Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн Америка медиктары төҙөгән был тест күп нәмәне асыҡларға ярҙам итер. Тик һорауҙарға ихлас яуап ҡайтарығыҙ.
Шулай итеп, 72 һанын алабыҙ. Ошо Һанға яуаптарығыҙға тәғәйен мәрәйҙәрҙе йә ҡушаһығыҙ, йә унан алаһығыҙ.
Ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәргә ҡарағанда уртаса 7 йылға оҙағыраҡ йәшәй, шуға күрә 72-гә 4-те ҡушығыҙ.
Әгәр ҙә һеҙ халҡы 1 миллиондан ашыу булған ҡалала йәшәйһегеҙ икән, 2-не алығыҙ.
Ә инде халҡы 10 мең кеше булған ерҙә көн күрһәгеҙ, 2-не ҡушығыҙ.
Аҡыл әше менән шөғөлләнһәгеҙ, 3 йылды алығыҙ, физик хеҙмәт менән ғүмер итһәгеҙ, 3 йылды ҡушығыҙ.
Аҙнаһына 5 тапҡыр яртышар сәғәт ваҡытығыҙҙы спортҡа бүлһәгеҙ, 4 йыл өҫтәгеҙ. Ике-өс тапҡыр шөғөлләнһәгеҙ, 2 йыл ҡушығыҙ.
Әгәр һеҙ тормошта икән йәки никахҡа инергә йыйынһағыҙ, 5 йыл ҡушығыҙ. Яңғыҙ булһағыҙ, 25 йәштән алып һәр 10 йылығыҙҙан 1-әр йылды алығыҙ.
Даими рәүештә 10 сәғәттән күберәк йоҡлаһағыҙ, 4 йылды алығыҙ. Йоҡоға 7-8 сәғәт ваҡытығыҙҙы бүлһәгеҙ, бер ни ҙә алырға кәрәкмәй.
Насар йоҡлаһағыҙ, 3 йылды алығыҙ.
Ҡыҙыу, тиҙ ҡуҙғыусан, агрессив булһағыҙ, йәнә 3 йылды алып ташлағыҙ. Тыныс холоҡло икәнһегеҙ - 3 йылды ҡушығыҙ.
Бәхетле булһағыҙ, 1 йыл өҫтәгеҙ. Ә инде үҙегеҙҙе бәхетһеҙ тип иҫәпләһәгеҙ, 2 йылды алығыҙ.
Машина йөрөткәндә ҡағиҙәләрҙе боҙһағыҙ, 1 йылды алып ташлағыҙ.
Әгәр һеҙгә даими рәүештә аҡса етмәй икән, һәм һеҙ тағы ла ҡайҙа ла булһа өҫтәмә эш эҙләйһегеҙ икән, 2 йылды алығыҙ.
Урта белемле булһағыҙ, 1 йыл ҡушығыҙ, юғары белемгә 2 йыл өҫтәгеҙ.
Әлеге мәлдә хаҡлы ялда булып та, эшләп йөрөйһөгөҙ икән, 3 йыл ҡушығыҙ.
Олатайығыҙ йәки өләсәйегеҙ 85 йәшкә тиклем йәшәһә, 2 йыл өҫтәгеҙ. Икеһе лә 80 йәшкә етһә, 4 йыл ҡушығыҙ. Әгәр уларҙың ҡайһыһылыр 50 йәшкә етмәйенсә ҡапыл вафат булһа, инсульт, инфаркт, яман шештән үлһә, 3 йылды алып ташлағыҙ.
Әгәр көнөнә 3 ҡаптан күберәк тәмәке тартһағыҙ, 8 йылығыҙ менән хушлашығыҙ. Бер ҡап төтөн һурһағыҙ - 6, бер ҡаптан әҙерәк тәмәке тартһағыҙ, 3, йылды алығыҙ.
Көн һайын бер тамсы булһа ла спиртлы эсемлек йотһағыҙ, йәнә 1 йылығыҙҙы алығыҙ.
Әгәр кәүҙә ауырлығығыҙ йәшегеҙ һәм буйығыҙға ҡарағанда 20 килограмға артыҡ икән, 8 йылығыҙ менән хушлашырға тура киләсәк. 15-20 кг артыҡ булһа - 4 йыл, 5-15 кг артыҡ булһа - 2 йыл алып ташлағыҙ.
Килен сыҡҡан һан, ихтимал, һеҙҙең йәшәйәсәк ғүмер йылдары булыр.
Әлбиттә, был тест һөҙөмтәләренә төптө ышаныу кәрәкмәй. Аҡылыға ишара, ти бит халыҡ мәҡәле. Шунлыҡтан әлеге тесттан һау-сәләмәт булыу өсөн сәләмәт тормош яҡлы, изге ниәтле, саф уйлы булыу мөһим икән тигән һығымта яһағанһығыҙҙыр, тип ышанабыҙ, дуҫтар.