Шоңҡар
+11 °С
Облачно
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
2 Июль , 14:48

Ғәҙел йәндәр (хикәйә)

– Уға мин түгел, бала кәрәк. Ә мин үҙ матурлығымды юғалтаһым килмәй, – тип, Рәсимә, үҙ көйһөҙлөгөн һаман сәсә-сәсә, ишекле-түрле йөрөргә кереште. Бына бала тапҡан был ханымдарҙы өйгә ҡайтарыу көнө етте. Ҡулына сәскә бәйләме тотоп, Инсаф та килеп керҙе. Бөтә бүлмәләгеләрҙе шаҡ ҡатырып, ул сәскәләрҙе Рәсимәгә түгел, Фәниәгә һуҙҙы. Ике сабый ҙа был мәлдә Фәниә янында инеләр. Инсаф улын ҡулына күтәреп алды: – Был бала Рәсимәнеке түгел, һинеке буласаҡ, – тип ҡабат Фәниәгә тотторҙо.  

Ғәҙел йәндәр (хикәйә)

Ғәҙел йәндәр.

(хикәйә)

Рауил Шаммас

Мин бер бик ҡыҙыклы хәрби кеше менән таныштым. Йәйге ҡояшлы бер матур көндә, фонтан янында булды был хәл. Фонтан тирәһендә сыр-сыу килеп балалар уйнай. Һыу шарлауы, тамсылар тауышы балаларҙың сырылдауына ҡушылып, бер моң булып ишетелә. Алтын-көмөштәр һымаҡ матур төҫтәр сығарып, тамсылар йылтыраша. Ғәжәп гүзәл тамаша инде бына. Ыҫпай кәүҙәле хәрби кейемдәге берәү фонтан янына баҫҡан да, балаларҙы күҙәтә. Әленән-әле йөҙөнә йылмайыу сыға, мин дә шул арала яҡыныраҡ килеп баҫтым да, был күренешкә һоҡланып тора бирҙем. Хәрби кеше үҙ алдына һөйләнгәндәй:

– Ниндәй матур балалар, беҙҙең киләсәк бит былар, – тип, миңә ҡарап, йылмайып ҡуйҙы.

– Балаларҙы бик яратаһығыҙ, ахыры, – тинем мин.

– Яратмаҫлыҡмы ни былар, шуларҙың киләсәк бәхете өсөн йәшәйбеҙ түгелме ни. Беҙ бына хәрби кешеләр, ғүмерҙәрҙе ус төбөнә һалып, илдең именлеге, ошо сабыйҙарҙың ҡыуаныслы тормошо өсөн көрәшмәйбеҙме ни?

Ул шулай үҙенең эсендәге хистәрен асып һалғас, беҙ шаҡтай танышып уҡ киттек. Мин үҙем хеҙмәттә булмаһам да, хәрби кешеләр менән һөйләшергә яратам. Улар күбеһенсә ҡорораҡ, аҙ һөйләүсән булалар. Ә был полковник, дәрәжәһе ҙур булһа ла, бик алсаҡ булып сыҡты. Саф күңеле йөҙөндә үк сағыла, күҙҙәрендә ниндәйҙер тормошто яратыу осҡоно. Исемдәрҙе лә әйтештек. “Инсаф Сафарович, тиҙәр мине,” – тип әйтә һалды ул. Ысындан да, был кешенең тормошо ҡыҙыҡһындырҙы мине. Беҙ, һөйләшә-һөйләшә, тротуарҙан атланыҡ.

– Минең бөгөн ял көнөм. Бына һеҙҙең кеүек яҙыусы кеше менән аралашҡым килеп тора. Ваҡытығыҙ булһа, әйҙәгеҙ, беҙгә кереп ултырайыҡ.

Мин ҡаршы килмәнем.

Өйҙә беҙҙе мөләйем йөҙлө йәш кенә ханым ҡаршы алды. “Сәсенә сал төшә башлаған, иллеләрҙе лә уҙған был ағай кешегә кем тейеш икән ул? Ҡыҙымы икән әллә?” – тип уйлап ҡуйҙым эстән.

– Фәниә була минең исемем, – тине ул, һәм, – уҙығыҙ, түрҙән уҙығыҙ, – тип беҙҙе эскә үткәрҙе. Был ҙур фатирҙың балаҫ йәйелгән иҙәнендә биш-алты йәшлек ике малай үҙ уйындарын ҡороп, машиналарын түтелдәтеп мәж килә. Беҙ килеп кергәс, уйындарын ҡуйып: “Атай ҡайтты, атай ҡайтты!” – тип, икеһе Инсафтың ике ботона килеп йәбеште.

Йәш ханым сәй ҡуйып ебәрҙе. Тиҙ арала кескәй генә табын да ҡорҙо. Шаҡтай оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ беҙ. Яңынан уйындарын дауам итеүсе балалар әленән-әле миңә ҡарап ҡуялар. Улар ҙа минең иғтибарҙы үҙҙәренә тарта: “Фәниәнең улдарылыр инде. Бәлки игеҙәктәрҙер ҙә. Береһе, ана, осло моронлоһо хужабикәгә оҡшап та ҡуя. Икенсеһе бөтә бит-йөҙө, ҡиәфәте менән полковниктың үҙе инде, һуйған да ҡаплаған”, – башымдан шундай уйҙар ҙа йүгереп үтте. Ултыра торғас, мин малайҙарҙың исемдәрен дә белеп алдым: осло моронлоһо – Шамил, икенсеһе Камил. Йәш ханымдың полковник ҡатыны, биш-алты йыл элек өйләнгәндәре һәм, ошо кескәйҙәрҙе үҫтереп, ҡыуанышып йәшәп ятыуҙары асыҡланды. Мине һаман да әлеге: «Игеҙәктәр микән?» – тигән һорау ҡыҙыҡһындырҙы. Быны Инсафтың үҙенә лә әйтә һалдым. Ул ҡатынына йылмайып ҡараны ла:

– Таныш-белештәр, күршеләр ҙә инде уларҙы игеҙәк итеп һанай. Бик үҙенсәлекле игеҙәктәр улар, – тип ҡуйҙы һәм уның серен миңә йәшермәй асыҡтан-асыҡ һөйләп бирҙе. Мин был тарихты уҡыусым алдына һүрәтләү итеп теҙеп һалырға булдым.

 

*     *     *

…Бала тыуҙырыу йорто үҙ тормошо менән ҡайнап тора. Бында үрһәләнеп ыңғырашыуҙар ҙа, бала илаған тауыштар ҙа, ҡыуанышып, кешеләрҙең бер-береһен ҡотлашып көлөүҙәре лә яңғырап ҡуя. Бына әле генә ул тапҡан йәш ҡыҙҙы карауатҡа килтереп һалдылар. Уның күҙҙәре йәшле, илай ҙа илай. Йәнәшәлә бала табырға әҙерләнеп ятҡан ҡатындар:

– Илама, һылыу, ҡотолдоң бит. “Бына тигән ул тапты”, – тип әйттеләр. Ниңә, ҡыуанмайһыңмы ни баланың донъяға килеүенә? – тип, йыуатып ҡарайҙар.

Йәш әсә уның һайын быуылып илай:

– Ул алданы мине, алданы! “Өйләнәм, ғаилә ҡорорбоҙ, балалар үстерербеҙ”, – тине. Өйләнмәне, ташлап ҡасты. Ошо көнгәсә ут эсендә йәшәнем мин. Әсәйем туҡтатты. “Тап баланы, үҙебеҙ ҡарарбыҙ”, – тине. Инде мин нишләйем? Был баланы нисек үҫтерермен? Кешеләр ни әйтер? – тип һөйләне лә ҡыҙ шымды.

Йәнәшәләге койкала урта йәштәрҙәге бер ханым да ошо уҡ мәлдә ул тапҡан. Ул иламай. Урынынан тороп, аҫыл халаттарын кейеп, иҙән буйлап йөрөнә. Ул да һөйләнә:

– Ниһайәт, ҡотолдом, ул таптым. Уны тапмаҫҡа, тип күпме тырыштым, ирем мәжбүр итте. Ошо көнгә тиклем балаға уҙмай матурлығымды һаҡлап йөрөнөм. Ә ирем минең ҙур хәрби кеше, полковник. Нисә йылдар инде минән: “Бала тап! Тап!” – тип игәне лә игәне. “Тапмаһаң, минән китәһең”, – тип тә янаны. Бына хәҙер уныңса булһын инде, таптым балаһын.

Шул арала был көйәҙ ҡатынға балаһын имеҙергә килтерҙеләр. Бала бүлмәне яңғыратып илай. Ә ҡатын сәбәләнергә кереште:

– Имеҙмәйем мин уны. Имеҙһәм, фигурам боҙола, күкрәгем артыҡ ҙураясаҡ. Өйөм тулы аҫыл күлмәктәр, йыуанайып китһәм, улар миңә ярамаясаҡ. Имеҙмәйем! – тип, бүлмәләгеләрҙе шаҡ ҡатырҙы.

– Нисек имеҙмәйһең, үҙ балаң бит! Ана, нисек илай, ашарға һорай, – тип уны тиргәп тә ҡарайҙар.

Бүлмәләге ығы-зығыны ишетеп, табип килеп инде. Ул да баланы имеҙеүҙе талап итеп, ханымды әрләп ҡараны. Ә тегенең үҙ туғыҙы туғыҙ, ҡарыша, тыңламай. Шул ваҡыт урынында тымып ҡалған әлеге йәш әсә:

– Үҙемә бирегеҙ балаһын, имеҙәм, һөтөм күп минең, – тип ҡалҡынмаһынмы.

Табип баланы уның янына илтеп һалды. Сабый имеп, тамағы туйғас, илауынан туҡтап, йоҡлап уҡ китте. Оҙаҡламай йәш әсәнең үҙ балаһын да килтереп имеҙҙеләр. Шулай итеп ул көн дә ошо ике сабыйҙың тамағын туйҙырыусы булып китте.

Бер көндө әлеге урта йәштәрҙәге ҡатындың ире лә килде. Уны палатаға уҙҙырҙылар.

– Ҡотлайым, Рәсимә, улыбыҙҙы тапҡанһың, – тип ул ҡатынын ҡосаҡлап алды. Шул мәл бүлмәгә табип инде, һәм:

– Ҡатынығыҙ балаһын имеҙмәй, – тип, бер полковникка, бер Рәсимәгә ҡарап, әйтә һалды.

Ир кеше:

– Һин нимә, Рәсимә, ысынлап та имеҙмәйһеңме? – тип, ҡатынына етди ҡараш ташланы.

– Имеҙмәйем, түштәрем ҙурайып, йәмһеҙләнеп китәсәкмен. Ул саҡта миңә бер кейем дә ярамаҫ, – тип, үҙ көйһөҙлөгөн күрһәтте.

– Кем имеҙә һуң минең баламды? – тип, ир кеше табипҡа төбәлде.

– Ана, йәш әсә, Фәниә туйындыра уларҙы. Әл дә ул тыңланы әле.

Полковник йәш ханым ҡаршыһына барып:

– Рәхмәт инде һиңә, һылыу, – тип уның ҡулын үпте һәм уға оҙаҡ уҡталып, уйланып торҙо. Башынан аяғына тиклем күҙен йөрөтөп алды. Һәм, ҡатыны менән һөйләшеп тә тормаҫтан, бүлмәләгеләр менән һаубуллашып сығып китте. Был хәл һәммәһен дә аптыратты. Ҡатыны Рәсимә өсөн дә был көтөлмәгәнсә булып сыҡты.

– Уға мин түгел, бала кәрәк. Ә мин үҙ матурлығымды юғалтаһым килмәй, – тип, Рәсимә, үҙ көйһөҙлөгөн һаман сәсә-сәсә, ишекле-түрле йөрөргә кереште.

Бына бала тапҡан был ханымдарҙы өйгә ҡайтарыу көнө етте. Ҡулына сәскә бәйләме тотоп, Инсаф та килеп керҙе. Бөтә бүлмәләгеләрҙе шаҡ ҡатырып, ул сәскәләрҙе Рәсимәгә түгел, Фәниәгә һуҙҙы. Ике сабый ҙа был мәлдә Фәниә янында инеләр. Инсаф улын ҡулына күтәреп алды:

– Был бала Рәсимәнеке түгел, һинеке буласаҡ, – тип ҡабат Фәниәгә тотторҙо.

Полковник менән ике һалдат та килгән икән. Береһенең ҡулында матур ебәк күлмәк. Уны ла Инсаф Фәниәгә һуҙҙы:

– Был, һылыу, һиңә. Һин минең улымды туйҙырыусы. Йыйын, мин һине алып ҡайтам, – тип үк ебәрҙе.

Бүлмәләгеләрҙең аптырауы сигенә еткәйне. Ә Рәсимә үҙенең ысын йөҙөнә килде:

– Нимә, һин шулай мине ташларға булдыңмы? Барып сыҡмаҫ. Мин быға юл ҡуймам, – тип, сәбәләнеп аҡырынырға кереште. Инде табип та улар янында ине. Ул хәлде аңлап алды.

– Бында тауышланмағыҙ, Рәсимә ханым. Ундай мәсьәләне улай хәл итмәйҙәр, – тип, полковник ҡатынын тынысландырырға тырышты.

Ҡыҫҡаһы, был ығы-зығы Инсафтың Фәниәне ҡултыҡлап бүлмәнән алып сығып китеүе менән тамамланды. Бүлмәләгеләр тәҙрәгә ҡапланып, уларҙың еңел машинаға ултырып ҡайтып китеүҙәрен генә ҡарап ҡалды.

Рәсимә ярһып йөрөп арыны буғай. Ата-әсәһенә хәбәр итте, бөтәһен дә аңлатып бирҙе. Оҙаҡ та тормай, ҡарттар ҡыҙҙарын килеп алды. Был хәлдәр шулай тамамланды. Рәсимәнең пыр туҙыуҙары, ялыу яҙыуҙары ла, ата-әсәһен эйәртеп, полковниктың өйөнә барып ғауға ҡуптарыуҙары ла ярҙам итмәне.

Бына шулай ғәҙәти булмағанса бик сәйер шарттарҙа оло йәштәрҙәге Инсаф менән егермеһе лә тулмаған Фәниә ир менән ҡатын булып киттеләр һәм ике малайҙы – ошо үҙенсәлекле игеҙәктәрҙе – ҡарап аяҡҡа баҫтырҙылар. Яратышып, мөхәббәтле тормош ҡороп ебәрҙеләр. Ваҡытында, өйләнәм, тип йөрөп, ҡыҙҙы алдаған һәм, балаһы тыуғас, күрергә лә теләмәй, ситкә ҡасҡан егеттең дә эҙе юғалды. Һәм уның кәрәге лә юҡ ине. Мөхәббәткә йәш араһы ла, кешеләрҙең бер-берен аҙ белеүе лә тотҡарлыҡ була алмай икән. Бер күкрәк һөтө менән туйынып үҫеп килгән сабыйҙар һуңлап табылған мөхәббәтте биҙәнеләр генә.

 

*     *     *

Мин ошо ғаилә менән шаҡтай дуҫлашып киттем. Малайҙарҙың инде мәктәпкә барған мәлдәрен дә күрҙем. Өйҙәрендә һөйләшеп ултырған саҡтар аҙ булманы. Һәм һәр саҡ яҡшылыҡтың, изге күңеллелектең өҫтөнлөгөнә, ысын мөхәббәттең барлығына ҡыуанып йөрөнөм.

Ғәҙеллек менән ҡоролған был ғаилә әле лә йәшәп ята. Күкрәктәш сабыйҙар үҫә, киләсәккә атлай.