Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
28 Июль 2021, 13:45

Халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова ғаиләһендә оло ҡайғы

Тормош иптәше, билдәле скульптор Хәйҙәр Ғарипов вафат булды. 

Халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова ғаиләһендә оло ҡайғы
Халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова ғаиләһендә оло ҡайғы
Билдәле скульптор, Рәсәйҙең Рәссамдар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Хәйҙәр Ғарипов 74-се йәшендә вафат булды. Яҡындары белдереүенсә - ул коронавирус менән сирләгән.
Хәйҙәр Хәлиҙәр улы Ғарипов халҡыбыҙҙың бихисап арҙаҡлы шәхестәренә һәйкәл ҡуйыуы менән билдәле. Мәҫәлән, ул яһаған Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Шәйехзада Бабич, Мөхәмәтша Буранғолов, Рәми Ғариповтарҙың бюсты Сибай ҡалаһын йәмләп тора. Шулай уҡ билдәле скульптор Асҡарҙа милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа, Темәстә - Зәки Вәлидигә, Йылайырҙа - Шәйехзада Бабичҡа, Учалы районының Ҡунаҡбай Ауылында Советтар Союзы Геройы Шакирйән Мөхәмәтйәновҡа (Александр Матросов) һәйкәл ҡуйҙы. Бынан тыш Хәйҙәр Ғарипов, Учалыла тыуған яҡты өйрәнеү музейын йыһазландырҙы, Башҡортостандың бихисап төбәктәрендә Бөйөк Ватан һуғышы батырҙарына обеликсктар, бюстар ҡуйҙы. Айырыуса Учалы ҡалаһын һәм районын архитектура йәһәтенән биҙәү буйынса ҙур эштәр башҡарҙы. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ул Сибай сәнғәт училищеһында скульптура буйынса дәрестәр бирҙе. Хәләл ефете, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова менән ике ул үҫтергәндәр.
 
Әлбиттә, скульпторҙың иң ҙур эше үҙе иҫән саҡта тормошҡа ашмай ҡалды. Өфөлә «Урал батыр» эпосына арналған һәйкәл макетын тәҡдим иткәйне. Был проектты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ла хуплап сығыш яһаны. Скульпторҙың был хеҙмәте киләсәктә тормошҡа ашыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.
 
Хәйҙәр Ғарипов тыуған төйәге - Учалы районының Наурыҙ ауылында ерләнде.
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: