Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
22 Август 2018, 02:25

Электрон гаджеттар донъяһында, №3, 2018

Йәштәр араһында тиҙ популярлыҡ яулап алған яңы заман технологияһы хаҡында яҡынданыраҡ таныштырып үтәйек әле.

Бөгөнгө көндә өлкәндәрҙән: “Йәштәр ғүмерҙәрен зәңгәр экрандарға табынып үткәрергә ярата”, – тигән һуҡраныу һүҙҙәрен йыш ишетергә тура килә. Бер яҡтан килешә алмайым. Ял көндәрендә парк, аллеяларға иркенләп сығырмын тимә, бар халыҡ гөж килә: кемдер скейтборд, квадроцикл, бәғзеләр ролик конькиҙарында елдерә, ҡышын саңғы, сноубордта шыуа. Һәр кем саф һауала йәне теләгәнсә күңел асырға тырыша. Хәйер, беҙҙең бала саҡ велосипед, сана, саңғы менән генә сикләнә ине. Ә бөгөнгө көн төрлөлөгөнә ҡарап, хатта күҙҙәр ҡамаша.


Шулар араһында электрон ҡоролмалар йыш күҙгә салына һуңғы йылдарҙа. Исемдәре лә үҙенсәлекле. Йәштәр араһында тиҙ популярлыҡ яулап алған яңы заман технологияһы хаҡында яҡынданыраҡ таныштырып үтәйек әле.



Нью-Йорк ҡалаһында йәшәүсе Дин Кейман бала сағынан тиҫтерҙәренән үҙенең үҙенсәлекле аңы һәм конструкциялау һәләте менән айырылып тора. Тәүге уңыш мәктәп йылдарында йылмая. Ул ут-музыка (светомузыка) системаһын уйлап сығарып, байтаҡ ҡына килемгә эйә була. Медицина өлкәһендә күрһәткән асыштары ла бихисап уның. Мәҫәлән, диабет сирлеләр өсөн билдәле ваҡытта үҙе укол яһаған автоматик шприц, телефон аша ғына идара итеү мөмкинлеге биргән ҡан таҙартыу аппараты, лапароскопия (1–1,5 смлыҡ тишек аша операция яһау ысулы) өсөн компакт машина кеүек медицина ҡорамалдары...

Мөмкинлектәре сикле кешеләргә уңайлыраҡ, еңел йөрөшлө инвалид коляскаһын булдырыу өҫтөндә ун йыллап көс түгә. 2001 йылда әлеге коляскаһынан бөтөнләй икенсе транспорт хасил була. Уға сигвей атамаһы бирелә. Итальян теленән тәржемә иткәндә “segue” – “арттан эйәр”, “арттан кил” тигәнде аңлата. Ул ике тәгәрмәс, платформа һәм рулдән генә тора. Эш принцибы ябай: платформа эсендә урынлаштырылған махсус электрон ҡоролма кешенең һәр хәрәкәтен тойоп, двигателгә – гироскопҡа “хәбәр итә”. Ул сигналдар секундына уртаса 100 мәртәбә ебәрелә. Әлеге иҫкәртеүҙәргә ярашлы һиҙгер гироскоп кешенең кәүҙә тигеҙлеген һаҡлау өсөн хәрәкәткә килә. Мәҫәлән, кәүҙәне алға ауыштырыу менән сигвей – алға, артҡа ауыштырыу менән артҡа ынтыла. Нығыраҡ эйелгән һайын тиҙлеген арттыра. Боролошта руль эшкә егелә, хатта был һиҙгер ҡоролма урынында торған килеш 360 градусҡа әйләнеп сыға ала.

Сигвейҙарҙың уртаса ауырлығы, 40–50 кг, ә бәләкәй моделдәре (уларҙы гироцикл тип йөрөтәләр) 25 килограмдан ашмай. Бәләкәй генә булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар сәғәтенә 20 саҡрым араны үтергә һәләтле. Өҫтәмә уңайлыҡтары ла ҡаралған: ҡараңғы осорҙа фаралар автоматик рәүештә ҡабына, кәрәк ваҡытта хәүефһеҙлек сигналы тоҡана.

Был электрон транспортты американдар бензинлы автомобилдәрҙән өҫтөн күрә. Сөнки идара итеүе уңайлы, экологик йәһәттән хәүефһеҙ, яғыулыҡ ҡойоу ҙа, парковка урыны ла талап ителмәй... Шунлыҡтан сигвей шәхси транспорт булараҡ киң ҡулланыла.


Сигвейҙың кескәй варианты – минисигвей бар. Ул да үҙ-үҙен баланста тотоу системаһы буйынса ҡоролған. Әммә, сигвейҙан айырмалы рәүештә, уның руле ҡыҫҡа. Бынан тыш минисигвей менән телефон аша ла идара итергә була. Смартфонға ҡулайлаштырылған махсус ҡушымта ярҙамында уны ҡабыҙып, тәғәйен ергә “саҡыртып” килтерергә лә мөмкин.


2014 йылда әлеге сигвей ҡорамалы нигеҙендә тағы ла бер төр – гироскутер булдырыла, икенсе төрлө уны гироборд тип тә йөрөтәләр. Төҙөлөшө буйынса сигвейҙан руле булмауы менән генә айырыла. Шуға боролошта тән ауырлығын йә уң, йә һул аяҡҡа күсерергә кәрәк.

Төп функцияны эсендәге ике электр двигателе һәм аккумуляторы үтәй. Ул бер ваҡытта ла аумай, гироскоп ҡорамалы гироскутерҙың да, кешенең дә вертикаль торошон һаҡлаясаҡ. Шуға ла велосипед, ролик конькиҙарына ҡарағанда гироскутерҙы “ауыҙлыҡлауы” күпкә еңелерәк. Үҙенең ауырлығы 10–15 килограмм ғына булһа ла, 100–150 килограмм күтәрергә һәләтле. Ә аккумуляторының бер заряды уртаса 40 саҡрымға етә.

Гироскутер өҫтәмә функциялар ҙа үтәй. Мәҫәлән, ҡайһы бер төрҙәрендә Bluetooth аша смартфонды тоташтырыу мөмкинлеге ҡаралған. Махсус “Тао-Тао” ҡушымтаһы ярҙамында музыка тыңларға була. Бынан тыш гироскутерҙы баланың йәше, ауырлығына яраҡлаштырып, оптималь тиҙлек билдәләргә, кәрәк ерҙә тоҡандырырға йәки һүндерергә лә мөмкин. GPS ҡоролмаһы аша билдәләнгән маршрутты күҙәтергә була.


Электрон транспорттарҙың тағы ла бер ғәжәп төрө – монотәгәрмәс. Унда ла, гироскутер, сигвейҙағы кеүек үк, үҙ-үҙен баланслау системаһына ҡоролған гироскоп урынлаштырылған, әммә тәүгеләрҙән ул аяҡ араһында урынлаштырылған бер генә тәгәрмәс хәрәкәтләнеүе менән айырыла.


Сит ил ғалимдары сәйәхәт итергә яратыусыларҙы тағы ла бер яңылыҡ менән ҡыуандырмаҡсы. Гироскоп ҡоролмаһын файҙаланып, улар үҙенсәлекле техника – гиросумаҙан уйлап сығарған. Тәү ҡарашҡа ул ябайҙарынан бер ере менән дә айырылмай, әммә уға беркетелгән гироскоп уның дәрәжәһен бермә-бер арттыра. Аяҡтарҙы уға терәү менән кеше кейем-һалым тултырылған сумаҙаны менән тәғәйен ергә тиҙ генә барып етә. Ә уны смартфонына бәйләп алһа, гиросумаҙанын “эшкә ҡуша” ала. Ул йә үҙ аллы хәрәкәт итә, йә хужаһының артынан эйәреп йөрөйәсәк. Сумаҙанға урынлаштырылған сенсор үлсәгесе ярҙамында йөктөң ауырлығын билдәләргә, ә махсус камераһы ярҙамында уның маршрутын асыҡларға мөмкин. Шунлыҡтан, юғалған йәки сит кеше ҡулына эләккән саҡта, уны тиҙ генә хужаһына ҡайтарыуы еңел буласаҡ.

Тиҙҙән сәйәхәтселәр әлеге гиросумаҙан һатып алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә улар бер нисә дана ғына, һатыу өсөн инвесторҙар эҙләү өҫтөндә эш алып барыла. Әйткәндәй, Мюнхен ҡалаһында уҙғарылған стартаптар конкурсында әлеге сумаҙандар беренсе урынды яулаған. Тимәк, ихтыяжы ла юғары булмаҡсы уларҙың.


Үрҙә атап үтелгән яңы технологияларҙың булдырылыуы насар күренеш түгел. Беренсенән, улар беҙгә заман менән йәнәшә атларға, ваҡытыбыҙҙы мәғәнәһеҙ нәмәләргә сарыф итмәй, көнөбөҙҙө ни тиклем файҙалыраҡ итеп үткәрергә, һәр ваҡыт мобиль булырға ярҙам итә. Икенсенән, экологик йәһәттән зарарһыҙ гироскоптарға ҡаршы түгелмен. Әммә юлдарыбыҙҙың сифаты ғына уны американдар кеүек даими рәүештә ҡулланыу мөмкинлеген сикләй. Шуға ла гироскутерҙар әлегә беҙҙә бары тик күңел асыу сараһы булараҡ ҡына файҙаланыла. Был бер яҡтан ҡыуаныслы ла. Ни тиһәң дә, йүгереү, һикереү, саңғыла шыуыу кеүек физик күнегеүҙәр менән сағыштырғанда, ике тәгәрмәсле транспорттың һаулыҡҡа файҙаһы самалы. Ә һеҙ ниндәй ҡарашта, ҡәҙерле уҡыусылар?



Читайте нас: