-3 °С
Болотло
Бөгөн, 2 августа, Рәсәй буйынса мәктәп йәшендәге балалары булғандарға ун мең һум аҡса бирелә башланы. Бығаса ул 16 августан башланырға тейеш ине. Әммә президент Владимир Путин алдан түләргә бойороҡ бирҙе. Дәүләт башлығы билдәләүенсә, балаларҙың ата-әсәләренә уҡыуға әҙерләнеү өсөн шулай уңайлыраҡ буласаҡ.
Шулай уҡ был аҡса уллыҡҡа, опекунлыҡҡа бала алған атай-әсәйҙәргә лә бирелә.
Башҡортостанда 6 йәштән 18 йәшкә тиклемге 650 меңдән ашыу бала ошондай хоҡуҡҡа эйә.