Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
31 Июль 2021, 15:10

Ҡара энә

Ул йылда минең тормошомда барыһы ла аҫты-өҫкә килде. Нисәмә йыл йөрөгән егетем туй алдынан ғына ташланы, һаулығым ҡаҡшаны, бик ныҡ ябыға башланым...

Ҡара энә
Ҡара энә

Әллә ниндәй ҡурҡыныс, шөҡәтһеҙ нәмәләр мине баҫтыра, мин ҡайҙалыр аҙашып йөрөйөм, барыһынан да ҡасып хәлем бөтә. Уянғанда ысынлап та үҙемде ныҡ хәлһеҙ тоя инем. Бер төн шулай һаташҡанда кемдер мине һул яҡтан төртә башланы. Шул ҡағылыуға уянып киттем. Төнгө өс. Һул яҡтан стенаға терәлеп йоҡлағанға күрә миңә бер кемдә ул яҡтан ҡағыла алмауын аңлайым...

Ул йылда минең тормошомда барыһы ла аҫты-өҫкә килде. Нисәмә йыл йөрөгән егетем туй алдынан ғына ташланы, һаулығым ҡаҡшаны, бик ныҡ ябыға башланым. Мин бер кем менән дә аралашмай башланым. Сөнки барыһы ла кәйефемде генә боҙа ине.

“Барыһы ла яйға һалынасаҡ”,-тип тынысландырған әсәйемде лә күрә алмаҫ сиккә еттем. Етмәһә төн етеү менән һаташа башлайым. Әллә ниндәй ҡурҡыныс, шөҡәтһеҙ нәмәләр мине баҫтыра, мин ҡайҙалыр аҙашып йөрөйөм, барыһынан да ҡасып хәлем бөтә. Уянғанда ысынлап та үҙемде ныҡ хәлһеҙ тоя инем. Бер төн шулай һаташҡанда кемдер мине һул яҡтан төртә башланы. Шул ҡағылыуға уянып киттем. Төнгө өс. Һул яҡтан стенаға терәлеп йоҡлағанға күрә миңә бер кемдә ул яҡтан ҡағыла алмауын аңлайым. Тик икенсе, өсөнсө төн дә һаташа башлау менән кемдер мине төрткөсләүгә уяндым. Был хәл мине ялҡыта башланы. Дүртенсе төн дә шул уҡ хәл ҡабатланғас, аптырап стенаны һыйпап ҡарай башланым. Шул саҡ ҡулым нимәгәлер барып сәнселде. Ырғып тороп утты яндырҙым. Ҡараһам, обойға ҡап-ҡара төҫтәге энә сәнселеп ҡуйылған. Шундай оҫта итеп эләктерелгән, стенаны һыйпап, осраҡлы рәүештә сәнселмәһәм, күрмәҫ тә инем. Таңды көскә аттырҙым. Энәне алып барып ҡыйлыҡҡа ташлап киттем. Ошонан һуң хәлем яҡшыра башланы. Һаулығым нығынды, бер төш күрмәй башланым, шәхси тормошом да яйға һалынды. Үҙемдең ғәҙәти хәлемә ҡайттым. Ә бына кемдең һәм нимә өсөн минең бүмәмә ул энәне ҡуйып китеүе хаҡында уйлағым да килмәй.

Гүзәл СӘЛИХОВА.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: