Шоңҡар
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
31 Июль 2021, 08:55

Морат Рафиҡов тыуған көнөн билдәләй

Артисты матур байрамы менән ҡотлап, сәләмәтлек, ғаилә бәхете, ижади уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар" коллективы. 

Морат Рафиҡов тыуған көнөн билдәләй
Морат Рафиҡов тыуған көнөн билдәләй

«Батырыбыҙҙы Эстонияла ла хөрмәтләйҙәр», — ти йәш актёр Морат Рафиҡов

«Салауат юлдарынан» фильмын ҡараһағыҙ, төп ролдәге йәш актёр Морат Рафиҡов менән танышһығыҙ инде. Сығышы менән Хәйбулла районының Мәмбәт ауылынан ул. Әлеге көндә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия дра­ма театрында эшләп йөрөй. Фильмда милли батырыбыҙ Салауат Юлаевты уйнай. Бө­гөн Морат ағайығыҙ беҙҙә ҡунаҡта. Әйҙәгеҙ, үҙе менән яҡынданыраҡ танышайыҡ әле.

 
– Морат, бала сағыңа саҡ ҡына туҡталып китәйек әле…
 
– Мин – ғаиләлә берҙән-бер генә бала. Әсәйем менән үҫтем. Бәләкәй саҡта бик шаян булғанмын. Өләсәйем һөйләүе буйынса, тотоп тыя алмағандар. Тиңдәштәре менән уйнап, шулар менән бергә шөғөлләнһә, бәлки, бер аҙ баҫылыр, тип ике йәшемдә генә балалар баҡсаһына биреп ҡарағандар. Унан да бер нисә тапҡыр ҡасып ҡайтҡанмын. Мәктәпкә барғас, әҙерәк тынысланғанмын. Хәҙер инде баҫалҡы ғына егетмен.

– Нисек уҡының?
 
– Тырыша торғайным. Әсәйем уҡытыусы булғас, йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә кәрәк бит. Һәйбәт уҡыным. Туғыҙынсыны ауылда бөттөм дә унынсыға баш ҡалалағы Рә­ми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһына килдем. Уны ла һәйбәт тамамланым һәм сәнғәт институтының театр факультетына уҡырға индем.

– Сәнғәткә ҡарата һөйөү ҡай­ҙан килә?
 
– Ауылда мәктәптә уҡығанда театр тураһында уйлап ҡарағаным да булманы. Водитель, янғын һүндереүсе кеүек ир-егеттәр башҡара торған һөнәрҙәр ҡыҙыҡһындыра ине. Аҙаҡ, әсәйем һымаҡ уҡытыу­сы булам, тип тә йөрөнөм. Гимназияға уҡырға килгәс, бер сығышымдан һуң ул ваҡыттағы «Таңсулпан» драма түңәрәге етәксеһе Римма Фәйез ҡыҙы Нәбиева яныма килде лә: «Тауышың матур, шиғыр һөйләүең дә, йырлауың да оҡшаны, беҙҙә шөғөлләнгең килмәйме?» – тип һораны. Мин ризалаштым. Төрлө спектаклдәрҙә ҡатнаштым, концерттарҙа сығыш яһай башланым. Үҙемә шул тиклем оҡшап китте. Дәртләнеп, рәхәтләнеп уйнаным. Римма Фәйез ҡыҙы – шулай минең киләсәгемә юл күрһәткән кеше ул.
 
Йыш ҡына беҙҙе башҡорт драма театрына спектаклдәр ҡарарға алып баралар ине. Артистарҙың уйнағанын һушым китеп ҡарай торғайным. Шунда артист булыу теләге уянды ла инде. Мин гимназияны тамамлаған йылды сән­ғәт институтының театр бүлегенә уҡыусылар ҡабул итәсәктәре тураһында иғлан булды. Көсөмдө һынап ҡарарға ниәтләнем. Хыялым тормош­ҡа ашты, һынауҙарҙы уңыш­лы үтеп, уҡырға инеп тә киттем. Хәҙер яратҡан театрымда кинәнеп эшләп йөрөйөм.

– Мораҙыңа ирештем, тиһең инде, Морат?
 
– Эйе.

– Тәүге ролең?
 
– Эшкә килгәс тә Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр»ен­дә бер шәкерт малайҙы уйнаным. Унан һуң күп тә үтмәне, мине армияға алдылар. Хеҙмәтемде иҫән-имен тултырып ҡайтҡас, йәнә сәхнә тормошона сумдым.

– Башҡарған ролдәрең араһында иң яҡыны?
 
– Ниндәй генә роль булһа ла, ихлас, яратып, күңелем­де биреп уйнайым. Һәр бере­һе ҡәҙерле, яҡын. Сөнки улар минең йөрәгем, күңелем аша үтә. Эҙләнәм, уйланам, режиссёр менән кәңәшлә­шәм.

– Салауатты уйнауҙы нисек ҡабул иттең?
 
– Был турала фильмдың режиссёры Таңсулпан Бураҡаева шылтыратып әйткәс, бер аҙ шаңҡып ҡалдым. Милли батырыбыҙ, шундай ҙур шәхес, уның эске торошон, уй-кисерештәрен халыҡҡа еткерә алырмынмы? Шулай ҙа йөрьәт иттем. Таңсулпан Салауат Юлаевтың «Уҡ» тигән шиғырын ятлап килерһең, ҡалғанын килгәс һөйләшербеҙ, тип мине кастингҡа саҡырҙы. Үттем. 15 июндә инде Илдар ағай Ғүмәров (Юлай Аҙналинды уйнай), уның ҡатыны Лира апай һәм мин өсәүләп Эстонияға остоҡ.

– Фильм төшөргәндә берәй ҡыҙыҡлы ғына хәл иҫеңдә ҡалмағанмы?
 
– Мажаралар Өфө аэропортында уҡ башланды. Беҙгә бығауҙар, тимер сылбырҙар һалып ебәргәйнеләр. Уларға кәрәкле документтар алмағас, бәйләнә башланылар. Ҡалдырырға ҡушалар. Кәйеф төштө. Ни эшләргә? Шунан араларында сәнғәткә бита­раф булмаған бер хеҙмәт­кәр табылды бит. Шул ярҙам итеп ебәрҙе. Ә Эстония сиген үткәндә бер ниндәй ҙә ҡар­шылыҡтар булманы. Унда өс көн булдыҡ. Салауат Юлаевтың музейын барып күрҙек. 1982 йылда Палдиски ҡалаһында уны Рәми Ғарипов исемендәге интернат-гимназияның география уҡытыу­сыһы Зөмәрә Вәли ҡыҙы Хисмәтуллина ойоштороп ебәргән бул­ған. Аҙаҡ инде Баш­ҡорт­остандан барған экспедиция килгән һайын бүләктәр, ҡомартҡылар ҡалдырып китә. Бөгөнгө бай ғына музей ана шулай төҙөлә. Салауат Юла­ев­ҡа бюст ҡуйҙырыуҙы ла башлап Зөмәрә Вәли ҡыҙы юллап йөрөгән.
 
Икенсе көндө фильм төшөрөлә башланы. Ундағы серәкәйҙәрҙең күплеген белһәгеҙ… Килеп тороп эреләр. Ҡанды һуралар ғына. Беҙгә сәбәләнергә ярамай. Илдар ағай шунда:
 
– Түҙ, Морат, серәкәй тешләгәндән берәү ҙә үлмәгән, ана, Салауат Юлаев ниндәй ҡыйынлыҡтарға бирешмәгән, тип йыуатҡан була. Хәҙер ҡыҙыҡ итеп кенә иҫкә алабыҙ.
 
Боронғо сиркәү барлығын ишетеп, Илдар ағай менән бер көндө шунда киттек. Кил­һәк, ул бикле тора. Ишегенә ҙур йоҙаҡ эленгән. Китергә генә торғанда, ҡаршыбыҙға оло йәштәге генә инәй осраны. «Беҙҙең поп яңыраҡ ҡына мәрхүм булып ҡалды, теләһәгеҙ, асып индерәм», – тине ул. Бергәләп эскә үттек. Инәй­ҙең: «Салауат батыр беҙҙә изге кешеләр рәтендә, һәр ваҡыт уның рухына доға ҡылабыҙ, шәмдәр ҡуябыҙ», – тип әйтеүе шаҡ ҡатырҙы. Бына бит батырыбыҙҙы нисек хөрмәтләйҙәр. Башҡорттарға ҡарата ла йылы мөнәсәбәттәләр.

– Айгиз Баймөхәмәтовтың «Хыялға ҡаршы» спектаклендә аяныслы яҙмышлы Алина исемле ҡыҙ ролен башҡарҙың. Тетрәндергес күренеш. Һин унда иҫ китмәле итеп уйнаның. Һәр хәлдә, хәтерҙә ныҡ итеп уйылып ҡалғанһың. Алина матур ғаилә ҡорорға хыяллана. Тик тормош уның алдына оло һынауҙар ҡуя. Үҙеңдең ғаилә хәлең нисек?
 
– Аллаға шөкөр, өйләнгәнмен. Ҡатынымдан уңдым. Ул һәр яҡлап миңә терәк булып тора. Үҙе театрҙа эшләмәһә лә, сәнғәткә мөкиббән киткән кеше. Минең эшемә аңлап, хөрмәт менән ҡарай. Өс ҡыҙ үҫтерәбеҙ – Эльвира, Эльвина, Милена.
 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: