Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
31 Март 2020, 22:30

Бөтә донъяның йәмен алып китте

Йөрәккәйен фотоға йыш-йыш төшөрөп барҙы ул.

Әсмә сәй эсеп ултырған еренән, йөрәккәйенең стенала торған фото­һүрәтен күреп, тыйыла алмай илап ебәрҙе. Ауыҙына ҡапҡан печеньеһына төйөлөп, шаҡтай ваҡыт ғазапланды. Бер сама тынысланғас, фотоны ҡулына алып, аҡыллыһын яратып алды, битенән үпте.
– Бер бөртөгөмдө! Шул тиклем аҡыллы ине бит ул. Әрәм генә булды. Ни бары ун йәшендә... – Әсмәнең күҙе йәштәре йәнә сөбөрләне.
Был тиклем ҡайғынан ҡатын һығы­лып төштө. Әйтерһең, көтмәгәндә өҫтөнә ҡая ишелде лә уны иҙгесләп-ботарлап ташланы. Йөрәккәйе, бәғер­кәйе өҙөлдө, көнө менән төнө буталды, ашауҙан яҙҙы.
Бигерәк йонсоп, ҡыҙғаныс хәлдә китте шул. Тәүҙә берәм-берәм тештәре ҡойолдо, унан күҙе һуҡырайҙы. Тора-бара бөтөнләй ашауҙан яҙҙы. Үҙе лә йөрәккәйе артынан саҡ теге донъяға китмәй ҡалды. Ярай әле ваҡытында туғандары килеп сығып, иҫһеҙ ятҡан ерендә тап итеп, “Ашығыс ярҙам” саҡырған.
Инде бына матурының уны ташлап китеүенә өс ай тулып та килә. Ваҡыт ҡайғыны дауалай тигәндәре буш һүҙ икән. Әсмә көндән-көн уны нығыраҡ юҡһына. Фатирҙағы бөтә нәмә уны хәтерләтә.
Ике бүлмәле фатир бары уның әйберҙәре менән тулған. Бөтә донъя­ның йәмен алып китте шул. Әсәһе бигерәк бәғерһеҙ бит әле. Нимә ти бит:
– Кит, тапҡанһың хәсрәт. Шуның өсөн дә күҙ йәше түгеп ултырсы әле, кеше көлдөрөп. Берәү булһа, анһат ҡына ҡотолғанына ҡыуанып бөтә алмаҫ ине. Ә һин әҙәм аптыратып, шыңшып ултыраһың...
Унан Әсмә стенала теҙелеп киткән фотоларға күҙ һалды. Йөрәккәйен фотоға йыш-йыш төшөрөп барҙы ул. Бына быныһын өйгә алып ҡайтҡан тәүге көндә төшөргәйне. Бигерәк бәләкәй – өс айлыҡ ҡына ине шул. Ана бит ниндәйен мөлдөрәп ҡарап тора. Әсәһенән, туғандарынан айырылыуы еңел булмағандыр. Ул бар­ғанда пыр туҙып уйнап йөрөйҙәр ине. Ҡайтҡансы иланы. Уның тауышынан Әсмәнең йөрәге һыҡраны, бахыр, кемгә лә әсәһе менән айырылыуы еңел түгел инде. Үҙе бит инде, унынсы класты бөтөп, ҡалаға сығып киткәс, уҡырға ингән еренән кире ҡайтты ла китте. Ә ул сабый ғына ине. Ҡайтҡас та әле көйһөҙләнеп илап бер булды. Ашаманы, эсмәне. Уның өсөн үҙе бер ҡайғырҙы. Бер заман бәпес кенәһе ауырып китте, температураһы күтә­релде. Фатирына табиптарҙы саҡы­рып, көскә әҙәм итеп алғайны. Теге фотоны теүәл бер йәше тулғас төшөрҙө...
Әсмә йөрәккәйенең кейемдәрен тотоп, яратып-яратып, үбеп-үбеп алды. Унан йәнә балауыҙ һыҡты. Кеше бала­һы кеймәгәнде кейҙерҙе, әҙәм балаһы ашамағанды ашатты. Бынау тәпеш­кәһен сит илдән алып ҡайтты, ә теге ҡышҡы комбинезонын Италияға бар­ғанында тапты. Бигерәк матур ине, йәл, бер генә ҡыш кейеп ҡалды...
Бер аҙҙан Әсмә тағы ла үкһей ине. Ҡулына берҙән-бер этенең йылы кофтаһын тотҡайны ул...
Читайте нас: