Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
11 Февраль 2021, 15:40

Йән һанығыҙ ниндәй?

Йән һаны – 1(тыуған көндәре – 1, 10, 19, 28). Улар үҙ көстәренә ышанған шәхестәр. Тулы ҡанлы тормош менән йәшәйҙәр. Ҡыйыуҙар, көслөләр...

Йән һанығыҙ ниндәй?
Көнсығыш нумерологияһы серҙәре
Ҡәҙерле дуҫтар! Бөгөн үҙеңде өйрәнеүҙең яңы ҡоралын тәҡдим итәбеҙ. Ул да булһа, Санкхья Шастра тип аталған көнсығыш нумерологияһы.
Санкхья Шастра – яҙмыш һәм һандар фәне. Йәғни унда планеталар энергияһы һандарҙа йәшеренгән тип иҫәпләнә һәм ул кешенең холҡо, тормошондағы ваҡиғалар тураһында мәғлүмәт бирә.
Һеҙҙең тыуған көнөгөҙ – тормошоғоҙҙоң индивидуаль коды. Был кодты иҫәпләп сығарып, кеше көслө һәм көсһөҙ яҡтарын, үҙеңә ниндәй һәләттәр һалыныуын, ҡайһы йүнәлештә үҫешергә кәрәклеген аңлай ала. Санкхья Шастраны өйрәнеүҙе яң ябай нәмәнән – Джива, йәғни йән һанын иҫәпләп сығарыуҙан – башларға мөмкин. Бының өсөн һеҙҙең тыуған көнөгөҙҙөң һандарын ҡушырға кәрәк. Мәҫәлән, әгәр 26-һы тыуһағыҙ, ул һандарҙы ҡушып, дөйөм бер һанға киләбеҙ: 2+6=8. Тимәк, йән һанығыҙ – 8. Был һан менән Сатурн планетаһы идара итә.
Әйҙәгеҙ, башлайыҡ...
Йән һаны – 1
(тыуған көндәре – 1, 10, 19, 28).
Был һан менән Ҡояш идара итә
Улар үҙ көстәренә ышанған шәхестәр. Тулы ҡанлы тормош менән йәшәйҙәр. Ҡыйыуҙар, көслөләр, власть яраталар, амбициоздар. Тәбиғәттәре буйынса позитив, һөймәлекле заттар. Лидерлыҡҡа ынтылалар, үҙ артынан әйҙәү һәләтенә эйәләр.
1 һанына ҡарағандар билдәһеҙлектән ҡурҡмай, башҡалар бер ваҡытта ла яһамаған аҙымға бара. Улар, нимәгә тотонһа ла, тиҙ арала уңыш ҡаҙана, әммә ҡыҙыҡһыныуҙарын тиҙ үк юғалта. Һуңынан йәнә ниндәйҙер яңы әйбергә тотоналар. Үҙҙәрен тулыһынса эшкә бағышлайҙар. Был, үҙ сиратында, шәхси тормошта, ғаилә мөнәсәбәтендә ауырлыҡтар тыуҙыра.
Улар ныҡышмалдар, буйһонмаҫ холоҡлолар. Үҙ энтузиазмдары менән барыһын да илһамландыра алалар. Ғөмүмән, “берле”ләр өсөн хәл иткеһеҙ мәсьәләләр юҡ. Бер урында ултыра алмайҙар. Башҡаларҙан айырылып торалар. Йыш ҡына етәксе вазифаларҙы биләйҙәр.
Был һанға ҡарағандар үҙ эшендә профессионал булмағандарҙы, көсһөҙ кешеләрҙе үҙ итмәй. Уларҙы хатта тиран тип атарға ла мөмкин. Тормошта йыш ҡына тәкәбберлек ҡамасаулай.
Уларға һәр ваҡыт үҙ фекерен әйтеп биреү мөһим, башҡаларҙы тәнҡитләй ҙә алалар һәм был үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡ, конфликт тыуҙыра. Шуға ла был төркөмгә ҡараған кешеләргә үҙ фекерен белдереүҙең ҡәтғи формаһын табырға: йомшағыраҡ, түҙемлерәк булырға кәрәк. Әммә был һан вәкилдәренә бала саҡтан уҡ үҙ фекерен әйтергә мөмкинлек биреү фарыз. Кире осраҡта лидерлыҡ сифаттарын баҫырға мөмкин.
Кире яҡтары:
Үҙ һүҙҙәрен бирмәйҙәр.
Башҡаларға үтә ҙур талаптар ҡуялар.
Иғтибар үҙәгендә, бүтәндәрҙән өҫтөн булырға теләйҙәр.
Хис-тойғолар менән идара итеү ауыр бирелә.
Бурыстары:
Командала эшләргә өйрәнеү, яңғыҙаҡ булмау
Холоҡтарында һығылмалылыҡ тәрбиәләү
Башҡаларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары менән дә иҫәпләшергә өйрәнеү.
Читайте нас: