Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
3 Ноябрь 2020, 21:35

Һалымыңды түләргә онотоп ҡуйма!

Бынан тыш, “Һалым түләүсенең шәхси кабинеты” йәки “Һалымдарҙы түлә” сервистары ярҙамында онлайн тәртибендә түләргә мөмкин.

Быйыл 1 декабргә тиклем мөлкәткә, ергә, транспортҡа һалым түләү кәрәклеге хаҡында онотмайыҡ.
Быны йәшәгән урын буйынса һалым инспекцияһына барып белергә мөмкин. Бынан тыш, “Һалым түләүсенең шәхси кабинеты” йәки “Һалымдарҙы түлә” сервистары ярҙамында онлайн тәртибендә түләргә мөмкин.
Улар Федераль һалым хеҙмәтенең сайтында (nalog.ru) урынлашҡан. Шәхси кабинетҡа теркәү картаһындағы логин һәм пароль ярҙамында инергә мөмкин. Ә уны йәшәү урыны буйынса ғына түгел, Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең һәр хеҙмәтендә алырға була. Бының өсөн үҙең менән шәхесте раҫлаусы доку­мент, шәхесте иҫәпкә ҡуйыу буйынса таныҡлыҡтың (ИНН) төп нөсхәһенең йәки күсермәһенең булыуы кәрәк.
Һалым буйынса бурыстар хаҡында Берҙәм дәүләт һәм муниципаль порталында ла (www.gosuslugi.ru) танышырға мөмкин. Бынан тыш, Рәсәйҙең Федераль суд приставтары хеҙмәтенең сайтында ла башҡарыу производствоһы буйынса мәғлүмәттәр банкы бар. Унда ла граждандарға ҡарата ҡуҙғатылған башҡарыу производствоһы һәм уны ҡайһы суд приставының башҡарыуы хаҡындағы мәғлүмәтте табырға мөмкин.
Читайте нас: