Шоңҡар
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
25 Май 2020, 21:15

Индоутка аҫрау отошло

Бәпкәләргә йыртҡыс ҡоштар ҙа һөжүм итеп йөҙәтмәй

Һуңғы йылдарҙа күптәр индоутка аҫрай башланы. Халыҡ фекеренсә, уның ите өйрәктекенән тәмлерәк, майһыҙ һәм диетик булыуы менән отош­ло. Йомортҡалары ла ашарға яраҡлы һәм файҙалы. Ҡош ҡышҡы һыуыҡҡа сыҙам, йылытыла торған һарайға мохтаж түгел. Ҡышын уның өсөн иң мөһиме – ҡоро иҙән.
Индоутка – аҙыҡҡа талымһыҙ ҡош. Күп булмаһалар, кәрәкле аҙыҡты мөмкин ҡәҙәр аҙыраҡ һатып алып, өҫтәлдәге һәм баҡсалағы ҡалдыҡ-боҫтоҡ менән дә туйындырырға була.
Өйрәктәрҙән айырмалы булараҡ, йылға-күлдәр ҙә кәрәкмәй, уларға эсәр өсөн ҡуйған һыу ҙа етә. Улар күп ауырыу­ға бирешеп бармай, иммунитеты көслө.
Һәр береһе йылына яҡынса йөҙләп (70 грамға тиклем) йомортҡа һалырға мөмкин. Бер ултыра торған индоутка йомортҡаларының яртыһынан күберәге­нән “малайҙар” тыуа, ике ай эсендә был ҡоштарҙың ауырлығын ике килограмдан арттырырға мөмкин. Аталарыныҡы – биш-алты, инәләренеке өс килограмға тиклем етә.
Индоутҡа яҡшы баҫа, үҙенең генә түгел, тауыҡ, ҡаҙ, күркә йомортҡаларынан да бәпкә һәм себештәр сығара ала. Был ҡоштар сағыштырмаса тауышһыҙ булып һанала. Үҙҙәре йәшәгән биләмәне яҡшы беләләр, бәпкәләрен йыраҡҡа алып йөрөмәйҙәр, шуға күрә уларҙы юғалтмай тиерлек. Бәпкәләргә йыртҡыс ҡоштар ҙа һөжүм итеп йөҙәтмәй.
Индоутканы ит өсөн генә үҫтергәндә, инә ҡоштарҙы башҡа теләһә ниндәй тоҡом менән ҡушылдырырға мөмкин. Тоҡом шаҡтай ҙур (дүрт килограмға ҡә­ҙәр), ләкин нәҫел ҡалдырырға һәләтһеҙ була. Быларҙың барыһы ла индоуткалар­ға хас кәмселектәрҙе артығы менән ҡаплап китә. Кәмселектәргә килгәндә, йомортҡанан бәпкә сығыуының оҙаҡҡа һу­ҙылыуын (33-35 көн), ит өсөн үҫтереү­ҙең шаҡтай ваҡыт талап итеүен (11-12 аҙна), шулай уҡ йомортҡа һа­лыуҙың цикл­лы булыуын (яҙын һәм көҙөн) әйтергә мөмкин.
Ишек алдының таҙалығын һаҡлап торорға кәрәк. Әлеге ҡыҙыҡһыныусан һәм бар нәмәне ашарға әҙер ҡоштар өсөн ваҡ тимер киҫәктәре кеүек әйберҙәр ҡурҡыныс тыуҙыра. Йөн ҡойоу ай ярым – ике ай дауам итә. Шуға индоуткаларҙы һуйыуҙың беренсе ваҡыты 13-сө аҙнанан да һуң булмаҫҡа тейеш. Ә икенсеһе 20 – 24 аҙнанан ғына башлана.
Читайте нас: