Шоңҡар
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
29 Июль 2021, 18:00

Дауаханала

Әҙәм балаһын үлтереү өсөн күп кәрәкмәй, уның хыялын емереү, өмөтөн һүндереү ҙә етә...

Дауаханала

Иҫәнғол дауаханаһында бер ҡарсыҡ ятты. Ҡәҙриә ине уның исеме. Исеме ҡәҙер һүҙенә ауаздаш булһа ла нишләптер уға туғандары ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә ашыҡманы, бәлки улар бөтөнләй булмағандарҙыр ҙа, кем белә. Шуға йоҙроҡ дәүмәле күстәнәсемде алып ҡарсыҡтың янына йыш ҡына инеп сыҡҡылай торғайным. Ул мине күреү менән йөҙө асылып китеп былай ти:
- Ниңә расхутланып шул ҡәҙәре күп күстәнәс килтерәһең?! Миңә ни тамаҡҡҡа аш үтмәгәндә бармаҡ башындайы ла баштан ашҡан!
Ысынлап та ҡарсыҡ яйлап-яйлап аштан ҡалып бара ине шул: эскәне һыу ҙа ҡапҡаны ҡалаҡ осона элгән әсе ҡорот киҫәге. Мәгәр ошо хәлдә лә бирешмәҫкә тырыша, тәғәмләнмәһә лә башҡаларға эйәреп ашханаға төшә, коридорҙың икенсе осонда урынлашҡан йыуыныу урынына инеп үҙаллы бит-ҡулын сая.
Бер көн ул миңә былай тине:
- Яңғыҙмын, тиһәм дә, минең дә һинең ише улым бар ул!
Иртәгеһен кисәге башлағанын дауам итте:
- Малайымды әйтәм, мөһабәт буйлы, һылыу йөҙлө, аҡыллы, уҡымышлы, ғаиләһе бар, балалары…
Шулай итеп осрашҡан һайын теге улын асыҡлауҙы дауам итте, буй-һынына, фиғеленә яңы өҫтәмәләр керетте.
Ниһайәт солоҡтай кәүҙәле, матур кейенгән, зыялы ҡиәфәтле теге күҙгә күренмәҫ ирҙе күҙ алдына баҫтырғас Ҡәҙриә ҡарсыҡтан һорай ҡуйҙым:
- Теге берҙән-бер улығыҙ ҡайҙа йәшәй ул?
- Алыҫта. Эше тығыҙ һәм тынғыһыҙ, шуға килә алмайҙыр.
Бер осор ҡарсыҡ бөтөнләй тормаҫ өсөн ятты түшәгенә. Эшкә килешләй “Тиҙ ярҙам” станцияһының ишек төбөндә әрпеш кейенгән, ҡырынмаған, шешмәк йөҙлө ирҙе тап иттем. Теге миңә мөрәжәғәт итте:
- Слушай, братан, говорят тут старушка лежит в терапевтическом отделение, говорят, что ты часто навещаешь ее. Она моя мама…
Дауахананың өсөнсө ҡатына күтәрелешләй артымдан эйәреп килгән теге әҙәм әйтә ҡуйҙы:
- Она пригласила меня. Наследство оформить…
Ирҙе палатаға ҡәҙәр оҙатып ҡуйҙым да кире боролдом. Иртәгеһен Ҡәҙриә ҡарсыҡтың хәле үтә насарланып киткәйне. Минең ингәнлегемде абайлағас та ҡыуаныуын белдермәне. Бер ни тиклем һүҙһеҙ ятҡас ул былай тип һораны:
- Кисә улымды һин индерешкәнһең шикелле. Күрҙең инде уның кемлеген?
Өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙем. Ә ул кипкән ирендәрен ялап алғас дауам итте:
- Әҙәм балаһын үлтереү өсөн күп кәрәкмәй, уның хыялын емереү, өмөтөн һүндереү ҙә етә. Бына мин дә берҙән-бер улымды матурҙарҙан матур, аҡыллыларҙан аҡыллы итеп күрергә теләнем ғүмер баҡый. Булманы… Сығышлай шәфҡәт туташына әйт, төндә мин насарланып киткән хәлдә яныма килмәһен, ярҙамын күрһәтмә-һен. Йәшәүҙән туйҙым. - Ҡорҙай кәүҙәләге сал сәсле баш стена яғына ҡайырылды…
 
 
Автор:Хәйҙәр Тапаков
Дауаханала
Дауаханала
Автор:
Читайте нас: