Шоңҡар
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Мөхәббәт ҡиссаһы

Һинең тауыш, һинең моңдарың...үҫмер ҡыҙ шағирҙа саф мөхәббәт тойғоһо уята

Мөхәббәт ҡиссаһы
Мөхәббәт ҡиссаһы
Кеше ғүмерен шағирҙар юҡҡа ғына күк көмбәҙендә ялтлап янған сихри йондоҙҙарға тиңләмәйҙер. Йондоҙҙар нисек итеп ҡапыл ҡабынһалар, шулай уҡ ҡапыл ғына юҡҡа сығалар. Тик ҡайһы берҙәре, үтә ныҡ сағыуҙары ғына, үҙҙәренең артынан оҙон, ялтырауыҡлы эҙ ҡалдырып атыла. “Күктә нисә йондоҙ булһа, кеше ғүмере лә шул саҡлы. Һәр кешенең үҙ йондоҙо бар. Берәйһенең атылып төшкәне күренһә, был донъяла кемдеңдер әжәле еткән була”, - тип тә әйтәләр.
 
Эйе, бер кеше лә донъяға мәңгелеккә килмәгән, бөтәбеҙ ҙә бында ни бары ҡунаҡ ҡына. Шулай ҙа, кем генә булмаһын, ниндәй генә яҙмыш кисермәһен – һәр беребеҙ үҙебеҙҙең артыбыҙҙан ниндәй ҙә булһа эҙ ҡалдырырға тырышабыҙ. Ләкин халҡыңдың хәтерендә оҙаҡҡа ҡала алырлыҡ тәрән эҙ ҡалдырыу бөтә кешегә лә бирелмәй шул.
 
Ошоноң ише фәлсәфәүи уйҙар башыма юҡҡа ғына килмәне, әлбиттә. Был мәҡәләнең төп геройы ла – үҙенең ҡыҫҡа ғүмере эсендә халҡыбыҙ, дөрөҫөрәге, уның әҙәбиәте, шиғриәте тарихында ысын мәғәнәһендә сағыу эҙ ҡалдырып өлгөргән шәхес. Ул – Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылы егете, арабыҙҙан иртә киткән талантлы шағир Рәмил Ҡол-Дәүләт /Дәүләтҡолов/. Уның тураһында был мәҡәләне яҙыуға түбәндәге ваҡиға сәбәпсе булды.
 
 
Бер көндө редакцияға Сибай интернат-мәктәбендә бергә уҡыған класташым Зөһрә килеп инде (яҙасаҡ юлдарым уның шәхси тормошона ла ҡағыла, шуға күрә исеме үҙгәртеп алынды). Ул миңә ситтәре таушалып, һарғайыңҡырай башлаған бер нисә хат тотторҙо ла, һорай ҡуйҙы:
 
– Иҫләйһеңме, 10-сы класта уҡыған саҡта беҙгә Өфөнән практиканттар килгәйне?
 
– Эйе, - тигән булдым, үҙем ул мәлде ниңәлер ҡапыл ғына яҡшы итеп хәтеремә төшөрә алманым.
 
– Ә беҙҙең класта кем практика үткәнен хәтерләйһеңме?
 
Яйлап ҡына хәтер йомғағын һүтәм. Үткән быуаттың 80-се йылдар аҙағы. Эйе, бер көндө класыбыҙға ҡаҡса ғына йөҙлө, ябыҡ кәүҙәле, уйсан ҡарашлы, ҡара мыйыҡ ебәргән ағай (ул саҡта уға 29 йәш кенә булған) килеп инде лә, ябай ғына итеп иҫәнләшеп, беҙҙә практика үтәсәген белдерҙе. Беҙ, әлбиттә, ныҡ ҡыуандыҡ. Сөнки яңы кешенән, бигерәк тә йәш ағайҙан, һабаҡ алыуы беҙҙең өсөн ниндәйҙер оло шатлыҡ ине ул ваҡытта. “Был практикант йыуаш күренә, дәрескә әҙерләнеп ыҙаламаһаҡ та була”, – тип егеттәр менән үҙ-ара һөйләшеп тә алғайныҡ. Ағайыбыҙ беҙгә башҡорт теленән һәм әҙәбиәтенән дәрестәр бирҙе. Уйсан, моңһоу ҡарашлы күҙҙәрен тәҙрәгә төбәй ҙә һөйләй ҙә һөйләй ине. Ә беҙ шунда шаярған, ҡыланған булабыҙ, ундай ғына практиканттарҙы күргән бар, йәнәһе. Шулай ҙа саф, эскерһеҙ күңеле, ябайлығы, ихласлығы менән ағайыбыҙ үҙенә ҡарата алды. Хушлашҡан көндә күмәкләп вокзалға барып, оҙатып тороп ҡалдыҡ. Ул саҡта Рәмил ағайыбыҙҙың киләсәктә танылған шағир, драматург булып китерен, ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә нескә, лирик шиғырҙар, фәһемле драмалар, поэмалар ижад итерен, ҡаты ауырыуҙан йәшләй генә вафат булырын белмәй ҙә, күҙ алдына килтермәй ҙә инек...
 
Синыфташым алып килгән хаттар ана шул Рәмил ағайыбыҙҙан булып сыҡты. Класыбыҙҙағы иң һылыу ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе һаналған сөм ҡара күҙле Зөһрәгә төбәп яҙылған ине улар. Бына әле ул хаттар минең алдымда. Бынан өс тиҫтә йыл самаһы элек Рәмил ағайыбыҙҙың йөрәгенән урғылып сыҡҡан һүҙҙәре, ҡайнар хистәре менән һуғарылған юлдарҙан төҙөлгән хаттар.
 
– Вокзалда хушлашҡандан һуң ятаҡҡа ҡайтҡас, минең ҡулыма кемдер бер ҡағыҙ киҫәге тоттороп киткәйне, – тип хәтерләй Зөһрә. – Асып ҡараһам, өс куплеттан торған шиғыр. Мин тәүҙә аптырап ҡалдым, һуңынан ғына, уның кем яҙғанын белгәс, тынысландым.
 
Бына ул юлдар:
 
“Кисер минең иҫәрлекте,
Тойғомдо тыялманым.
Ҡарап-ҡарап күҙҙәреңә,
Һис кенә туялманым...
 
 
Эс-серемде әйттем бына,
Йәшемдән оялманым.
Бәлки, наҙлы ҡарашыңды
Мин ҡабат күрәлмамын.
 
 
Тойғомдо тыялманым да,
Йәшемдән оялманым.
Кисер мине, күҙҙәреңә
Ҡараным, туялманым
Һис кенә туялманым...
 
 
Зөһрә, Өфөгә хат яҙ, йәме.
 
Сәләм менән Рәмил ағайың”.
 
Күпмелер ваҡыт үткәс, Өфөнән хат килеп төшә. “Сәләм Өфөнән! – тип башлана ул. – Һаумы, Зөһрә! Һиңә бик күп-күп сәләмдәр ебәреп ҡалыусы Рәмил ағайың. “Ағайың” тигән һүҙҙе эй яҙғы килмәй ҙә ул, тик ни хәл итәһең, дөрөҫө шулай булғас, яҙырға тура килә. Минең хатты алғас әллә нимәләр кисереп бөтөрһөң инде. Асыуланһаң да, үпкәләһәң дә ризамын, тик көлмә генә, йәме. Әлегә мин үҙем дә нимә ҡыланғанымды аңламайым. Хат яҙыр алдынан оҙаҡ уйландым, аҡыл менән хистәр көрәште миндә. Аҡыл күҙлегенән сығып ҡарағанда, уҡытыусының үҙ уҡыусыһына ошондай һүҙҙәр яҙыуы гонаһтыр, бәлки. Ләкин хистәр ҙә бар бит әле был донъяла.
 
Мәктәптә саҡта һинең менән аралашыу мөмкин түгел ине. Һүҙ әйтеү түгел, дәрес ваҡытында ҡарарға ояла инем, ҡарашыңдан фекерем тарҡалыуынан ҡурҡтым. Әллә нимәләр яҙып ташланым...
 
Үҙем тураһында бер аҙ яҙып үтәйем. Һәйбәт кенә уҡып йөрөйөм... Тағы нимә яҙайым икән. Бер кем менән дә аралашмайым. Баш һуҡан яҡҡа сығып китәм дә үҙ алдыма уйланам да йөрөйөм. Көнө буйы Ағиҙел буйын ҡыҙырам, шиғыр яҙған булам шунда. Әйткәндәй, күптән шиғыр яҙғаным юҡ ине, күңелем туң булды, Ағиҙел боҙҙары һымаҡ. Хәҙер инде аҡтарыла башланы күңелемдә. Шуға ҡыуанып бөтә алмайым. Беләһеңме, ниндәй ауыр шиғыр яҙылмаған саҡтарҙа. Шағир өсөн ул трагедия, афәт килеү менән бәрәбәр. Ярай әле, һине осраттым.
 
Бына шулай йәшәп ятҡан булам. Тик һеҙһеҙ барыбер күңелһеҙ. Әйттем бит инде, бында бөтөнләй башҡа донъя. Шулай ҙа мин бирешмәйем. Ышаныслы кешеләр аҙ, шуға ла ауырға тура килә ҡайһы саҡта. Һин хат яҙһаң еңелерәк булыр миңә. Зөһрә, үҙең тураһында ла яҙып ебәр, йәме. Нисек уҡыйһың, ниндәй пландар менән йәшәйһең? Барыһы хаҡында ла.
 
Күңелемә, зинһар, эскәрәк ин,
Еңел-елпе генә ҡарама.
Минең күңелем өҙөк-йыртыҡ өмөттәрҙән
Ҡоршалмаған бер ҡорама.
Рәхәтләнеп наҙлан, түшәк итеп,
Йәйәйемсе уны алдыңа.
Күҙ-ҡаш һирпеп кенә уҙып китмә,
Яндарымда бер үк ҡал ғына.
Бит күңелем күргәҙмәлә торған
Түгелдаһа затлы бер келәм.
Ҡайғыларың күрһәм ҡараямын,
Шатлығыңдан балҡып мин көләм.
Ихлас наҙ-һөйөүгә мин мохтажмын
Ялғанынан яҙмыш аяһын.
Булды берәү. Аунап иркәләнде
Һөртөп китте аҙаҡ аяғын.
Төрлө төҫөн күреп күңелемдең
Шикләнмә һин, бер ни уйлама.
Алдарыңа йәйелергә торам.
Өмөтөмдө генә алдама...
Өмөтөмдө, зинһар, алдама.
 
Өфө. 25 март, 1987 йыл. Зөһрә, һин мине ғәфү ит. Сибайға бармай түҙә алмам ул...
 
Һин ҡурҡма, мин ҡырҙан ғына ҡарап үтермен, йә вокзалда булырмын шунда.
 
Ярай һау булып тор. Хат көтәм.
 
С/м Рәмил ағайың”.
 
Зөһрә йәш шағирҙы яуапһыҙ ҡалдыра алмай. Оҙаҡ ҡына уйланғандан, әхирәт ҡыҙы менән кәңәшләшкәндән һуң, ул да ҡулына ҡәләм ала һәм әле балалыҡтан да сығып етмәгән саф күңеленән сыҡҡан һүҙҙәрҙе хат юлдарына теҙә. Ул хаттарҙың Рәмил Ҡол-Дәүләт өсөн ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә булғанын аңлар өсөн түбәндәге һүҙҙәргә күҙ һалыу ҙа етә:
 
“...Беләһеңме, Зөһрә, хатыңды берҙән-бер дуҫым Вәғиз килтергәндә мин больницала түшәктә ята инем. Уны уҡығас, ышанаһыңмы, ырғып килеп торҙом, хәлһеҙ быуыныма көс кергәндәй булды. Әллә һин минең хәлемде белеп, күңелең менән һиҙеп яҙҙыңмы? Бөтә иптәштәреңдән төңөлөп, был донъяла япа-яңғыҙ ҡалып, әллә ниндәй яман уйҙар уйлап ятҡанда шундай хат килһен әле!
 
Больницала ятыуыма ай тулып килә инде. Ағиҙел буйына сығып ял иткәндә һыу ингәйнек, шунда һыуыҡ алдырҙым. Үҙем дә әллә ниндәй кеше инде, бер ҙә кешесә йәшәй белмәйем, әллә ниндәй ярамаған эштәр эшләп ташлайым. Уҡытыусыларҙы тәнҡитләп мәҡәлә яҙғайным, телевизорҙан да һөйләгәйнем, улар хәҙер миңә ҡырын күҙ менән ҡарайҙар. Группала бергә уҡыған иптәштәрем менән дә талашып бөттөм. Хәҙер килеп тә урамайҙар. Тик Вәғиз генә килеп йөрөй. Ул үҙе II курста уҡый, минең яҡташым, Әбдрәш ауылынан.
 
Шулай итеп, аңҡы-тиңке булып йөрөй торғас, больницаға инеп киттем. Юҡ, мин береһен дә ғәйепләмәйем, барыһына ла үҙем ғәйепле. Һеҙҙең алдығыҙҙа ла бөтмәҫ ғәйеп тоям. Үҙемдең ҡайғыларға бирелеп, һеҙҙе онотоп ташланым. Дөрөҫ, мин 1-се хаттан һуң класҡа һәм һиңә айырым хат яҙғайным. Алманығыҙмы әллә? Тағы бер егеткә “егеттәрсә” хат яҙғайным. Нишләптер ул да яуап яҙманы. Тик барыбер мин һеҙҙең бөтәгеҙҙе лә оҡшатам, хатта яратам, һеҙҙе һағынам, һеҙҙе уйлайым... Бөтәһенә лә шулай тип әйт, йәме. Һеҙ - гүзәл “Айгөл иле” кешеләре, бындағы, Өфөләге, әҙәмдәргә бөтөнләй оҡшамағанһығыҙ. Һеҙҙең күңелегеҙ саф, изге, хыялдарығыҙ бөйөк, уйҙарығыҙ яҡты... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һеҙҙең менән ҡалырға яҙманы миңә, бында килгәс бейек тауҙар иленән шыҡһыҙ, томанлы үҙәнгә төшкәндәй булдым. Хәҙер шул үҙәндә аҙашып, юл таба алмай ҡаңғырып йөрөйөм. Тик алыҫта-алыҫта, бейек тауҙар башында яҡты бер йондоҙ мине үҙенә саҡырып тора кеүек. Ул йондоҙ – һинең күҙҙәрең, Зөһрә. Шуға күрә мин бер ваҡытта ла аҙашмам, изге, дөрөҫ юлымдан ситкә тайпылмам.
 
Тағы, йөрәгемә илһам, быуыныма бөтмәҫ көс биргән маҡсатым бар минең. Ул да булһа – китап яҙыу. Был тормоштоң матурлығы, шатлыҡтары, ғазаптары, дөрөҫлөк, ялғанлыҡ, яҡшылыҡ, яманлыҡ – бөтәһе-бөтәһе тураһында повесть, йә булмаһа роман яҙғым килә.
 
Һеҙҙең шундай бер маҡсатығыҙ булһа ине. Тик яңылыша ғына күрмәгеҙ. Күңелегеҙ ҡайҙа тарта, шунда ынтылығыҙ. Намыҫығыҙ нимә ҡуша, шуны эшлә, Зөһрә, һин, нишләргә белмәйем, тигәнһең. Ниндәй генә кәңәш бирәйем икән мин. Кеше үҙ юлын үҙе һайларға тейеш. Йөрәгеңә нимә ята, шунда кит. Эҙлән, юғалт, тап, тик бер ваҡытта ла тормош ауырлыҡтарына бирешмә, шунда ғына маҡсаттарыңа ирешерһең.
 
Мин йәй буйы Өфөлә булырмын ул. Ауырып ятып, әле экзамендарҙы бирмәгәнмен. Башҡа эштәр ҙә күп. Өфөгә килһәгеҙ, мине эҙләп табығыҙ. Саҡырыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, больницанан сығып өлгөрһәм, “әбизәтелнә” барырмын. Әй, фотоны алдым, һағынғанда ҡарап-ҡарап алам. Һуңлап булһа ла һуңғы звонок менән ҡотлайым, барығыҙҙы ла. Аҡ юл һеҙгә. Уҡығыҙ, “балалар”, кеше булығыҙ.
 
Хат яҙ, Зөһрә.
 
С/м Рәмил ағайың”.
 
Зөһрәгә һуңғы хатын шағир 1988 йылдың 1 сентябрендә яҙып һала.
“Сәләм Өфөнән, һаумы, Зөһрә! Һиңә бик күп сәләмдәр ебәреп ҡалыусы Рәмил ағайың булыр. Бөгөн, йәғни 1 сентябрь көнө, Магниттан яҙған хатыңды алдым. Ятаҡтан бүлмә алдыҡ та, холодильник алырға киттек. Прокат икенсе ятаҡта, барып инһәм – һинең хат ята! Шулай итеп, һуңлап булһа ла һинең сәләмең мине эҙләп тапты. Юғиһә, ниндәй аяныслы булыр ине.
Беләһеңме, мин һине Өфөгә килеп етер тип көткәйнем. Дөрөҫ, мин йәйгеһен ауылда яттым. Августа экзамендар башланмаҫ борон һеҙҙе осратырмын тигән өмөт менән Өфөгә килдем. Зөлфәт менән Иҙелбаевты ғына күрҙем. Шулар менән йөрөнөк-йөрөнөк тә, мин, аптырағас, ҡайтып киттем. Зөлфәт БДУ-ға провалить итте лә, Иваново ҡалаһындағы электротехник институтҡа пересдавать иткәйне. Белмәйем, инә алды микән? Иҙелбаев лесотехникумға поступать итте, шикелле. Башҡаларҙы осрата алманым.
Бер аҙ үҙемдең хәлдәр тураһында яҙып үтәйем. Йәйҙе һәйбәт үткәрҙем. Йәй буйы бесән эшләнек. Ҡырҙа рәхәтләнеп йөрөнөм, уҡыуҙарҙан ял итеп ҡалдым, исмаһам. Бына бөгөн тағы уҡый башланыҡ. Эй, ялҡытты был уҡыу, ҡасан үҙ аллы йәшәй башлайым инде. Тағы 1 йыл ҡалды. Беҙ быйыл йүнләп уҡымаҫбыҙ ул. Октябрь байрамынан һуң практика башлана. Яңы йылдан диплом эшенә тотонабыҙ. Һин бушҡа Өфөнән ҡайтып киткәнһең, үҙең әйтмешләй, берәй урын табылыр ине. Нишләп берегеҙ ҙә филфакка килмәнегеҙ? Мин һеҙҙе көткәйнем. Уҡытыусылар менән һөйләшкәйнем. Магниткала ауылдан барған беҙҙең халыҡҡа ҡыйын бит ул. Вис кенә урыҫҡа әйләнеп бөтәһең. Хәҙер һин ҡайҙа йөрөйһөң? Хәлдәрең нисек? Мин һинең июль айында яҙған хатыңа яуап яҙғайным, Сибайға. Шуны алдың микән? Ғөмүмән, Сибайға өс-дүрт хат яҙҙым. Әллә һиңә барып етмәнеме? Аптырайым. Хат яҙмайһығыҙ, тигәнһең бит. Ауылда булһаң, ҡайғырып йөрөмә, Өфөгә кил. Эш табылыр ул. Ярай һау булып тор. Хат көтәм.
 
С/м Рәмил ағайың”.
 
 
Ошо һуңғы хаттан һуң ике арала бәйләнеш өҙөлә. Зөһрә Рәмил ағаһы менән башҡа күрешә лә, хат яҙыша ла алмай. Ни итәһең, һәр кемдең үҙ яҙмышы, тормошта үҙ юлы бар.
 
Шағирҙар бәхетһеҙ була, тиҙәр. Был һүҙҙәрҙә ниндәйҙер дәрәжәлә дөрөҫлөк бар, минеңсә. Рәмил ағайыбыҙҙың бәхетле йәки бәхетһеҙ булыуы тураһында мин дә, синыфташтарым да артыҡ бер нәмә белмәйбеҙ. Әммә беҙҙең өсөн ул һәр ваҡыт уйсан ҡарашлы, саф күңелле “мыйыҡ” ағай, йәш практикант булып ҡалды һәм ҡаласаҡ. Хәҙерге көндә төрлөбөҙ төрлө тарафта донъя көтөп маташҡан булабыҙ. Рәмил ағайыбыҙ ҡара күҙҙәрен күктәге йондоҙҙарға тиңләгән Зөһрәбеҙҙең дә – үҙ тормошо, үҙ юлдары.
 
Шағир, драматург Р. Ҡол-Дәүләттең яҙмышы бәйләнгән йондоҙға оҙаҡ балҡырға яҙмаған икән. Тирә-яҡҡа нурҙар сәсеп, артынан яҡты, тәрән эҙ ҡалдырып атылды ул йондоҙ. Атылды ла, ҡайҙалыр төпһөҙ-сикһеҙ ҡараңғылыҡҡа инеп, күҙҙән юғалды. Тик һүнмәҫ шиғырҙары, поэмалары, драмалары ғына сағыу, юйылмаҫ эҙ рәүешендә тороп ҡалды.
 
Бынан һуң беҙҙең бөтә класс исеменә яҙылған хат килеп төшә. Аҙағында бик матур шиғыры ла бар.
 
“Егеттәр-ҡыҙҙар, минең “бәләкәстәрем”! Ағайығыҙҙы ғәфү итегеҙ инде, һеҙҙе онотоп ташланым. Ҡарт кешенең хәтере насарыраҡ була инде ул. Склероз менән ыҙаланым, әле больницала ятам. Күп уҡып, әҙерәк шөрөптәр бушап киткән, шуларҙы нығытып алырға кәрәк. Ҡуй инде, ҡороп китһен ул уҡыу тигәндәре. Вис кенә зиһенемде алып бөттө, барлы-юҡлы һаулығымды бөтөрҙөм... Уҡый торғас инде “бер төрлөрәк” була барам, шикелле... Шутка! Бомборбея! Тик шулай ҙа, ыштанһыҙ малай булып, көнө буйы йылға буйынан ҡайтмай, һыуға эс менән ятып, аяҡ-ҡулдар менән “сәп-сәп” итеп тик ятыр кәрәк ине. Эх, ҡайҙа минең шәп саҡтар, кеҫә тулы борсаҡтар!
 
Өфөлә шундай матур көндәр тора. Ер йәм-йәшел, күк зәп-зәңгәр. Тирәктәр мамығын осора. Кис булдымы, Салауат һәйкәле яғынан моңло гармун тауышы ишетелә. Ә мин, больницаның тәҙрәһенән ҡарап, эй илайым, эй илайым... Ярай, хат яҙығыҙ ағайығыҙҙы йыуатып, элекке адрес буйынса. Мин тиҙҙән сығырмын ул.
 
Һинең тауыш, һинең моңдарың
Торған ерем алтын һарай түгел,
Булған донъям бары аласыҡ.
Юғалтҡандай яҡты йондоҙомдо,
Мин йөрөйөм һинһеҙ аҙашып.
Көндәрем дә минең төндәр кеүек,
Бар юлдашым моңһоу ай ғына.
Һине эҙләп тағы сәфәр сыҡтым,
Аҙымдарым үтә яй ғына.
Шул тиклм дә яҡын, таныш моңдо
Айырамын мең-мең тауыштан.
Шуға ла бит төндә юлдар табып,
Һиңә киләм алыҫ-алыҫтан.
Күңелемдә әгәр йәшәй икән,
Һинең тауыш, һинең моңдарың.
Был донъяла, юҡ-юҡ, аҙашмам мин,
Һиңә генә илтер юлдарым.
 
с/м Рәмил ағайығыҙ”.
 
 
Был шиғыр донъя күргән күреүен, ләкин баҫылған китапта уның тәүге 2 строфаһы юҡ. Кемдер күңелде тетрәндерерлек был юлдарға көй яҙған, ул матур йырҙы хәҙер йыш ишетәбеҙ. Шиғырҙың кемгә арналғанын да төшөнәбеҙ, буғай... Ҡыҙыҡ бит ул был донъя. Моғайын, хатҡа яҙып ебәргән был шиғыр тыуғанда Рәмил ағайыбыҙ уның моңло бер йыр булып китерен уйлап та бирмәгәндер әле.
 
Зөһрә өсөн ҡәҙерле булған был хаттар “Атайсал” гәзитендә баҫылғандан һуң күп тә үтмәне, мин башҡа эшкә күстем. Хаттар унда ҡалды. Редакция бер урындан икенсеһенә күсенгәндә улар юғалған. Йәл, шағир тауышы ҡайҙалыр юғалып ҡалғандай тойолдо. Хәҙер уларҙы яңыртырға теләнем, эскерһеҙ хаттар аша шағирҙың моңло ла, мөхәббәтле лә, саф та һәм шағирҙарса сәйер күңел донъяһын башҡаларға ла күрһәткем килде. Донъяла шағирҙарса мөхәббәт тә йәшәүгә хоҡуҡлы бит!
 
Илһам ЙӘНДӘҮЛӘТОВ.
Автор:
Читайте нас: