Бәләкәй саҡтан уҡ китап уҡырға яраттым. Мәктәпкә төшкәнсе үк, әсәйем гәзит битенән хәреф танырға, ижекләп уҡырға өйрәткәйне. Шунан бирле китап ене ҡағылды. Өйгә килгән китап-журналдарҙы ҡалдырмай уҡып барҙым. Китапханаға йөрөй торғайным. Ҡайһы бер яңы сыҡҡан китаптарҙы почта аша ла яҙҙырып ала инем. “Аҡса яуы”,— тип, әсәйем һуҡранһа ла, хаҡын түләп, барыбер ала ине. Сөнки үҙе лә уҡырға яратты.
Әрме хеҙмәтендә саҡта, офицерҙар уҡырға әүәҫлекте күреп, төнгө дежурға өйҙәренән китап-журналдар килтерә торғайны.
Әҙәбиәткә һөйөүемде Өфөгә килгәс тә ташламаным. Стипендия алғас та, Ленин урамындағы “Белем” магазинына барып, бер ҡосаҡ яңы китап һатып алам. Ул саҡ башҡорт китаптары бүлегендә алсаҡ, ихлас һатыусылар эшләне. Улар яңы сыҡҡан китаптарҙы тәҡдим итә, яҙыусыларҙың автографы менән китаптарын һатыу ҙа ойошторола ине.
Бер ваҡыт керһәм, Зәйнәб апай Биишева ултыра. Бәләкәй саҡтан уҡ яратып уҡыған “Дуҫ булайыҡ”, “Сәйер кеше” повестарын, “Кәмһетелгәндәр”, “Оло Эйек буйында”, “Емеш” романдарын яҙған яҙыусыны яҡындан күреп, бик шатландым да, тулҡынландым да. Хәтеремдә, әҙәбиәт дәрестәрендә “Кәмһетелгәндәр” романынан өҙөктәрҙе алмашлап ҡысҡырып уҡырға ҡушҡайнылар. Бер ҡыҙ, бик ҡыҙғаныс урынына еткәс, тыйыла алмай иланы ла ебәрҙе. Уға башҡа ҡыҙҙар ҙа ҡушылды. Уҡытыусы апай: “Ярар, балалар! Үҙ алдығыҙға уҡығыҙ улай булғас”, — тип ҡуйҙы.
Мин ҡыйыулығымды йыйып, яҙыусы янына барҙым да:
— Һаумыһығыҙ, Зәйнәб апай! Һеҙҙе яҡындан күреүемә бик шатмын! Китабығыҙға автограф яҙып бирмәҫһегеҙме икән? — тинем.
— Әйҙә, рәхим ит. Үҙең кем, ҡайһы яҡтан? — тип һораны ул. Мин тиҙ генә китабына аҡса түләнем дә, Мәләүез районынан булыуымды, Өфө сәнғәт училищеһында уҡыуымды әйттем.
— Бик һәйбәт! Яҡташ та икәнһең. Мин үҙем Күгәрсен районы Туйымбәт ауылынан.
— Һеҙҙең китаптарығыҙҙы бәләкәй саҡтан уҡып үҫтек. Әсәйем мәктәп йәшендә сағында ауылдарына килеүегеҙҙе хәтерләй. Беҙгә һеҙ яҙған “Ел-ел арба” әкиәтен һөйләй тор-ғайны, — тигәйнем, Зәйнәб апайҙың йөҙө яҡтырып китте.
Һатыусынан ултырғыс һорап алдым да, Зәйнәб апай янына килеп ултырҙым. Инде ҡыйыуланып китеп, һорашырға тотондом:
— Зәйнәб апай! Һеҙ Ырымбурҙа уҡығанһығыҙ икән?
— Эйе, белем алырға ынтылышым бик көслө булғандыр. Ҡатып, теткеләнеп бөткән кәзә туны кейеп барҙым уҡырға. Әгәр белһәң, яҙыусы Низам Ҡәрип менән бергә уҡыным. Ул һуғышта ятып ҡалды...
Мин артабан һораштым. Зәйнәб апай һөйләне лә һөйләне. Был осрашыуҙан минең күңелемдә яҡты хәтирәләр һәм иҫтәлеккә автографлы китап ҡалды.
Харис ШӘРИПОВ, йырсы.