Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
31 Июль 2021, 14:05

Атайымдың быймаһы эсендә йоҡлай инек

Шулай итеп, атайһыҙ ҙа, ағайһыҙ ҙа тороп ҡалдыҡ. Берҙән-бер терәгебеҙ Әсәй һау, иң ҙур йыуанысыбыҙ, ҡыуанысыбыҙ, тормошобоҙҙоң маяғы, юл күрәтеүсе лә, тәрбиәләүсе лә, үрнәк биреүсе лә, атайҙы ла, ағайҙы ла алмаштырып, терәк-таяныс булып Әсәй торҙо!  

Атайымдың быймаһы эсендә йоҡлай инек
Атайымдың быймаһы эсендә йоҡлай инек

Хәтер – мәңгелек

Һуғыш балалары һөйләй

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА

«Әсәй эштә саҡта бәләкәй Юлай туғанымды мин ҡарайым. Ҡышҡы һыуыҡта өйҙә нимә бар, уны шуға төрәм дә, атайымдың ҡалған ҙур быймаһы бар ине, шуның береһенең эсенә Юлайҙы тығам, икенсеһенә үҙем инеп ята инем»

 

Таңһылыу Ғүмәр ҡыҙы ӘҮӘЛБАЕВА.

1938 йылдың 14 декабрендә Баймаҡ районының Темәс ауылында тыуған.

Һуғыш башланғанда 2,5 йәштә була.

 

«Минең ҡолағым насар ишетә, һуғышҡа алмаҫтар ул, етмәһә, 5 баламды кемгә ҡалдырам, бик бәләкәйҙәр бит!» – тип уйлап та йөрөгән атайым. Ләкин һуғыш берәүҙе лә аямай шул, атайымды ла һуғышҡа алалар.

Беҙ китәбеҙ, беҙ китәбеҙ,

Беҙ китәбеҙ иртәгә.

Беҙ китмәҫ инек иртәгә,

Фашист тейҙе теңкәгә, –

тип йырлайҙар ине һуғышҡа киткән һалдаттар.

Ғаиләлә бер ерҙә лә эшләмәгән 34 йәштәге әсәйгә 5 баланы ҡалдырып, иң өлкәненә 12 йәш, иң бәләкәйенә 3 ай булған сабыйҙарымды Хоҙай ҡулына тапшырам, тигәндәй, беҙҙе алдына ултыртып, һөйгән. «Бәләкәй улым Юлай бер үҙе ҡалып илар ҙа ятыр инде, уны кем генә бағыр икән, ә Таңһылыуым йырлай алмай ҡуймаһын, оноттормағыҙ, дошманды еңеп ҡайтырбыҙ», – тип хушлаша. Ҡанлы һуғышҡа – Ленинград блокадаһына эләгә, шунда башын һала.

Беҙ – 5 бала – әсәй ҡулына ҡарап ҡалдыҡ. Атайым бар саҡта өй хужабикәһе генә булып балалар бағып ҡына ултырған әсәйемә ҙур бурыстар өҫтәлә: беҙҙе ашатырға, кейендерергә, уҡытырға, өйҙө йылы тоторға, мал аҫрарға, ризыҡты ҡайҙан алырға, эш табырға. Балаларҙы өшөтмәҫкә, утыны, малдарҙы көтөү өсөн бесәне лә кәрәк! Иң тәүҙә һыйырҙы еккегә өйрәтергә тигән уй төшә әсәйемдең башына: уның өсөн арба, егеү өсөн кәрәк-яраҡ, ҡамыт эшләтеп алып, һыйырҙы егеп 2 йыл утын-бесән ташыны. Һыйыр иң ҡәҙерле хайуан булды ул көндәрҙә. Һөтөн һауып эсәһең, ҡатыҡ, ҡорот, эремсек эшләйһең. Бына ниндәй хазина ул һыйыр! Һыйырлы кеше ас булманы һуғыш осоронда. Донъяның тотҡаһы – аҡыллы, бала йәнле әсәй һәм һауын һыйыр!

Һыйырыбыҙ үгеҙ быҙау килтерҙе. Ә әсәйем шул быҙауҙы башмаҡ булғансы ҙурайтып аҫраны ла һыйырыбыҙ урынына башмаҡты егергә өйрәтте. Хәҙер ниде һылыу ғына әсәйем донъя усағын, балаларын һаҡлаусы арыҫланға әйләнде лә ҡуйҙы. Балаларына һөйөү, иренә тоғролоҡ, ил алдындағы бурыс – яуаплылыҡ шундай көс биргәндер.

Әсәй эштә саҡта бәләкәй Юлай туғанымды мин ҡарайым. Ҡыш һыуыҡта нимә бар, шуға уны төрәм дә, атайымдың ҡалған ҙур быймаһы бар ине, береһенең эсенә Юлайҙы тығам, икенсеһенә үҙем инеп ятам.

Яҙ етһә, әсәй баҡса тултырып йәшелсә сәсә, картуф ултырта әсәй. Ә йәшелсә өлгөрә башлаһа, япраҡтарынан тәмле итеп һөткә бутҡа бешерә.

Ә бесән ваҡытында беҙҙе – балаларын бер арба итеп тейәп ала ла урманға китәбеҙ. Унда, хөрриәт, бөтәбеҙ ҙә бергә рәхәтләнеп уйнайбыҙ. Әсәйем урманға инә һалып бәшмәк йыйып, сәй ҡайната торған сәйгүнгә һалып бешерә лә, һыуын түгеп ебәреп, ҡаймаҡҡа болғап, беҙҙе теҙеп ултыртып ашатып ала. Бәшмәк тә көнө буйы туҡ тота торғайны, уның араһында ҡуҙғалаҡ, ҡымыҙлыҡ, йыуа, ҡаҡы, балтырған, ҡуянтубыҡ, хатта һарынанан бутҡа бешерҙе. Әсәй өлкән балалары менән бесән эшенә тотона. Ә мин бәләкәй ҡустымдың сәңгелдәген һаҡлап, уны ҡурсалап усаҡ янында ҡалам.

Ҡәһәрле һуғыш үҙебеҙ иркәләнеп кенә йәшәр, уйнар саҡта бала бағырға ла, ауырыу тәрбиәләргә лә өйрәтте. Иң өлкән ағайымдың ашҡаҙаны ауырта ине, шуға ҡарамай, 1944 йыл Темәс педучилищеһына уҡырға инде. Тырышып уҡыған, үҙендә рәссам һәләте лә бар ине, педучилище уға тағы рәссамлеген арттырған, бөтә уҡытыусылар өйгә килеп дәрес үткәреү өсөн күргәҙмә материалдар эшләтеп ала торғайны.

Йәшәү шарттары һәйбәттән түгел, хатта педучилищела эсергә һыу ҙа булманы. Әлеге лә баяғы беҙ ҡустым менән өйҙә ултырғанға, 3 дәрес бөтөүгә ауырыу ағайыма мейескә тап ҡына яғып көрөшкәлә сәй ҡайнатып, көтөп ултырам, мәктәптәр ҙә һыуыҡ, шул тәнәфес араһында ағайым ҡайта һалып, үҙенә тип кенә ҡалдырылған икмәк менән сәй эсеп, йылынып, тағы уҡыуына йүгерә ине.

Ағайым: «Бына мин уҡытыусы булып сыҡһам, һеҙҙең бөтәгеҙҙе дә уҡытырмын, һуғыштар бөтөп, атайҙар әйләнеп ҡайтһа, бөтәбеҙгә лә матур көндәр килер, ҙур-ҙур кешеләр булып китерһегеҙ әле», – ти торғайны.

Әммә ләкин тормоштоң аяныслы ваҡыттары күберәк булды шул беҙҙең һымаҡ 1938 йыл тыуған балаларға. Иң аяныслыһы шул, «Ғәйҙә апайға 4 баланы уҡытыу ауыр булыр», тип мине 1-се класҡа уҡырға алманылар. Тик 1947 йыл уҡырға барҙым. 1948 йыл 1-се класты тамамлаған тигән йыйылышҡа ағайым Салауат килде, сөнки ул да ошо йылда педучилищены бөтөргәйне, уҡытыусы дәрәжәһен алғайны, бик ҡыуанды, мине лә һөйөп-яратып: «Гел 5-кә генә уҡыған, әсәй, Таңһылыуың, моғайын, уҡытыусы булыр, аяҡ атлағандан алып, уҡытыусы булып уйнаны бит!» – тине, ҡайтҡас.

Ағайыма уҡытыусы булып эшләргә лә, беҙҙе үҙе теләгәнсә уҡытырға ла, ҙур-ҙур кешеләр итеп үҫтерергә тигән теләктәрен тормошҡа ашырырға ла яҙманы. Ҡәһәрле һуғыш ауырыуы ағайымды, беҙҙән айырып, мәңгелек ҡайғыға һалып, алып китте. Шулай итеп, атайһыҙ ҙа, ағайһыҙ ҙа тороп ҡалдыҡ. Берҙән-бер терәгебеҙ Әсәй һау, иң ҙур йыуанысыбыҙ, ҡыуанысыбыҙ, тормошобоҙҙоң маяғы, юл күрәтеүсе лә, тәрбиәләүсе лә, үрнәк биреүсе лә, атайҙы ла, ағайҙы ла алмаштырып, терәк-таяныс булып Әсәй торҙо!

 

...Атайымдың һаҡланып ҡалған хаттарынан өҙөктәр килтерәм. Уларҙы әле лә йыш-йыш уҡып алам. Беҙҙе нисек ныҡ яратҡанын, үҙе ут эсендә булғанда ла беҙҙе ҡайғыртып, хәстәрлек күргәнен уҡып, йөрәгем әрней. Һаҡланған хаттары барыһы ла атаһы Мәхмүтйән Ғәбделғәфәр улына төбәп яҙылған.

Ғәбделғәфәр 1848 йылдан алып Темәс мәсетендә указлы мулла булған. Шуға бөтә балалары ла ғәрәпсә белгән. Атайым да үҙенең атаһына хаттарын ғәрәп хәрефтәре менән яҙған. Атайҙың бер туған ҡустыһы Ситдыҡ та Мәскәү өсөн һуғыштарҙа тәүге көндәрҙә үк батырҙарса һәләк булған.

* * *

«...Атай! Мин бит ҡапҡаны эшләтә алмай киттем, тора-бара эшләү материалдары туҙып бөтөр, шул ҡапҡаны эшләтеп ҡуйырға тырыш. Мин Баймаҡтан эш хаҡын ала алмай киттем, һеҙгә алып барып бирерҙәр».

* * *

«...Атай, Ғәйҙә киленең балаларҙы матур ҡарай бит ул, артабан да шулай матур ҡараһын, тәрбиәле итеп кенә үҫтерһен инде, үҙең дә ҡарап тор, балаларға атай тәрбиәһе лә кәрәк бит!»

 

* * *

«...Яҙ етте, күп итеп картуф сәсеп ҡалығыҙ, бөтә булған семеналарығыҙҙы сәсегеҙ. Акинов дуҫҡа хат яҙҙым, ул һеҙгә семена бирер, картуфлыҡ еренә тултырып сәсегеҙ».

 

* * *

«...Һарыҡтарҙы тотонор кәрәк ине тигәнһегеҙ, тотоноғоҙ, һуйып һатығыҙ, ашағыҙ, үҙегеҙҙең кәрәк-яраҡҡа тотоноғоҙ, итте ҡаҙан тултырып (мин барҙағы шикелле) бешермәгеҙ, самалап ашағыҙ».

 

* * *

«...Минең йыраусы Таңһылыуҡай ҡыҙым Фатима менән Әли кейәүҙәргә барып ҡунаҡ булып ҡайтҡан икән. Фатима ҡарындаш ҡыҙыҡайғынамды ҡыуандырып ҡайтарған. Бына мин дә ҡыҙым өсөн ҡыуанып, Фатимаға рәхмәт әйтеп, рәхәт тормош теләйем!»

 

* * *

«...Атай! Илдә йәшәү алтын бишек икән. «Йомортҡа эсендәге һары гәрәбәләй йәшәлгән», ә бында башҡаса, атай, шулай булғас, балаларыңды тәрбиәләп, матур ғына көн итегеҙ. Һау ҡайтһам, бөтәһен дә кире ҡайтарып бөтөрмөн, атай».

 

* * *

«...Таңһылыу менән Юлай бигерәк йәш кенә ҡалдылар шул, өлкәндәр бирешмәҫ тим. Юлай улым ни эшләй, атлаймы, мине беләме икән, «атай», тип әйтәме? Таң ҡыҙым йырлаймы, йырға өйрәнһен».

 

* * *

«...Юлда шәһәрҙәрҙән беҙҙең яҡҡа күп сит халыҡтарҙы оҙаталар. Бына бер станцияла күп халыҡтар төштө, шулар араһында Таңһылыуға оҡшаған һары ғына сәсле бер ҡыҙ баланы күреп йәлләп походҡа биргән сохарийымдан ике башҡа сохари бирҙем. Бала ҡыуанып киткән булып, ҡараны, йүгереп вагонға инеп китте, илап тороп ҡалдым. Юлдағы хәлдәрҙе... (йыртылған)».

 

* * *

«...Сит-ят ерҙән, Калинин өлкәһенән үтеп барабыҙ. Хәҙерге көндә Ленинград шәһәренең янында тип хисаплағыҙ. Беҙҙе Ленинградтан 16 август Ленинград фронтына ебәрҙеләр. Беҙ ҡырҙа окопта ятабыҙ. Янымда Башҡортостандан 4 егет бар, башҡалары урыҫтар. 21 август – Ҡырҙа тыныс ҡына ятабыҙ, тегеләр морондарын һуҙып ҡарай».

 

* * *

«...16 «А» команда Ленинградҡа инергә тейеш инек. Ҡыйынлыҡ менән 10 августа килеп индек, ингәс, күңел тынысланған кеүек булһа ла көн дә, төн дә Ленинград тирә-яғында атыш... Ленинград ҡалаһында ла йәшәүсе халыҡ юҡ, гел хәрби халыҡ, шәһәр ҙур, ләкин халыҡ бикләнгән».

 

* * *

«...Атай, балаларыңды арыу ғына ҡарарға тырыш, һау булһаң, бирешмәҫһең әле, сөнки йәшһең бит. Салауаттарға айырым хат яҙҙым, латин теле менән. Балаларға күҙ-ҡолаҡ булып, етешһеҙлектәрен хәл итеп тор инде. Бесән эшләп бөттөгөҙмө? Салауат нисек тә булһа утын әҙерләп ҡалһын. Ул турала үҙҙәренә яҙҙым. Атай, һин дә ярҙам ит, балаҡайҙарым бик бәләкәй ҡалдылар бит».

 

* * *

«...Атай, нисек булһа ла балаларығыҙ менән килешеп көн итегеҙ. Картуф һәм йәшелсә ашамлыҡтары булһа ла ҡышҡа алып ҡалырға тырышығыҙ. Был яҡта ашамлыҡ яғы бик насар, юҡ. Ҡышҡылыҡҡа ашамлыҡ әҙерләп ҡалырға, запас аҙыҡ әҙерләп ҡуйыуҙы көн дә ҡайғыртығыҙ, балаларыңа ла әйт».

1942 йылдың мартына алып, август аҙағына тиклем Ленинградтан яҙылған. Бер генә хаты 1943 йылдың 1 мартынан ебәргән. Уларҙың барыһы ла ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған. Салауатҡа ебәргәне латин хәрефтәре менән ине.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: