Рәсәй Федерацияһының спорт министры Олег Матыцин Токиола Олимпия уйындарында миҙал өсөн күпме түләнәсәген белдерҙе. Етәксе әйтеүенсә,
алтын миҙалдар өсөн - 4 миллион һум, көмөш өсөн — 2,5 миллион, бронза өсөн — 1,7 миллион һум ҡаралған. Бынан тыш, спорт миҙгеле йомғаҡтары буйынса Рәсәй Федерацияһы президенты стипендиялары ла билдәләнгән — был 52 мең һум аҡса.
2 авгусҡа Рәсәй спортсылары миҙалдар һаны буйынса бишенсе урынды биләй. Әлегә беҙҙең спортсылар 12 алтын, 19 көмөш һәм 13 бронза наградаға лайыҡ булды.
Башҡортостанда ла халыҡ-ара, шулай уҡ ярыштарҙа призлы урындар алғандарға матди дәртләндереү бар. Олимпия, Паралимпия һәм сурдлимпия уйындарында еңеүселәргә 2 миллион һум ҡаралған. Икенсе һәм өсөнсө урынды яулаусылар - 1 миллион һәм 1,5 миллион һум аласаҡ.
Әйткәндәй, Башҡортостан спортсылары әлегә ике миҙал яуланы. Аделина Заһиҙуллина фехтованиела команда составында алтын миҙал килтерҙе. Ошо уҡ дисциплинала Тимур Сафин көмөш миҙал яуланы.