Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
2 Август 2021, 13:47

Буҙа

 Буҙаны эскән һайын һапырып, болғатып торһаң, тәмлерәк була. Күперектәр буҙаның төбөнә тиклем төшөп, бызырлап торорға тейеш.

Буҙа
Буҙа

Кәрәк була:

23 г аҡ май

125 г һоло ярмаһы

6 г он

32 г әсетке

85 г шәкәр ҡомо

самалап һыу


   Ваҡланған һоло ярмаһын йыуып, 10-30 минутҡа ебетергә ҡуйығыҙ. Һыуын һарҡытып, елһеҙ урында киптерегеҙ ҙә төйөгөҙ. Төйөлгән һоло онона еңелсә ҡыҙҙырылған бойҙай оно, ҡайнар аҡ май һалып болғатығыҙ. Уға ҡайнап торған һыу һалып, ҡуйы шыйыҡса барлыҡҡа килгәнсе туҡығыҙ ҙа ярты сәғәткә йылы урынға ҡуйып тороғоҙ. Ошо ваҡыт үткәс, тағы ҡайнар һыу ҡойоп, яҡшылап иҙегеҙ. Унан ҡабарһын өсөн әсетке, шәкәр ҡомо һалып, ябып тороғоҙ. Ҡабарып сыҡҡас иҙмәне, ҡайнатылған йылы һыу менән шыйыҡлатып, һөҙөгөҙ. Шунан буҙаны, әсеһен өсөн, ябып тороғоҙ. Әҙер буҙа ҡуйы ғына, әскелтем, иретелгән һары май төҫөндә була.

 

 

  Буҙа
   Беҙҙең яҡта эшләнгән буҙаны бер тәмләгән кеше бер ваҡытта ла уны онотмай. Бик борондан быуын- быуындан күсә килгән был ризыҡты Әбйәлилдәр шартына килтереп эшләй беләләр. Бына мин дә өләсәйемдән буҙаның нисек әҙерләнеүен һораштым да һеҙгә яҙып ебәрергә булдым. Буҙа әҙерләү өсөн яҡшы һоло ашлығы кәрәк. Тәүҙә уны һуғып, ҡабығынан айырып алаһың. Хәҙер магазиндарҙа таҙа һоло ла һатыла. Ошо һолоно йыуып, киптереп, сөгөндә бер аҙ ҡурырға. Шунан килелә төйөргә кәрәк. Ярма булһа, төймәһәң дә ярай. Бигерәк файҙалы иткегеҙ килһә, һолоно йыуғас, бер тәүлек йылы урында тотоп, аҙ ғына шыттырып алаһың. Шунан ҡураһың.
   Әҙер һоло өҫтөнә (бер биҙрә буҙа өсөн ике килограмдай һоло кәрәк) һыйырҙың бер сынаяҡтай иретелгән эс майын эҫе көйөнсә ҡойоп болғатаһың. Ошо ярмаға ҡайнап торған һыу ҡойоп, ҡуйы ҡаймаҡ кеүек булғас, бер аҙға йылы урынға ултыртып тораһың. Бер аҙ һыуынғас, ярты сынаяҡ өҫтәндәй икмәк сүпрәһе йәки магазинда һатылған буҙаны ҡойоп ике аш ҡалағы шәкәр ҡомо һалып бутап, бер аҙ ҡайнап һыуытылған һыу өҫтәп. Шыйыҡлап, йылы урынға ултыртып ҡуйырға. Бер тәүлектән ул ҡабарып сыға.
   Тишекле сүмес аша һөҙөп, ярмаһын айырып алырға ла тағы ла бер аҙ шәкәр өҫтәп, йылы урынға ултыртып ҡуйырға. Бер тәүлектән буҙа эсергә әҙер була. Теләгән кеше туң май урынына аҡ май ҡуша ала. Буҙаның тәме үҙгәрә.
   Буҙаны эскән һайын һапырып, болғатып торһаң, тәмлерәк була. Күперектәр буҙаның төбөнә тиклем төшөп, бызырлап торорға тейеш.
   “Хазиналы табын конкурсы”: Бибиямал Әбдрәхим ҡыҙы Батталова (1911 йыл тыуған) һөйләгәндәрен ейәнсәре Гөлназ яҙып алды. Әбйәлил районы, Һәйетҡол ауылы.

 

 

 Сығанаҡ: nazir1965.com

Автор:
Читайте нас: