Шоңҡар
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
20 Ноябрь 2019, 15:10

ОҘАҠ ЙӘШӘГЕҘ... ҠУЛЫҒЫҘҘАН КИЛҺӘ

ОҘАҠ ЙӘШӘГЕҘ... ҠУЛЫҒЫҘҘАН КИЛҺӘ(Тест)

Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн Америка медиктары төҙөгән был тест күп нәмәне асыҡларға ярҙам итер. Тик һорауҙарға ихлас яуап ҡайтарығыҙ.
Шулай итеп, 72 һанын алабыҙ. Ошо Һанға яуапта­рығыҙға тәғәйен мәрәйҙәрҙе йә ҡушаһығыҙ, йә унан алаһығыҙ.
Ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәргә ҡарағанда уртаса 7 йылға оҙағыраҡ йәшәй, шуға күрә 72-гә 4-те ҡушығыҙ.
Әгәр ҙә һеҙ халҡы 1 миллиондан ашыу булған ҡалала йәшәйһегеҙ икән, 2-не алығыҙ.
Ә инде халҡы 10 мең кеше булған ерҙә көн күрһәгеҙ, 2-не ҡушығыҙ.
Аҡыл әше менән шөғөлләнһәгеҙ, 3 йылды алығыҙ, физик хеҙмәт менән ғүмер итһәгеҙ, 3 йылды ҡушы­ғыҙ.
Аҙнаһына 5 тапҡыр яртышар сәғәт ваҡытығыҙҙы спортҡа бүлһәгеҙ, 4 йыл өҫтәгеҙ. Ике-өс тапҡыр шө­ғөлләнһәгеҙ, 2 йыл ҡушығыҙ.
Әгәр һеҙ тормошта икән йәки никахҡа инергә йыйынһағыҙ, 5 йыл ҡушығыҙ. Яңғыҙ булһағыҙ, 25 йәштән алып һәр 10 йылығыҙҙан 1-әр йылды алы­ғыҙ.
Даими рәүештә 10 сәғәттән күберәк йоҡлаһағыҙ, 4 йылды алығыҙ. Йоҡоға 7-8 сәғәт ваҡытығыҙҙы бүлһәгеҙ, бер ни ҙә алырға кәрәкмәй.
Насар йоҡлаһағыҙ, 3 йылды алығыҙ.
Ҡыҙыу, тиҙ ҡуҙғыусан, агрессив булһағыҙ, йәнә 3 йылды алып ташлағыҙ. Тыныс холоҡло икәнһегеҙ - 3 йылды ҡушығыҙ.
Бәхетле булһағыҙ, 1 йыл өҫтәгеҙ. Ә инде үҙегеҙҙе бәхетһеҙ тип иҫәпләһәгеҙ, 2 йылды алығыҙ.
Машина йөрөткәндә ҡағиҙәләрҙе боҙһағыҙ, 1 йыл­ды алып ташлағыҙ.
Әгәр һеҙгә даими рәүештә аҡса етмәй икән, һәм һеҙ тағы ла ҡайҙа ла булһа өҫтәмә эш эҙләйһегеҙ икән, 2 йылды алығыҙ.
Урта белемле булһағыҙ, 1 йыл ҡушығыҙ, юғары белемгә 2 йыл өҫтәгеҙ.
Әлеге мәлдә хаҡлы ялда булып та, эшләп йөрөйһө­гөҙ икән, 3 йыл ҡушығыҙ.
Олатайығыҙ йәки өләсәйегеҙ 85 йәшкә тиклем йәшәһә, 2 йыл өҫтәгеҙ. Икеһе лә 80 йәшкә етһә, 4 йыл ҡушығыҙ. Әгәр уларҙың ҡайһыһылыр 50 йәшкә етмәйенсә ҡапыл вафат булһа, инсульт, инфаркт, яман шештән үлһә, 3 йылды алып ташлағыҙ.
Әгәр көнөнә 3 ҡаптан күберәк тәмәке тартһағыҙ, 8 йылығыҙ менән хушлашығыҙ. Бер ҡап төтөн һурһа­ғыҙ - 6, бер ҡаптан әҙерәк тәмәке тартһағыҙ, 3, йылды алығыҙ.
Көн һайын бер тамсы булһа ла спиртлы эсемлек йотһағыҙ, йәнә 1 йылығыҙҙы алығыҙ.
Әгәр кәүҙә ауырлығығыҙ йәшегеҙ һәм буйығыҙға ҡарағанда 20 килограмға артыҡ икән, 8 йылығыҙ менән хушлашырға тура киләсәк. 15-20 кг артыҡ булһа - 4 йыл, 5-15 кг артыҡ булһа - 2 йыл алып ташлағыҙ.
Килен сыҡҡан һан, ихтимал, һеҙҙең йәшәйәсәк ғүмер йылдары булыр.
Әлбиттә, был тест һөҙөмтәләренә төптө ышаныу кәрәкмәй. Аҡылыға ишара, ти бит халыҡ мәҡәле. Шунлыҡтан әлеге тесттан һау-сәләмәт булыу өсөн сәләмәт тормош яҡлы, изге ниәтле, саф уйлы булыу мөһим икән тигән һығымта яһағанһығыҙҙыр, тип ышанабыҙ, дуҫтар.