Хәтер – мәңгелек
Һуғыш балалары һөйләй
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА
«Беҙҙең урамда Ҡорманбаева тигән инәй бик оҫта кәрт һала ине. Унан бер көнгә кәртен һорап алып, буяу менән үҙемә эшләп алдым. Әсәйгә әйтеп, булған ризыҡ менән инәйҙе сәйгә саҡырып, унан өйрәндем. Шунан кешеләргә кәрт һала башланым. Нисектер «дөрөҫ» була ла ҡуя бит. Ҡара-ҡайғы кәрт сыҡһа, үлем хәбәре тип өйрәткәйне инәй, әйтмәй торғайным»
Миҙхәт Әсфәндиәр улы БАЙРАМҒОЛОВ.
1928 йылдың 1 майында Баймаҡ районының Күсей ауылында тыуған.
Һуғыш башланғанда 13 йәштә була.
Аслыҡтан ҡотҡарған селтәр
1943 йылдың декабрь айы... Һуғыш осоронда икмәк норма менән талонға бирелә ине. Беҙгә, өс кешегә, 900 грамм алыр инек. Булған аҡсаны, талондарҙы бик ҙур документ итеп кеҫәлә үҙем тегеп алған бумажникта йөрөтәм. Декабрь айының талондарын барып алдым. Юлда малайҙар менән шаяра-шаяра ҡайттыҡ. Бына ҡаза – кеҫәмдәге теге шыма ғына бумажнигым төшкән дә ҡалған бит! Илай-илай юлымдан кире барып, магазин тирәләрен эҙләгән булам, юҡ. Көнөнә ҡустым менән миңә 350-шәр грамм, әсәйемә 200 грамм икмәк, башҡа бер ерҙән дә килем юҡ. Әсәйем нишләһен инде, мине әрләү, туҡмау менән листок буламы ла, икмәк буламы? Өндәшмәне, ҡайғы уртаҡ булды.
Тик бер ай буйы нисек йәшәргә? Аҙыҡҡа алмаштырыла торған әйберҙәр бөттө. Өйҙөң түбәһендәге мөйөштә әсәйем һәр ваҡыт ҡарап, һаҡлап ҡына йөрөгән төргәк элеүле тора торғайны. Декабрҙең уртаһы ла булып китте, ярай, һыйыр бар – ҡоролай һәм бешереп эсеп тә ҡарайбыҙ, тик «көйөшкә» бер нәмә лә юҡ, асыҡтыра. Дәрескә бара алһам, миңә 50 грамм икмәк бирерҙәр ине. Уны ашау ҡайҙа – өйгә алып ҡайтып, өскә бүлеп, ҡустыма, әсәйемә биргән булам, тик әсәйем ашамайса, беҙгә бирер ине.
Бер көн әсәйем мөйөштә торған төргәкте төшөрҙө, үҙенең күҙҙәренән йәштәр тәгәрәй. Селтәрендәге көмөш тәңкәләрен һыйпап: «Һуғыш бөткәнсе һаҡлай алманым инде, һин ҙурайғас, киленемә бүләк итермен, тигәйнем. Мин иткә алмаштырырға һөйләштем, улым. Ярар, һау булһаҡ, нәмә табылыр әле», – тип кемгәлер алып китте.
Шул көмөш тәңкәләргә әсәйем өс килограмм ит алып ҡайтты. Уны һурпалап, бер нисә көнгә еткерҙе. Ә артабан нишләргә? Һарайҙа майҙа тыуған быҙауҙан башҡа йән эйәһе юҡ, һыйырға әле тейергә ярамай. Күптәр яңғыҙ һыйырҙарын да ашап бөттөләр.
Беҙҙән өй аша Ғәлиастан исемле ағай йәшәне. Ул нишләптер һуғышҡа барманы, иҫемдә, хатта эшләмәне лә. Күп ваҡыттар ас була торғайны. Уны «ҡараҡ» тип тә йөрөттөләр. Булһа булғандыр, бер килеп урағанда яңғыҙ ат менән килер ине, икенсегә пар ат менән күренә торғайны. Шул Ғәлиастан ағай әсәйгә балаларға өтөп ашат тип, бер һыйыр тиреһе тоттороп ҡайтара. Туң тирене өйҙә иретеп, әсәй бысаҡ менән буйға оҙон итеп телеп сыҡты, шунан теге тире таҫмаһын таяҡҡа урап, мейестә өттө, йәмкәне баҙлатып, өҫтөн ышҡып таҙартты. Йыуғас, һап-һары йомшаҡ ҡына ашамлыҡ барлыҡҡа килде. Шулай итеп, ҡойҡа һурпаһы эсеп, саҡ-саҡ декабрь аҙағына барып еттек... Талонды 29-30-ҙарында тарата башлайҙар. Бынан һуң әсәйем уларҙы бумажникка һалмаҫҡа, күлдәккә кеҫә тегеп, булавка менән эләктереп йөрөргә ҡушты.
Мин нисек кәртсе булдым
Беҙҙең урамда Ҡорманбаева инәй бик оҫта кәрт һала ине. Кәрте фабричный булды. Беҙгә кәрт һала килгәнендә иғтибар менән ниндәй кәрт нимә тураһында әйтеүен иҫләргә тырыша торғайным. Инәйҙең кәртен бер көнгә һорап, акварель буяу менән үҙемә лә эшләп алдым. Хәҙер кәрт булды, тик нисек итеп өйрәнергә? Әсәйгә әйтеп, инәйҙе булған аҙыҡ менән сәйгә саҡырып өйрәнеп аллдым.
Бына кешеләргә кәрт һалам, нисектер «дөрөҫ» була ла ҡуя бит! Миҙхәт дөрөҫ һала ул, тип бигерәк килештерә башланылар. Берәүҙәргә хат-хәбәр киләсәк, берәүҙәргә мал төшәсәк, бер ҡара ир боҙоҡлоҡ уйлай, ҡарт ҡатын-дошманы бар, тип төшкән кәрт буйынса һөйләп сығам. Әлбиттә, кәрт буйынса ғына һөйләһәң ярлыраҡ килеп сыға, теге инәй кеүек ҡайһы урындарҙа матур һүҙҙәр, фантазиялар кәрәк була. Ҡара-ҡайғы кәрт килеп сыҡһа, йөрәк шыу итеп ҡала: ул үлем хәбәре, тип өйрәткән ине инәй. Ундай кәртте үткәреп ебәрәм, әйтеп булмай торғайны.
Кәрт һалған өсөн бер аҙ аҡса, май киҫәге, ҡорот бирерҙәр ине. Урлыҡ түгел, үҙенә күрә хеҙмәт. Шулай итеп, бер көндө икенсеһенә ялғап һуғышты үткәреп ебәрҙек.
Открытка
Артабан уҡырға мөмкинлеге юҡлыҡтан, күрше малай Сөләймән (уны беҙ Сөләй тип йөрөттөк) 5-се кластан һуң хат ташыусы булып эшкә төштө. Һуғыш осоронда хат ташыусының ҡәҙере бик шәп булды.
Фронттан көтөп торған өскөл хаттар оло шатлыҡ килтерер ине. Ҡайһы бер хаттарҙы ваҡытында ебәрә алмай, һалдаттың «вещмешогын» пуля үтеп, тишелгән көйө килә торғайны.
Бер көндө Сөләймән конвертты ҡояшҡа үтә ҡараған да, уның эсендә һүрәт ятҡанын күргән бит. «Миҙхәт, ҡара әле, эсендә һүрәт күренә. Дауай, асайыҡ та һин алырһың», – ти. Бала саҡ бит, ҡурҡыу-нитеү ҙә юҡ, ипләп кенә елемле конвертты асһаҡ, ни күрәбеҙ: төҫлө немец открыткаһы. Минең һүрәт яратҡанымды белеп: «Бер телем икмәгеңде бир ҙә, һүрәт – һинеке», – ти бит Сөләй дуҫ. Открытка, ысынлап та, шәп, минең төҫлө открытка күргәнем юҡ ине әле. Ни хәл итәһең, 350 грамм норманың бер телемен бирергә тура килде. Теге конвертты матур итеп кире йәбештереп, адрес буйынса Сөләймән алып китте.
Сөләй дуҫ икмәк тәме белеп ҡалды бит, алмаштыра торған открыткалар дүртәү булды. Хәҙер уйлап ҡараһаң, ниндәй ҙур насарлыҡ эшләгәнбеҙ, ҡот осҡос. Иҫкә төшһә, хәҙер ҙә йөрәк шомлана төшә. Аслыҡ бөтә нәмәләрҙән дә өҫтөнөрәк булғандыр инде, күрәһең.
Алмас
Атайымдан мин һигеҙ йәштә ҡалдым. Ул тирә-яҡҡа даны таралған ағас оҫтаһы булды. Мин бала саҡта ул эшләгән өҫтәлдәргә, һауыт-һабаға һоҡланып йөрөгәнемде иҫләп ҡалам. Оҫта һырлаусы ла ине.
Уның төрлө станоктары, ҡорамалдары бик күп була торғайны. Атайым үлгәс, уларҙы туғандар, таныштар ҡомартҡы итеп таратып алып бөткән. Әсәйемдә берҙән-бер әйбере – быяла ҡырҡҡыс «алмас»ы ғына тороп ҡалған. Ҙурая биргәс, әсәйем уны, атайыңдың ҡомартҡыһы итеп һаҡла тип, миңә тапшырҙы. Ҡырҡҡыс бик шәп булып сыҡты: саҡ ҡына тейҙереп, һыҙып ебәреүең була, быяла шәп итеп бүленеп тә сыға. Мин хатта фигуралар ҡырҡырға ла оҫтарып алдым.
Бына шул быяла ҡырҡҡыс миңә һуғыш осоронда бик ҙур ярҙам итте. Алмасым бар икәнен белеп ҡалған кешеләр мине тәҙрә, байрамдарына быяла ҡуйырға саҡыра башланы. Йәй етһә, үҙем уҡыған 1-се мәктәптең ярыҡ өлгөләрен алмаштырып сығыу бурысы минең өҫкә төшә.
Бала сағыбыҙҙан йөрәгебеҙгә ҡан һауҙырған, күңелебеҙгә мәңге бөткөһөҙ һағыш һалған һуғыш йылдары, ветерандар һәм Еңеү көнөнә арнап яҙған шиғырҙарымды ла тәҡдим итәм.
9 Май – оло тантана
Фашист теләгәйне совет илен
Ер йөҙөнән юйып ташларға.
Ғәзиз халҡым яуға күтәрелде
Ил яҙмышын берҙәм һаҡларға.
Һуғыш дәһшәттәре ер һелкетте,
Янды ауыл, янды ҡалалар,
Меңәрләгән яугир башын һалды,
Үлтерелде сабый балалар.
Нисек кенә ҡыйратмаһын фашист,
Еңеү дәрте беҙҙә һүнмәне.
Еребеҙҙең халыҡ ҡаны менән
Йыуылғанын улар белмәне.
Ирекле һәм тыныс тормош өсөн
Ата-бабам күпме ҡан түккән,
Ҡорал менән беҙгә килгән дошман
Һуңғы төйәк табып дөмөккән.
9 Май – Бөйөк Еңеү көнө,
Илебеҙҙә оло тантана.
Ошо көндө 75-се йыл
Ҡаршы алып халҡым шатлана.
Һуғыш ветерандарына
Еңеү яулап ҡайтҡан һалдаттарға
Беҙгә фарыз бөгөн баш эйеү.
Йән аямай алышмаһағыҙ бит,
Булмаҫ ине, бәлки, был Еңеү.
Ветерандар йыл да һирәгәйә,
Бармаҡ менән ҡалды һанарлыҡ.
Бирешмәгеҙ әле был донъяла
Бирһен һеҙгә Хоҙай сабырлыҡ.
Тигеҙләнде окоп соҡорҙары,
Күптән онотолдо бомбалар.
Нимә етмәй икән кешелеккә,
Болғана бит һаман донъялар?!
Дан һеҙгә, дан, еңеп ҡайтыусылар,
Оҙон булһын ғүмер юлдары,
Баш эйәбеҙ бөгөн һеҙҙең алда.
Халҡыбыҙҙың яугир улдары!
Рәхмәт һеҙгә
Беҙ беләбеҙ: һеҙҙең күбегеҙҙә
Һаҡланғанын пуля ярсығы.
Утлы яу йылдары ауыр булды,
Булды үлем, булды аслығы.
Беҙ беләбеҙ, төндәр йоҡламайса,
Һеҙҙең үткән оҙон юлдарҙы.
Ҡарлы окоп менән һоро шинель
Алмаштырҙы йылы юрғанды.
Данлы Еңеү менән ҡайттығыҙ һеҙ
Илебеҙгә атай-ағайҙар.
Бөгөн дә бит улар һалдат һымаҡ,
Алғы һыҙыҡтарҙа атлайҙар.
Сәстәренә күптән сал төшһә лә,
Йөрәктәре дәртле әле һаман.
Ветерандар беҙгә өлгө булып,
Тормош юлдарында бара алдан.
Еңеүсегә бөгөн ҡарты-йәше
Ҙур ихтирам менән ҡарайҙар.
Рәхмәт һеҙгә, яугир ветерандар,
Рәхмәт һеҙгә, атай, ағайҙар!
Ҡулъяулыҡ
Бер минуттай тынлыҡ, окоптабыҙ,
Бәхеткәме, тымды алыштар,
Шул ваҡытта ауыл иҫкә төшөп,
Күңелдәргә тулды һағыштар.
Ҡулын болғай-болғай почтальон
Тарата посылка, хаттарҙы.
Аҡ ҡулъяулыҡ миңә тотторҙолар
Иҫкә төшөрөп егет саҡтарҙы.
Аҡ ҡулъяулыҡ минең ҡулдарымда,
Ҡайһы ҡыҙҙың ҡулы сиккәндәр?
Изге бүләк ил һаҡсыһына тип,
Бәлки, һөйгәнемә эләгер тигәндәр.
Исеме юҡ, ләкин ҡулъяулыҡта
Ҡайғы, хәсрәттәр ҙә сигелгән.
Төндәр буйы нағыш һалған ҡыҙҙың
Биҙәктәргә йәше түгелгән.
Аҡ ҡулъяулыҡ уртаһына ғына
Ҡыҙыл ҡәнәферҙәр сигелгән,
Ә ситенә алтын хәреф менән
«Дошманды еңеп ҡайт» тиелгән.
Тынлыҡ бөттө, атыш башланды,
Түш кеҫәмә һалдым бүләген.
Ҡыҙҙың теләгенә яуап итеп
Дошмандарҙың бирҙем кәрәген.
Мәңгелек ут
Алдымда тора ҡәбер ташы,
Сәскәләргә ысыҡ бөркөлгән.
Иң башында балҡый йондоҙо,
Исемһеҙ һалдат бында күмелгән.
Ҡайҙа тыуғандыр ул – Уралдамы,
Мәскәүҙәме, әллә Себерҙә?
Билдәһеҙ ҙә батыр ята бында,
Мәңгелек ут яна ҡәберҙә.
Милләте кем: русмы, яҡутмы,
Башҡортмо ул, әллә үзбәкме?
Кем булһа ла, илде һаҡлаусы ул,
Кем булһа ла, өҙә үҙәкте.
Мәңгелек ут хәтер булып яна,
Иле өсөн ҡорбан булғандар,
Батырлыҡтар йәшәр мәңгегә,
Онотмаҫһығыҙ, туғандар!
Һыңар ҡуллы ҡурайсы
Һуғышҡа тиклем үк йәш сағында
Ҡурай уйнап үтте йылдарың.
Уйын-көлкө, дәртле бейеү менән
Шаулап торҙо ауыл урамы.
Утлы яуҙа һыңар ҡул ҡалдырып,
Уң ҡул менән ҡайтты ауылға.
Киләсәккә ышанысы булған
Ауырлыҡты еңә алыуға.
Дошмандарҙы еңеп ҡайтҡан яугир
Ҡурай тартты һыңар ҡул менән,
Оҫта итеп мейестәр ҙә һалды,
Йәшәне ул һәр саҡ моң менән.
Оҫта итеп ул башҡарыр ине
Халҡыбыҙҙың моңло көйҙәрен.
Ҡурайында ике тишек кенә,
Ә шулай ҙа уйнай өҙҙөрөп.
Батыр яугир ғорур күкрәк киреп,
Сәхнәләрҙә ҡурай уйнаны.
Дошманды ла, үҙен еңгәндәргә
«Сулаҡ» тиеп әйтеп буламы?