Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
28 Июль 2021, 09:30

Әйҙә китте шишмә таҙартырға!

2007 йылдан республика бюджетынан шишмәләрҙе төҙөкләндереүгә аҡса бүленә башланғандан  бирле төбәктә 130-ға яҡын шишмә яңыртылған

Әйҙә китте шишмә таҙартырға!
Әйҙә китте шишмә таҙартырға!

Республикала шишмәләрҙе таҙартыу һәм төҙөкләндереү дауам итә. Быйыл республиканың  Бишбүләк, Бөрө, Дүртөйлө, Мишкә, Йылайыр, Краснокама, Тәтешле, Ҡариҙел, Хәйбулла, Архангел, Борай һәм Күгәрсен райондарында 12 шишмә төҙөкләндереләсәк.- Йыл һайын республиканың ауыл һәм ҡасабаларында төҙөкләндереү буйынса эштәр башҡарыла. Беҙ муниципаль райондар хакимиәттәре ғаризалары буйынса эшләйбеҙ. Төп маҡсат - халыҡты һыу менән тәьмин итеүҙең резерв сығанаҡтарын булдырыу. 2021 йылда төҙөлгән контракттарҙың хаҡы 1 195,7 мең һум тәшкил итә, - тип билдәләп үтте БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрының беренсе урынбаҫары Илдар Ғарифуллин. 2007 йылдан республика бюджетынан шишмәләрҙе төҙөкләндереүгә аҡса бүленә башланғандан  бирле төбәктә 130-ға яҡын шишмә яңыртылған

Былар барыһы ла  "Экология" милли проекты һәм «Башҡортостан Республикаһының Экология һәм тәбиғи ресурстары» дәүләт программаһына ярашлы башҡарыла.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: