулай алды. Әйткәндәй, Илкай, шулай уҡ йыйылма команда өсөн сығыш яһаған Месут Озил менән Эмре Джандан айырмалы рәүештә, Германияның гимнын һәр ваҡыт йырлай икән.


Эмре Джан

Германия йыйылма командаһы өсөн сығыш яһаған тағы бер төрөк – 24 йәшлек Эмре Джан әлеге мәлдә “Ливерпуль” командаһының ярымһаҡсыһы. Ул 1994 йылда Франкфурт-на-Майне ҡалаһында донъяға килгән. Үҫмер саҡта “Блау Гельб”, “Айнтрахт”, “Бавария” командалары өсөн уйнай. Һуңынан “Бавария”ның төп командаһы менән килешеү төҙөй. Әммә бер аҙҙан “Байер” клубына күсә. Бер йыл бында уйнағандан һуң уны 10 миллион евроға “Ливерпуль” клубы һатып ала.

Әйткәндәй, Эмреға Төркиә йыйылма командаһы өсөн сығыш яһарға ла тәҡдим иткәндәр, әммә егет тап Германия өсөн уйнарға теләк белдергән. Уның составында былтыр Рәсәйҙә үткән Конфедерациялар кубогын яулауға өлгәште.


Садьо Мане

“Ливерпуль” командаһының 26 йәшлек һөжүмсеһе быйыл 28 уйында 10 гол индереп һәм 8 һөҙөмтәле пас биреп өлгөргән. Әммә был уңышҡа юл еңелдән булмай. Садьо Сенегалдың бәләкәй генә Бамбали тигән ауылында үҫә. Бер йортта ун кеше йәшәйҙәр, улар менән шул иҫәптән бабайының да ғаиләһе көн итә. Садьоның атаһы урындағы мәсеттең имамы вазифаһын башҡара. Малайға ун йәш булғанда Сенегалдың йыйылма командаһы Японияла үткән донъя чемпионатының сирек финалына үтә. Әлбиттә, футбол ене Бамбали малайҙарына ла ҡағыла һәм бөтәһе лә бында туп тибә башлай. Шул саҡта араларында иң һәләтлеһе Садьо икәнлеге асыҡлана. Әммә туғандары уның футбол менән шөғөлөнә ҡаршы сыға, тормошта кәрәкле һөнәр алыуын теләй. Садьо аптырап ҡалмай – хыялына өлгәшеү өсөн ауылынан 800 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Дакар ҡалаһына ҡасып китә. Әммә үҫмерҙе атаһы менән әсәһе бер аҙҙан табып кире алып ҡайта. 15 йәше тулғас, маҡсатҡа ынтылышы көслө егетте бөтә ауыл менән аҡса йыйып, Дакарҙағы футбол академияһына оҙаталар. Әммә атаһы ла, әсәһе лә улдарының футболсы булып китеренә ышанмай. Шулай ҙа бер аҙҙан ул Францияның “Метц” клубы иғтибарына эләгә. Улар талантлы футболсы менән килешеү төҙөргә ҡарар итә. Һуңынан Австрияның “Ред Бул”, Англияның ”Саутгемптон” клубы өсөн уңышлы уйнай. Англия чемпионатында иң тиҙ хет-трик яһай – ҡаршы яҡҡа өс туп индереү өсөн уға ни бары 2 минут та 56 секунд ҡына талап ителә! Садьо тиҙҙән Сенегалдың йыйылма командаһына ла саҡырыла. 2016 йылда уны 37 миллион евроға “Ливерпуль” командаһы һатып ала.

Садьо Мане һаман да дини кеше булып ҡала, көнөнә биш мәртәбә намаҙ ҡыла. “Сенегалда мосолмандар бөтә халыҡтың 90 процентын тәшкил итә. Әммә христиандар менән иңгә-иң терәшеп йәшәйбеҙ, мәҫәлән, минең иң яҡын Люк исемле дуҫым да ошо динде тота ине, бер-беребеҙгә йыш ҡына ҡунаҡҡа йөрөнөк”, – тип һөйләй билдәле футболсы бөгөн. Үҙенең ауылында мәсетте төҙөкләндереүгә лә аҡса йәлләмәгән. Ситтә йәшәһә лә, көн һайын атаһы һәм әсәһе менән телефон аша аралашып тора.


Нголо Канте

“Челси” клубының һәм Франция йыйылма командаһының 27 йәшлек ярымһаҡсыһы Париж ҡалаһында донъяға килә. Атаһы менән әсәһе сығышы буйынса Мали дәүләтенән. Әйткәндәй, бер нисә йыл элек кенә был футболсы бик күптәргә билдәһеҙ ине. Ул туғыҙ йыл дауамында “Сюрен” командаһында шөғөлләнә, һуңынан “Булонь” клубына күсә. “Ул ваҡытта футбол минең төп һөнәремә әйләнер тигән ышаныс булманы. Берәү ҙә минең менән килешеү төҙөргә теләмәне. Шуға ла мин белем алыуымды дауам иттем. Ике йыл буйы бухгалтерға уҡыным”, – тип хәтерләй ул осорҙо Нголо. Йыш ҡына уңышҡа уның бәләкәй буйы һәм сибек кәүҙәле булыуы ҡамасаулай. Шулай ҙа бер аҙҙан 3-cө Лигала (Франция чемпионатының өсөнсө дивизионы) сығыш яһаған “Булонь” уның менән килешеү төҙөргә ҡарар итә. Был Нголо Кантеның профессиональ футболға етди аҙымы була. Бер йылдан “Кан” клубы өсөн сығыш яһай башлай һәм уның менән юғары дивизионға сығыу бәхетенә өлгәшә. Уның уйынын бик күп белгестәр йыл асышы тип билдәләй һәм егетте Франция йыйылма командаһына саҡырыуҙарын һорай. 2015 йылда уны 8 миллион евроға Англияның “Лестер сити” клубы һатып ала. Һөҙөмтә бөтә донъяға билдәле – бик күптәр йыл аҙағында икенсе дивизионға сығып осасаҡ тип фаразлаған клуб үҙ тарихында беренсе тапҡыр чемпион исемен яулай! Әлбиттә, был еңеүҙе ҡойоусылар араһында Нголо Канте ла була. Шунда уҡ уны бай клубтар һатып алырға теләк белдерә һәм һөҙөмтәлә француз уйынсыһы 32 миллион евроға “Челси” клубына күсә. Шул уҡ йылда Нголо “Челси” менән тағы бер тапҡыр чемпион исемен яулауға өлгәшә! Ә был мәлдә Нголо Кантеһыҙ ҡалған “Лестер сити” турнир таблицаһының аҫтында һөйрәлә… 2017 йылда уны Францияла “Йыл футболсыһы” тип билдәләйҙәр.

Танылған футболсы булыуына ҡарамаҫтан, Нголо тормошта бик ябай һәм баҫалҡы кеше. Ҡайһы бер футболсылар кеүек суперкарҙарҙа елдереү һәм төнгө клубтарҙа типтереү уға бөтөнләй ят сифат. Яңыраҡ ҡына Мәҙинә ҡалаһында булып ҡайтҡан – был ваҡиға уның Пәйғәмбәр мәсетендә доға ҡылып ултырған фотоһынан билдәле булды.


Мөхәммәт Сәләх

Бөгөн Мысырҙа ике мөғжизә – пирамидалар һәм Мөхәммәт Сәләх! Эйе, бындай фекер менән килешмәү мөмкин түгел. Мысыр футболсыһы Мөхәммәт Сәләх унда иҫ киткес популяр шәхескә әүерелде. Быға аптырарға ла кәрәкмәй – тап ошо уйынсы 28 йылдан һуң был илдең йыйылма командаһын донъя чемпионатына сығарҙы бит! Ул ғына түгел, “Ливерпуль” менән Чемпиондар Лигаһын дер һелкетә, ә Англияның премьер-лигаһында быйылғы миҙгелдә генә 31 гол сәпәгән һәм 10 һөҙөмтәле пас биргән! Шуға ла Африканың һәм Англия премьер-лигаһының иң яҡшы уйынсыһы исемдәрен яулап та өлгөрҙө.

Ә кем һуң ул Мөхәммәт Сәләх? Бөгөн Мысырҙа һәм Англияла ғына түгел, был уйынсы тураһында донъяның һәр нөктәһендә беләләрҙер, моғайын. 25 йәшлек футболсы Александриянан алыҫ булмаған Нагриг тигән ауылда тыуып-үҫкән. Ете йәшендә үк башҡа малайҙар менән футбол уйнай башлай, әммә туп булмағанлыҡтан, уны нәскиҙәрҙән йомарлап яһарға тура килә. 14 йәшендә мәктәптәр араһындағы турнирҙа “Мокавлун” клубы скауттары иғтибарына эләгә. Тиҙҙән шуның базаһында шөғөлләнә башлай – әммә был үҫмергә еңел бирелмәй – көн һайын юлға ғына һигеҙешәр сәғәт сарыф итергә тура килә. Әлбиттә, бындай тырышлыҡ һөҙөмтәһеҙ ҡалмай – 19 йәшендә Мөхәммәт Сәләх Мысырҙың йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай башлай. Тиҙҙән уны Европа клубтары ла сырамыта һәм йәш уйынсы Швейцарияның “Базель” клубы менән килешеү төҙөй. “Сит илдә йәшәй башлау миңә бик ауыр бирелде. Мин бит инглиз телен дә белмәй инем. Тәүҙә магазиндарҙа хатта аҙыҡ-түлек һатып алыу ҙа ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙыра торғайны”, – тип хәтерләй ул ваҡытты Мөхәммәт. Бер аҙҙан лайыҡлы уйнаған егет “Челси” клубының футболсыһына әйләнә. Үкенескә ҡаршы, бында тренерҙың ышанысы юҡлығы һиҙелә һәм уға Италияның “Фиорентина” һәм ”Рома” кеүек командаларында ҡуртымда йөрөргә тура килә. 35 уйында ҡаршы яҡҡа 15 гол индергән Мысыр футболсыһын “Рома” һатып алырға ҡарар итә – сөнки клуб көйәрмәндәре уны тиҙ арала үҙ итеп өлгөрә. Сәләх тә һынатмай – яңы миҙгелдә лә 14 гол менән ҡыуандыра. Әлбиттә, бындай емешле уйынсы бик күптәрҙә ҡыҙыҡһындырыу уята һәм 2017 йылда уны “Ливерпуль” клубы 42 миллион евроға һатып ала. Бик күп белгестәр ул саҡта инглиз клубы Сәләх өсөн артығын түләгән тигән фекерҙә була. Әммә Мөхәммәт бының тап киреһен раҫлай. Хәҙер трансфер баҙарында уның хаҡы 200 миллион евронан да кәм түгел икән.

Ысынлап та, “Ливерпуль” командаһында Мөхәммәт Сәләхтең икенсе тыны асылғандай булды – быйылғы миҙгелдә генә төрлө турнирҙарҙа 40-тан ашыу гол индерҙе. Шулай уҡ “Уотфорд” командаһы менән уйында ҡаршы яҡҡа дүрт мәртәбә тибеп дүрт туп индереүгә өлгәште. Бер миҙгел дауамында индергән гол иҫәбе буйынса Криштиану Роналду, Луис Суарес, Алан Ширер кеүек билдәле футболсыларҙың рекордтары менән дә тиңләште. Чемпиондар лигаһында “Ливерпуль”, “Манчестер сити”, ”Рома” кеүек билдәле командаларҙы теҙ сүктерҙе, ә уның һөжүмсе триоһы – Садьо Мане, Роберт Фирмино һәм Мөхәммәт Сәләх – үҙ иҫәбенә 29 гол яҙҙы ла инде. Был “Барселона” менән “Реал” кеүек командаларҙың һөжүмселәренең һөҙөмтәһенән байтаҡҡа күберәк. Әйткәндәй, Рәсәй йыйылма командаһы донъя чемпионатында үҙ төркөмөнән сығыу өсөн Мысыр командаһы менән дә көрәшәсәк – составында Сәләх кеүек бомбардир булғанға был хәл күңелдә шөбһә уятмай ҡалмай.

Мөхәммәт Сәләхтең шәхси сифаттары ла уға ҡарата ихтирам ғына тыуҙыра. Мәҫәлән, фатирына төшкән бурҙарҙы ғәфү итеүе һәм һаҡ аҫтынан ҡотҡарыуы ғына ни тора! Шулай уҡ тыуған ауылындағы дауахананы төҙөкләндереүгә лә ҙур финанс ярҙам күрһәткән. Мөхәммәт Сәләх бик динле кеше, шуға ла индергән голдарын йыш ҡына ҡиблаға сәждә ҡылып билдәләй. Ҡатыны менән Мәккә исемле ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр.



Читайте нас: