Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Бер автограф тарихы
24 Октябрь 2019, 20:26

Заманыңдың зирәк хакимы һин, Заманыңдың һуҡыр ҡоло һин

Мостай менән бер заманда йәшәү – оло мәртәбә, шул бөйөк зат менән бер милләттән булыу – Хоҙай бүләге. Уның менән осрашып, күрешеп, ихлас һөйләшеү, ҡулынан сәй эсеү оло бәхет тә. Бындай бүләк һәр кемгә эләкмәй ҙә. Уның менән өс осрашыу хаҡында яҙмаҡсымын. Әлбиттә, бөйөктәргә ниндәйҙер ҡағылышы булһа, шуны күпертеп, затлы заттың даны ҡояшында йылынырға әҙер булыусылар күбәйҙе. Мине лә улар иҫәбенә индереүселәр табылыр, тик мин дөйөм осрашыу хаҡында һүҙ йөрөткөм, унан бигерәк шул осорҙа кисергәндәремә, олуғ шәхесебеҙҙең айырым һөйләгәндәренә генә иғтибар биргем килә. Мине ул журналист, шиғыр яҙыусы (шағир түгел) булараҡ белде...#Шоңҡаржурналы #МостайКәрим

Заманыңдың зирәк хакимы һин,

Заманыңдың һуҡыр ҡоло һин
Мостай менән бер заманда йәшәү – оло мәртәбә, шул бөйөк зат менән бер милләттән булыу – Хоҙай бүләге. Уның менән осрашып, күрешеп, ихлас һөйләшеү, ҡулынан сәй эсеү оло бәхет тә. Бындай бүләк һәр кемгә эләкмәй ҙә. Уның менән өс осрашыу хаҡында яҙмаҡсымын. Әлбиттә, бөйөктәргә ниндәйҙер ҡағылышы булһа, шуны күпертеп, затлы заттың даны ҡояшында йылынырға әҙер булыусылар күбәйҙе. Мине лә улар иҫәбенә индереүселәр табылыр, тик мин дөйөм осрашыу хаҡында һүҙ йөрөткөм, унан бигерәк шул осорҙа кисергәндәремә, олуғ шәхесебеҙҙең айырым һөйләгәндәренә генә иғтибар биргем килә. Мине ул журналист, шиғыр яҙыусы (шағир түгел) булараҡ белде, ғөмүмән, беҙҙең осорҙағы һәр йәш ижадсы хаҡында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт бар ине унда. Салауат Әбүзәрҙе талант булараҡ үҙ күрҙе, Азамат Юлдашбаев, Дамир Шәрәфетдинов, Гөлназ Ҡотоева, Лариса Абдуллина, Зөлфиә Ханнановалар һ.б. менән ярайһы уҡ аралашты. Нисек кенә булмаһын, беҙҙең быуынға Мостайлы осорҙа Мостайҙың үҙе менән йәшәү, Мостайҙың үҙе менән Мостай һауаһын һулау бәрәкәте яҙҙы.
Беренсе осрашыу
Көндәлектән: “25. 04. 1988 йыл. Мостай Кәрим менән осрашыу булды. Ул мәктәптең үҙенең ижадына арналған музей-кабинетына комсомол билетын тапшырҙы. Әнисә менән беҙ шиғырҙарҙы уҡыныҡ. Шағирға бик тә оҡшаны...”
1-се һанлы башҡорт республика интернат-мәктәбендә (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге атаҡлы гимназия) уҡығанда яҙыусылар менән осрашыуҙар йыш булды. Әҙәбиәттең, әҙип һүҙенең ҡәҙерле сағы, шуға ла төрлө тарафтарҙан килгән ҡыҙ һәм малайҙарға тере яҙыусы күреүе оло ваҡиға. Ә Мостай килһә, был көн оло байрамға әйләнә, дәрестәр ҡыҫҡартыла, тамаша залы шығырым тула, осрашыу үҙе генә әллә нисә сәғәт бара. Ул йәнле аралашыу, асыҡтан-асыҡ һөйләшеү төҫөн ала. Мостай ул саҡта сабыйҙарса ихласлығы, сабыйҙарса ҡарашы менән иҫтә ҡалған. Хатта уға барып һыйынғы килә ине. Тик ҡыйыулыҡ етмәй, ихласлығы һәм ябайлығы менән бергә уның һәр һүҙенән, һәр сабыр өндәшеүенән Урал тауындай бейеклеген дә, ил, донъя масштабында фекерләүсе мөһабәтлеген дә тоябыҙ. Әнисә класташым менән икебеҙҙе сәхнәгә, Мостай эргәһенә, былар беҙҙең йәш шағирҙарыбыҙ, тип шиғыр һөйләргә мендерҙеләр. Улай ҡаушаманыҡ, телебеҙ көрмәләнмәне, шағир эргәһендә ысын шағир булғыбыҙ килде, шикелле. Мин “Ат тышарға бара малайҙар” тигән шиғыр ғәләмәтен уҡыған булдым. Ул былай тамамлана:
...Һиллек баҫҡас, серле малайҙар
Офоҡ ситтәренә бағалар,
Күккә менеп йондоҙ яғалар...
Һәм бер заман ошо малайҙар
Тормош атын тотоп дағалар.
Дәррәү генә ҡул саптылар. Мостай ҙа ҡалҡынды. Шунан: “Быларҙан шағир сығасаҡ! Шиғриәт толпарына эйәр һалып, шаулап сабыр саҡтарығыҙ алда әле һеҙҙең, йәштәр”, – тине, тағы ла ҡул сабып. Шулай өмөт уты һалды беҙҙең кескәй йөрәктәргә. Әнисә менән икебеҙ ҙә бөгөн ижад юлындабыҙ. Шаулап уҡ сапмаһаҡ та, эйәрләгәнебеҙ ҙә ишәк үк түгел.
Был осрашыуҙа тағы бер нәмә хәтергә ныҡ уйылып ҡалды. Ул кабинет-музейына комсомол билетын тапшырҙы. Фронтта фашист пуляһы, данлыҡлы был ҡомартҡыны тишеп үтеп, ни мөғжизә менәндер шағир йөрәгенә бер иле генә етмәй ҡала. Ошо ҡатырға уның юлын бер аҙ ҡыҫҡартҡан булып сыға һәм шағир иҫән ҡала. Һуғышҡа тиклем үк Мостай Кәрим әүлиә-күрәҙәсе кеүек “Декабрь йыры” әҫәрендә ошо эпизодты тасуирлап яҙа, геройҙың да түшендә ятҡан билетын тишеп дошман пуляһы үтә.
– Һеҙ уны нисек белдегеҙ икән, алдан күрә белеү һәләте бармы? – тип һораныҡ.
– Быныһы, әлбиттә, осраҡлыҡтыр, ә шулай ҙа шағирҙа алдан һиҙемләү сифаты булырға тейеш, ул заман пульсын, мәл менән мәңгелектең дә тын алышын тойорға тейеш, тип иҫәпләйем. Хатта үҙ заманынан бер, ике, өс... аҙым алға барыуы ла ихтимал, – тигән һүҙҙәре иҫтә ҡалды.
Ул саҡта бындай оло аҡыл эйәһенең һәр һүҙен аңлап та етмәгәнбеҙҙер, ләкин тормош юлында барған һайын, хәҙер иҫкә төшөп, күпме уйҙарға һала.
Икенсе осрашыу
01. 10. 1999 йыл. Оло талант эйәһе менән тағы бер хәтәр осрашыу мәңге хәтерҙә ҡаласаҡ. Республика халҡы, ил уның 80 йәшлек юбилейын билдәләргә йыйына ине. Беҙ, дүрт егет, ошо оло ваҡиға алдынан иң абруйлы замандашыбыҙ менән осрашып һөйләшергә тәүәккәлләнек. Ни тиһәң дә, кеше ғүмере сикле, ундай мөмкинлек тағы эләгәме-юҡмы, тигәндәй. Салауат, ғәҙәтенсә, Мостай ағайҙың хәлен белеү өсөн фатирына шылтыратты. Ниәтебеҙҙе белдерҙе. Шул саҡ ул беҙҙе, йәш яҙыусыларҙы, бына ҡайҙан килеп төштө көтмәгәндән оло бәхет-бәрәкәт, үҙенә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Беҙ, Салауат Әбүзәр, Рәлис Ураҙғолов, Булат Тимерғәлиев һәм мин, шағир йортона киттек. Алға китеп шуны әйтәйем: һүҙ тормош, әҙәбиәт тураһында барҙы. Һуңынан мин дә, Рәлис Ураҙғолов та был осрашыу тураһында матбуғатта тулыһынса яҙып сыҡтыҡ. Бөгөн минең иҫте китергән бер нисә һорау-яуапты, деталде генә иҫкә төшөргөм килә.
Мостай ағай өйҙә яңғыҙы, тормош иптәше-йәндәше Рауза апай дауаханала ине. “Арыу-арыу егеттәрҙең юлын Хоҙай миңә борған даһа. Күптән көтә инем”, – тип йылмайып ҡаршыланы шағир. Был һүҙҙәре беҙҙең тартыныуҙы, уңайһыҙланыуҙы шунда уҡ һыпырып ташланы. Һәм шуға әңгәмә лә, ғөмүмән, күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеү, хатта күпмелер серләшеү, тип тә әйтергә ярайҙыр, бик тә ирекле һәм асыҡтан-асыҡ үтте. Шағир бер тапҡыр ҙа “быныһы матбуғат өсөн түгел”, “быныһы үҙегеҙҙә генә ҡалһын” кеүек һүҙбәйләнештәр ҡулланманы. Ул ысынлап та беҙгә улдары, әҙәбиәт киләсәге кеүек ҡараны, шуға ла өгөт-нәсихәт бирмәй, тик аҡыл, тәжрибә бүлешеп, үҙ тиңе итеп, шәхестәр, шағирҙар күреп аралашты. Һәм шуныһы ҡыҙыҡ, ул саҡта бындай шәхес янында һин үҙең дә тормош ваҡлыҡтарынан күпкә юғары тороп, азат булып һәм үҙеңде мөмкин тиклем аҡыллы һәм тыйнаҡ тоторға мәжбүрһең. Иреклек тотанаҡһыҙлыҡты аңлатмағанын шунда уҡ аңлайһың.
Әңгәмә шағирҙың эш кабинетында ике-өс сәғәт барғандыр. Беҙ шағирҙың эш өҫтәленә ултырып, ручкаһын тотоп яҙып та ҡараныҡ, төрлө тарафтан төрлө кешеләр (ил башлыҡтарынан алып ябай уҡыусыларға тиклем) бүләк иткән сувенирҙарға һоҡландыҡ, төрлө телдәге китаптарға күҙ һалдыҡ... Мостай тыйманы, беҙ тартыныу тойманыҡ, тик ипле ҡыландыҡ.
Бик оҙаҡлап киткәс, әҙәп һаҡлап ҡайтырға йыйынғайныҡ, Мостай ағай: ”Ҡунаҡ ул – Хоҙай бүләге, уны мотлаҡ сәй менән һыйлау беҙҙең йола. Атайым беҙҙе шулай өйрәтте, әйҙәгеҙ әле”, – тип беҙҙе сәй эсергә саҡырҙы. Сәй ҡайнағансы, төрлө мәҙәктәр һөйләп, илатҡансы көлдөрҙө. Ярҙам итәйек, тиһәк тә, һәр беребеҙгә үҙ ҡулы менән сәй яһап бирҙе. “Рауза апайығыҙ ҡулынан тағы ла тәмлерәк булыр ине лә, Мостай сәйе менән генә һыуһынығыҙҙы ҡандырырға яҙған бөгөн”, – тигән булды. Беҙ, дүрт егет, быуат шағирының күңеленән дә, ҡулынан да баллы сәй эсеү оло бәхет икәнен ул саҡта уҡ аңлаған инек.
Әңгәмәләге мине уйға һалған бер нисә фекергә диҡҡәт биргем килә.
“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”тағы йор һүҙле, шиғри күңелле Әсҡәтте мин нишләптер уйлап сығарылған образ кеүек ҡабул иткәйнем. Баҡһаң, ул ысынлап та был фанилыҡта булған, йәшәгән икән, Мостайҙың шағирлығында уның йоғонтоһо әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур икән.
“... Шул уҡ Әсҡәттең йор һүҙле, тәбиғәткә яҡын булыуы, тәбиғәттең телен белеүе минең уға иғтибар итеүемә сәбәпсе булғандыр. Уның һүҙҙәрен күңелемә яҡын алып үҫкәнмендер. Минең ижадыма икенсе сығанаҡ — Оло инәйем. Ғүмер буйы һөйләйем: илаһи кеше ине. Үҙемдең инәйем миңә тән бирһә, Оло инәйем йән бирҙе”, – тигәйне ул.
— Ижад кешеһенә мөхит тә кәрәк, шулай бит? – тип һораныҡ.
— Бик кәрәк. Йәштәргә генә түгел, бөтәбеҙгә лә кәрәк. Миңә лә кәрәк. Гетеның бер һүҙе бар: “Боронғо Рим йәки грек драматургтарының әҫәрҙәре юғары кимәлдә ҡуйылған, сөнки Грецияла рухи мөхит һәм кешеләрҙең ижади мөнәсәбәттәре юғары булған”. Мөхит кәрәк, бик кәрәк.
Бына мин шуға аптырайым, тәүге шиғырҙарымды уҡып ҡараһам, оят, хатта уҡырға оят. Хәҙер уны бишенсе класс балалары ла шәберәк яҙа. Ә күңелдә булған ижади көстө нәҡ ошо мөхит асҡан. Әйтәйек, 1939 йылда, миңә егерме йәш тә юҡ, тыуған ауылым Келәшкә киттек: Агиш, Хәй, Кирәй Мәргән. Ун туғыҙ йәшлек шиғыр яҙыусы малайҙың ауылына! Ул ваҡытта бит барып ял итеп ҡайтыу ғына юҡ ине, клубта шиғыр уҡырға ла кәрәк. Оло шағирҙар атайым, әсәйем менән танышты. Атайым, аптырап, Агишҡа әйткән: “Нишләп оло башың менән бынау тайға эйәреп ҡайттың?” — тип. “Тайың эйәртерлек булғас, ҡайттым инде”, — тигән Сәғит. Бына шулай, ижадта йәш айырмаһы булырға тейеш түгел, ә ижади мөхит мөһим”.
Мостайҙың ошо яуабы бөгөн дә ныҡ тәьҫир итә миңә, уйландыра. Аҡсаға ғына ҡоролған, матди байлыҡҡа ғына ынтылған донъяла яҡшы әҫәрҙәр яҙыуы бик ҡыйын. Ижади һәм кешеләрсә мөнәсәбәт кенә сәнғәтте лә, әҙәбиәтте лә, иҡтисадты ла юғары кимәлгә күтәрә. Беҙ быны ҡасан аңларбыҙ икән – билдәһеҙ.
Шуның артынса уҡ: “Әҙәбиәттә хәҙер сүп-сар күбәйҙе. Һеҙҙең быға ҡарашығыҙ нисек?” – тип ҡыҙыҡһындыҡ.
— “Сүп-сар” тигәндән, мин ундай һүҙҙе ҡулланмайым. Кемдеңдер күңеленән сыҡҡан әйбер бит ул. Ғүмеремдә бер кемгә лә “бездарный” йәки “талантһыҙ” тип әйтмәнем, сөнки ул булдырғанса эшләгән. Ҡалғаны инде — халыҡтың эше, иләктән иләү — тәнҡитселәрҙең, әҙәбиәт ғалимдарының эше. Әҙәбиәтебеҙҙең дөйөм кимәле хәҙер түбән түгел, әйтәм бит, мәктәп уҡыусылары балалар гәзитендә баҫтырған шиғырҙы улар йәшендә яҙа алмай инем. Әйтәйек, һуғышҡа тиклемге прозаның да эстетик художество кимәле юғары түгел ине, сөнки башланғыс осор булды. “Сүп-сар” тигәндән, уны күтәреү тенденцияһы, ошо “сүп-сар”ҙы хазина итеп күрһәтеү ҡурҡыныс, – тине.
Барыр юлда ҡарап барыр йондоҙҙар юғалһа, һәр ялтыраған сүп-сар ҙа үҙенә саҡырып тороусы маяҡҡа әйләнә шул. Бөгөн Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Зәйнәб Биишева, Булат Рафиҡов, Рауил Бикбай кеүек барометрҙар ауғайны, ҡиблабыҙҙы юғалта барабыҙ, юғалта барабыҙ. Мостай ул саҡта: “ Мин Хоҙайҙы бар тип иҫәпләйем, “юҡ” тип әйтергә хаҡым юҡ. Аллаһмы, түгелме — мөһим түгел, йыһандың дөйөм бер гармонияһы бар. Бәлки, минең намыҫымдыр, бәлки, инанысымдыр ул“, – тигәйне. Тура ғына, аҡыл менән барырға ҡай саҡ ана шул Намыҫ етмәгән кеүек бөгөнгө заман балаһына.
Һикһән йәшлек шағирҙан: “Һеҙҙең мөхәббәт тураһында шиғырҙарығыҙ күп. Рауза апай, башҡаға арнайһың, тип үпкәләмәй инеме?” – тип һорарға баҙнат иттек әле.
— Бер ваҡытта ла ҡулына тейгән, бүтәнгә исемләнгән шиғырҙарҙы тикшереп, кемгә арналғанын һорап маҙама теймәне. Шағир күңелен аңлай ине. Минән шулай уҡ йыш ҡына: “Тормош иптәшегеҙ ижадығыҙға нисек ярҙам итте?” — тип һорайҙар. Ҡамасауламаһа, шунан да оло ярҙам юҡ, тинем.
Бәхетле ир булған Мостай! Шағир өсөн һине аңлауҙары барыһынан да мөһимерәк шикелле.
Мостай беҙҙе урамға сығып оҙатып ҡалды. Яңы ғына бер шиғыр яҙҙым әле, тип уны уҡып та ишеттерҙе. Хушлашҡанда: “Яҙыусылар – халҡының пәйғәмбәрҙәре ул. Талант эшләргә тейеш, баш күтәрмәй эшләргә тейеш – быны онотмағыҙ!” – тине. Беҙ, һөйөнөшөп, сафлыҡ һәм көс алып, ҡайтырға төштөк. Бер яҡҡа кәүҙәһен ҡырын һалып, йылмайып Мостай урам уртаһында тороп ҡалды.
Өсөнсө осрашыу
20. 05. 2004 йыл. “Йәшлек” гәзитенең ул саҡтағы баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин Мостафа Сафа улын редакцияға ҡунаҡҡа саҡырҙы. Бар коллектив йыйылды, башҡа редакция вәкилдәре лә инде. Шул тиклем ихлас һөйләшеү булды, һуңынан гәзиттә шулай уҡ баҫылып сыҡты.
Был көндө мин Мостайҙан автограф алдым... улыма. Улымдың тыуыуына ни бары өс кенә көн, ҡатыным – бала табыу йортонда. Йәдкәрҙе (исемен алдан уҡ уйлап ҡуйғайныҡ) ҡулыма ла алмағанмын әле.
– Мостай ағай, өсөнсө көн генә минең улым тыуҙы, уға автограф бирегеҙ әле, – тип яңы ғына сыҡҡан “Беҙҙең өйҙөң йәме” китабын астым.
– Ҡотлайым, – тип ҡулымды ҡыҫты шағир. – Исеме бармы әле?
– Бар, әлбиттә, Йәдкәр!
– Хәт-тәр исем, мәғәнәле исем. Лайыҡлы үҫһен! Бик тә шәп, улың үҫкәс, Мостай ағай үҙе кеүек оҙаҡ һәм оҙон, бәхетле һәм ҡәҙерле ғүмер кисерергә теләне, тиерһең! – һәм шулай тип яҙып та бирҙе.
Улымдың исемен шулай итеп иң тәүҙә Мостай үҙе (!) ҡағыҙға теркәне. Әле уның тыуыу тураһында исем ҡағыҙы ла юҡ ине бит.
Һуңынан китапты ҡатыныма ебәрҙем. Бала табыу йортоноң килтергән әйберҙәрҙе алған ерендә китапты ҡабул итмәҫкә тырыштылар тәүҙә: “Не положено, әсәйҙәрҙең китап уҡырға ваҡыты юҡ унда”. Китапты асып күрһәттем дә: ”Автограф от самого Мустая моему сыну”, – тип маһаям. Аптыраны шәфҡәт туташы, шунан алып барырға мәжбүр булды.


Коллектив менән осрашыуҙан һуң Сәлмән Шакирйән улы Мостай Кәримде һәм бер нисә кешене бәләкәй бүлмәгә сәй эсергә саҡырҙы. Табын артында шулай уҡ асыҡтан-асыҡ һөйләшеү дауам итте. Шунда Мостайҙың өс һорауға биргән яуабы аптыратҡайны, һоҡландырғайны ла. Булмышы менән тарихсы булған баш мөхәррир: “Заманында Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуы дөрөҫ булғанмы, һеҙ нисек уйлайһығыҙ?” – тип һораны. Был мәл Башҡортостандың Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығын билдәләгән осор ине, шуға һорау тәбиғи яңғыраны. Ә яуап беҙҙең өсөн көтөлмәгәнсә булды:
– Дөрөҫ булған! Ваҡыт быны иҫбатланы. Киң Рәсәйҙә нисә быуат Башҡортостан йәшәй, йәшәйәсәк тә. Әгәр ҙә ул саҡ беҙ Ҡаҙаҡ иленә ҡушылған булһаҡ, бәлки башҡорт иле бөгөн булмаҫ та ине. Ни өсөнмө? Сөнки ҡаҙаҡтарға телебеҙ ҙә, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ ҙә яҡын. Ассимиляцияға бирелер инек. Ә рустар менән беҙҙең менталитет та, тел дә, дин дә башҡа. Шуға “ашауы” ауырыраҡ. Аллаға шөкөр, айырым этнос булып йәшәйбеҙ ҙә”.
“Татарстандың халыҡ шағиры тигән исем бирергә йыйыналар, тип ишеттек, был хәбәр хаҡмы?” – тип тә һораштыҡ. Ул осор Башҡортостан менән Татарстандың үҙ-ара мөнәсәбәттәре һыуыныңҡырап киткәйне. Әллә Шәймиев менән Рәхимов араһымы?
Алдашманы ла, тәртәне башҡа яҡҡа ла бороп маташманы, былай тип яуап бирҙе Мостай Кәрим:
– Ысынлап та Минтимер Шәймиев үҙенә саҡыртып алды. Әйҙә һеҙгә халыҡ шағиры исеме бирәйек, тине. Мин ипле генә баш тарттым. Мин, берҙән, башҡорт. Башҡортостан һауаһын һулап, һыуын эсеп үҫкәнмен. Һәм ғүмерем буйы тыуған еремде данлап йәшәйем, тинем. Икенсенән, ике халыҡтың халыҡ шағиры булып та булмай, сөнки һинең тыуған халҡың берәү генә.Эйе, башҡорт менән татарҙы бер ҡоштоң ике ҡанаты тибеҙ, ләкин уларҙың һәр береһе үҙ тарихы, үҙ йолалары, үҙ сәнғәте, үҙ теле менән айырым үҙ аллы халыҡ, тип тә өҫтәнем. Шәймиев аҡыллы заттан, дәлилдәремде аңланы. Тиҙҙән Өфөгә киләсәк, мөнәсәбәт һәйбәтләнәсәк.
Планетар масштабта фекерләүсе ил ағаһы менән һөйләшеү фәһем-һабаҡ ҡына түгел, бер тарихи мәл дә.
– Йөҙ йылдан һуң һеҙҙе иҫләрҙәрме икән? – тип тә һораныҡ. Иҫләрҙәренә үҙебеҙҙең шигебеҙ ҙә юҡ. Беҙгә зирәк аҡһаҡалдың яуабы ҡыҙыҡ. Бик баҫалҡы ғына яуап бирҙе шағир:
– Халҡым йәшәһен! Ул саҡта бер генә башҡорт булһа ла минең исемемде йә берәй шиғырымды телгә алыр ул... – шунан йәнгә йылы бирерҙәй итеп йылмайҙы.
Халҡым иҫән, һинең исемең дә тере, Шағир, тип әйткем килә бөгөн!
Читайте нас: