Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
5 Февраль 2020, 18:54

Уйлағаның алдыңа килә

#Шоңҡаржурналы #Ҡырҡтартма #ПсихосоматикаӘжәл килер көн еткәс, хәс тә “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”тағы Оло инәй кеүек, барыһын да үҙ янына йыйып алған. Унан алда өйөн зым-зыя итеп йыйыштырып, мейесте аҡлап, һауыт-һабаһын йыуып, түшәктәрен ҡағып ҡуйған. Хушлашырға килгән кешеләргә, муллаға ҡарап: “Бына бөгөн мин һеҙҙе йыйып алдым әле. Йәшәй-йәшәй, йыбанып та кителде. Бөгөн теге яҡҡа юлланырға уйлайым. Бәхил булығыҙ”, – тигән дә, урындыҡҡа һуҙылып төшөп ятып: “Һа-а-ай, көнө былай алаймы ни”, – тип мәңгелеккә китеп тә барған.Дауамы:

Был, ысынлап та, шулай… Беҙ уйлаған уйҙар, хатта яңылыш ҡына ысҡындырған һүҙҙәр тормошобоҙҙа эҙһеҙ генә үтмәй… Аллаһы Тәғәлә уларҙың барыһын да ҡабул итә һәм ҡасан да булһа ысынға ашыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арабыҙҙа насар уйҙарға бирелеп, төшөнкөлөккә сумып, яман ауырыуға дусар булыусылар һирәк түгел. Хоҙай аралаһын, бындай хәлгә һәр кем тарыуы ихтимал. Халҡыбыҙ юҡҡа ғына уйлағаның алдыңа килә тимәгән бит, тимәк, был һүҙҙәрҙә хәҡиҡәт бар.
Бөгөнгө заманда әлеге мәсьәлә менән махсус шөғөлләнгән фән бар, ул “психосоматика” тип атала. Уның популярлығы көндән-көн арта, интернет селтәрендә ошо юҫыҡтағы мәҡәләләр бихисап. Бөгөн табипҡа күренгән һәр кем шул яҙмалар менән таныша ла, бөтәһен дә хафаға һалып, үҙ-үҙенә диагноз ҡуйып бөтә.
Нимә һуң ул психосоматика? Ысынлап та, психика менән кеше араһында бәйләнеш бармы? Психологик ауырыуҙар нисек килеп сыға? Уларҙы дауалап буламы?
“Психосоматика” иҫке грек теленән “йән” һәм “тән” һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән, ул ауырыуға сәбәпсе булған психологик факторҙарҙы өйрәнеүсе фән. Билдәле психолог, яҙыусы Луиза Хей билдәләүенсә, һәр ҡайһы ауырыуҙың үҙенә генә хас сәбәбе бар, йәғни барлыҡ сирҙәрҙең башында уй-фекер тора. Мәҫәлән, ангина үҙ һүҙеңде еткерә алмауҙан, дөрөҫөн әйтергә ҡурҡыуҙан барлыҡҡа килә.
Тымау үҙ-үҙеңә булған ҡәнәғәтһеҙлектән, эске һыҡтауҙан килеп сыға.
Туҡланыу буйынса проблемаларға киләсәктән ҡурҡыу, тормошта үҙ юлыңды таба алыуға шикләнеү хисе этәргес була.
Йоҡлағанда хырылдауға иһә үҙеңдең элекке ҡараштарыңдан, стереотиптарыңдан ҡотолорға теләмәү сәбәпсе.
Арҡа һөйәгенең кәкрәйеүенә эске энергияның көсһөҙ булыуы, ышаныстарын бойомға ашыра алмау ҡурҡынысы булышлыҡ итә.
Йоҡоһоҙлоҡ менән йонсоғандарҙы иһә ғәйеп тойғоһо, кешеләргә ышанмаусанлыҡ борсой.
Алкоголизмдан ҡотола алмаусыларҙы “кемгә кәрәк?” тигән һорау, үҙеңде файҙаһыҙ итеп хис итеү, ғәйеп тойғоһо, үҙ-үҙен нисек бар, шулай ҡабул итә алмау тынғылыҡ бирмәй.
Артыҡ һиҙгер булыу, тирә-йүндәгеләрҙән терәк һәм яҡлау өмөт итеү мохтажлығы һәм башҡаларҙы ғәфү итә белмәү тойғолары йыш ҡына һимереүгә алып килә, тип иҫәпләй.
Ысынлап та, был ауырыуҙарҙың психологик нигеҙҙә килеп сығыуы ихтимал бит? Тормоштағы бер миҫалды алайыҡ. Бер баланы атай-әсәһе һәр ваҡыт күп һөйләүҙән тыйған, әрләгән, хатта ваҡыты менән яза ла эләккән. Сабыйҙың ошо рәүешле баҫылып йәшәүе аҙаҡ үҙен һиҙҙерткән, ҡыҙҙың мейеһенә кире сигнал ебәрелгән. Үҫә килә уның тамағы ауырта башлаған, ангина ыҙалатҡан, ҡыҙ һөйләшә алмаҫлыҡ хәлгә еткән. Сир сир менән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай тәрбиә алған баланың тормошҡа ҡарашы ыңғай булыуы икеле, сөнки уның баҫылып йәшәүе киләсәктә үҙ-үҙен асырға, ниндәйҙер уңыштарға ирешергә кәртә лә булып торасаҡ.
Бөгөн психосоматика тулыһынса өйрәнелеп бөтөлмәгән фән һанала, ул З. Фрейд, К. Юнг, А. Адлер кеүек атаҡлы ғалимдарҙың, психологтарҙың фәнни асыштарына, хеҙмәттәренә нигеҙләнә. Ғөмүмән, медицина ни тиклем алға китһә лә, психологик ауырыуҙарҙың килеп сығышы, ғөмүмән, нервы ауырыуҙарын дауалау белгестәр өсөн сер булып ҡала килә.
Барыбыҙға ла мәғлүм булыуынса, күп ауырыуҙар артыҡ уйланыуҙан, оҙайлы стресс кисереүҙән йәки кемгәлер үпкәләүҙән, ғәйеп тағыуҙан, көнләшеүҙән барлыҡҡа килә. Шулай уҡ башҡаларҙың һеҙҙең менән идара итеүен теләмәү, һәр яңылыҡты ҡырҡа ҡаршы ҡабул итеү ҙә сәбәпсе була.
Уйланыуға ҡағылышлы ябай ғына миҫал килтерәйек. Көнө буйы үҙ-үҙеңде тәнҡитләһәң, үҙеңдән ниҙер талап итһәң, үткәндәреңдә соҡонһаң, кисенә баш ауырта башлай бит. Күптәргә таныш хәлдер, шулаймы? Ғәҙәттә, был кешеләрҙең үҙбаһаһы түбән һәм үҙ-үҙенә ҡарата насар мөнәсәбәттә булыуы хаҡында һөйләй. Күп уйлап та, барыһын әйтеп бөтөрмәгән йәки башҡаларҙың фекере менән килешә алмаған кешенең эсендә йәшерелеп, һаҡланып ҡалған кире тойғолары, уйҙары ауырыуға юл һала. Әгәр кеше ни сәбәптән минең башым ауырта тигән үҙ-үҙенә биргән һорауға яуап таба икән, тимәк, психологик проблеманы ла хәл итә аласаҡ.
Уйлаһаң уйылып китерлек тибеҙ. Уйылып китерлек булғас, тимәк, улар еңел-елпе генә түгел улар. Был ваҡытта һәр кем йөрәк тибешенең йышайыуын, баш әйләнә башлауын һиҙәлер. Ә уйҙарың насар, негатив булһа, хәл тағы ла ҡырҡыулана төшә. Әлбиттә, бөтөнләй уйламай ҙа йәшәп булмай, әммә һәр нәмәнең самаһы булырға тейеш. Университетта бер уҡытыусым, филология фәндәре кандидатының әйткәне хәтеремдә мәңгелеккә уйылып ҡалды: “Беҙ, уҡытыусылар, теләһә нәмә уйларға ваҡытыбыҙ ҙа юҡ, сөнки мәктәптә эш күп, ғаиләләге мәшәҡәттәрҙе һанап тораһы ла юҡ. Беҙ көнгә, айға, йылға маҡсаттар ҡуйып йәшәйбеҙ, шуға ауырырға әмәл дә ҡалмай”. Ысынлап та, уның һүҙҙәре төптө дөрөҫтө һөйләй. Әгәр йәшәү рәүешең башыңа файҙаһыҙ, ерһеҙ уйҙар индерергә юл ҡуймай икән, тимәк, һеҙ һау кеше. Тормоштан алынған бер нисә миҫал менән бүлешеп үткем килә.
Танылған яҙыусы Дарья Донцова менән була был хәл. Егерме йыл тирәһе элек Аграфена Васильева исемле ҡатындың ике яҡ түшендә яман шеш табалар. Ауырыу һуңғы стадияға еткән була, табиптар бер нисә айҙан вафат буласағын әйтәләр. Әммә Аграфена, тормош иптәшенең өгөтләүе буйынса, аҡылдан яҙмаҫ өсөн алда нимә көтәсәген уйламаҫҡа тырыша, ауырыуҙы тулыһынса ҡабул итә һәм тормошҡа позитив ҡараш булдыра. Ҡатын күп итеп детектив әҫәрҙәр яҙырға тотона, йорт эштәре менән дә булыша, иренә, йорт хайуандарына иғтибарын арттыра, йәғни бер минут та буш ваҡыты булмай. Уның әҫәрҙәре Дарья Донцова исеме аҫтында миллионлаған тираж менән китап булып нәшер ителә. Табиптар ҡатындың ике түшен дә ҡырҡып ала, ауырыу артҡа сигенә һәм бөтөнләйгә ташлап китә. Дарья Донцованың миҫалы күп ҡатындарға ауырыуҙы еңеп сығырға ярҙам итә.
Күптән түгел “Ағиҙел” журналының элекке һандарында билдәле артис, Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Вәхит Хызыровтың яҙмаларына, хикмәттәренә юлыҡтым. Ул журналда атай-әсәһенең, өләсәһенең тормош тәжрибәһе хаҡында тәфсирләп яҙып сыҡҡан. Был ҡыҙыҡлы мәғлүмәтте тағы ла тулыландырыу маҡсатында йырсы эшләгән Өфө сәнғәт колледжына барып килдем.
Вәхит ағай һөйләүенсә, өләсәһе Маһира инәй бойоғоп ултырыр кеше булмаған, уның тормошҡа ҡарашына хайран ҡалырлыҡ. Маһира инәй таш яуып торһа ла, көн боҙолоп, буран сыҡһа ла: “Һа-а-ай, көнө былай алаймы мы”, – тип ҡабатлар булған. Ә үҙе 90 йәшлек сағында ла 70 саҡрымлыҡ ерҙе йәйәү үткән. Маһира инәй йомартлығы, зирәк аҡылы менән һәр саҡ ауылдаштарына терәк булған, бер кемде лә ярҙамынан мәхрүм итмәгән. Ауылда кендек әбейе булараҡ та ҙур абруй ҡаҙанған. Әжәл килер көн еткәс, хәс тә “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”тағы Оло инәй кеүек, барыһын да үҙ янына йыйып алған. Унан алда өйөн зым-зыя итеп йыйыштырып, мейесте аҡлап, һауыт-һабаһын йыуып, түшәктәрен ҡағып ҡуйған. Хушлашырға килгән кешеләргә, муллаға ҡарап: “Бына бөгөн мин һеҙҙе йыйып алдым әле. Йәшәй-йәшәй, йыбанып та кителде. Бөгөн теге яҡҡа юлланырға уйлайым. Бәхил булығыҙ”, – тигән дә, урындыҡҡа һуҙылып төшөп ятып: “Һа-а-ай, көнө былай алаймы ни”, – тип мәңгелеккә китеп тә барған.
Маһира инәйҙең тормошҡа ҡарашы уның балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә лә күскән. Ҡыҙы Әҡлимә, Вәхит Хызыровтың әсәһе лә, шулай уҡ бер ваҡытта ла тормош ауырлыҡтарына зарланмай. Әлеге көндә Таштимер ауылында туҡһанын ҡыуып барыусы Әҡлимә инәйҙең йорто ауылда иң матуры һанала. Оло йәштә булыуына, балаларының өгөтләүенә ҡарамаҫтан, инәй һаман да йортон төҙөкләндереүен дауам итә, быға уның бер һылтауы бар – эшһеҙ ултырып ҡартайырға ҡурҡа. Вәхит ағай һөйләүенсә, Әҡлимә инәй яҙ һайын 700-800 төп помидор, һәр йәшелсәне 7-8-шәр түтәл ултырта, тиҫтәләгән ҡаҙ бәпкәһе ала, сәскәләр үҫтерә. Үҙе әйтеүенсә, хеҙмәт бар ауырыуға дауа.
Насар уйҙарҙан арыныр көскә хеҙмәт кенә түгел, башҡа төрлө ысулдар ҙа эйә, мәҫәлән, спорт менән шөғөлләнеү ныҡ ярҙам итә. Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр, аяҡтарыңды эшләтеп алһаң, уйҙарың таҙарып ҡала, кәйеф тә күтәрелеп китә.
Доғаның сихри ҡөҙрәте тураһында ла күптәрҙең ишеткәне булғандыр. Күңелдә яҡты уйҙар булған осраҡта ғына доға ҡабул була.
Асыҡ әңгәмә ваҡытында ла кешене яңғай яҡҡа көйләп ебәреү ихтималлығы ҙур. Урыҫтарҙың, утро вечера мудренее, тигәне лә хаҡ, тимәк, йоҡо ваҡытында баш мейеһе барлыҡ насар уйҙарҙан, хистәрҙән арына. Шуға яңы көндө тик яҡшы ниәттәр менән генә башлау зарур.
Ябайлыҡта – бөйөклөк тигән кеүек ошондай ябай ғына ҡағиҙәләр беҙҙең тормошобоҙҙо бар итә, уның дөрөҫ ағышына йоғонто яһай. Шуға күрә насар уйҙан йырағыраҡ торған һайын тәнең дә, йәнең дә һау-сәләмәтлерәк буласаҡ, йәғни бәхетле тормоштоң сере бары позитив уйҙа йәшеренгән.
Инсаф ХУЖАБИРГӘНОВ.
Читайте нас: