Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
21 Июль 2020, 14:05

Аҡсам артһын тиһәң...

Аҡса беҙҙән үҙенә ҡарата иғтибар һәм ихтирам талап итә. Уға ҡарата һәр ваҡыт позитив мөнәсәбәт булдырырға кәрәк, хатта етмәгән осраҡта ла мәрхәмәтле булып, һәр тиндең һеҙҙең көнкүрешегеҙгә килеп инеүенә рәхмәт әйтегеҙ.Аҡсаны беҙ күпселек ҡайҙа һаҡлайбыҙ? Кемдер – кейем шкафында, кемдер – матрац аҫтында. Белгегеҙ килһә, иң уңайлы һәм иң дөрөҫ урын аш-һыу бүлмәһендә, һыуытҡыста икән. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки һыуытҡыс беҙҙең аҙыҡ-түлекте һаҡлай, шуға ла аҡса һаҡлау өсөн ҡулай энергия тап бында, баҡһаң.Өйөгөҙҙә унда-бында тәгәрәп йөрөгән бер, биш, ун, илле тинлектәрҙе йыйып бер урынға һалып барырға була. Йәки алғы бүлмәгә тәрилкә ултыртып ҡуйып, көн дә кеҫәгеҙҙәге тинлектәрҙе өҫтәп торорға мөмкин. Был ябай ғына күренештәр һеҙҙең өйөгөҙгә көн дә аҡса килеп тороуына булышлыҡ итер. Тинлектәр күбәйгән һайын, ғаилә бюджетындахәл яҡшырыр. Фэн-шуй белгестәре өйгә аҡса, байлыҡ йәлеп итер өсөн төрлө бетеүҙәр (талисмандар) алырға кәңәш итә. Мәҫәлән, иң популяр бетеү булып ауыҙына тәңкә ҡапҡан өс аяҡлы әрмәнде һанала. Уны күпселек эш өҫтәленә ултыртып ҡуялар.Хәҙер янсығыбыҙҙың эсенә байҡау яһайыҡ. Ҡағыҙ аҡсалар таушалып, бөкләнеп, тәртипһеҙ рәүештә тинлектәр менән бер рәттә яталармы? Был дөрөҫ түгел! Аҡса бөхтәлекте ярата. Ҡағыҙ менән тимер аҡсаларҙың бергә ятыуы уларҙы хурлай. Ҙурыраҡ купюраларҙы дәрәжәләренә ҡарап, тәҫләп айырып һалыуҙы ғәҙәткә индерегеҙ. Шулай уҡ бүтән илдәрҙең аҡсаларына (евро, доллар һ.б.) айырым урын әҙерләгеҙ. Аҡсаның йөҙө һеҙгә ҡарап ятһын. Һәм, әлбиттә, көшөлөктәрегеҙҙе бер ваҡытта ла буш ҡалдырмағыҙ. Унда һәр ваҡыт берәй “бәхетле тәңкә” көшөлөккә аҡса йәлеп итеп, “мая төбө” рәүешендә муллыҡтың һәм етешлектең талисманы булып ҡалһын. Уны бик кәрәк булғанда ла тотонмағыҙ.Магазинда әйбер һатып алғанда ҡағыҙ аҡсаны асып бирмәгеҙ, үҙегеҙҙән энергияны ҡасырырһығыҙ. Аҡсаны бөкләп, бөкләнгән яғын алға ҡаратып бирер кәрәк. Ә инде һатыусы ҡайтарған сдачаны уның ҡулынан түгел, мотлаҡ махсус ултыртылған тәрилкәнән алыу кәрәк. Шул рәүешле һеҙ үҙегеҙгә кешеләрҙең кире энергияһын эләктереүҙән һәм улар менән тура бәйләнештән ҡасаһығыҙ. Әгәр ҙә аҡсалар ергә һибелеп китә икән, мотлаҡ уң ҡул менән йыйып алырға кәңәш ителә.Шулай уҡ бурысҡа биреүҙең дә үҙ ҡағиҙәләре бар: кешегә аҡса биргәндә уң ҡул менән биреп, ул кире ҡайтарғанда һулы менән алыр кәрәк, йәғни сәғәт телдәре буйлап аҡса һеҙҙә әйләнеп йөрөһөн. Шулай уҡ яңы ай тыуған ваҡытта үтескә алып, тулған сағында бурысты ҡайтарыу ҙа кешенең матди йәһәттән байығыуына булышлыҡ итер. Һәм биргән саҡта эстән генә мин бай, һинең дә бай булыуыңды теләйем, тип әйтеп бирегеҙ.Шишәмбе көн кешенән бурысҡа аҡса алмағыҙ, дүшәмбе үҙегеҙ бирмәгеҙ. Эш хаҡын алған көндө бер тинегеҙҙе лә тотонмаҫҡа кәңәш ителә. Килгән аҡсалар бер төн һеҙҙә йоҡлаһын. Шунан ғына кәрәкле ерҙәргә тотона башларға мөмкин.Халыҡта ла бит элек-электән уларға бәйле күп юрамыштар йәшәп килә. Мәҫәлән, кискеһен кешегә аҡса бирергә ярамай, биргән осраҡта иҙәнгә һалып, тапап бирәләр. Өйҙә һыҙғырырға ярамай, аҡса булмай һ.б.

Аҡса беҙҙән үҙенә ҡарата иғтибар һәм ихтирам талап итә. Уға ҡарата һәр ваҡыт позитив мөнәсәбәт булдырырға кәрәк, хатта етмәгән осраҡта ла мәрхәмәтле булып, һәр тиндең һеҙҙең көнкүрешегеҙгә килеп инеүенә рәхмәт әйтегеҙ.
Аҡсаны беҙ күпселек ҡайҙа һаҡлайбыҙ? Кемдер – кейем шкафында, кемдер – матрац аҫтында. Белгегеҙ килһә, иң уңайлы һәм иң дөрөҫ урын аш-һыу бүлмәһендә, һыуытҡыста икән. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки һыуытҡыс беҙҙең аҙыҡ-түлекте һаҡлай, шуға ла аҡса һаҡлау өсөн ҡулай энергия тап бында, баҡһаң.
Өйөгөҙҙә унда-бында тәгәрәп йөрөгән бер, биш, ун, илле тинлектәрҙе йыйып бер урынға һалып барырға була. Йәки алғы бүлмәгә тәрилкә ултыртып ҡуйып, көн дә кеҫәгеҙҙәге тинлектәрҙе өҫтәп торорға мөмкин. Был ябай ғына күренештәр һеҙҙең өйөгөҙгә көн дә аҡса килеп тороуына булышлыҡ итер. Тинлектәр күбәйгән һайын, ғаилә бюджетындахәл яҡшырыр. Фэн-шуй белгестәре өйгә аҡса, байлыҡ йәлеп итер өсөн төрлө бетеүҙәр (талисмандар) алырға кәңәш итә. Мәҫәлән, иң популяр бетеү булып ауыҙына тәңкә ҡапҡан өс аяҡлы әрмәнде һанала. Уны күпселек эш өҫтәленә ултыртып ҡуялар.
Хәҙер янсығыбыҙҙың эсенә байҡау яһайыҡ. Ҡағыҙ аҡсалар таушалып, бөкләнеп, тәртипһеҙ рәүештә тинлектәр менән бер рәттә яталармы? Был дөрөҫ түгел! Аҡса бөхтәлекте ярата. Ҡағыҙ менән тимер аҡсаларҙың бергә ятыуы уларҙы хурлай. Ҙурыраҡ купюраларҙы дәрәжәләренә ҡарап, тәҫләп айырып һалыуҙы ғәҙәткә индерегеҙ. Шулай уҡ бүтән илдәрҙең аҡсаларына (евро, доллар һ.б.) айырым урын әҙерләгеҙ. Аҡсаның йөҙө һеҙгә ҡарап ятһын. Һәм, әлбиттә, көшөлөктәрегеҙҙе бер ваҡытта ла буш ҡалдырмағыҙ. Унда һәр ваҡыт берәй “бәхетле тәңкә” көшөлөккә аҡса йәлеп итеп, “мая төбө” рәүешендә муллыҡтың һәм етешлектең талисманы булып ҡалһын. Уны бик кәрәк булғанда ла тотонмағыҙ.
Магазинда әйбер һатып алғанда ҡағыҙ аҡсаны асып бирмәгеҙ, үҙегеҙҙән энергияны ҡасырырһығыҙ. Аҡсаны бөкләп, бөкләнгән яғын алға ҡаратып бирер кәрәк. Ә инде һатыусы ҡайтарған сдачаны уның ҡулынан түгел, мотлаҡ махсус ултыртылған тәрилкәнән алыу кәрәк. Шул рәүешле һеҙ үҙегеҙгә кешеләрҙең кире энергияһын эләктереүҙән һәм улар менән тура бәйләнештән ҡасаһығыҙ. Әгәр ҙә аҡсалар ергә һибелеп китә икән, мотлаҡ уң ҡул менән йыйып алырға кәңәш ителә.
Шулай уҡ бурысҡа биреүҙең дә үҙ ҡағиҙәләре бар: кешегә аҡса биргәндә уң ҡул менән биреп, ул кире ҡайтарғанда һулы менән алыр кәрәк, йәғни сәғәт телдәре буйлап аҡса һеҙҙә әйләнеп йөрөһөн. Шулай уҡ яңы ай тыуған ваҡытта үтескә алып, тулған сағында бурысты ҡайтарыу ҙа кешенең матди йәһәттән байығыуына булышлыҡ итер. Һәм биргән саҡта эстән генә мин бай, һинең дә бай булыуыңды теләйем, тип әйтеп бирегеҙ.
Шишәмбе көн кешенән бурысҡа аҡса алмағыҙ, дүшәмбе үҙегеҙ бирмәгеҙ. Эш хаҡын алған көндө бер тинегеҙҙе лә тотонмаҫҡа кәңәш ителә. Килгән аҡсалар бер төн һеҙҙә йоҡлаһын. Шунан ғына кәрәкле ерҙәргә тотона башларға мөмкин.
Халыҡта ла бит элек-электән уларға бәйле күп юрамыштар йәшәп килә. Мәҫәлән, кискеһен кешегә аҡса бирергә ярамай, биргән осраҡта иҙәнгә һалып, тапап бирәләр. Өйҙә һыҙғырырға ярамай, аҡса булмай һ.б.
Читайте нас: