Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
8 Июнь 2018, 12:06

Рәсәйгә ҙур спорт байрамы килә

Һәр спорт төрө үҙенсә матур, үҙәнсәлекле. Тик футбол уйыны элек-электән донъяла «иң-иң»дәренән һаналды, һанала...

Һәр спорт төрө үҙенсә матур, үҙәнсәлекле. Тик футбол уйыны элек-электән донъяла «иң-иң»дәренән һаналды, һанала. Донъяла хәҙер 250 миллионға яҡын кеше футбол уйнай. Шуларҙың 20 миллионы ҡатын-ҡыҙ. Профессиональ кимәлгә килгәндә, донъяла 300 меңдән ашыу клуб беренселектә ҡатнаша. Шуныһы ҡыҙыҡ: Рәсәй профессиональ футболсылар иҫәбе буйынса Европала немецтарҙан ҡала икенсе урынды биләй. Беҙҙә ике миллиондан ашыу футболсы бар (тик яҡшы уйнаған 11 спортсы табыуы оло хәсрәт). Ул ғына түгел, Рәсәйҙә иң күп (бөтәһе 44 мең 220) футбол клубы эшләй. Икенсе урында килгән Германияла – 25 689 клуб. Хәҙер инде ошондай статистиканан һуң Рәсәйгә уңышлы һөҙөмтә генә көтөргә ҡала…

Футбол буйынса донъя чемпионатының тарихы 1928 йылдан башланһа ла, тәүге беренселек 1930 йылда Уругвайҙа уҙа. Унда бары 13 команда ғына ҡатнаша. 1934 һәм 1938 йылда уҙған бәйгелә командалар араһында төркөм уйындары уҙғарылмай. Командалар, еңелеү менән, чемпионаттан төшөп ҡалған. 1950 йылдан алып 1978 йылға тиклем уҙған беренселектә финал уйындарында 16-ар команда ғына уйнай. 1982 йылдан – 24 һәм 1998 йылдан алып чемпионатта 32 команда ҡатнаша башлай.

Уҙған беренселектә Германия футболсылары чемпион булғайны. Ғөмүмән, чемпионат тарихына әйләнеп ҡайтҡанда, унда ни бары һигеҙ ил генә еңеү бәхетен кисерә. Иң күп уңыш Бразилия уйынсыларына йылмая. Улар биш тапҡыр төп кубокты яулай (1958, 1962, 1970, 1994, 2002 йылдар). Шулай уҡ бер чемпионатта ла ҡатнашмай ҡалмай. Футболсылар араһында ла өс тапҡыр чемпион булған данлыҡлы Бразилия уйынсыһы Пеле һанала.

Германия менән Италия командалары дүртәр ҡабат еңеүсе була. Аргентина менән Уругвай икешәр мәртәбә уңышҡа өлгәшә. Англия, Франция менән Испания берәр тапҡыр – чемпион. Ә инде беренсе еңеүҙе 1930 йылда Уругвай командаһы яулай. Беҙҙекеләр, йәғни элекке СССР йыйылма командаһы бер тапҡыр ғына финал уйындарында ҡатнашып, өсөнсө урын өсөн барған матчта Португалияға 2:1 иҫәбенә еңелә. Был хәл 1966 йылда була. Дөйөм алғанда, уҙған беренселектәрҙә бөтәһе 207 ил командалары төп приз өсөн көс һынаша. Шуларҙың 24-е генә донъяның дүрт көслө командаһы иҫәбенә инә.

Уйынсылар араһында иң мәргәне булып Германия уйынсыһы Мирослав Клозе иҫәпләнә. Ул чемпионаттарҙа 16 гол индерә. Бразилиянан Роналдо 15 тапҡыр уңышҡа өлгәшһә, Германия футболсыһы Герд Мюллер – 14 гол авторы. Франция һөжүмсеһе Жюст Фонтен дәғүәсенең ҡапҡаһын 13 мәртәбә борсоһа, данлыҡлы Пеле унан бер тупҡа ҡала.

Быға тиклем уҙған 20 чемпионат 18 илдә уҙа. 1986 һәм 2002 йылдарҙа икешәр ил берләшеп, беренселекте үҙендә үткәрә. Италия, Франция, Бразилия һәм Германия икешәр тапҡыр чемпионат хужалары була. Һәм бына был юлы ул бәхет Рәсәйгә лә йылмая.

Уйындар илебеҙҙең 11 ҡалаһында – Мәскәү, Санкт-Петербург, Сочи, Ҡазан, Волгоград, Ростовтағы Дон, Саранск, Һамар, Түбәнге Новгород, Калининград һәм Екатеринбургта үтәсәк. Ҙур футбол байрамы 14 июнь Мәскәүҙә «Лужники» стадионында асылып, беренсе осрашыуҙа чемпионат хужаһы менән Сәғүд Ғәрәбстаны футболсылары көс һынаша. Һуңынан 20 июнь Санкт-Петербургта беҙҙең команда Мысыр уйынсылары менән осрашһа, 25-е Һамар ҡалаһы стадионында Уругвай менән төркөм уйынын тамамлай. Төркөм уйындарының һуңғы осрашыуҙары 28 июнь бөтә. Һәр төркөмдөң икешәр көслө командаһы төп бәйгелә юлын дауам итеп, 1/8 финалда осраша. Чемпион 15 июль билдәле буласаҡ.

Чемпионаттың аҡсалата премияһы ла йылдан-йыл арта. Быйыл уның дөйөм фонды 400 миллион долларға тиң. Еңеүсе 38 миллион долларға байыһа, икенсе урын алыусыға – 28 млн, өсөнсөгә 24 млн доллар аҡса бирәсәктәр. Шулай уҡ дүртенсе урынға сығыусы ла апаруҡ бүләк менән ҡайта. Ул – 22 млн долларға тиң. Ғөмүмән, бер ҡатнашыусы ла премияһыҙ ҡалмай. Хатта төркөм уйынында ҡатнашып, төп бәйгенән төшөп ҡалған хәлдә лә, улар 9,5 млн доллар аҡса менән бүләкләнә.

Рәсәй командаһы өсөн тағы айырым премия булдырылған. Әгәр беҙҙекеләр уйламағандан чемпион булһа, хөкүмәт уларҙы ике миллиард һум аҡса менән байытасаҡ. 1/8 финалға сыҡһалар ҙа байыясаҡ – 300 миллион һум.


Беҙҙең төркөм дәғүәселәребеҙҙән Мысыр футболсылары быға тиклем донъя беренселегендә ике тапҡыр, 1934 һәм 1990 йылда уйнай. Ә бына Африка милләт-ара кубогында ете мәртәбә еңеп, уны өс ҡабат рәттән яулаған берҙән-бер Африка иле булып һанала. Рәсәй командаһы быға тиклем бер ҙә Мысыр уйынсылары менән осрашҡаны булмай. СССР заманында ғына бер турнирҙа беҙҙең икенсе команда уларҙан 2:1 иҫәбенә отола.

Икенсе дәғүәсебеҙ Сәғүд Ғәрәбстаны донъя чемпионатында дүрт мәртәбә ҡатнаша. Беренсе тапҡыр 1994 йылда сығып, һуңынан өс ҡабат рәттән унда сығыш яһай. Һуңғы өс чемпионатта туғыҙ осрашыу үткәреп, етеһендә отола һәм икеһен тигеҙ иҫәпкә тамамлай. Азия кубогының финалында алты мәртәбә уйнап, өсөһөндә еңеүсе була. Улар үҙ тарихында беҙҙекеләр менән 1993 йылда ғына бер тапҡыр дуҫтарса осрашыу уҙғара. Унда дәғүәсебеҙ Рәсәй уйынсыларын 4:2 иҫәбенә еңә.

Өсөнсөһө – Уругвай футболсылары – донъя футбол күгенең түрендә тороусы команда. Улар тәү башлап уҙғарылған беренселектә еңеүсе булып таныла. Һуңынан 1950 йылда уҙған бәйгелә лә икенсе тапҡыр чемпион исемен яулай. Улар шулай уҡ ике тапҡыр Олимпия уйындарында (1924, 1928 йылдар) еңеүсе булып, Америка кубогында 15 тапҡыр чемпион исеменә лайыҡ була. Әлеге ваҡытта иң шәп уйынсылары булып Луис Альберто Суарес, Эдинсон Кавани һәм Диего Годин һанала.

Рәсәй командаһы менән улар 2012 йылда ғына, дуҫтарса осрашыуҙа уйнап, 1:1 иҫәбенә таралыша.

Рәсәй йыйылма командаһы үҙ тарихында дүртенсе мәртәбә ҙур бәйгелә һынау тота. Быға тиклем 1994, 2002, 2014 йылдарҙа ҡатнашып, барлығы туғыҙ осрашыу уҙғара һәм ике тапҡыр еңә, биш ҡабат отола һәм ике уйын тигеҙ иҫәпкә тамамлана.


Һигеҙ төркөмгә бүленгән донъяның 32 көслө командаһы төп приз өсөн көрәште башларға әҙер.


«А» төркөмө

Мысыр

Рәсәй

Сәғүд Ғәрәбстаны

Уругвай

«В» төркөмө

Иран

Испания

Марокко

Португалия

«С» төркөмө

Австралия

Дания

Перу

Франция

«D» төркөмө

Аргентина

Исландия

Нигерия

Хорватия

«E» төркөмө

Бразилия

Коста-Рика

Сербия

Швейцария

«F» төркөмө

Германия

Көньяҡ Корея

Мексика

Швеция

«G» төркөмө

Англия

Бельгия

Панама

Тунис

«H» төркөмө

Колумбия

Польша

Сенегал

Япония


Читайте нас: