Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡырҡтартма
8 Ноябрь 2023, 18:20

БЫЛ ДОНЪЯНЫҢ КЕМЕ ЮҠ?

Тормоштоң үҙ хикмәте, үҙ сере. Берәүҙәр һау-сәләмәт көйө етеш донъяһынан сүп эҙләп маташҡанда, икенселәр аяуһыҙ яҙмышына күнергә, йәшәү рәүешенә ҡалыплашырға, яңы тормош башларға үҙендә көс таба.

БЫЛ ДОНЪЯНЫҢ КЕМЕ ЮҠ?
БЫЛ ДОНЪЯНЫҢ КЕМЕ ЮҠ?

Тормоштоң үҙ хикмәте, үҙ сере. Берәүҙәр һау-сәләмәт көйө етеш донъяһынан сүп эҙләп маташҡанда, икенселәр аяуһыҙ яҙмышына күнергә, йәшәү рәүешенә ҡалыплашырға, яңы тормош башларға үҙендә көс таба. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе “сиклеләр” тип атауы ла ауыр. Ғәҙәттә, ундайҙарҙың башҡаларға ҡарағанда киләсәккә өмөтө, ышанысы, рухи көсө күпкә ҙур. Шунлыҡтан да улар кешегә бәләһен һалмай, үҙ көнөн үҙе күрергә тырыша. Эргә-тирәһендә ярҙам ҡулы һуҙыусы булмаһа, һис юғында, башҡалары, дүрт аяҡлылары, тоғрораҡтары табыла. Бөгөнгө һүҙебеҙ һуҡыр һәм йөрөтөүсе эт парҙары хаҡында.

Василий Митрофанович 
менән Альбина
 
Мәләүез районынының Ергән ҡасабаһында йәшәүсе 82 йәшлек Василий Митрофанович Гаврилов йән дуҫы – ун дүрт йәшлек Альбинаны яратып, ҡәҙерләп Бина тип йөрөтә. Алтын төҫөндәге ретривер тоҡомона ҡараған Бина хужаһының бишенсе йөрөтөүсе эте. Йөнө артыҡ күп ҡойолоу сәбәпле баш тартылған Бинаны яңы хужаһы шундуҡ оҡшата. Ул үҙенең наҙлы, иркә булыуы менән иғтибарын йәлеп итә. Әйткәндәй, һуҡыр менән эт парҙары араһында улар республикала ғына түгел, бәлки, тотош Рәсәйҙә лә иң ҡарты һаналалыр. 
15 йәшендә дуҫтары менән ҡар бәрешеп уйнағанда күҙенә яңылыш тейгән боҙ арҡаһында ғүмерлеккә тома һуҡыр ҡалған Василий Митрофанович яҙмышына зарланмай. Күреү һәләтен юғалтһа ла, Ҡаҙағстанда баян класын тамамлап ҡайта. Унан һуң Мәләүездәге музыка мәктәбенә уҡытыусы булып эшкә урынлаша һәм барлыҡ ғүмерен әлеге һөнәргә бағышлай. Тормош иптәше Анфиса бынан егерме йыл самаһы элек йөрәк ауырыуынан яҡты донъяларҙан китеп барғас, ул тулыһынса тиерлек дүрт аяҡлы дуҫтар көнөнә ҡала. 
Василий Митрофановичҡа тәүге йөрөтөүсе этте – көнсығыш-европа овчаркаһын 1967 йылда бирәләр. Көсөкләгән ваҡытта вафат булған терьерынан башҡа ҡалған өсөһө ҡартайып үлгән икән. Үлгән һыйыр һөтлө була, тигән кеүек, Василий Митрофанович уны иң аҡыллыһы тип иҫәпләй. Бер мәл этен өйҙә ҡалдырып, урамға ҡатыны менән сыҡҡан саҡта Василий Митрофановичтың кәпәсе нәмәгәлер эләгеп, башынан төшөп ҡала. “Анфиса, эт менән йөрөгәндә мин бер нәмәгә лә теймәй йөрөйөм, ә һинең менән бөтөнләй икенсе хәл”, – тип көлә. 
Ысынлап та, оҙатыусы эттәр һуҡырҙарға тапшырылыр алдынан оҙайлы һәм ентекле әҙерлек курсы үтә. Рәсәйҙә әлеге йүнәлеш буйынса эшләгән ике генә махсус мәктәп бар, шуларҙың береһе Мәскәү өлкәһендә урынлашҡан. Унда кешеләр менән хеҙмәттәшлек итеү өсөн башлыса лабрадор тоҡомлоһо һайлап алына, сөнки улар күнекмәләргә лә, хужаға ла тиҙ өйрәнә икән. Ретриверҙарҙы “эт-терапевт” тип йөрөтәләр, баҡтиһәң, улар дауалау процесына ыңғай йоғонто яһай. 
Махсус мәктәпкә дүрт айлыҡ эттәрҙе генә ҡабул итәләр. Урамда үҙен тыныс тотҡан, көслө тауышҡа, башҡа йән эйәләренә асыуланмаған, кешеләргә ҡарата иғтибарлы булғандар ғына оҙатыусы эт бурыстарын еңел  башҡара ала икән. Бер йәше тулғансы ул аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителгән ирекмән ғаиләһендә тәрбиәләнә. Ошо арала ул кешеләр менән йәшәргә, уларға ышанырға, торлаҡ эсендә үҙен дөрөҫ тоторға өйрәнә. Үҙәккә килгәс, үҙенә тәғәйенләнгән махсус өйрәтеүсе кеше менән алты ай дауамында “ят”, “ултыр”, “фу”, “апорт” кеүек командаларҙы үҙләштерә. Һуңғыһында иһә эт ерҙәге әйберҙе хужаның алдына түгел, ә усына һалырға тейеш. Әлеге күнегеүҙәрҙе үтәгән эттәр артабан уҡыуҙы урамда дауам итә. Унда улар йәйәүлеләр өсөн юл, асфальт тоташҡан тигеҙһеҙлектәр, ботаҡ, электр сымдары кеүек һәр ҡаршылыҡтарҙы алдан күрергә һәм хужаһын иҫкәртергә  бурыслы. Статистиканан күренеүенсә, йөҙ эттең егерме бише генә тейешле талаптарға өйрәнеп китә. Шуға күрә ҡайһы саҡта инвалидтарға дүрт аяҡлы ярҙамсыны көтөп алыу оҙаҡҡа һуҙылыуы ихтимал.  
Махсус өйрәтелгән дуҫ алдан тултырылған анкета мәғлүмәттәренә ярашлы бирелә. Кешенең йәше, тән ауырлығы, буйы, холҡо, хатта торлаҡ шарттары ла иҫәпкә алына. Психиатрҙан справка ла талап ителә.  Яңы хужа ла махсус әҙерлек үтә: уҡыу маршрутында шөғөлләнә, дөрөҫ тәрбиәләү, ашатыу буйынса  ветеринар, юрист, кинолог лекцияларын тыңлай. 
 
Ксения менән Дарина
 
Баш ҡалабыҙҙың Черниковка биҫтәһендә йәшәүсе 24 йәшлек Ксения Минулбаева ла тормошон Дарина исемле эт хәстәренән тыш күҙ алдына килтермәй. Мәскәү ҡалаһынан килтерелгән Өфөләге иң йәш йөрөтөүсе эт һаналған Дарина тыныс холоҡло, һәлмәк хәрәкәтле булыуы, үҙ дәрәжәһен белеүе менән хужаһына оҡшаған. 
Баҡтиһәң, Ксения ла үҙенең күреү һәләтен осраҡлы рәүештә юғалтҡан. 16 йәшендә асфальтҡа йығылып, башын имгәтеүе ике йылдан һуң уны тома һуҡыр итә. Әлеге аяныслы хәлгә тиклем ҡыҙ колледжда ашнаҡсы һөнәрен үҙләштереп йөрөгән була. Балаһы тыуғас, уға уҡыуын ҡалдырырға тура килә һәм артабан дауам итергә форсат булмай. Күреү һәләтен юғалтыуы уны бихисап күңелһеҙ хәлдәр менән осраштыра: Ксения менән Даринаны йыш ҡына кафе-магазиндарҙан, маршрут автобустарынан ҡыуып сығаралар, ә такси хеҙмәте өсөн өҫтәмә юл хаҡы һорайҙар икән. Шуға ла ҡыҙ үҙ районынан ары китмәүҙе хуп күрә. 
Федераль закон буйынса, йөрөтөүсе эт реабилитацияла ҡатнашыусы булып һанала һәм һәр ерҙә хужаһы менән бергә йөрөргә хоҡуҡлы. Ксения әйтеүенсә, Өфө халҡы йөрөтөүсе эттәрҙең елкәһенә ауыр ҙа, яуаплы ла бурыс йөкмәтелгәнен аңламай, хатта уларҙың кем икәнен дә белмәй. Бер мәл үтеп барыусы ҡатын йәш балаға: “Был эт сирле, ҡара әле, бәйендә ҡыҙыл тәре  төшөрөлгән”, – тип аңлата. Урамда осраған дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙҙы күптәр үҙ итмәй, ә морондоҡһоҙ, муйынсаҡһыҙ йөрөгән маһмайҙарҙан йәмғиәт бөтөнләй ҡурҡа. 
 
Гүзәл менән Андора
 
51 йәшлек Өфө ҡыҙы Гүзәл Хәсәнова, Ксения һәм Василий Митрофанович кеүек, тома һуҡыр булмаһа ла, уның 4 йәшлек ҡара йөрөтөүсе эте – Андораһы бар. Уға күңеленә ятҡан лабрадорҙы бер йыл самаһы көтөргә тура килә.
Андора бик әүҙем һәм шаян эт булып сыға. Тәүге осорҙа Гүзәл уның менән уртаҡ тел таба алмай аҙаплана. Һуңынан иһә уға хатта цирк трюктарын өйрәтә башлай. Мәҫәлән, Андораға ауыҙында сей йомортҡаны ватмай алып килеү бер ни тормай. Бынан тыш ул бейеү һәм дөңгөр ҡағыу буйынса тәүге аҙымдар яһай.
Башҡортостанда йөрөтөүсе эткә хужа булған 25 һуҡырҙың бишеһе баш ҡалала йәшәй икән. Бер нисә йыл элек Гүзәл уларҙы берләштереү хыялы менән яна башлай. 2017 йылдың декабрь айында ул, ниһайәт, моратына ирешә – “Аҡтырнаҡ” исемле клуб ойоштора. Унда йөрөүселәр иркенләп аралашыу, тәжрибә менән уртаҡлашыу, бер-береһенә мәғлүмәти ярҙам күрһәтеү мөмкинлегенә эйә була. Күп һуҡырҙарҙың үҙ хоҡуҡтарын белмәүе асыҡлана, хатта дәүләттән махсус өйрәтелгән эт бушҡа бирелергә тейешленен тәүгә ишетеүселәр ҙә була. Баҡһаң, эт тома һуҡырҙарға ҡына түгел, ә беренсе төркөм инвалидтарына ла тапшырылырға тейеш икән. Башҡа төбәк­тәрҙә йөрөтөүсе эттәрҙе хатта шәкәр диабеты менән ауырығандарға бирәләр. Улар хужа­һының шәкәр кимәленең күтәрелеүен һиҙеп, баш­ҡаларҙы иҫкәртә. 
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә мөмкинлектәре сиклән­гән­дәргә уңайлыҡтар, оҙатыусы эттәргә махсус майҙансыҡтар, хужа кеше дауаханаға эләккән осраҡта ваҡытлыса торлаҡ булдырылмаған. Был йәһәттән Гүзәл Хәсәнова хәстәрлек күрә башлаған да инде. Өфө ҡалаһы советы янындағы йәмәғәт советы ағзаһы булараҡ, яңыраҡ депутат Артур Хазиғәлиев менән берлектә ҡалала эттәрҙе йөрөтөү өсөн махсус майҙансыҡтар төҙөтөү буйынса тәҡдимде тормошҡа ашырыуҙа тәүге аҙымдарын эшләгән. 
 
 
Бөгөнгө көндә эшләнәһе эштәр, тыуҙырылаһы уңайлыҡтар күп. Ә унан алда йәмғиәттә йөрөтөүсе эттәргә ҡарата ыңғай фекер уятыу зарур. Беҙҙе бәләкәйҙән эт – кешенең тоғро дуҫы, тип тәрбиәләнеләр. Әгәр беҙ ҙә йәш быуында кескәй дуҫтарыбыҙға ҡарата һөйөү, ихтирам уята алһаҡ, йәмғитебеҙ күркәмерәк, халҡыбыҙ бәхетлерәк булыр ине.
 
Филүзә ӘХМӘТОВА әҙерләне.

Архив, 2019 йыл.

 

Автор:
Читайте нас: