Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
21 Февраль 2021, 19:20

Һуған ҡабығы ғына тимәгеҙ

Ни өсөнмө? Сөнки уның сотавында витаминдар бик күп.

Һуған ҡабығына микроэлементтар һуғандың үҙедәгенән күберәк икәнен белә инегеҙме? Ә беҙ һуғанды әрсеп, ҡабығын ташларға ашығабыҙ. Һалҡын тейгәндә, тамаҡ ауыртҡанда, эс ҡатҡанда ла һуған ҡабығы төнәтмәһе эсергә ҡушалар. Киҙеү, башҡа вирустарға ҡаршы тора һуған ҡабығы, уның ярамында сөйәл, фурункул, дерматит кеүек тире ауырыуҙарынан да ҡотоларға мөмкин. Башлы һуған ҡабығы бронхит һәм бронхиональ астманан дауаланғанда, күрем циклын яйға һалғанда, организмды шлактарҙан таҙартҡанда, иммунитетты нығытҡанда, аллергиянан интеккәндә алыштырғыһыҙ дарыу ролен үтәй. Ни өсөнмө? Сөнки уның сотавында витаминдар бик күп.
Е витамины – көслө антиоксидант, ҡартайыу процессын аҡрытнайта. Яман шеш, диабет, йөрк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы яҡшы сара.
С витамины – авитаминодзан, һалҡын тейеүҙән һаҡлай, һөйәктәрҙе нығыта, Иммунитетҡа ыңғай йоғонто яһай.
РР витамины (никотик кислотаһы) – ашҡаҙан–эсәк системаһын яйға һала, ҡан тамыры ауырыуҙары өсөн шифа.
В витамины нервы күҙәнәктәре өсөн яуаплы. Сәс-тырнаҡтарҙы нығыта. Бауыр эшмәкәрлеген яҡшырта.
Һуған ҡабығы төнәтмәһе менән сәстәрҙе йыуһаң, улар нығый.
Читайте нас: