Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
26 Июль 2020, 19:40

Ниндәй янсыҡ һайларға?

Янсыҡты нисек дөрөҫ һайларға? Аҡса янсыҡтарының төрлөһө була: күн, замш, яһалма. Әммә бөтәһенең дә функцияһы бер – аҡса һаҡлау. Арзанлы, ҡулдан һатылған янсыҡтарҙы алырға кәңәш ителмәй. Сөнки арзанлы көшөлөк ярлылыҡ энергияһын йәлеп итә. Эре купюраларҙың унда килеп инеү ышанысы бөтөнләй юҡ. Артыҡ ныҡ ҡиммәт булмаһа ла, яҡшы ғына, әммә эре һәм ваҡ купюраларҙы, тинлектәрҙе айырым һаҡларлыҡ кеҫәләре булған янсыҡтар һатып алыу отошло. Әгәр ҙә көшөлөк һатып алыр өсөн ҙур ғына сумма сығарҙығыҙ икән, был аҡсалар барыбер һеҙгә кире әйләнеп ҡайтасаҡ. Әйтте, тиерһегеҙ!Күптәр яҡын кешеһенең – иренең, балаһының һ.б. – фотоһын янсығына һалып йөрөтөүсән. Ә был күренеш фотолағы кешегә кире йоғонто яһауы бар, шул уҡ ваҡытта кешенең материаль хәле һеҙҙең көшөлөк арҡаһында (ул буш саҡта!) хөртәйеп китеүе лә ихтимал. Шулай уҡ, янсыҡтарыбыҙҙа иҫке талондар, чектар, билеттар, телефон номеры яҙылған ҡағыҙ остоҡтары ятҡан янсыҡҡа аҡса килеп инергә тырышмай. Йәки башҡа әйберҙәр һаҡлай торған ғәҙәте бар. Иң һәйбәте – көшөлөкте үҙегеҙгә һатып алыу түгел, ә берәйһенең һеҙгә бүләк итеүе. Бүләк иткән саҡта был кешенең аҡсаһы күп булһын өсөн, уны буш бирмәй, эсенә ҙур булмаған күләмдәге аҡса һалып биреү был кешегә материаль уңыштар килтерер.Ә көшөлөктөң төҫтәренә килгәндә, һыуҙы хәтерләткән күк, зәңгәр, йәшел төҫлө янсыҡтарҙан аҡса ағып сығып китәсәк. Ә инде асыҡ ҡыҙыл төҫлө күн янсыҡтар аҡса өҫтәлеүенә булышлыҡ итә. Лакланған ҡыҙыл күн янсыҡ һатып алыу бигерәк тә отошло булыр.Хәҙер магазиндарҙа көшөлөк һатып алғанда һайлау мөмкинлеге ҙур. Кешенең тыуған көндәренең датаһына ҡарап, кемгә ниндәй төҫтәгеһе тап килеүен белергә була. Әгәр һеҙ тыуған көнөгөҙ 1–9 һандары арауығына тап килә икән, түбәндәге төҫтәр һайлау отошло.1. һары, ҡыҙғылт һары, алтын, бронза төҫтәрендәге;2. аҡ, йәшел;3. зәңгәр, зәңгәр күк;4. һоро, буҙ, аҡһыл күк;5. аҡ, һоро, һары;6. зәңгәр, күк, йәшел, алһыу;7. сирень төҫө, күк, йәшел, алһыу;8. ҡара, күк, ҡара йәшел;9. ҡыҙыл. Әгәр тыуған көнөгөҙ 10-нан алып 31-нә тиклем тура килһә, ҙурыраҡ һандан бәләкәйерәген алабыҙ, мәҫәлән, 28 февраль икән 8-2=6 (зәңгәр, күк, йәшел, алһыу). Айҙың 11-се һәм 22-се көндәрендә тыуыусылар йәндәре теләгән аҡса йәлеп итерлек төҫтәге көшөлөктәр һайлай ала. Ә иң һәйбәте – барлыҡ йылығыҙҙы, энергияғыҙҙы биреп үҙегеҙ теккән аҡса янсыҡтары. Уларҙы бәрхәттән, барсанан, велюр туҡымаларынан эшләп, алтын, көмөш төҫөндәге ептәр менән тегеп, ялтыр стразалар менән биҙәү һеҙгә байлыҡ һәм муллыҡ йәлеп итәсәк. Шулай уҡ тағы ла бер ябай ғына сер асам: өйҙә йөрөгәндә иҫке халаттар, тубығы йыртылған джинсылар, һуҙылған футболкалар кейеп йөрөү ярлылыҡты саҡырып торор. Шуға күрә лә эстән дә, тыштан да үҙең өҫтөндә эшләү зарур. Затлы әйберҙәр, ҡыйбатлы машиналар тураһында хыял итеп, күҙ алдыңа килтереп, миллионер итеп тойоғоҙ! Йыһан да шул ваҡыт һеҙгә яраҡлашып, теләктәрегеҙҙе тормошҡа ашырыр. Әлбиттә, был теория бер кем тарафынан да иҫбатланмаған. Әммә үҙ яҙмышына битараф булмаусылар бик теләгәндә һәм тырышҡанда тормошон үҙгәртә алалыр.

Янсыҡты нисек дөрөҫ һайларға?

Аҡса янсыҡтарының төрлөһө була: күн, замш, яһалма. Әммә бөтәһенең дә функцияһы бер – аҡса һаҡлау. Арзанлы, ҡулдан һатылған янсыҡтарҙы алырға кәңәш ителмәй. Сөнки арзанлы көшөлөк ярлылыҡ энергияһын йәлеп итә. Эре купюраларҙың унда килеп инеү ышанысы бөтөнләй юҡ. Артыҡ ныҡ ҡиммәт булмаһа ла, яҡшы ғына, әммә эре һәм ваҡ купюраларҙы, тинлектәрҙе айырым һаҡларлыҡ кеҫәләре булған янсыҡтар һатып алыу отошло. Әгәр ҙә көшөлөк һатып алыр өсөн ҙур ғына сумма сығарҙығыҙ икән, был аҡсалар барыбер һеҙгә кире әйләнеп ҡайтасаҡ. Әйтте, тиерһегеҙ!
Күптәр яҡын кешеһенең – иренең, балаһының һ.б. – фотоһын янсығына һалып йөрөтөүсән. Ә был күренеш фотолағы кешегә кире йоғонто яһауы бар, шул уҡ ваҡытта кешенең материаль хәле һеҙҙең көшөлөк арҡаһында (ул буш саҡта!) хөртәйеп китеүе лә ихтимал. Шулай уҡ, янсыҡтарыбыҙҙа иҫке талондар, чектар, билеттар, телефон номеры яҙылған ҡағыҙ остоҡтары ятҡан янсыҡҡа аҡса килеп инергә тырышмай. Йәки башҡа әйберҙәр һаҡлай торған ғәҙәте бар. Иң һәйбәте – көшөлөкте үҙегеҙгә һатып алыу түгел, ә берәйһенең һеҙгә бүләк итеүе. Бүләк иткән саҡта был кешенең аҡсаһы күп булһын өсөн, уны буш бирмәй, эсенә ҙур булмаған күләмдәге аҡса һалып биреү был кешегә материаль уңыштар килтерер.
Ә көшөлөктөң төҫтәренә килгәндә, һыуҙы хәтерләткән күк, зәңгәр, йәшел төҫлө янсыҡтарҙан аҡса ағып сығып китәсәк. Ә инде асыҡ ҡыҙыл төҫлө күн янсыҡтар аҡса өҫтәлеүенә булышлыҡ итә. Лакланған ҡыҙыл күн янсыҡ һатып алыу бигерәк тә отошло булыр.
Хәҙер магазиндарҙа көшөлөк һатып алғанда һайлау мөмкинлеге ҙур. Кешенең тыуған көндәренең датаһына ҡарап, кемгә ниндәй төҫтәгеһе тап килеүен белергә була. Әгәр һеҙ тыуған көнөгөҙ 1–9 һандары арауығына тап килә икән, түбәндәге төҫтәр һайлау отошло.
1. һары, ҡыҙғылт һары, алтын, бронза төҫтәрендәге;
2. аҡ, йәшел;
3. зәңгәр, зәңгәр күк;
4. һоро, буҙ, аҡһыл күк;
5. аҡ, һоро, һары;
6. зәңгәр, күк, йәшел, алһыу;
7. сирень төҫө, күк, йәшел, алһыу;
8. ҡара, күк, ҡара йәшел;
9. ҡыҙыл.
Әгәр тыуған көнөгөҙ 10-нан алып 31-нә тиклем тура килһә, ҙурыраҡ һандан бәләкәйерәген алабыҙ, мәҫәлән, 28 февраль икән 8-2=6 (зәңгәр, күк, йәшел, алһыу). Айҙың 11-се һәм 22-се көндәрендә тыуыусылар йәндәре теләгән аҡса йәлеп итерлек төҫтәге көшөлөктәр һайлай ала. Ә иң һәйбәте – барлыҡ йылығыҙҙы, энергияғыҙҙы биреп үҙегеҙ теккән аҡса янсыҡтары. Уларҙы бәрхәттән, барсанан, велюр туҡымаларынан эшләп, алтын, көмөш төҫөндәге ептәр менән тегеп, ялтыр стразалар менән биҙәү һеҙгә байлыҡ һәм муллыҡ йәлеп итәсәк. Шулай уҡ тағы ла бер ябай ғына сер асам: өйҙә йөрөгәндә иҫке халаттар, тубығы йыртылған джинсылар, һуҙылған футболкалар кейеп йөрөү ярлылыҡты саҡырып торор. Шуға күрә лә эстән дә, тыштан да үҙең өҫтөндә эшләү зарур. Затлы әйберҙәр, ҡыйбатлы машиналар тураһында хыял итеп, күҙ алдыңа килтереп, миллионер итеп тойоғоҙ! Йыһан да шул ваҡыт һеҙгә яраҡлашып, теләктәрегеҙҙе тормошҡа ашырыр. Әлбиттә, был теория бер кем тарафынан да иҫбатланмаған. Әммә үҙ яҙмышына битараф булмаусылар бик теләгәндә һәм тырышҡанда тормошон үҙгәртә алалыр.
Читайте нас: