Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
19 Февраль 2021, 16:35

Йән һаны - 3 (тыуған көндәре – 3, 12, 21, 30 )

Улар тормошто өйрәнә, уны матурыраҡ һәм ҡыуаныслыраҡ итергә теләй. Хатта үҙҙәрен бының өсөн яуаплы итеп тоя.

Йән һаны – 3 (тыуған көндәре – 3, 12, 21, 30 )
Был һан менән Юпитер йондоҙлоғо идара итә
Ниндәй ҙә булһа айҙың 12-һендә тыуғандар нығыраҡ уңышлы.
Был һан аҫтында донъяға килгәндәр бойондороҡһоҙҙар, ғәйрәтлеләр, әүҙемдәр эшһөйәрҙәр, ышаныслылар, билдәлеләр, тәртип яраталар, үҙҙәренә ышаныусандар. Уларға намыҫ тойғоһо хас. Шуға ла йыш ҡына инндәйҙер бөйөклөктәр ҡылырға теләйҙәр. Улар һәр ваҡыт киләсәк тураһында уйлайҙар.
Карьера ҡорғанда, башта ҡаршылыҡтарға осрап, ныҡ ҡына көрәшергә тура килә. Әммә был көрәш уларҙың үҫеше өсөн бик файҙалы булып сыға. Улар кемгәлер буйһоноуҙы үҙ итмәй. Ҙур проекттар уйлап табып, үҙҙәре етәкселек итәләр.
Улар тормошто өйрәнә, уны матурыраҡ һәм ҡыуаныслыраҡ итергә теләй. Хатта үҙҙәрен бының өсөн яуаплы итеп тоя. Зирәктәр, күҙәтеүсәндәр, аҡыллылар. Яҡшы ораторҙар, кәңәшселәр, уҡытыусылар, яҙыусылар. Инаныуҙарында һығылмалылар, төрлө дини практикаларҙан үҙҙәре өсөн файҙалыһын һайлайҙар. Хәйер, күп ваҡыт улар ниндәй ҙә булһа рәсми дин яҡлылар. Күңелдәре менән диндарҙар. Хәҡиҡәткә ышаналар, һәм уны тормошта матур итеп файҙаланырға ырышалар.
Йән һаны 3 булған кешеләргә бәхәстәргә ҡыҫылырға ярамай, түбән күңелле кешеләр араһында йөрөмәҫкә, темпераменттарын контролдә тоторға, түҙемлелек һаҡларға кәңәш ителә. Аҡсаны һаҡсыл тотонорға кәрәк. Эйе, аҡса уларға төрлө сығанаҡтарҙан еңел килә, әммә шулай уҡ тиҙ китә. Улар матур тормош ярата, ҡиммәтле әйберҙәргә өҫтөнлөк бирә, тик был финанс йәһәттәтән тотороҡһоҙлоҡ тыуҙыра.
“Өслө”ләргә әсе, майлы ризыҡтар ашамаҫҡа тырышырға кәрәк. Юпитер бауыр менән идара итә. Шуға ла уның өсөн ауыр тип иҫәпләнгән ризыҡтарҙан алыҫ тороу яҡшы. Артыҡ күңелсәк һәм артыҡ намыҫлы ла булмаҫҡа. Өйҙә диктатор роленән ҡасырға, ғаилә ағзаларына ирек бирергә. Ауырыуҙарҙан, талсығыуҙан һаҡланырға, даими рәүештә массаж ҡабул итергә кәрәк. Үҙ өҫтөңә артыҡ яуаплылыҡ алмаҫҡа. “Юҡ” тип әйтергә өйрәнергә кәңәш ителә. Уңыштары менән маҡтанырға, ауырлыҡтар килгәндә түҙемлекте юғалтырға, ас булмағанда ашарға ярамай. Алама юл менән аҡса эшләмәҫкә.
Читайте нас: