Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
6 Февраль 2020, 17:55

Ысын кеше яҙмышы

Кешеләргә хас булмаған түҙемлек һәм йәшәүгә ихтыяры арҡаһында Алексей Маресьев халыҡ хәтерендә ҡала. Ҡаһарманлығы айырым китапҡа лайыҡ була, аҙаҡ китап буйынса фильм төшөрөлә. 18 көн буйына үҙебеҙҙекеләргә шыуышҡан, аяҡтарын туңдырып киҫтергән летчик бөгөлөп төшмәй, еңелмәй. Ул протездарға баҫып ҡына ҡалмай, авиацияға ла кире ҡайта. Был үҙе үк мөғжизәгә тиң. Ләкин Алексей Маресьев күккә генә әйләнеп ҡайтмай, истребителдәр часына ҡайта, үҙ Ватанының азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшеүен дауам итә.

Бынан 102 йыл элек, 1916 йылдың 20 майында Волга йылғаһындағы Һарытау өлкәһе Камышин ҡалаһында данлыҡлы совет летчигы Алексей Маресьев яҡты донъяға килә. Уның ҡаһарманлығы “Ысын кеше тураһында повесть” китабының нигеҙенә һалынған. Советтар Союзында был летчик-истребитель тураһында ишетмәгән бер кеше лә юҡтыр, моғайын. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡылған батырлығы кешеләрҙең хәтерендә бөгөн дә йәшәй. Борис Полевойҙың китабы арҡаһында Алексей Маресьев “ысын кеше” өлгөһө булараҡ кешеләр аңына һеңгән. Ошо бөйөк исем илебеҙ тарихына мәңгелеккә инеп ҡалған.
Кешеләргә хас булмаған түҙемлек һәм йәшәүгә ихтыяры арҡаһында Алексей Маресьев халыҡ хәтерендә ҡала. Ҡаһарманлығы айырым китапҡа лайыҡ була, аҙаҡ китап буйынса фильм төшөрөлә. 18 көн буйына үҙебеҙҙекеләргә шыуышҡан, аяҡтарын туңдырып киҫтергән летчик бөгөлөп төшмәй, еңелмәй. Ул протездарға баҫып ҡына ҡалмай, авиацияға ла кире ҡайта. Был үҙе үк мөғжизәгә тиң. Ләкин Алексей Маресьев күккә генә әйләнеп ҡайтмай, истребителдәр часына ҡайта, үҙ Ватанының азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшеүен дауам итә.
Алыҫ Көнсығышҡа юлланмаһа...
Алексейҙы һәм уның ике ағаһын – Петр менән Николайҙы – әсәһе Екатерина Никитична яңғыҙы тәрбиәләй. Алексей өс йәшендә атайһыҙ ҡала, Беренсе донъя һуғышынан ҡайтҡан Петр Авдеевич яраларҙан мандый алмай. Ағас эшкәртеү заводы йыйыштырыусыһының самалы ғына эш хаҡы һәм ҡатындың ихтыяр көсө малайҙарға эшкә өйрәнеп үҫергә, шулай уҡ намыҫ менән йәшәүҙең ни икәнен аңларға ярҙам итә. Ғүмеренең һуңғы көндәрендә Алексей Маресьев кешенең иң мөһим ыңғай сифаты – хеҙмәткә намыҫлы мөнәсәбәт, тип атай.
Бала сағында Алексей сирләшкә була, йыш ауырый, биҙгәк тота, һөҙөмтәлә ревматик булып ҡала. Быуындарындағы ҡот осҡос ауыртыуҙарҙан ғазаплана, күршеләре үҙ-ара бышылдаша: “Оҙаҡ йәшәй алмаҫ”. Бындай һаулыҡ менән хәрби училище хаҡында уйларға ла ярамай, ә ул уйлай, хыяллана. Сөнки малайға бөтөнләй белмәгән һәм хәтерләмәгән атаһынан мираҫ булып ихтыяр көсө һәм ныҡышмалылыҡ ҡала.
Камышинда урта мәктәптең һигеҙ класын тамамлағас, Алексей урман заводы ҡарамағындағы училищела токарь һөнәре ала, ошонда уҡ хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Документтарын ике тапҡыр осоусылар училищеһына биреп ҡарай, ләкин икеһендә лә, һаулығына һылтанып, кире ҡайтаралар. 1934 йылда комсомолдың Камышин райкомы уны Амурҙағы Комсомольск ҡалаһын төҙөргә ебәрә.
Алыҫ Көнсығышҡа юлланмаһа, тормошо нисек булыр, хыялы тормошҡа ашыр инеме икән? Юлға сығыр алдынан Алексей медицина комиссияһы үтә. Уға табип ханым әсәләрсә кәңәш бирә: “Йөрөмәһәң дә ярай, шулай ҙа ул ергә аяҡ баҫһаң, сирең ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сығыр”. Һауыҡһам, мотлаҡ летчик буласаҡмын, тип уйлай Алексей. Ысынлап та, Алыҫ Көнсығышта уның һаулығы яҡшыра. Алексей Петровичтың үҙ һүҙҙәре менән әйткәндә, климат ярҙам итә. Егет урман ҡырҡа, барактар төҙөй, бер үк ваҡытта аэроклубҡа йөрөй. Хыялын тормошҡа ашырыу өсөн тынғы белмәй.
1937 йылда армияға саҡырыла. Тәүҙә Сахалин утрауындағы Тымыҡ океан сик буйы округының 12-се отрядында хеҙмәт итә, шунан хәрби летчиктарҙың 30-сы Чита мәктәбенә ебәрелә. Мәктәп 1938 йылда Батайскиға күсерелә. А.К. Серов исемендәге Батайск авиация училищеһын 1940 йылда тамамлап, кесе лейтенант званиеһы ала, шунда инструктор итеп ҡалдырыла. Ошонда уҡ Бөйөк Ватан һуғышын ҡаршылай.
Летчикты Көньяҡ-Көнбайыш фронтҡа ебәрәләр, ул унда 296-сы истребителдәр авиация полкы составында һуғыша. Беренсе хәрби осошон 23 августа Кривой Рог ҡалаһы районында яһай. Һуғыштың тәүге айҙары Ҡыҙыл Армия һәм авиация өсөн бик ябай булмай. Немецтар совет летчиктарынан тупланған тәжрибәләре, техника менән идара итеү кимәле, самолеттарҙың сифаты буйынса өҫтөнлөк ала, А. Маресьевты ул ваҡытта уҡ оҫта летчик булыуы ғына ҡотҡара. 1941 йылда үҙ иҫәбенә һауала еңеүҙәр яҙмаһа ла, иҫән ҡала. Һуңынан данлыҡлы летчик Александр Покрышкин, кем 1941 – 1942 йылдарҙа һуғышмаған, ул ысын һуғышты белмәй, ти.
Ул беренсе немец самолетын – Ju-52 транспортнигын – 1942 йылдың башында бәреп төшөрә. 1942 йылдың мартында Алексей Маресьев Төньяҡ-Көнбайыш фронтына ебәрелә. Был ваҡытҡа ул немецтарҙың дүрт самолетын бәреп төшөрөргә өлгөрә. Тап бына ошонда уның тормошон ғүмерлеккә үҙгәрткән һауа һуғышы була.
Ун һигеҙ көнлөк һынау
1942 йылдың яҙында Селигер һәм Ильмень күлдәре араһында совет ғәскәрҙәре Демянск ҡалаһы янында немецтарҙың яҡынса бер йөҙ меңлек ғәскәрен ҡамауға ала. Ойошҡанлыҡ һәм бик көслө ҡаршылыҡ күрһәтеп, улар бирелергә уйламай ҙа. 4 апрелдә “Демянск ҡамауы” тип аталған районда немец истребителдәренә ҡаршы һуғышҡанда бомбардировщиктарҙы ҡаплау операцияһында А. Маресьевтың ЯК-1 самолеты бәреп төшөрөлә. Ул, урманда уңайлы күл күреп ҡалып, шунда мәжбүри ултырырға тырыша. Әммә самолетының шассийы ҡарағай башына эләгеп, әйләнә. Самолет тәрән көрткә ҡолай, летчик ауыр яралана, ләкин иҫән ҡала.
“Летчик Алексей Мересьев ике яҡлы ҡоршауға эләкте. Һауа һуғышында осрауы ихтимал иң әшәке хәл ине был. Барлыҡ боеприпастарын атып бөтөрөп, ғәмәлдә ҡоралһыҙ ҡалған летчикты дүрт немец самолеты солғап алды һәм ысҡынырға, икенсе курсҡа боролорға мөмкинлек бирмәйенсә, үҙ аэродромдарына табан алып киттеләр...
Ләкин ул ысҡына алманы. Немецтар күрһәткән юлдан саҡ ҡына ситкә тайпылһа ла, улар Алексейҙың юлын пулемет очередтары менән киҫте.
Мересьев тештәрен ҡаты итеп ҡыҫты, тулы газ бирҙе, машинаһын вертикаль ҡуйып, юғарынан осҡан һәм Алексейҙы ергә ҡыҫырыҡлаған немецтың аҫтына сумырға ниәтләне. Ул конвой ҡулынан ысҡына алды. Ләкин немец гашеткаға баҫып өлгөрҙө. Мотор ритмын юйып, һулҡылдап эшләргә тотондо. Тотош самолет үлем алды ҡалтырауы менән ҡалтырана башланы.
Бәреп төшөрҙөләр! Алексей аҡ болот эсенә инеп йәшеренергә, ҡыуып килеүселәрҙе юлдан яҙҙырырға өлгөрҙө. Артабан ни эшләргә? Летчик яралы машинаның ҡалтырауын бөтә тәне менән тоя, әйтерһең, был – имгәнгән моторҙың үлем менән тартышыуы түгел, бәлки, үҙ тәненең биҙгәк утында ҡалтыраныуы ине.
Самолет ҡолағанда ҡарағайҙарҙың башына тейҙе. Был бәрелеүҙе йомшартты. Бер нисә ағасты һындырып, самолет киҫәктәргә таралды. Ләкин саҡ ҡына алдараҡ Алексейҙы ултырған урынынан йолҡоп алып, һауаға атып бәрҙе. Ул, киң тарбаҡлы шыршы өҫтөнә йығылып, уның ботаҡтарынан тәрән көрт эсенә барып төштө. Был уны үлемдән алып ҡалды ла инде”. (Борис Полевой. “Ысын кеше тураһында повесть”).
Аяҡ табандарын имгәткән летчик башта ғәрип аяҡтары, ә һуңынан шыуышып 18 тәүлек буйына фронт һыҙығына ынтыла. Юлда борт паегын ашап бөтөргәс, урманда тапҡан нәмәләр: ағас ҡабығы, еләктәр, тубырсыҡтар менән туҡлана. Хәл өмөтһөҙ: икһеҙ-сикһеҙ ҡара урманда яңғыҙы ҡалған, аяҡтары имгәнгән летчик ҡайҙа барырға ла, дөрөҫөрәге, шыуышырға ла белмәй. Нисек иҫән ҡалғандыр, бер кем дә әйтә алмай. Алексей Петрович был тарихты бер ваҡытта ла иҫенә төшөрөргә яратмай, уның тураһында һөйләргә тырышмай. Үҙенең һүҙҙәренә ҡарағанда, ул мәлдә унда йәшәргә теләү өҫтөнлөк итә.
Һөҙөмтәлә барыбер үҙебеҙҙекеләргә барып юлыға. Уны Валдай районының Кислово ауыл советы Плав ауылы кешеләре – атай менән ул – күреп ҡала. Летчик һорауҙарға яуап бирмәгәс, немец тип уйлап, улар ҡурҡып ауылға борола. Һуңғараҡ әҙ генә йәне бар летчикка ошо уҡ ауыл малайҙары – Саша Вихров һәм Сережа Малин – тап була. Сашаның атаһы Алексейҙы өйөнә алып ҡайта.
“Аяғына баҫырға тырышып та, баҫа алмайса йығылғас, Алексей бер мәлгә генә аңын юйҙы, ләкин яҡында шул уҡ ҡурҡыныс барлығын һиҙеү яңынан аңына килтерҙе. Шик юҡ, ҡарағайлыҡта кешеләр йәшеренгән, улар уны күҙәтә һәм нимә хаҡындалыр быш-быш һөйләшә.
Ул ҡулдарына күтәрелде, ҡар өҫтөнән пистолетын алды. Шыуышып йөрөүҙән ағасҡа әйләнә яҙған ҡулында пистолет ҡалтырай. Ләкин Алексей көрәшергә һәм ҡалған өс патронды бик шәпләп файҙаланырға әҙерләнде...
Шул ваҡыт ҡарағайҙар араһынан тулҡынланған балалар тауышы ишетелде:
– Эй, һин кем? Дойч? Ферштейст?[1]
Сәйер һүҙҙәр Алексейҙы һағайтты, әммә ҡысҡырыусы, һис шикһеҙ, рус, һис шикһеҙ, бала.
– Һин бында ни эшләйһең? – тип һораны икенсе бала тауышы.
– Ә һеҙ кемдәр?
– Һин беҙҙең башты ҡатырма, алдай алмаҫһың! Мин немецты биш саҡрымдан еҫенән таныйым. Һин немец!
– Ә һеҙ кемдәр?
– Уның һиңә ни кәрәге бар?
– Мин рус.
– Алдайһың... Күҙем атылып сыҡһын, алдайһың, фриц!
– Мин рус, рус, летчик, мине немецтар бәреп төшөрҙө.
– Ҡара әле, илай! Эй, һин, ниңә илайһың?
– Мин рус, рус мин, үҙебеҙҙең кеше, летчик.
– Ә ҡайһы аэродромдан?
– Ә һеҙ кем һуң?
– Унда эшең булмаһын, һин яуап бир.
– Мончаловскиҙан... Миңә ярҙам итегеҙ, сығығыҙ! Ни шайтаныма...”
(Борис Полевой. “Ысын кеше тураһында повесть”).
Ауыл халҡы Маресьевты аҙнанан ашыу ҡарай, ләкин уға квалификациялы медицина ярҙамы талап ителә. Май баштарында ауыл янына самолет төшә, һәм Маресьевты Мәскәүгә госпиталгә ебәрәләр.
Ошоноң менән Алексейҙың тарихы аҙағына ла етеүе ихтимал була. Летчикты баш ҡалаға ныҡ ауыр хәлдә килтерәләр. Өҫтәүенә, госпиталдә яралылар күп, шуға күрә уны өмөтһөҙ тип коридорҙа каталкаға һалалар. Обход яһағанда егеткә осраҡлы рәүештә генә профессор Теребинский иғтибар итә.
Летчиктың улы Виктор Маресьевтың “Аргументы и факты” гәзитенә биргән интервьюһынан:
– “Ул бында ни эшләп ята? – тип һорай профессор. Атайымдың өҫтөндәге япманы алалар: “Гангреналы йәш лейтенант”. Теребинский бойора: “Операция өҫтәленә, тиҙ ҡыймылдағыҙ!” Операцияға алып барғанда ул ялбара: “Аяҡтарымды ҡалдырығыҙ! Мин летчик та баһа!” Табип башын ғына һелкә: “Эйе-эйе, әлбиттә, барыһы ла һәйбәт булыр... Атайым, наркоздан айнығас, шунда уҡ юрғанға ҡараным, юрған бар, ә уның аҫтында аяҡтар юҡ, тип һөйләне. Ул илай...
Профессор Теребинский уның ғүмерен ҡотҡара. Бының өсөн ике аяҡты ла тубыҡҡа ҡәҙәр киҫергә тура килә. Башҡа юл булмай, сөнки А. Маресьевта был мәлдә ғүмер менән һыйышмаған гангрена башлана.
Ике аяҡты ла киҫеү летчиктың карьераһына нөктә ҡуйған һымаҡ. Шулай ҙа А. Маресьев төшөнкөлөккә бирелмәй. Ул күктән айырылырға тура килер тигән уй менән килешмәй, маҡсат ҡуя: нисек кенә булһа ла авиацияға кире ҡайтырға һәм яңынан осорға! Операциянан һуң летчикка ауыртыуҙы баҫыусы көслө укол ҡаҙайҙар. Унан арынырға госпиталдәге пациенттарҙың береһе ярҙамлаша. А. Маресьев үҙен ҡулға ала, күнекмәләр яһарға тотона: атлай, йүгерә, һикерә һәм, әлбиттә, бейей. Дөрөҫ, уға яңынан бейергә госпиталдәге шәфҡәт туташтары менән өйрәнергә тура килмәй, улар иҫ белмәгән протездары менән аяҡҡа баҫыр тип ҡурҡа, күнегеүҙәр ваҡытында махсус итек кейгән палаталаш күршеләре ярҙам ҡулы һуҙа.
Алексей Маресьев алты ай буйы күнегә. Баҫҡан һайын әкрен генә шығырлау тауышы ишетелмәһә, был төҙ кәүҙәле, мыҡты кешенең аяҡтары юҡ тигән уй берәүҙең дә башына килмәй. 1942 йылдың сентябрендә шифаханаға килгәс тә күнегеүҙәрҙе дауам итә. 1943 йыл башында комиссия өлкән лейтенанттың “личное дело”һына: “Авиацияның бөтә төрҙәренә лә яраҡлы” тип яҙа.
“Алексейҙың арҡаһынан һалҡын тир йүгерҙе, ләкин ул бүлмәгә батыр атлап, күңелле итеп, көлөмһөрәп барып инде. Комиссия ҙур өҫтәл артында ултыра. Уртала – беренсе рангылағы хәрби табип Мировольский. Бер ситтә – “личное дело” өйөмдәре менән тулы бәләкәй өҫтәл артында – Зиночка. Ул Алексейға “дело”һын биргәндә әкрен генә ҡулын ҡыҫып ҡуйҙы.
– Йәле, сибәр егет, – тине табип, күҙен ҡыҫа төшөп, – гимнастеркағыҙҙы һалығыҙ.
Мересьев юҡҡа ғына спорт менән шөғөлләнмәне, ҡояшта ҡыҙынманы. Табип уның ныҡ, тығыҙ тәненә, ҡара тиреһе аҫтынан асыҡ беленеп торған мускулдарына һоҡланып ҡарап торҙо.
Мересьев һынауҙарҙың барыһын да еңел уҙҙы: ҡулы менән норманан бер ярым тапҡыр артыҡ ҡыҫты, шундай итеп өрҙө, уҡ иң һуңғы сиккә ҡәҙәр менеп етте. Ҡан баҫымы нормала, нервылары бына тигән. Һынау аҙағында крафт-аппараттың ҡорос тотҡаһын шундай итеп тартты, хатта прибор бөтөнләй боҙолдо.
– Летчикмы? – тип һораны табип ҡәнәғәтләнеп һәм “А.П. Мересьевтың личное дело”һы мөйөшөнә резолюция һалырға йыйынды.
– Летчик, – тине Мересьев.
– Истребителме?
– Истребитель.
– Улайһа, барығыҙ, эшегеҙҙә булығыҙ. Унда һеҙҙең халыҡ хәҙер, беләһегеҙ, нисек кәрәк!.. Госпиталдә нимә менән яттығыҙ?
Алексей, ҡапыл барыһы ла емерелә башлағанды һиҙеп, ҡаушап ҡалды. Шул арала табип уның “личное дело”һын уҡый башлағайны инде, шәфҡәтле киң йөҙө ғәжәпләнеүҙән һуҙылып китте.
– Аяҡтары киҫелгән... Ниндәй юҡ һүҙ был? Яңылыш яҙғандармы әллә?
– Юҡ, яңылыш түгел.
– Салбар балаҡтарығыҙҙы һыҙғанығыҙ! – Табип сабырһыҙланып бойорҙо.
Алексей әкрен генә салбар балаҡтарын күтәрҙе. Комиссия алдында башын эйеп, ҡулдарын һалындырып, күн протездарҙа баҫып торҙо.
– Нимәгә һуң һеҙ, атаҡай, беҙҙең башты әйләндерәһегеҙ? Аяҡһыҙ авиацияға барырға уйламайһығыҙҙыр бит?
– Мин уйлайым: мин осасаҡмын!
– Һеҙ аҡылдан шаштығыҙмы әллә? Аяҡһыҙ?..
– Эйе, аяҡһыҙ, әммә осасаҡмын!
– Ләкин бының өсөн башта протездарҙы ысын аяҡтар шикелле хәрәкәтләндерергә өйрәнергә кәрәк.
Алексейға көтмәгәндә ярҙам килде.
– Иптәш беренсе рангылағы хәрби табип, һеҙ уның бейегәнен ҡарап тороғоҙ! Ысын аяҡлы кешеләрҙән дә яҡшыраҡ бейей!
– Нисек инде бейей? Ниндәй шайтан был?
Алексей бик шатланып, Зиночканың фекеренә йәбеште:
– Һеҙ әлегә “ярай” тип тә, “ярамай” тип тә яҙмағыҙ. Бөгөн кис беҙгә тансаға килегеҙ. Һеҙ минең оса аласағыма ышанырһығыҙ”. (Борис Полевой. “Ысын кеше тураһында повесть”).
Медицина комиссияһын үткәс, Алексей Сыуашстандағы Ибреси осоусылар мәктәбенә ебәрелә. Февраль айында летчик ауыр яранан һуң беренсе тапҡыр һауаға күтәрелә. Уға осоусылар мәктәбе начальнигы Антон Белецкий ярҙам ҡулы һуҙа (әйткәндәй, уның да уң аяғы киҫелгән була, протезда оса), ваҡытын да, яғыулыҡты ла ҡыҙғанмай. Һауаға күтәрелеү – ергә ултырыу... Һауаға күтәрелеү – ергә ултырыу... Шулай иҫәпһеҙ-һанһыҙ.
Яңынан күктә
Алексей Маресьевтың 18 көн буйына Валдай урмандарында аҙашып йөрөүен генә лә батырлыҡ тип атарға булыр ине. Әммә уның ике аяғын киҫкәндән һуң да күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәүе, бихисап административ һәм медицина кәртәләре аша үтеп, сафҡа баҫыуы таң ҡалдыра.
1943 йылдың июнендә өлкән лейтенант Алексей Маресьев 63-сө гвардия истребителдәр авиация полкына килә. Командир уны күргәс тә ҡысҡыра: “Аяҡһыҙҙар миңә нимәгә? Һине кем алыр?” Эскадрилья командиры Александр Числов алға сыға: “Мин алам!” Алексейҙы Сергей Петровҡа беркетәләр. Һуңынан ул былай тип хәтерләй: “Аяҡһыҙ менән нисек эшләрмен? Һауала үҙемде генә түгел, уны ла һаҡларға тура киләсәк бит! Шунан уның осҡанда ниндәй хәрәкәттәр яһағанын күргәс, тынысландым”.
Башта уны хәрби осоштарға алмайҙар, сөнки Курск алышы алдынан күктә хәл бик көсөргәнешле була. Алексей ныҡ борсола. Эскадрилья командиры А. Числов уның хәленә инә, үҙе менән хәрби осошҡа ала. Бер нисә уңышлы осоштан һуң А. Маресьев һауаға үҙе генә күтәрелә башлай.
1943 йыл, 20 июль. Алексей Маресьев һауа һуғышында ике совет летчигының ғүмерен ҡотҡара, бер юлы ике немец истребителен ергә бәреп төшөрә. Уның батырлығы бөтә 15-се һауа армияһына һәм тотош фронтҡа тарала. Полктан хәбәрселәр өҙөлмәй. Улар араһында 1946 йылдың яҙында донъя күрәсәк “Ысын кеше тураһында повесть” китабының авторы Борис Полевой ҙа була.
Курск дуғаһында Алексей Маресьев иң яҡшы совет летчик-истребителдәренең береһе тигән исемгә хоҡуғын иҫбатлай. Уның ике аяҡһыҙ көйө лә 7 самолетты бәреп төшөрөп, һауалағы еңеүҙәр һанын 11 дошман машинаһына еткереүе таң ҡалдыра. Курск дуғаһындағы алыштарҙан һуң ул шифаханаға ебәрелә, ошонда эскадрилья командиры урынбаҫары, өлкән лейтенант А.П. Маресьев үҙенә Советтар Союзы Геройы исеме бирелеү тураһындағы Указды ишетә.
1944 йылда Алексей инспектор-летчик булырға һәм истребителдәр авиаполкынан Хәрби-һауа көстәренең вуздар идаралығына күсергә ризалыҡ бирә. Летчик үҙе лә осоштарҙа йөкләмәнең артыуын, уларҙы кисереү торған һайын ауырая барыуын йәшермәй. Шул уҡ ваҡытта А. Маресьев хәрби осоштарҙан да баш тартмай, яңы эш урыны тәҡдим иткәстәре лә зарланып йөрөмәй. Һөҙөмтәлә 1944 йылдың июнендә гвардия майоры Алексей Маресьев тәҡдимде ҡабул итә. Илебеҙ йәштәргә ҡиммәтле хәрби тәжрибә бирергә һәләтле тере легенда яугирға ныҡ мохтаж була.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Алексей Маресьев барлығы 86 хәрби осош яһай, 11 немец самолетын бәреп төшөрә: дүртәүһе яраланғансы һәм етеһе – һуңынан. Ул 1946 йылға тиклем – сәләмәтлек торошо буйынса отставкаға сыҡҡанға тиклем – хеҙмәт итә. Элекке летчик-истребитель сәләмәтлегенә ныҡ иғтибар бирә: саңғыла, конькиҙа, велосипедта йөрөй, йөҙә. Куйбышев янындағы шифаханала Волга йылғаһын 55 минутта йөҙөп сығып (2 километр 200 метр) шәхси рекорд ҡуя.
Алексей Маресьев үҙенең һуңғы осоштарын 1950 йыл башында Мәскәүҙәге Хәрби-һауа көстәренең махсус мәктәбендә инструктор сифатында яһай. Аҙаҡ ул самолеттарға бөтөнләй ултырмай. “Мотор геүләүен ишетеү менән, шунда уҡ күҙ алдыма авария килеп баҫа”, – ти. Әйткәндәй, ул самолеты ҡолап төшкән ергә бер тапҡыр ҙа бармай. Александр Морзунов етәкселегендәге “Находка” эҙләү отряды ағзалары истребителдең ҡолаған урынын тапҡас шул асыҡлана: әгәр Алексей Петрович ҡояшҡа юҫыҡланып көнсығышҡа шыуышмаһа, ярҙамды тиҙерәк алыр ине. Сөнки ҡолаған урындан 4 саҡрым көньяҡта Рабежа ауылында 34-се армия идаралығының ярҙамсы пункты һәм 245-се уҡсылар дивизияһының штабы урынлашҡан. Төньяҡта, Русские Новики ауылы янында – тылды һаҡлаусы батальон һәм 34-се армияның төп контроль пункты. Көньяҡтараҡ элемтә линияһы үтә, уны тәүлек әйләнәһенә һаҡлайҙар. Ауыл халҡы летчикты тапҡан ергә барыу өсөн Маресьев һуҡмағы яһаған, “Бында лейтенант Маресьев табылды” тигән таш ҡуйған.
Алексей Петровичтың самолеты менән ни булғаны һаман да сер булып ҡала. Уны бер нисә тапҡыр эҙләп ҡарау һөҙөмтә бирмәй. Эҙләнеүҙәрҙең ауырлығы шунда: летчик контузия арҡаһында ҡайҙа ҡолағанын хәтеренә төшөрә алмай.
А.П. Маресьевтың бөтә тормошо – батырлыҡ. Һуғыштан һуң да ул илебеҙҙең Хәрби-һауа көстәренә бик ҙур файҙа килтерә: буласаҡ летчиктарҙы әҙерләй. Юғары партия мәктәбен тамамлай, тарих фәндәре кандидаты була, “Курск дуғаһында” тигән китап сығара, Кремль стенаһы янындағы Билдәһеҙ һалдат ҡәберендә Мәңгелек ут тоҡандырыуҙа ҡатнаша, СССР халыҡ депутаты итеп һайлана.
1956 йылда Совет (һуңынан Рәсәй) һуғыш ветерандары һәм хәрби хеҙмәт комитеты ойошторолғас, уға отставкалағы полковник А.П. Маресьев етәкселек итә. Башта уға кабинетты икенсе ҡаттан бирәләр, шунан уйлашалар-уйлашалар ҙа тәҡдим итәләр: “Әйҙәгеҙ, Алексей Петрович, беҙ һеҙҙе беренсе ҡатҡа күсерәбеҙ”. Ризалашмай: “Юҡ, икенсе ҡатта ултырасаҡмын”. Һәр ваҡыт таяҡһыҙ йөрөй. Табип: “Алексей Петрович, етмеште ҡыуаһығыҙ бит инде, таяҡ менән йөрөгөҙ”, – тип әйтеп ҡараһа ла, тыңламай.
Данға күмелһә лә, Алексей Маресьев һәр саҡ баҫалҡы кеше булып ҡала, эшенән дә, Герой исеменән дә файҙаланмаҫҡа тырыша. Шәхси тормошона ҡағылған бер осраҡты иҫәпкә алмағанда. Һуғыш тамамланыр алдынан Хәрби-һауа көстәренең Төп штабында ул һылыу ҡыҙҙы осрата. Янына барырға ҡыймай: беренсенән, ғәриплегенән ояла, икенсенән, кейәүҙәлер тип уйлай. Ул Галина Викторовнаның ғаилә хәлен асыҡлар өсөн кадрҙар бүлегенә мөрәжәғәт итә. Бер айҙан ҡыҙға кейәүгә сығырға тәҡдим яһай. Улар оҙон бәхетле тормош кисерә. Ғаиләлә ике ул – Виктор менән Алексей тыуа. Малайҙарҙың береһе лә атаһының юлынан китмәй. Өлкәне автомобилдәр менән мауыға, инженер, атаһы хаҡында интервьюлар бирә. Ә бала саҡтан уҡ инвалид кесеһе һауа тураһында уйлай ҙа алмай, атаһы үлгән йылда йөрәге тибеүҙән туҡтай.
Улы Виктор Алексеевич хәтирәләренән:
– Уға КПСС Үҙәк Комитетында илле йәшенә инвалидтарға тейешле “Запорожец” урынына “Москвич” бүләк итмәксе булалар. Завод директоры шылтыратып маҡтана: “Беҙ һеҙгә бик уңайлы ҡул менән идара итеү ҡуйҙыҡ”. Атайым асыуынан шартлай яҙа: “Тағы ниндәй ҡул менән идара итеү! Минең аяҡтарым юҡмы әллә?!”. КПСС Үҙәк Комитетында иһә атайыма былай тиҙәр: “Һеҙ ни өсөн “Запорожец” һорайһығыҙ? Серпухов янында мотоколяскалар сығарыу өсөн махсус ҡеүәттәр төҙөнөләр. Инвалидтарға ни өсөн машина? Беҙ уларға мотоколяскалар бирәбеҙ”. Атайым өҫтәлдә ятҡан указканы ала ла протездарына һуғырға тотона, ҡысҡыра: “Бына ни өсөн!” 75 йәшенә ҡәҙәр машинаны үҙе йөрттө. Ғүмере буйы протездарҙың бер генә моделен файҙаланды. “Витька, шырпы, көнбағыш майы, мамыҡ килтер”, – ти миңә. “Ботинкаларын” һала ла май һөртөргә керешә.
2001 йылдың 18 майында Рәсәй армияһы театрында А.П. Маресьевҡа 85 йәш тулыу уңайынан тантаналы кисә билдәләнә. Ҙур залға йыйылыусылар сәхнәгә юбилярҙың сығыуын көтә. Ут һүнә. Шаршау урынында ҡала. 5 минут үтә... 10... 15... Залда тынлыҡ. 20 минуттан һуң әкрен генә шаршау асыла. Кисәне ойоштороусыларҙың береһе микрофон янына килеп ҡайғылы тауыш менән бер сәғәт элек Алексей Петровичтың вафат булыуын иғлан итә. Байрам хәтер кисәһенә әйләнә, әммә бер минутлыҡ тынлыҡ оҙаҡҡа һуҙыла...
Алексей Маресьев хөрмәтенә монументтар ҡуйылған, бик күп ҡалаларҙа исемен йөрөткән урамдар, хатта планета ла бар. Уны кинематограф та урап үтмәй. СССР заманында уҡ нәфис фильм экрандарға сыға. Режиссер летчиктың үҙен төшөрөргә уйлаһа ла, төп ролде Павел Кадочников уйнай. 2005 йылда документаль картина төшөрөлә. Ошо уҡ йылдың 23 февралендә Геройҙың Мәскәүҙәге Новодевичье зыяратындағы ҡәберендә тантаналы шарттарҙа һәйкәл асыла. Бер йылдан һуң, тыуыуына 90 йыл тулған көндә, тыуған ҡалаһы Камышинда ҡыйыу летчикка бронза һәйкәл ҡуйыла, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Маресьев залы бар. Камышиндағы Геройҙың һәйкәле торған үҙәк урам Маресьев бульвары тип үҙгәртелә. Исеме Орел ҡалаһының 13-сө мәктәбенә бирелгән.
“Мин легенданан түгел, мин тормоштан”
Орел һуғышы беҙҙең еңеү менән тамамланған көндәрҙә 63-сө гвардия истребителдәр авиация полкы летчиктары туғыҙ көндә немецтарҙың 47 самолетын бәреп төшөрә. Хатта Ҡыҙыл Армия көслө һөжүм иткән көндәрҙә лә бындай еңеү сиктән тыш ваҡиға булып ишетелә. Летчиктарҙың батырлығы хаҡында “Правда” гәзитенә яҙыу теләге менән Борис Полевой полкка юллана.
“Ул лампаның фителен төшөрҙө лә сисенә башланы. Ниндәйҙер ауыр әйбер иҙәнгә шапылдап төштө. Мин боролоп ҡараным, үҙем күргәнгә үҙем ышанманым. Ул иҙәндә аяҡтарын ҡалдырҙы. Аяҡһыҙ летчик! Летчик-истребитель! Бөгөн генә ете мәртәбә осҡан һәм ике самолет бәреп төшөргән летчик! Был һис мөмкин булмаған хәл ине.
– Әлегәсә һиҙмәнегеҙме ни?
– Башыма ла килмәне.
– Нисек, ҡасан булды, тип һораша башлаһалар, йән асыуҙарым сыға. Ә бына хәҙер барыһы ла бер юлы иҫемә төштө. Һеҙ сит кеше, иртәгә һаубуллашырбыҙ, шунан һуң, моғайын, күрешмәбеҙ ҙә... Теләйһегеҙме, мин һеҙгә аяҡтарымдың тарихын һөйләп бирәм”. (Борис Полевой. “Ысын кеше тураһында повесть”).
Ләкин, вәғәҙә бирһә лә, Б. Полевой очеркты тиҙ генә яҙа алмай. Әллә нисә тапҡыр башлап, әллә нисә тапҡыр ташлай. Яҙған береһе Алексей Маресьев тормошоноң тоноҡ бер күләгәһе булып күренә.
Борис Полевой Нюрнбергтағы халыҡ-ара хәрби трибунал ултырышында ҡатнаша. Герман Герингтан һорау алыу тамамланып килә.
“– Советтар Союзына хыянатсыл баҫып инеп, бик ҙур енәйәт эшләүегеҙҙе таныйһығыҙмы? – тип һораны совет ғәйепләүсеһе Роман Руденко Герингтан.
– Был – енәйәт түгел, был – үкенесле яңылышыу. – Геринг күҙҙәрен түбән төшөрҙө лә, тоноҡ тауыш менән яуап бирҙе. – Мин бары шуны ғына таный алам: беҙ дыуамаллыҡ эшләнек, сөнки беҙ, һуғыш ваҡытында билдәле булғанса, күп нәмәне белмәнек, күп нәмә хаҡында уйлап та ҡараманыҡ. Иң мөһиме, беҙ совет кешеләрен белмәнек, уларҙы аңламаныҡ. Улар беҙҙең өсөн йомаҡ булды һәм хәҙер ҙә йомаҡ булып ҡала. Советтарҙың ысын хәрби һәләтен иң яҡшы шпиондар ҙа фаш итә алмай. Мин пушка, танк, самолеттар һаны тураһында әйтмәйем. Уларҙы беҙ сама менән белә инек. Һүҙем сәнәғәт көсө хаҡында һүҙем. Мин кешеләр тураһында әйтәм. Ә рус кешеһе сит ил кешеләре өсөн һәр ваҡыт йомаҡ булып килде. Рус кешеһен Наполеон да аңламаны. Беҙ бары тик Наполеондың яңылышлығын ҡабатланыҡ”. (Борис Полевой. “Ысын кеше тураһында повесть”).
Шул ваҡыт ҡапыл Б. Полевойҙың иҫенә Алексей Маресьев килеп төшә. Уның ярым онотолған образы ошо ҡырыҫ имән залда яҙыусының күҙ алдына ап-асыҡ булып килеп баҫа. Ошонда, дошмандың бишеге Нюрнбергта, Кейтель армияһын ҡыйратҡан, Герингтың һауа флотын сәнселдергән, Редерҙың караптарын диңгеҙ төптәренә батырған, Гитлерҙың юлбаҫар хөкүмәтен тар-мар иткән миллиондарса совет кешеләренең береһе хаҡында һөйләп биргеһе килә.
Борис Полевойҙың китабы арҡаһында Алексей Маресьев кешеләрҙең аңына “ысын кеше” өлгөһө булараҡ инеп ҡала. “Маресьев, һин легендар кеше!” – тиһәләр, ул был маҡтауҙан ҡасырға тырыша: “Һеҙ минән нимә яһанығыҙ? Мин ниндәй легендар булайым?! Ватанды бер мин генә һаҡланыммы ни?” Дуҫтары уны инандыра: “Леша, Полевой тап бына һинең хаҡта “Ысын кеше тураһында повесть” яҙған. Һин данлы кешегә әйләндең. Әммә шул сәбәпле кешеләргә ярҙам итәһең”. Шулай ҙа ул үҙен баҫалҡы тота: “Мин легенданан түгел, мин тормоштан”. Журналистарҙың “фронтта һалдаттар “ғүмерҙәрен ҡыҙғанмай һуғышты” тигән күп тапалған һүҙҙәренә ҡаршы төшә. “Беҙ ғүмерҙәребеҙҙе ҡыҙғанмаҫҡа фанатиктар түгел. Бында икенсе нәмә! Ватан, уның азатлығы, яҡын кешеләребеҙҙең именлеге бөтәһенән дә өҫтөн торҙо! Тап бына шуның өсөн фронтовиктар һынау ғазаптарын ҡабул итте, үҙ-үҙен ҡорбан итергә әҙер булды. Беҙ тағы ла дошманға ҡаршы һуғышыуҙы дауам итергә, уны еңергә теләнек”.
Нисек кенә яҙғы килмәһә лә, Герой яҙыусыға асыу тота. “Кәрәген һүрәтләмәгән, дөрөҫ күрһәтелмәгән”. Әҫәрҙәге ысынбарлыҡҡа тап килмәгән урындарҙы белгән летчикка уңайһыҙ булғандыр, күрәһең. Сөнки повестың геройы Мересьев фамилияһын йөрөтә; әҙәби персонаж терпе ашай; аяҡһыҙ летчик фронтҡа ҡайтыу менән оса башлай; Оля менән мөхәббәте Полевой тарафынан уйлап сығарылған. Яҙыусы, алдан һиҙенгәндәй, әҫәрҙең “Һуңғы һүҙ”ендә был хаҡта әйтеп үтә: “Мин үҙ ваҡытында күбеһен яҙып өлгөрә алманым, дүрт йыл эсендә күбеһе хәтерҙән сығып бөттө. Ул саҡта күбеһен, тыйнаҡлығы арҡаһында, Алексей Маресьев һөйләмәй ҡалдырҙы. Уйланырға, өҫтәргә тура килде. Ул төндә Маресьев дуҫтары тураһында бик йылы һәм асыҡ итеп һөйләгәйне, уларҙың да портреттары хәтерҙә туҙып бөттө. Уларҙы яңынан эшләргә тура килде. Факттарҙың барыһын да тап ул һөйләгәнсә алырға мөмкин булмағанлыҡтан, мин геройҙың фамилияһын әҙ генә үҙгәртә төштөм. Уға юлдаш булыусыларға, батырлығының ҡыйын юлында ярҙамлашыусыларға яңы исемдәр бирҙем. Әгәр улар әҫәремдә үҙҙәрен таныһалар, миңә үпкәләй күрмәһендәр”.
Повесть журналда баҫылғас, радионан уҡылғас, бер көн иртән яҙыусының өйөндә телефон шылтырай.
– Мин һеҙҙең менән осрашырға теләр инем.
– Ә мин кем менән һөйләшәм әле?
– Гвардия майоры Алексей Маресьев менән.
Бер нисә сәғәттән улар осраша.
– ...Кисә өйҙә уҡып ултырам, радио һөйләй, уҡыу менән мауыҡҡанлыҡтан, нимә тапшырғандарын тыңламайым. Ҡапыл тулҡынланған әсәйем яныма килде лә радиоға күрһәтте: “Тыңла, улым, был бит һинең хаҡта”. Тыңланым – дөрөҫ, минең хаҡта: минең менән ни булғанын тапшыралар. Ғәжәпләндем: кем яҙҙы икән? Был хаҡта берәүгә лә һөйләгәнем юҡ һымаҡ. Көтмәгәндә Орел янында осрашыуыбыҙ, землянкала төнө буйы һөйләп һеҙҙе йоҡлатмауым иҫкә төштө... Был күптән, өс йыл элек тиерлек булды, тип уйлайым... Өҙөк уҡынылар, авторын атанылар, һеҙҙе эҙләп табырға булдым...
Повесть мәктәпте тамамлаусы һәр уҡыусы уҡырға тейеш “Донъяны таң ҡалдырған 100 китап” исемлегенә индерелгән. Ул совет илендә генә түгел, унан ситтә лә ҙур популярлыҡ яулай. Совет летчигының легендар батырлығы өсөн генә түгел. Хатта ҡаһарманлыҡ дәреслеге булған өсөн дә түгел. Ә кеше булдыра алмаҫлыҡ шарттарҙа Кеше булып ҡалған өсөн.
Читайте нас: