Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
28 Июль 2021, 20:10

Таш эшкәртеү буйынса индустриаль парк буласаҡ

Әле  Әбйәлил районында мәрмәр заводында 28 кеше эшләй. Мәрмәр блоктар сығарыу артыу менән хеҙмәткәрҙәрҙең һаны 35 кешегә тиклем артасаҡ.

Таш эшкәртеү буйынса индустриаль парк буласаҡ
Таш эшкәртеү буйынса индустриаль парк буласаҡ

Әбйәлил районы территорияһында таш эшкәртеү буйынса индустриаль парк булдырырға ниәтләйҙәр. Был хаҡта республика Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итә.

- Индустриаль парк Әбйәлил районының үҫеш усағы булырға тейеш.  Киләсәктә завод тормошон йәнләндереү һәм предприятие продукцияһын һатыу варианттары  бурысы тора. Хәҙер беҙҙә эш төркөмө  булдырылды, уға  ведомстволар, хакимиәттәр етәкселәре керҙе, - тине Андрей Назаров.

Индустриаль паркты төҙөү  һәм үҫтереү өсөн Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығында сәнәғәт парктарын аккредитациялау үтеү өсөн ҡайһы бер талаптарҙы үтергә - идара итеү компанияны тамғаларға, парк территорияһы өсөн кәмендә 8 гектар ер бүлеп бирергә һәм ҡулланыусыларҙы газ, йылылыҡ, һыу менән тәьмин итеү һәм һыу тәьминәте селтәрҙәрендә тоташтырыуҙы ойошоторорға кәрәк.

Аккредитацияланғандан һуң, индустриаль парк республика һәм федераль ярҙам сараларына иҫәп тоторға мөмкин. Бынан тыш, хәҙерге ваҡытта мәрмәр һәм граниттан таш эшкәртеү производствоһын ойоштороу проекты эшләнә. Уны ғәмәлгә ашырыу өсөн Рысҡужа һәм Ҡаҙыш ятҡылыҡтарын ҡулланыу планлаштырыла.

Әле  Әбйәлил районында мәрмәр заводында 28 кеше эшләй. Мәрмәр блоктар сығарыу артыу менән хеҙмәткәрҙәрҙең һаны 35 кешегә тиклем артасаҡ. Хәҙерге ваҡытта мәрмәр блоктарҙы еренә еткереү өсөн кәрәкле йыһаздар һатып алыу мәсьәләһе ҡарала.

- Проект 230 миллион һум күләмендә инвестиция сығымдарын күҙҙә тота, шул иҫәптән төҙөлөш-монтаж эштәре һәм йыһаздар һатып алыу. Финанслау сығанаҡтары - үҙ һәм заем аҡсалары. Республиканың инвестиция закондары нигеҙендә, инвесторға милеккә һалым түләүҙән сығарыу, табышҡа һалым ставкаһын кәметеү, ойошмалар табышына инвестицион һалым тото ҡалыу, һатыу  үткәрмәйсә ер участоктарын арендаға биреү рәүешендә ярҙам саралары күрһәтелергә мөмкин, - тип өҫтәне республика Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министры Рөстәм Моратов.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: