Кеше тормошонда дуҫтар мөһим роль уйнай. Ҡөръәндә, мосолман ирҙәр менән мосолман ҡатындар бер-береһенең дуҫылыр. Улар изгелек юлына өндәй, яманлыҡтарҙан баш тартырға өгөтләйҙәр, тип яҙылған (9-сы сүрә, 71 аят). Иптәштәрҙең, әхирәттәрҙең дуҫлығын ҡәҙер итеү зарур. Ләкин дуҫлыҡты ғаиләлән артыҡ күрергә ярамай. Ғаилә ҡорғандан һуң, ир кеше кәләшен, балаларын ҡалдырып, ҡайҙалыр иптәштәре менән олағып йөрөмәҫкә тейеш. Ләкин ҡатын кеше лә ирен иптәштәре алдында кәмһетеп, дуҫлашыуҙы тыйып, уның дәрәжәһен төшөрмәһен. “Кеше иптәштәренән үрнәк ала, шуның өсөн һәр берегеҙ кем менән дуҫлашыуын ҡараһын”, тиелә хәҙистә (“Әбү-Дауыт”). Аҡыл эйәһе кәңәше: “Иҫеңдә тот! 70 йәшең тулғанда сәйҙе һиңә ҡатының яһап бирер, дуҫтарың түгел...” Ғаилә һәр саҡ беренсе урында булырға тейеш.
А. КӨМӨШБАЕВ,
БДУ-ның “Ислам теологияһы” бүлеген тамамлаусы.