Шоңҡар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
12 Декабрь 2018, 17:57

Тәҙрәләрең булмаһа ла… (№ 8, 2017)

Табиптар Сильвестр Сталлонены аҡылға зәғиф балалар менән бергә уҡытырға ҡуша. Әммә әсәһе бөтәһенә лә ҡаршы сығып, улын ҡәҙимге мәктәпкә бирә. Сильвестр хулиганлығы һәм насар уҡыуы арҡаһында унлаған мәктәп алыштыра һәм һөҙөмтәлә ауыр холоҡло үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән колледжға барып эләгә. Бөтә класташтары ла уны берәй электр ултырғысында ғына үлеп ҡалыр инде тип күрәҙәләй. Актерлыҡ карьераһын башлағанға тиклем Сильвестр ниндәй генә эштәр башҡармай. Зоопаркта арыҫландарҙың аҫтын таҙарта, аҡсаға кәрт һуға, театрҙа билет йырта…

Башҡалар өсөн бөтөнләй өмөтһөҙ күренгән кешеләрҙә лә Хоҙайҙың рәхмәте, рәхиме бар. Уларға өҫтән, түбәнһетеп ҡарап ни тиклем ҡаты яңылышҡаныбыҙҙы аңлаһаҡ ине. Шул уҡ ваҡытта әлеге мәлдә үҙен бөтөнләй упҡын эсендә кеүек тойғандар унан бер ҡасан да сығыу мөмкин түгел тип уйламаһын. Күп нәмә кешенең үҙенән, уй-ниәттәренән, эске көсөнән тора.

Донъяла билдәле шәхестәрҙең тормошо кем өсөндөр фәһем дә, дәртләндереп, күкрәктәрҙе киңерәк киреп ебәреүгә булышлыҡ итеүе лә ихтимал. Әлбиттә, уйландырыр ҙа. Ошо йәһәттән данлыҡлы актер Сильвестр Сталлоне яҙмышын бәйән итәбеҙ.
1946 йылдың 6 июлендә Жаклин һәм Френк Сталлонеларҙың тәүге балаһы донъяға килә. Ғаилә башлығы итексе була. Тыуған мәлдә акушерҙар Сильвестрҙың тауыш тарамыштарын зарарлай һәм битенең һул яғы фалижлы булып сыға. Сильвестрҙың әсәһе нимә эшләргә лә белмәй.

Сильвестр Энцио Сталлоне Нью-Йорктың сәйер исемле “Тамуҡ кухняһы” тип аталған кварталында донъяға килә. Атаһы малайҙы күп тә уйлап тормай интернатҡа ебәрә: артыҡ тамаҡ кәрәкмәй. Ни бары улар айырылышып, әсәһе икенсе кешегә, урындағы пиццерия хужаһына кейәүгә сыҡҡас ҡына Сильвестр ғаиләлә йәшәй башлай. Был ваҡытта уға биш йәш тулған була.

Бындай исемле баланы урамда күп ҡыйырһыталар. Уның исеме популяр йәнһүрәттәге персонаж исеме менән ауаздаш икән. Шул уҡ ваҡытта тышҡы ҡиәфәте лә көлкө тыуҙыра: ҡылыйыраҡ күҙ, алға сығып торған өҫкө ирен, итальян акценты. Сталлоне урам ҡанунына тиҙ төшөнә: һәр кем үҙе өсөн.

Табиптар Сталлонены аҡылға зәғиф балалар менән бергә уҡытырға ҡуша. Әммә әсәһе бөтәһенә лә ҡаршы сығып, улын ҡәҙимге мәктәпкә бирә. Сильвестр хулиганлығы һәм насар уҡыуы арҡаһында унлаған мәктәп алыштыра һәм һөҙөмтәлә ауыр холоҡло үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән колледжға барып эләгә. Бөтә класташтары ла уны берәй электр ултырғысында ғына үлеп ҡалыр инде тип күрәҙәләй.

Актерлыҡ карьераһын башлағанға тиклем Сильвестр ниндәй генә эштәр башҡармай. Зоопаркта арыҫландарҙың аҫтын таҙарта, аҡсаға кәрт һуға, театрҙа билет йырта…

Колледжды тамамлағас, спорт менән шөғөлләнә башлай, тренажер залдарына йөрөй, театр постановкаларында ҡатнаша.

Күп тә үтмәй театр менән мауығып китә. 1967 йылда Артур Миллерҙың пьесаһы буйынса ҡуйылған “Коммивояжер үлеме” пьесаһында төп ролде уйнаған өсөн 20 йәшлек актерға баҫып ҡул сабалар.

Сильвестр киноларҙа ҡатнашырға теләген белдерһә, бер кем дә насар һөйләшкән егет менән эшләргә ризалашмай. Шул саҡта Сталлоне логопедҡа мөрәжәғәт итә. Бер нисә ай эсендә егет көнө-төнө Шекспир пьесаларын, Эдгар По һәм Толстой китаптарын уҡып магнитофонға яҙҙыра. Ә ҡатыны был ваҡытта официант булып эшләп ғаиләне туйҙыра. Сильвестр классик әҙәбиәт тәьҫирендә үҙенең буласаҡ фильмдарына сценарийҙар яҙа башлай.

Артабан егет Швейцарияға америка колледжына юллана. Был ваҡытта тренер булып эшләй һәм театрҙа ла уйнай. Штаттарға кире әйләнеп ҡайтҡанында үҙенең тик актер ғына буласағына ныҡлы инана. Шуға күрә лә Майами университетында драматик сәнғәтте өйрәнә башлай.

Сталлонены һәйбәт ролдәргә алмайҙар. Гел генә массовкаларҙа уйнарға тура килә. Кополланың “Крестный отец” фильмына үтмәй. Был саҡта ул Вуди Аллендың “Банандар” фильмында бер секундлыҡ эпизодта ҡатнаша һәм титрҙа уның исеме лә сыҡмай. Ул хатта бушлай ҙа фильмға төшөп ҡарай. “Божья квартирка” фильмынан һуң уны әллә күпме футболка биреп ризалаталар. Был хәлдән һуң Сильвестр аҡтыҡ аҡсаһына баҫыу машинкаһы һатып ала.

1970–1975 йылдарҙа Сталлоне 16 сценарий яҙа. Әммә өс көн эсендә яҙылған “Рокки” ғына уңышлы тип табыла. Бер көн ул телевизорҙан Мөхәммәд Али менән Чак Вепнерҙың һуғышын ҡарай һәм боксерҙар тураһында сценарий яҙыу идеяһы тыуа. “Юниверсал” компанияһы уның алты сценарийын тупһанан уҡ кире бора, ә “Рокки”ны шатланып ҡабул итә. Продюсерҙар уға 150 мең доллар тәҡдим итә, әммә Сталлоне, йөклө ҡатыны һәм 106 доллар ғына аҡсаһы булыуға ҡарамаҫтан, ҡаршы төшә. Ул тегеләргә сценарийҙы бер долларға биреп, үҙе төп ролдә ҡатнашырға теләген белдерә. Тап шул саҡта кинокомпанияның вицепрезиденты уға “слай” тигән ҡушамат таға. Йәғни, хәйләкәр.

Сценарий яҙыу – бер, ә уны һатыу – бөтөнләй икенсе мәсьәлә. Студиялар “Рокки” менән шунда уҡ ҡыҙыҡһына башлай. Әммә төп ролгә Джеймс Каан кеүек берәй йондоҙҙо ҡуйырға теләйҙәр. Әммә Сталлонены еңерлек түгел: ул сценарийҙы кем яҙған, шул төп ролдә уйнарға тейеш, тип һанай. Һуңғы сиктә продюсерҙар “һына”. Әммә үҙ шартын ҡуялар: фильмдың бюджеты миллион долларҙан артмай. Фильмды төшөрөр өсөн, Сильвестр үҙенең өйөн залогҡа һала.

Төп ролгә әҙерләнеү барышында Слай тренажер залында ныҡлап шөғөлләнә, груша һуға һәм хатта бер чемпиондың спарринг-партнеры булып та эшләп ала. Сталлоненың хәтәр генә кәүҙәһе тураһында легендалар йөрөй, ул быға бик ғорурлана.

“Рокки” фильмын төшөрөү өсөн 28 көн һәм 900 мең доллар кәрәк була. Ул 1976 йылдың иң яҡшы фильмы тип табыла. “Рокки” 225 миллион доллар йыя һәм өс “Оскар” ала. Шулай итеп, Сильвестр Сталлоне донъяның билдәле актерҙарының береһе булып китә.

Слайҙың тормошо ҡырҡа үҙгәрә. Миллионерға әйләнә, Санта-Мониканан йорт һатып ала. Был иҫ киткес уңыш була.

Бөтә тарихта Сильвестр бер үк ваҡытта сценарий һәм иң яҡшы ир-ат роле өсөн “Оскар” алған өсөнсө актер була. Элгәре ул Чарли Чаплинға һәм Орсон Уэлльсҡа ғына тәтегән.

Бөйөк Фрэнк Капра был фильмды һуңғы йылдарҙағы иң яҡшы фильм тип әйтә. Билдәле тәнҡитсе Роджер Эберт Сталлонены “яңы Марлон Брандо” тип атай. Ә президент Рейган былай тип белдерә: “Әгәр барыбыҙҙың да күңелендә Рокки Бальбоаның иманы, ҡыйыулығы һәм оптимизмы йәшәһә, бер ҡасан да һуғыштар булмаҫ ине”.

Сильвестр был сценарийын тәҙрәһеҙ бүлмәлә ултырып яҙа. Унан бындай хәтәр сценарийҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә нисек яҙҙың, тип һорайҙар. Актер, мине, киреһенсә, бер әҫәрҙе ун һигеҙ йыл яҙғандар аптырата, тип яуап бирә.

Роккиҙан айырмалы рәүештә, Рембо бер ҡасан да Сильвестрҙың яратҡан геройы булмай. Әммә халыҡ яңы кумир талап итә һәм Слай вьетнам һуғышы ветераны Джон Рембоны ижад итә. Сценарийҙың төрлө версиялары була. Унда Рембоны йә үлтерәләр, йә үҙенә ҡул һала. Әммә продюсерҙар рухты күтәрерлек финал һорай. Сталлоне ҡаршы килмәй. Рембо йәшәй.

Тарих йәнә ҡабатлана: Сталлоненың сценарийын ҡабул итәләр, ә үҙен төп ролгә ҡуйырға теләмәйҙәр. Клинт Иствуд, Стив МакКуин, Аль Пачино, Дастин Хоффман һәм хатта Джон Траволта тәҡдим ителә. Әммә Сильвестр йәнә үҙенекен тылҡый.

“Рембо” “Рокки” ҙан да уңышлыраҡ килеп сыға.

Еңеүгә ынтылыу – актерҙың төп сифаттарының береһелер. Артабан да Сталлонены шоу-бизнестан бәреп сығарырға тырышалар, финанс банкроты тип тә иғлан итәләр. Уның бүтән “А” класлы актерҙарға ҡарағанда еңелеүҙәре күберәк. Әммә һәр ваҡыт үҙенең геройҙары кеүек кире торорға көс таба.

Гөлсинә ЙОСОПОВА әҙерләне.

Читайте нас: